Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮРИДИК БЕЛЕМ БИРЕҮ

ЮРИДИК БЕЛЕМ БИРЕҮ, хоҡуҡөлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Дәүләт власы, урындағы­ үҙ идара,­ хоҡуҡһаҡлау­ органдарында, ­адвокатурала, йәмәғәт ойошмаларында, уҡыу йорттарында эшләү өсөн юристар һәм хоҡуҡ белгестәре әҙерләү б‑са учреждениелар йыйылмаһын тәшкил итә....

ЮРИДИК ИНСТИТУТ

ЮРИДИК ИНСТИТУТ, 1971 й. Рязань урта махсус мәктәбе нигеҙендә Өфө урта махсус СССР ЭЭМ‑ының команда составын әҙерләү мәктәбе булараҡ асыла, 1988 й. алып СССР (1991 й. башлап РФ) ЭЭМ‑ының юғары мәктәбе, 1996 й. — РФ ЭЭМ‑ының Өфө юридик ин‑ты. Составына 5 ф‑т (өҫтәлмә проф. белем биреү, ситтән тороп уҡыу,...

ЮРИСТАР СОЮЗЫ

ЮРИСТАР СОЮЗЫ, юристарҙың проф. мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлау, юридик йәмғиәтте хоҡуҡи, гуманитар һ.б. проекттарҙа һәм программаларҙа ҡатнашыуға йәлеп итеү маҡсатында асылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә 1989 й. алып БР‑ҙың Ю.с. булараҡ эшләй. “Юристар союзы” Халыҡ‑ара хөкүмәткә ҡарамаған берекмә ағзаһы...

ЮРИЧКА Юрий Иванович

ЮРИЧКА Юрий Иванович (28.3. 1939, Украина ССР‑ының Люта а.), педагог. Пед. ф. д‑ры (1992), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1999), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1986), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1995), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2006). Ужгород ун‑тын тамамлағандан...

ЮРКОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЮРКОВКА, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Дедов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 79 км алыҫлыҡта Бөркөтлө й. (Ашҡаҙар й. ҡу­шылдығы) тамағында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 75 кеше; 1920 — 273; 1939 — 270; 1959 — 225; 1989 — 192; 2002 — 185; 2010 — 176 кеше. Урыҫтар,...

ЮРЛОВ Александр Александрович

ЮРЛОВ Александр Александрович (11.8.1927, Ленинград — 2.2.1973, Мәскәү), хор дирижёры, муз.‑йәмәғәт эшмәкәре. Сәнғәт ғилеме канд. (1954), проф. (1970). РСФСР‑ҙың (1970) һәм Әзербайжан ССР‑ының (1972) халыҡ артисы, БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1969). Мәскәү хор уч‑щеһын (1945) һәм Мәскәү консерваторияһын...

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт

ЮРМАТАУ, Башҡортостан­ (Көнь­яҡ)­ Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Кесе Нөгөш й. башының киңлегенән алып Серәкәй й. (Ағиҙел й. басс.) киңлек бүлеменә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км, көньяҡ өлөшөнөң киңлеге 4—5 км, төньяҡ өлөшөнөң — 10 км тиклем, абс. бейеклеге 854...

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ

ЮРМАТЫ КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Бәләкәй ­Башҡортостан ­составында ойошторола. Кантонға Стәрлетамаҡ­ өйәҙенең 20 улусы инә. Төньяҡта — Табын­ кантоны, көнсығышта — Тамъян‑Ҡатай­ кантоны ­һәм Бөрйән‑Түңгәүер­ кантоны, көньяҡта — Ҡыпсаҡ ­кантоны­ һәм Ете­ ырыу­ кантоны, көнбайышта Өфө­ губернаһы­ һәм...

ЮРМАТЫ, ауыл, 1940 й. Ишембай ҡ. составына инә

ЮРМАТЫ, ауыл, 1940 й. Ишембай ҡ. составына инә, 1962 й. алып 18‑се комб‑т (ҡара: “Газпром­ неф­техим­ Салават”) төҙөлөүгә бәйле ауыл халҡы башҡа торама пункттарға күсерелә. Ауылға 1924 й. Стәрлетамаҡ­ кантоны терр‑яһында ш. уҡ кантондың Түб. Бурансы/Яңы Бурансы а. кешеләре нигеҙ һала. 1924 й. 42 йортта...

ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе

  ЮРМАТЫ, башҡорт ҡәбиләһе. Ырыу составы: ҡармыш, мишәр‑Ю., нуғай‑Ю., тәлтем, тәтегәс, юрматы. Там­ғалары: . Этник яҡтан Волга болғарҙарына барып тоташа. “Юрматы” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо­венгрҙар),­сыуаштарҙа билдәле. Ю. формалашыуына нуғайҙар, йәнәй,­ҡатай, ­юр­мый ҡәбиләләре...

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ЮРМАТЫ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Пугачёв а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 53 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 37 км алыҫлыҡта Үләй й. (Һуҡайлы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 675; 1939 — 511; 1959 — 574; 1989 — 604; 2002 — 748; 2010 — 749 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ЮРМАТЫНИ

ЮРМАТЫНИ, рифейҙың урта хроностратиграфик бүлексәһе. Йәше 1350±50—1030±30 млн йыл. Йыуылыу һәм ауышыу мөйөштәренең ярашмауы м‑н бөрйәниҙә ята, ҡаратауи м‑н ҡаплана. Б.М.Келлер тарафынан юрматы серияһы булараҡ айырып күрһәтелә (1952), исеме СССР кембрий алдын бүлгеләүҙең дөйөм мәсьәләләре б‑са Бөтә Союз...

ЮРМАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ЮРМАШ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Имәндәш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 60 км алыҫлыҡта Еҙем й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 398 кеше; 1959 — 424; 1989 — 224; 2002 — 214; 2010 — 175 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡарағай урта мәктәбе...

ЮРМАШ, йылға

ЮРМАШ, йылға, Өфө й. һул ҡушылдығы. Иглин р‑ны Мамаевка а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта Крупинский төбәгенән башлана. Иглин һәм Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнсығыштан төньяҡ‑көнбайышҡа ҡарай аға, Өфө р‑ны Фёдоровка а. эргәһендә йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртә (Урыҫ‑Юрмаш һәм Бурцев аа. араһындағы...

ЮРМЫЙ, башҡорт ҡәбиләһе

ЮРМЫЙ, башҡорт ҡәбиләһе. Там­ғаһы­. Этник яҡтан Волга болғар­ҙарына­ барып ­тоташа. “Юрмый” этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа (ҡара: Боронғо венгрҙар),­ сыуаштарҙа­ билдәле. Ю. формалашыуына йәнәй, ­ҡатай, ­юрматы­ ҡәбиләләре мөхитендә йәшәүе йоғонто яһай. 12—13 бб. ҡәбилә Ялан Зәй һәм Шишмә йй. (Кама...

ЮРТОВ Авксентий Филиппович

ЮРТОВ Авксентий Филиппович [8.2.1854, Өфө губ. Минзәлә өйәҙе Аҡташ улусы Кәләй а. (ТР‑ҙың Әлмәт р‑ны) — 20.4.1916, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Андреевка а., хәҙ. БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Илтирәк а.], мәғрифәтсе, педагог, этнограф. Н.И.Ильминскийҙың­ уҡыусыһы. Ҡазан башҡа милләттәр өсөн уҡытыусылар семинарияһын...

ЮРЬЕВ Валерий Петрович

ЮРЬЕВ Валерий Петрович (30.11. 1939, Сәмәрҡәнд ҡ.), химик‑органик. Химия ф. д‑ры (1976), проф. (1978). Ленинград химия‑фарм. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Чимкент химия‑фарм. з‑дында, 1968 й. башлап Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Химия фәндәре ин‑тында (Чимкент ҡ.) эшләй. 1969 й. алып Химия ин‑тында (Өфө): 1970...

ЮРЬЕВ Виктор Леонидович

ЮРЬЕВ Виктор Леонидович (19.1. 1951, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002), РФ‑тың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2014), РФ‑тың почётлы авиатөҙөүсеһе (2000), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) Технология һәм производствоны...

ЮСЫҠ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ЮСЫҠ, Э ш т и й ә к, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Асауҙыбаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 19 км алыҫлыҡта Юҫыҡ й. (Беүә й. басс.) башында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 467 кеше; 1920 — 595; 1939 — 615; 1959 — 467; 1989 — 211; 2002 — 200; 2010 — 183 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....

ЮХА

ЮХА, башҡорт мифологияһында­ яуыз йән эйәһе. Хөрәфәти­ хикәйәләр, “Юха”, “Юлбат” әкиәттәре, “Урал­ батыр” эпосының проза версияһы һ.б. персонажы. Хөрәфәттәр­ б‑са, 500—1000 йәшкә еткән аждаһа ­Ю. әүерелә (ғәҙәттә аждаһа Ю. йәшенә тиклем йәшәмәй, сөнки уны болоттар Ҡаф­тауына алып китә). Кешеләрҙе ашай;...