Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТЛЫ

ТАТЛЫ, ауыл, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә. Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Иҫәнбирҙе Татлин билдәле. Шулай уҡ Итатлы, Илмәш исемдәре м‑н теркәлгән. 1795 й. 19 йортта 127 кеше йәшәгән, 1866...

ТАТЛЫ ТАМЫР

ТАТЛЫ ТАМЫР (Glycyrrhiza), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Африканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда Коржинский Т.т. үҫә. Көслө тамырлы һәм тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы йәки ябай, биҙле, осонда ҡайһы берҙә тарҡау төктәре була, бейеклеге...

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

ТАТЛЫБАЙ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Татлыбай а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 32 км һәм Сибай т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 224 кеше; 1920 — 313; 1939 — 220; 1959 — 145; 1989 — 320; 2002 — 340; 2010 — 331 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Кәрешкә урта мәктәбе...

ТАТЫР БИЛСӘНЕ

ТАТЫР БИЛСӘНЕ (Galatella), астраһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Урта һәм Көньяҡ Европала, тропик булмаған Азияның байтаҡ өлөшөндә таралған. Башҡортостанда 6 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр, вегетация башында үрмәксе ауына оҡшаған нескә, аҙаҡтан уҡмаш кейеҙ м‑н ҡапланған....

ТАТЫР ҮЛӘНЕ

ТАТЫР ҮЛӘНЕ (Limonium), татыр үлән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да дала һәм сүллек өлкәләрендә, башлыса Урта диңгеҙ, Урта һәм Көньяҡ‑Көнбайыш Азияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Күп йыллыҡ үләндәр һәм ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, бейеклеге 5— 70 см. Һабаҡтары...

ТАТЫРЛАН

ТАТЫРЛАН (Salicornia), алабутаһымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 35 төрө билдәле, ике ярымшарҙың да уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда европа Т. үҫә. Бер йыллыҡ үлән. Һабағы быуынтыҡлы, төҙ, ябай йәки тарбаҡлы, ҡайһы берҙә ҡыҙыл төҫтә, бейеклеге 5—40 см....

ТАТЫРЛЫҠ

ТАТЫРЛЫҠ, ҡоро климат һәм тупраҡ эретмәһендә еңел эреүсән тоҙҙар йыйылғанда парға әйләнеүсән һыу режимы шарттарында дала, сүл һәм ярымсүл тупраҡтарының тоҙланыу осрағында формалашҡан тупраҡ төрҙәре. Т. тупраҡ горизонттарына насар бүленә, капилляр күтәрелеү иҫәбенә тоҙҙар эретмәһенә туйына, бер аҙ тығыҙ,...

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ТАТЫРҮҘӘК, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Татырүҙәк а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 15 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 73 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 461 кеше; 1959 — 655; 1989 — 1087; 2002 — 1131; 2010 — 1146 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй (2002)....

ТАТЫШ, күл

ТАТЫШ, Ағиҙел й. басс. күл, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Илеш р‑ны Иҫке Татыш а. эргәһендә урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 0,38 км2, оҙонлоғо яҡынса 4 км, макс. киңлеге 360 м. Иҫке үҙән, соҡоро даға һымаҡ (көньяҡҡа табан тарая). Тымыҡ күл. Тирә‑яҡ ландшафы аллювиаль, һаҙ тупраҡтарындағы һаҙланған болондарҙан,...

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ

ТАУ ИГЕНСЕЛЕГЕ, таулы һәм тау буйындағы райондарҙа а.х. культураларын үҫтереү алымдары системаһы. Башҡортостандың тау‑урман зонаһында 90,1 мең га һөрөнтө ер урынлашҡан (2011). Т.и. үҙенсәлектәре: рельефтың бүлгеләнгәнлеге, төрлөлөгө, а.х. ерҙәренең көтөүлек дигрессияһына һәм тупраҡ эрозияһына дусар...

ТАУ ОКРУГТАРЫ

ТАУ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. тау ведомствоһының тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге; 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында уның составына тик шәхси тау сәнәғәте пр‑тиелары ингән. Тау өлкәләренә ҡарағандар (ҡара: Уралтау өлкәһе). Заводтарҙы, рудниктарҙы, приискыларҙы, урмандарҙы һ.б. ерҙәрҙе,...

