Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР

МАЙ БИРЕҮСЕ КУЛЬТУРАЛАР, ҡуйы май алыр өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.б.к. төрлө ғаиләләргә ингән үҫемлектәр ҡарай: астра һымаҡтар (көнбағыш, сафлор); баллыбабай һымаҡтар (перилла, ляллеманция); зәйтүн һымаҡтар (зәйтүн); ҡуҙаҡлылар (арахис, соя); һөтлөгән һымаҡтар (кенә уты); әүернә һымаҡтар (шипкән,...

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

МАЛ АҘЫҒЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, мал аҙығын етештереү, әҙерләү, эшкәртеү һәм һаҡлау б‑са ойоштороу‑хужалыҡ һәм агротехник саралар комплексы. Баҫыу (һөрөнтө ерҙәрҙә мал аҙығы культуралары сәсеү) һәм болон (ҡара: Болонсолоҡ) М.а.е. айырыла. Барлыҡ мал аҙыҡтарының яҡынса 95%‑ын үҫемлек аҙыҡтары (йәшел мал аҙығы, ҡоро...

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ

МАЛ АҘЫҒЫ КУЛЬТУРАЛАРЫ, малға ашатыу өсөн үҫтерелгән үҫемлектәр. М.а.к. бер һәм күп йыллыҡ мал аҙығы үләндәре, мал тамыраҙыҡтары һәм бүлбе емештәре, ҡауын‑ҡарбуз культуралары, силос культуралары индерелә. Ҡыяҡлылар һәм ҡуҙаҡлылар ғаиләләренә ҡараған мал аҙығы үләндәре йәшел мал аҙығы, бесән, силос һәм...

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы

МАЛИКОВА Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы (18.5.1941, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Нәбиулла а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Нәби а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2003), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (2011). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1967) Алтай крайындағы Мамонтов дәүләт тоҡомсолоҡ ст., 1969—71 йй. Кемерово өлк. Прокопьевск...

МАЛСЫЛЫҠ

МАЛСЫЛЫҠ, малс‑ҡ продукцияһын етештереү өсөн ауыл хужалығы малдарын үрсетеү м‑н шөғөлләнгән ауыл хужалығы тармағы. Халыҡты аҙыҡ‑түлек продукттары (һөт, ит, йомортҡа һ.б.), сеймал (тире, йөн һ.б.), екке мал (эш үгеҙҙәре, йылҡы һ.б.) һәм органик ашлама м‑н тәьмин итә. М. продукттары һәм ҡалдыҡтарынан...

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ

МАШИНА-ТЕХНОЛОГИЯ СТАНЦИЯҺЫ, аграр тармаҡ пр‑тиеларына технологик процестар комплексын ойоштороу һәм тормошҡа ашырыу б‑са хеҙмәттәр күрһәтеүҙә (иген культураларын, мал аҙығы культураларын йыйып алыу, ашламалар индереү һ.б.) махсуслашҡан дәүләт а.х. пр‑тиеһы. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. алып колхоздарға...

МАШИНА‑ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ

МАШИНА‑ТРАКТОР СТАНЦИЯҺЫ, колхоздарға техник һәм ойоштороу яғынан ярҙам күрһәтеү өсөн булдырылған, машиналар м‑н йыһазландырылған дәүләт а.х. предприятиеһы. МТС‑та а.х. производствоһының төп саралары (комбайн, трактор һәм башҡа а.х. машиналары) тупланған булған. МТС‑тар к‑здарҙы хеҙмәтләндереүҙе килешеү...

МӘЖҮСИЛЕК

МӘЖҮСИЛЕК, тәбиғәт көстәрен кәүҙәләндергән илаһтарға, рухтарға табыныу. М. анимизм, магия, тотемизм, фетишизм, шаманлыҡ ҡарай. Тәүтормош йәмғиәтендә барлыҡҡа килгән; М. ҡараштарының һәм ритуалдарының күбеһе исламда, иудаизмда, христианлыҡта һаҡланып ҡалған. М. ҡараштары б‑са, донъя өҫкө (күк, юғары...

МЕЛИОРАЦИЯ

МЕЛИОРАЦИЯ (лат. мelioration — яҡшыртыу), ер ресурстарын һөҙөмтәле файҙаланыр өсөн уңайһыҙ гидрологик, тупраҡ һ.б. шарттарҙы тамырынан яҡшыртыу б‑са хужалыҡ ойоштороу алымдары һәм техник саралар комплексы. М. төрҙәре: гидромелиорация, химик М. (тупраҡҡа гипс индереү, тупраҡҡа эзбиз индереү, ҙур дозаларҙа...

МИКРОАШЛАМАЛАР

МИКРОАШЛАМАЛАР, составына үҫемлектәрҙең нормаль үҫеше өсөн мотлаҡ булған микроэлементтар ингән ашламалар. Борлы (борнодатолит, бор‑магний һ.б.), кобальтлы (кобальт сульфаты һәм хлориды һ.б.), марганецлы (марганецланған суперфосфат, марганец сульфаты һ.б.), баҡырлы (баҡыр купоросы, пирит көйҙөрмәләре...

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ

МИЛОВКА УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, ФДУП. Аграр университеттың а.х. өсөн белгестәр әҙерләү б‑са производство базаһы булып тора. Ҡатмарлы төҙөлөшлө иген культуралары, ҡуҙаҡлы иген культуралары һәм күп йыллыҡ үлән репродукцияларының орлоғон етештереүгә махсуслаша. 1937 й. Кама йылға пароходсылығының ярҙамсы...

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР

МИНЕРАЛЬ АШЛАМАЛАР, органик булмаған матдәләр, башлыса тоҙҙар, составтарында үҫемлектәр өсөн мөһим туҡланыу элементтары бар. М.а. — а.х. культуралары уңдырышлылығын һәм продукция сифатын арттырыу өсөн һөҙөмтәле сара. Башлыса химия сәнәғәте пр‑тиелары тарафынан етештерелә (агрономик мәғдәндәрҙе эшкәртеү,...

МОГАР, үҫемлек

МОГАР (Setaria italica), и т а л ь я н ш ы р т ү л ә н е, и т а л ь я н т а р ы һ ы, ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек. Ҡырағай рәүештә башлыса Азияла таралған. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы цилиндр формаһында, төклө, бейеклеге 50—100 см. Япрағы оҙон, киң. Сәскәлеге — һепертке башаҡ (солтан). Июлдә сәскә...

МӨҘӘРИСОВ Ринат Мансаф улы

МӨҘӘРИСОВ Ринат Мансаф улы (1.5.1953, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Иҫке Туҡмаҡлы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2005). БАХИ‑ны тамамлаған (1978). 1973 й. алып БДАУ‑ҙа эшләй: 1979 й. — өлкән ғилми хеҙм-р, 1985 й. — уҡытыусы, 1994—97 йй. зооинженерия ф‑ты деканы урынбаҫары, 1998— 2002 йй. уҡытыу‑методика...

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ

МУЛЬЧА ЙӘЙЕҮ (ингл. mulch — һалам, тиреҫ һ.б. м‑н ҡаплау), агро‑ техник алым, тупраҡты мульча м‑н тотошлай йәки рәт аралаш ҡаплау. М.й. тупраҡтың кибеүен кәметә, эрозиянан һаҡлай, ҡыртышланыуын иҫкәртә, файҙалы микрофлораның эшмәкәрлегенә булышлыҡ итә, т‑ра режимын көйләй, ҡый үләндәренең шытып сығыуын...