Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

МЕДВЕДЕВ Дмитрий Анатольевич

МЕДВЕДЕВ Дмитрий Анатольевич (14.9.1965, Ленинград), дәүләт эшмәкәре. Юридик ф. канд. (1990). ЛДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1990—95 йй. Ленинград ҡала Советы рәйесе кәңәшсеһе, С.‑Петербург ҡала хакимиәтенең Тышҡы бәйләнештәр б‑са ком‑тының юридик эксперты. 1999 й. алып...

МЕДВЕДЕВ Юрий Анатольевич

МЕДВЕДЕВ Юрий Анатольевич (15.8.1949, Өфө), иммунолог‑аллерголог. Мед. ф. д‑ры (1989), проф. (1992). Е.А.Медведеваның улы. БДМИ‑ны тамамлаған (1972), 1975 й. алып шунда уҡ эшләй. 2012 й. башлап Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре....

МЕДВЕДЕВА Елена Александровна

МЕДВЕДЕВА Елена Александровна (21.4.1921, Новосибирск ҡ. — 22.2.2005, Өфө), дерматовенеролог. Мед. ф. д‑ры (1969), проф. (1969). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1972). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.А.Бычкованың апаһы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1943) 2‑се Украина фронтында хәрби табип, 1946— 59 йй. Башҡ‑н...

МЕДВЕДЕРОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

МЕДВЕДЕРОВ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Әхмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 814 кеше; 1920 – 743; 1939 – 687; 1959 – 423; 1989 – 168; 2002 – 101; 2010 – 90 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, сиркәү...

МЕДИАТОРҘАР

МЕДИАТОРҘАР, н е й р о т р а н с м и т т е р ҙ а р (лат. mediator — аралашсы), ҡуҙғыуҙы нервы бөтөмөнән эшләүсе ағзаға йәки бер нервы күҙәнәгенән икенсеһенә күсереүҙе тормошҡа ашырған химик матдәләр. М. бүленеүе синапстарҙа (махсуслашҡан күҙәнәк-ара контакттар өлкәһе) нервы импульстары тәьҫире аҫтында...

МЕДИЦИНА

МЕДИЦИНА, халыҡ һаулығын һаҡлауға һәм нығытыуға, ғүмерҙе оҙайтыуға, ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм дауалауға йүнәлтелгән фән һәм практик эшмәкәрлек өлкәһе. М. нормала һәм патологияла кеше организмы төҙөлөшөн, уның йәшәү эшмәкәрлеге процестарын; тирә‑яҡ мөхит факторҙарының һаулыҡҡа йоғонтоһон; кешенең ауырыуҙарының...

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

МЕДИЦИНА БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, һаулыҡ һаҡлау һәм мед. фәне өсөн урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү, уларҙың белемен камиллаштырыу системаһы. 18— 19 бб. Башҡортостан өсөн урта мед. кадрҙары Ырымбур хәрби госпитале эргәһендәге фельдшерҙар мәктәбендә; 19 б. табиптар Ҡазан ун‑тында әҙерләнә, унда йыл...

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

МЕДИЦИНА ҒИЛМИ ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, медицина өлкәһендә тикшеренеү эштәре алып барған ғалимдарҙың һәм практик һаулыҡ һаҡлау эшселәренең ирекле берләшмәләре. Йәмғиәттә ағзалыҡ шәхси һәм коллектив нигеҙҙә бойомға ашырыла. Башҡортостанда 1882 й. Өфө табиптары йәмғиәте ойошторола, ул земство табиптарын, ветеринарҙарҙы...

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1908 й.

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1908 й. Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар акушер-фельдшерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла. 1926 й. фарм. мәктәбе м‑н берләшкәндән һуң, Н.Нариманов ис. Баш‑н мед. техникумы, 1954 й. алып 1‑се Өфө мед. уч‑щеһы, 1992 й. — Башҡ. М.к. 2014 й. башлап Өфө медицина колледжы. 1934 й. шәфҡәт туташы һәм фельдшерлыҡ...

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, БДМУ составында

МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1934 й. өлкә теш дауалау мәктәбе булараҡ асыла. 1954 й. алып Өфө респ. мед. уч‑щеһы, 1991 й. — БДМИ эргәһендәге мед. уч‑щеһы, 1994 й. хәҙ. статусын ала, 2000 й. башлап Өфө мед. колледжы, 2011 й. — М.к. исеме м‑н БДМУ составында. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә ортопедик стоматология, шәфҡәт...

МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ

МЕДИЦИНА ПРИБОРҘАРЫ, ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалау өсөн файҙаланылған мәғлүмәттәрҙе үлсәү, анализлау, эшкәртеү, күрһәтеү, һаҡлау, ш. уҡ мед. системаларын көйләү өсөн тәғәйенләнгән техник яйланмалар. Ҡулланыу өлкәһе б‑са М.п. түбәндәге төркөмдәргә бүленә: йылылыҡ физикаһы, электр, магнит, оптик,...

