Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дини хеҙмәт башҡарыу б‑са профессионалдарҙы, дини уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләү, ш. уҡ халыҡты дини ағартыу системаһы. Рәсәйҙә Д.б.б. системаһы юғары (дини академиялар, дини тәғлимәт ун‑ттары һәм ин‑ттары), урта (дини семинария, училище, колледж, мәҙрәсә, иешивалар һ.б.) һәм...

ДИНИ КИТАПТАР

ДИНИ КИТАПТАР, дини йолаларҙы башҡарыу ҡағиҙәләре һәм тәртибе һүрәтләнгән дини баҫмалар, ш. уҡ улар өсөн яҙылған текстар. Айырыуса православие динендә күп. Ҡайһы бер Д.к. православие ҡорамдарында йәмәғәтселек м‑н ғибәҙәт ҡылыу (вечерня, утреня, часы, литургия), ҡайһылары мәхәллә кешеләренең шәхси үтенесе...

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ (лат. сonsistorium — йыйын урыны, совет), 1744—1918 йй. Урыҫ православие сиркәүендә епархия архиерейы ҡарамағындағы коллегиаль идара итеү органы. Изге Синод ҡарамағында була. Д.к. эшмәкәрлеге 1841 йылғы Уставҡа (1883 й. ҡайтанан ҡарала) ярашлы тормошҡа ашырыла. Присутствиенан (православие...

ДИНИ СЕМИНАРИЯ

ДИНИ СЕМИНАРИЯ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1800 й. асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына семинария идараһы етәкселек итә, составына ректор, инспектор һәм уҡытыусылар араһынан...

ДИНИ СИМВОЛИКА

ДИНИ СИМВОЛИКА, үҫешкән дини системаларға хас төрлө абстракт төшөнсәләрҙе, концепцияларҙы сағылдырыу өсөн ҡулланылған символдар тупланмаһы. Төрлө диндәрҙең изге текстарында була. Д.с. ритуал характерындағы матди, һүҙ ярҙамында белдерелгән, һүрәтләнгән билдәләрҙе индерәләр. Диндең башланғыс формаларында...

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ, теология, Алла, уның сифаттары, билдәләре һәм үҙенсәлектәре т‑дағы дини белемде нигеҙләү һәм яҡлау системаһы; догматиканың дөрөҫлөгөн күрһәтеүсе дәлилдәр, дини әхлаҡ, дин тотоусыларҙың һәм руханиҙарҙың теге йәки был дин м‑н билдәләнгән йәшәү ҡағиҙәләре һәм нормалары комплексы. Алланың...

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, Башҡортостан Республикаһы мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштергән һәм уларҙың эшмәкәрлеген көйләгән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан (1917—23 йй. — Стәрлетамаҡ ҡ.). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дини ойошмалар һәм төркөмдәр м‑н адм. һәм ҡануни етәкселек итеү, уларҙың мосолман...

ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ

ДИҢГЕҘ БӨРКӨТӨ (Haliaeetos albicilla), ыласын һымаҡтар отрядының ҡарсығалар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 70—98 см, ата ҡоштоң ауырлығы 3—5,8 кг, инә ҡоштоҡо 4—6,9 кг; ҡанатының ҡоласы 180—250 см. Ҡауырһыны һоро, башы, тамағы һәм муйынының өҫкө өлөшө һорғолт...

ДИОКСИНДАР

ДИОКСИНДАР, молекулаларының нигеҙен “дибензо‑n‑диоксин системаһы” тәшкил иткән, галогенланған кислородлы гетероциклик берләшмәләр. 75 изомеры билдәле. Органик эреткестәрҙә һәм майҙарҙа — яҡшы, һыуҙа насар эрегән еҫһеҙ кристалл матдәләр; юғары т‑ра (1200°С һәм юғарыраҡ т‑раларҙа тарҡала), окисландырыусылар...

ДИОНИСИЙ I

ДИОНИСИЙ I (донъяуи исеме Хитров Дмитрий Васильевич; 22.10.1818, Рязань губ. Хитрово а. — 8.9.1896, Покров монастыры, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1883—96). Монахлыҡ ҡабул иткән (1868). Рязань дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1840) Якутск епархияһында хеҙмәт итә: дини уҡыу йорттары...

ДИОНИСИЙ II

ДИОНИСИЙ II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 6.8. 1871, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Суҡ‑Ҡарамалы биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле районы Северный а., — 25.10.1937, Томск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1934—36). Дини тәғлимәт канд. (1898). Архиепископ (1926), архимандрит...