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ

ТАУ САҢҒЫҺЫ СПОРТЫ, ҡапҡалар м‑н билдәләнгән махсус трассалар б‑са саңғыла ваҡытҡа тауҙан төшөү. Тиҙлеккә төшөү, слалом, слалом‑гигант, супергигант һәм күпбәйге б‑са ярыш төрҙәре айырыла. Башҡортостанда Т.с.с. 20 б. 40‑сы йй. аҙ. Белорет ҡ. үҫеш ала. 1959 й. Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә Т.с.с. бүлеге,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ, 17 б. — 20 б. башында Рәсәй иҡтисадының бер тармағы. Башҡортостанда 17 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Тәүҙә Ҡазан һарайы приказы (Өфө өйәҙе), Себер приказының Верхотур һәм Тубыл разрядтары (Урал аръяғы), 1719 й. 10 дек. Берг-привилегия һәм 1739 й. 3 мартындағы Берг-регламентҡа ярашлы — Берг-коллегия...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә 17—19 бб. төп һалымдарын тау заводтарында эшләп түләгән крәҫтиәндәр. Башлыса батша һарайы крәҫтиәндәре, дәүләт крәҫтиәндәре, алпауыт крәҫтиәндәре, удел крәҫтиәндәре, ялланма эшселәрҙән торған. Заводҡа беркетелгән крәҫтиәндәргә һәм посессион крәҫтиәндәргә бүленгәндәр....

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ МӘКТӘПТӘРЕ ҺӘМ УЧИЛИЩЕЛАРЫ, Рәсәйҙә 18—19 бб. тау заводтары эргәһендә асылған һәм тау сәнәғәтенә квалификациялы эшселәр, техниктар әҙерләгән уҡыу йорттары. Дөйөм белем биреү м‑н шөғөлләнгәндәр, ш. уҡ проф.‑техник белем биреүгә башланғыс һалғандар. Тау ведомствоһы ҡарамағында булғандар,...

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ ОКРУГТАРЫ

ТАУ СӘНӘҒӘТЕ ОКРУГТАРЫ, Рәсәйҙә 19 б. 2‑се ярт. — 20 б. башында тау ведомствоһының ҡаҙна тау сәнәғәте пр‑тиелары урынлашҡан адм.‑терр. берәмеге. Тау өлкәләренә ингән (ҡара: Урал тау өлкәһе). 18 б. башында тәүге заводтар төҙөлөү м‑н барлыҡҡа килә башлай. Завод, рудник, прииск, урман һ.б. ерҙәрҙе, 1861...

ТАУ ТОҠОМДАРЫ

ТАУ ТОҠОМДАРЫ, ер ҡабығының үҙ аллы геологик есемдәрен барлыҡҡа килтергән билдәле составлы тәбиғи минерал агрегаттары. Т.т. төп характеристикалары: минераль һәм химик состав, тығыҙлыҡ, һығылмалылыҡ, электр, магнит һәм башҡа үҙенсәлектәр. Барлыҡҡа килеүе буйынса ултырма, магматик һәм метаморфик Т.т....

ТАУ ТУПРАҒЫ

ТАУ ТУПРАҒЫ, тауҙарҙа барлыҡҡа килгән тупраҡтарҙың геогр. төркөмө. Т.т. тигеҙлек тупрағынан ҡалынлығы (бигерәк тә текә битләүҙәрҙә), ҡырсынташтар булыуы, составында беренсел минералдарҙың күплеге, тупраҡ профиле м‑н айырылып тора. Тауҙарҙа тигеҙлектәрҙә формалашҡан барлыҡ генетик төрҙәге тупраҡтар осрай....

ТАУ ЭШЕ

ТАУ ЭШЕ, 1) ер аҫтын үҙләштереү б‑са кеше эшмәкәрлеге өлкәһе. Ер ҡабығына техноген йоғонтоноң бөтә төрҙәрен үҙ эсенә ала. Боронғо дәүерҙә барлыҡҡа килгән. Башҡортостан терр‑яһында энеолитта халыҡ балсыҡ, ҡом, йәшмә, кремний, эзбизташ, мәрмәр, таштоҙ, гипс, тальк, слюда, гранит, һалҡын килеш эшкәртеү...

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ТАУ ЭШЕ БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте өсөн инженерҙар, техниктар һәм квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһы. Т.э.б.б. барлыҡҡа килеүе 1745 й. Ырымбурҙа инженерҙар мәктәбе асылыу м‑н бәйле; унда арифметика, геометрия, фортификация, инженерҙар эше өйрәнелә һәм төҙөлөш мастерҙары...