Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ

ДИЗАЙНЕРҘАР СОЮЗЫ, ижади берекмә. 2003 й. Өфөлә “Рәсәй дизайнерҙары союзы” дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы б‑са төбәк бүлексәһе булараҡ ойошторола. Башҡ‑н бүлексәһе ойошторолғанға тиклем респ. дизайнерҙары “Рәсәй дизайнерҙары союзы” на инә: В.В.Кашлачёв, А.Ә.Саҙретдинов (икеһе...

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ

ДИЗЕЛЬ ЯҒЫУЛЫҒЫ, ҡыҫыуҙан ялҡынланыусы эске яныулы двигателдәрҙә ҡулланылған шыйыҡ нефть дистилляты. Тоҡаныу т‑раһы 30—90°С, ҡатыу т‑раһы −55°С алып 10°С тиклем, ҡайнау т‑раһы сиктәре 180—420°С, тығыҙлығы 830—930 кг/м3, парға әйләнә, еңел тоҡана (фракциялары составы м‑н билдәләнә), коррозия активлығы...

ДИЗЕНТЕРИЯ

ДИЗЕНТЕРИЯ (гр. dys... — ҡыйынлыҡ, боҙолоу һәм еnteron — эсәк), кешенең һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Д. тыуҙырыусы — Shigella заты бактериялары; кеше һәм хайуандар өсөн патоген, оҙаҡ ваҡыт тышҡы мөхиттә йәшәүгә һәләтле 4 төрө (S. boydii, S. disenteriaе, S. flexneri, S. sonnei) билдәле....

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы

ДИЛМӨХӘМӘТОВ Ишмулла Ишҡәле улы (15.9.1928, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 19.10.1984, Өфө), ҡурайсы, йырсы, актёр. РСФСР‑ҙың атҡ. (1975), БАССР-ҙың халыҡ (1973) артисы. 1943—49 йй. Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара: Сибай башҡорт драма театры), 1953 й. алып...

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Әнисә Хәйретдин ҡыҙы

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Әнисә Хәйретдин ҡыҙы (27.11.1933, БАССР‑ҙың Өфө р‑ны Мерәй а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иглин а.), актриса. БАССР-ҙың атҡ. артисы (1972). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1954). Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; Х.Бохарский курсы) — Баймаҡ колхоз‑совхоз театры (ҡара:...

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Шәүрә Ишмулла ҡыҙы

ДИЛМӨХӘМӘТОВА Шәүрә Ишмулла ҡыҙы (23.9.1961, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (1996) һәм БССР-ҙың атҡ. (1991) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). И.И.Дилмөхәмәтовтың ҡыҙы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; Р.В.Исрафилов курсы) 1989 й. тиклем, 1990— 94 йй. һәм 2002 й. алып БАДТ, 1989—90 йй. Йәш...

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР

ДИЛМӨХӘМӘТОВТАР, ҡурайсылар. Ишҡәле Шәмсетдин улы Д. (1.6.1901, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Яҡуп а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иҫке Яҡуп а., — 7.11.1974, шунда уҡ), ҡурайсы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йылайыр р‑нының В.П.Чкалов ис. к‑зында эшләй. Й.М.Иҫәнбаев традицияларын дауам итеүсе, ҡурайҙа уйнауҙың...

ДИЛОГИЯ

ДИЛОГИЯ (гр. di – ике тапҡыр һәм ...логия), үҙ-ара төп фекер, сюжет һәм ҡатнашыусылар уртаҡлығы м‑н бәйләнгән үҙ аллы ике әҫәрҙең берләшмәһе. Башҡ. һүҙ сәнғәтендә бәхет, дөрөҫлөк өсөн көрәш идеяһы, персонаждар (Аҡбуҙат, Һомай, Ҡәһҡәһә һ.б.) м‑н берләшкән “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостары Д. тәүге өлгөһө...

ДИМ Баязит

ДИМ Баязит [ысын исеме Баянов Баязит Фәтхелислам улы; 24.1.1909, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Айыухан а. (БР‑ҙың Дәүләкән р‑ны) — 10.10.1945, Өфө], яҙыусы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1928 й. алып “Яңа авыл” (“Яңы ауыл”; ҡара: “Кызыл таң”) гәз. эшләй. 1929—32 йй. “Ленин юлы” (ҡара: “Туймазинский вестник”)...

ДИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ДИМ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К. табан 13 км алыҫлыҡта Әүрез й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 161 кеше; 1959 — 311; 1989 — 284; 2002 — 284; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Раевка урта мәктәбе филиалы),...

ДИМ, Бишбүләк р-нындағы ауыл

ДИМ, Күсәй, Бишбүләк р-нындағы ауыл, Дим а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 26 км һәм Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 65 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 817 кеше; 1959 — 1181; 1989 — 1349; 2002 — 1157; 2010 — 1028 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы,...

ДИМ, йылға

ДИМ, Күгиҙел, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Фёдоровка р‑ны Алешкин а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта Дөйөм Һырттың төньяҡ битләүендә башлана. Ырымбур өлк. буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, артабан Башҡортостан сиктәренән төньяҡ-көнсығышҡа табан Бишбүләк, Миәкә, Әлшәй,...

ДИМ,ҡаcаба Өфө эсендә.

ДИМ, эшселәр ҡаcабаһы, 1944 й. алып Өфө эсендә. 1887 й. Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлының разъезы булараҡ нигеҙ һалынған, 1936 й. Дим—Ишембай т. юл участкаһын эксплуатацияға тапшырғас, үҙәк т. юл ст. әйләнә һәм эшселәр ҡасабаһы статусын ала. 1917 й. 27 йортта 125 кеше йәшәгән. Халҡы: 1920 й. —...

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ, Димитрий сиркәүе. 1790‑сы йй. Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Куроедов  а. (хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Надеждино  а.) дворян Куроедовтар аҡсаһына төҙөлә. Классицизм стилендәге таш сиркәү, 2 көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы манаралы, ҡыйығы 2 яҡлы. Базилика тибындағы бина. Көнбайыш...

ДИН

ДИН (лат. religio — динселлек, иң изге нәмә, табыныу предметы), ижт. аң формаһы, ғәҙәттән тыш көстәрҙең, бер йәки бер нисә илаһтың барлығына инаныуға бәйле тәртип һәм культ. Д. теологик (конфессиональ), филос., социол., психол., мифол.-лингв. һ.б. концепциялары бар. Д. структураһын дини аң (ышаныу,...

ДИН ҒИЛЕМЕ

ДИН ҒИЛЕМЕ, дин т‑да дини, филос. һәм аныҡ фәнни белемдәр комплексы. Д.ғ. үҙ аллы дисциплина булараҡ 19 б. формалаша. Дин антропологияһын, психологияһын, социологияһын, тарихын, феноменологияһын, философияһын үҙ эсенә ала. Диндең барлыҡҡа килеү, үҫеү һәм эш итеү законлылыҡтары Д.ғ. тикшеренеү предметы...

ДИНАМО", спорт комплексы

“ДИНАМО” Бөтә Рәсәй физкультура‑спорт йәмғиәте. РФ‑тың хәүефһеҙлек һәм хоҡуҡ тәртибе федераль органдарының физик культура коллективтарын берләштерә. Башҡортостанда 1925 й. пролетар спорт йәмғиәте булараҡ төҙөлә, 1939 й. алып Бөтә Союз физкультура‑спорт йәмғиәте, 1992 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Етәкселек...

ДИНДӘШЛЕК

ДИНДӘШЛЕК, ғибәҙәт ғәмәлендә “Никонға тиклемге” йолаларға тоғро ҡалған һәм, старообрядсылыҡтан айырмалы рәүештә, епархия һәм Синод хакимлығын таныған православие ағымы. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. старообрядсылыҡтың уртасыл ҡарашлылар даирәһенең Урыҫ православие сиркәүе м‑н килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа...

ДИНИ АСКЕТИЗМ

ДИНИ АСКЕТИЗМ (гр. asketes – күнегеүсе), тормош рәхәтлектәренән, уңайлыҡтарынан һәм кинәнестәрҙән баш тартҡанда ғына Аллаға ысын мәғәнәһендә хеҙмәт итергә мөмкин тигән ҡарашҡа нигеҙләнгән йәшәү рәүеше. Д.а. төп талаптары: ураҙа (туҡланыуҙа тыйылыу), нәфсене һәм эш‑ҡылыҡтарҙы тулы контролдә тотоу. Д.а. вәғәзе...