ДИОРИТ

ДИОРИТ (грекса diorizo — айырам), урта составлы интрузив магматик тау тоҡомо. Плагиоклаз (65—70%) һәм мөгөҙ обманкаһынан (30—35%) тора; аҙ миҡдарҙа биотит, пироксен, кварц, акцессор минералдарынан — апатит, сфен, циркон, мәғдән минералдарынан — магнетит һәм титаномагнетит булыуы мөмкин. Структураһы...

ДИСПАНСЕРҘАР

ДИСПАНСЕРҘАР (гр. dispenso — бүләм), ауырыуҙарҙың билдәле бер контингентына ҡарата динамик күҙәтеүҙе һәм саралар комплексын тормошҡа ашырған махсус дауалау-иҫкәртеү учреждениелары. Хеҙмәтләндереү йүнәлеше б‑са — тире‑венерология, наркология, онкология, туберкулёзға ҡаршы, психоневрология, табип-физкультура...

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ

ДИСПАНСЕРЛАШТЫРЫУ, ауырыуҙар үҫешен иҫкәртеүгә һәм ғүмер оҙонлоғон арттырыуға йүнәлтелгән халыҡ һаулығы торошон динамик күҙәтеү ысулы. Д. балалар, үҫмерҙәр, йөклө ҡатындар, айырым производстволарҙа махсус хеҙмәт шарттарында эшләгәндәр, хроник ауырыуҙарға дусар булғандар, инвалидтар һ.б. йәлеп ителә....

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР

ДИСПЕРСЛЫ СИСТЕМАЛАР, тотош (дисперслы) мөхит эсендә таралған ваҡ итеп онталған өлөшсәләр йәки күҙәүҙәр (бер йәки бер нисә дисперслы фаза) йыйылмаһынан торған гетероген системалар. Өлөшсәләрҙең үлсәменә (дисперслығына) ҡарап — юғары (1 нм алып 0,1 мкм тиклем), түбән (1 мкм һәм унан ҙурыраҡ) һәм уртаса...

ДИССИМИЛЯЦИЯ

ДИССИМИЛЯЦИЯ (лат. dissimilatio — оҡшашмау), телмәр ағышында һүҙҙәге бер төрлө йәки оҡшаш өндәрҙең артикуляцион һәм акустик оҡшашмауы. Ассимиляцияның киреһе. Бер типтағы — һуҙынҡы (һуҙынҡылар Д.) йәки тартынҡы (тартынҡылар Д.) өндәр араһында осрай, ғәҙәттә әйтелеште еңеләйтеүгә йүнәлтелә. Йәнәш өндәр...

ДИСТАНЦИЯ

ДИСТАНЦИЯ (тарихта),  нығытмалы  сик  һыҙығының бер өлөшө.  Д. 10‑ға яҡын ҡәлғәнән, редуттан һ.б. нығытмаларҙан торған. Д. м‑н нач. етәкселек иткән (вазифаға ҡәлғәләрҙең береһенең дәрәжәһе б‑са өлкән коменданты йәки гарнизон командиры тәғәйенләнгән); ул, хәрби бурыстарҙан тыш, суд эшен алып барған,...

ДИСТРИКТ

ДИСТРИКТ, 18 б. Рәсәйҙә адм.‑терр. берәмек. 1719 й. 29 майындағы указ м‑н өйәҙҙәр урынына индерелә. Д. провинциялар һәм губерналар (һирәгерәк өйәҙҙәр, ведомстволар) составына ингән, улустарға бүленгән. Д. үҙәге булып дистрикт ҡалаһы торған, унда земство (комиссарлыҡ, идаралыҡ) канцелярияһы булған. Д. м‑н...

ДИТЕРИХС Михаил Константинович

ДИТЕРИХС Михаил Константинович (5.4.1874, С.‑Петербург — 9.10.1937, Шанхай ҡ., Ҡытай), Аҡтар хәрәкәте эшмәкәре. Ген.‑лейт. (1918). 1904—05 йй. рус‑япон һуғышында, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Ген. штабтың Николай акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1900). 1894—1918 йй. һәм 1919 й....

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН

ДИФЕНИЛОЛПРОПАН, 4,4‑диоксифенилдиметилметан, бисфенол А, диан, (C6H4OH)2С(СН3)2. Төҫһөҙ кристалл матдә; tиреү 156—157°С, tҡайнау 250—252°С (1,7 кПа түбән баҫым аҫтында). Ацетонда, бензолда, спиртта, хлороформда, бер аҙ углеводородтарҙа һәм һыуҙа эрей. Тирене, тын юлдары һәм күҙҙең лайлалы тиресәһен...