Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МАШИНАЛАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ. А.х. техникаһы етештергән (30‑ҙан ашыу төр). 1983 й. СССР Оборона министрлығы заказы б‑са үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаларының яңы серияларын етештереү өсөн төҙөлә [1988 й. тәүге гаубица эшләнә, бөтәһе 300 берәмек эшләп сығарыла; бер үк ваҡытта агросәнәғәт комплексы...

СТӘРЛЕТАМАҠ МӘҘРӘСӘҺЕ

СТӘРЛЕТАМАҠ МӘҘРӘСӘҺЕ, юғары уҡыу йорто. 19 б. 1‑се ярт. Стәрлетамаҡ йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була, хәйер, иғәнә аҡсаһына тотола. Уҡытыу‑тәрбиә эшенә мөҙәрис м‑н мәсеттең имам-хатибы етәкселек итә. Урта мәҙрәсәнең өлкән, уртансы кластарын тамамлаған һәм...

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕБЕЛЬ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕБЕЛЬ КОМБИНАТЫ. 1962 й. “Дуҫлыҡ”, “Ҡыҙыл партизан”, “Таймур”, “Ташлы” артелдәре базаһында (бөтәһе лә — Ғафури р‑ны) Стәрлетамаҡ мебель фирмаһы булараҡ төҙөлә, 1963 й. алып Стәрлетамаҡ мебель берекмәһе составында (Күмертау, Мәләүез, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Красноусол ҡасабаһының мебель цехтары...

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МЕДИЦИНА КОЛЛЕДЖЫ, 1935 й. акушерлыҡ мәктәбе булараҡ асыла, 1939 й. алып фельдшер‑акушерлыҡ мәктәбе, 1947 й. — мед. техникумы, 1954 й. — мед. уч‑щеһы, 2003 й. хәҙ. статусын ала. Күмертау ҡ. филиалы бар (1990 й. нигеҙләнгән). Уҡытыу көндөҙгө бүлектә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: акушерлыҡ...

СТӘРЛЕТАМАҠ МУЗЕЙЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ МУЗЕЙЫ. 1918 й. Стәрлетамаҡ музейы булараҡ ойошторола, 1980 й. алып Стәрлетамаҡ тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1985 й. — Милли музей филиалы, 1997 й. — Стәрлетамаҡ тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Музей фондында 28 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. Стәрлетамаҡ ҡәберлеге, Әүрезтамаҡ хазинаһы...

СТӘРЛЕТАМАҠ НЕФТЕХИМИЯ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ НЕФТЕХИМИЯ ЗАВОДЫ, ААЙ. Бутадиен‑стирол каучуктар етештерә. Рәсәйҙә синтетик каучуктар, пластик массалар, сүстәр һ.б. материалдар етештереүҙә, ш. уҡ мал аҙығы, аҙыҡ‑түлек һәм косметика сәнәғәттәрендә файҙаланылған феноллы антиоксиданттар етештереүсе берҙән‑бер предприятие. Составына бутанды,...

СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЙӘҘЕ

СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1865 й. — Өфө губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Өфө өйәҙе, көнсығышта — Верхнеурал өйәҙе, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Бәләбәй өйәҙе м‑н сиктәш...

СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЛКӘҺЕ

СТӘРЛЕТАМАҠ ӨЛКӘҺЕ, СССР ЮС‑ы П р е з и д и у м ы н ы ң 1952 й. 29 майындағы указы м‑н БАССР составында ойошторола. Өлкәгә респ. көньяҡ- көнсығыш һәм көньяҡ өлөшө инә. Төньяҡ-көнсығышта һәм көнсығышта — Силәбе өлкәһе, көньяҡ һәм көньяҡ‑көнбайышта — Чкалов өлк. (ҡара: Ырымбур өлкәһе), төньяҡ‑көнбайышта...

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ АКАДЕМИЯҺЫ. 1940 й. Стәрлетамаҡ башҡ. пед. уч‑щеһы базаһында Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑ты булараҡ асыла, 1954 й. алып пед. ин‑ты, 2004 й. пед. акад., 2008 й. З.А.Биишева исеме бирелә, 2012 й. башлап Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы. Академия составына 5 ф‑т (башҡ....