МЕДИЦИНА РЕНТГЕНОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ РАДИОЛОГИЯҺЫ

МЕДИЦИНА РЕНТГЕНОЛОГИЯҺЫ ҺӘМ РАДИОЛОГИЯҺЫ, кеше ағзалары һәм системалары төҙөлөшөн, функцияларын тикшереү, ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өсөн рентген нурҙарын ҡулланыуҙы (рентгенология); кеше организмына ионлы нурланыштың тәьҫирен, дауалау йәки диагностика өсөн радиоактив элементтар файҙаланыуҙы,...

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ

МЕДИЦИНА СӘНӘҒӘТЕ, дарыуҙар, медицина приборҙары, мед. өсөн тәғәйенләнгән әйберҙәр һәм техника етештергән сәнәғәт. Үҙ эсенә химик‑фарм. һәм мед.‑инструменттар сәнәғәттәрен, быяла, фарфор һәм пластик массанан мед. әйберҙәре эшләү производствоһын ала. Башҡортостанда М.с. барлыҡҡа килеүе 1905 й. Өфөлә...

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ

МЕДИЦИНА СТРАХОВКАЛАУЫ, һаулыҡ һаҡлауҙа халыҡ мәнфәғәттәрен соц. яҡлау формаһы, страховка осрағы килеп тыуғанда мед. ярҙамы алыуҙы һәм иҫкәртеү сараларын финанслауҙы гарантиялай. РФ граждандарының мотлаҡ М.с. һәм ирекле М.с. хоҡуғы бар. Мотлаҡ М.с. дәүләт социаль страховкалауының бер өлөшө булып тора;...

МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ

МЕДИЦИНА УНИВЕРСИТЕТЫ, 1932 й. Өфөлә БДМИ (1933 й. алып ВЛКСМ‑дың 15 йыллығы ис. йөрөтә) булараҡ асыла, 1995 й. Башҡ. дәүләт мед. ун‑ты, алып 2012 й. башлап РФ‑тың һаҡлау министрлығына ҡарай. Составында 6 ф‑т (дауалау, педиатрия, стоматология, фармацевтика, дауалау һәм соц. эш бүлеге м‑н шәфҡәт туташы...

МЕДИЦИНА УЧИЛИЩЕҺЫ №2

МЕДИЦИНА УЧИЛИЩЕҺЫ №2, Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. Черниковск ҡ. шәфҡәт туташтары мәктәбе булараҡ асыла, 1954 й. алып мед. уч‑щеһы (1956 й. башлап 2‑се һанлы). 2005 й. уҡыу йорто Башҡ. медицина колледжы составына инә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә акушерлыҡ эше (1976 й. тиклем), шәфҡәт туташы эше, фармация,...

МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ

МЕДИЦИНА ҮҘӘКТӘРЕ. Башҡортостан медицина профилактикаһы үҙәге. Өфөлә урынлашҡан. 1921 й. Респ. санитар‑ағартыу йорто булараҡ нигеҙ һалына, 1989 й. алып Респ. һаулыҡ үҙәге, 1992 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Составына ойоштороу‑методика, ойоштороу һәм дауалау‑иҫкәртеү ойошмалары м‑н профилактика эшен координациялау,...

МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ

МЕДИЦИНА‑ГЕНЕТИКА КОНСУЛЬТАЦИЯҺЫ, халыҡҡа нәҫел ауырыуҙарын иҫкәртеүгә йүнәлтелгән махсус мед. ярҙамы күрһәтеүсе мед. учреждениеһы. М.‑г.к. дөйөм профиллегә (эре күп профилле дауалау учреждениелары эргәһендә терр. принцип б‑са ойошторолған йәиһә үҙ аллы) һәм махсуслашҡанға (эре ғилми‑тикшеренеү мед....

МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ

МЕДИЦИНА‑САНИТАРИЯ БҮЛЕКТӘРЕ, сәнәғәт, төҙөлөш һәм транспорттың эре пр‑тиелары эшселәренә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары комплекстары. М.‑с.б. эшмәкәрлеген ойоштороу, үҙгәртеп ҡороу һәм финанслау пр‑тиелар аҡсаһы иҫәбенә башҡарыла. М.‑с.б. составына цех участкалары...

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ

МЕЖА МӘҘӘНИӘТЕ, һуң бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 12—7 бб. ҡарай, межа (12— 9 бб.) һәм березовка (8—7 бб. башы) осорҙарына айырыла. Бәгәрәк й. (Силәбе өлк.) ярындағы Межовка торағы исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Ағиҙел, Дим, Өфө, Ыҡ йй. басс. тупланған. 100‑ҙән ашыу М.м. ҡомартҡыһы...