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1991 й. пед. уч‑щеһы булараҡ асыла, 1997 й. алып С.п.к., 2012 й. — Стәрлетамаҡ киң профилле һөнәр биреү колледжы. Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп һәм көндөҙгө- ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә мәктәпкәсә белем биреү, һынлы сәнғәт һәм һыҙым, компьютер селтәрҙәре, ғәмәли информатика,...

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ‑көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡ‑көнбайышта — Әлшәй, төньяҡта — Ауырғазы, төньяҡ‑көнсығышта — Ғафури, көнсығышта — Ишембай, көньяҡта — Мәләүез, көньяҡ‑көнбайышта Стәрлебаш һәм көнбайышта Миәкә р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Стәрлетамаҡ кантоны улустарынан ойошторола(ҡара:...

СТӘРЛЕТАМАҠ СИЛИКАТ КИРБЕС ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СИЛИКАТ КИРБЕС ЗАВОДЫ. 1941 й. Стәрлетамаҡ силикат з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1973 й. башлап төҙөлөш материалдары з‑ды (2002 й. тиклем составына Ашҡаҙар кирбес з‑ды, Эзбиз з‑ды ингән; икеһе лә — Стәрлетамаҡ ҡ.), 1994 й. алып ҠП, 1995 й. ААЙ, 2002 й. С.с.к.з., 2013 й. ябыла. Составына силикат...

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СОРТ ҺЫНАУ УЧАСТКАҺЫ. Сорттар һынау, Башҡортостандың бөтә ауыл хужалығы зоналарында асыҡ грунттағы йәшелсә культураларының һәм картуфтың сорттарын һәм гибридтарын һайлап алыу һәм үҫтерергә тәҡдим итеү м‑н шөғөлләнә. 1953 й. ойошторола. Стәрлетамаҡ р‑ны Косяковка а. урынлашҡан. Һөрөнтө ерҙәрҙең...

СТӘРЛЕТАМАҠ СПИРТ-АРАҠЫ КОМБИНАТЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СПИРТ‑АРАҠЫ КОМБИНАТЫ, “Башспирт” ААЙ филиалы. Составына ликёр‑араҡы, спирт, шарап‑араҡы производстволары (Ишембай ҡ.), транспорт‑сеймал цехы, үҙәк лаб. инә. 2009 й. 669 кеше эшләгән. Спирт, алкоголле продукция, натураль уксус; углекислота, ферменттар етештерә. 72 Продук‑„ цияһы БР‑ҙа һәм...

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ЗАВОДЫ, “С т ә р л е т а м а ҡ — М. Т . Е .”, ААЙ. Эшкәртеү үҙәктәре, һан м‑н программаланған ҡырыу‑быраулау‑фрезерлау-ҡырғыс, ҡырыу һәм хонингылау, махсус, универсаль станоктар һ.б. етештерә. Составына ҡойоу, термик, механик эшкәртеү, механик йыйыу, инструменттар, ремонтлау...

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ СТАНОКТАР ЭШЛӘҮ ТЕХНИКУМЫ, 1955 й. Силәбе юл машиналары эшләү техникумы филиалы базаһында киске машиналар эшләү техникумы булараҡ асыла, 1961 й. алып машиналар эшләү техникумы, 1969 й. — С.с.э.т., 2011 й. — 15‑се һөнәрселек лицейы м‑н берләштерелгәндән һуң Стәрлетамаҡ политехник техникумы....

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТЕХНОЛОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1970 й. технология техникумы булараҡ асыла, 1992 й. С.т.к., 2015 й. — Стәрлетамаҡ төҙөлөш, иҡтисад һәм хоҡуҡ колледжына ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙәлеш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ №1

СТӘРЛЕТАМАҠ ТИМЕР-БЕТОН ЗАВОДЫ №1. Составына 3 форма эшләү (1957 й., 1959 й., 1964 й. нигеҙ һалына), арматура (1984), ремонт‑механика (1963) цехтары; пилорама (1994), карьер (2008), әҙер продукция склады инә. 2009 й. 960 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла. 1949 й. “Стерлитамакстрой”...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ ЗАВОДЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ ЗАВОДЫ, ААЙ. Свай ҡағыу, копёр һәм бульдозер‑йомшартҡыс ҡорамалдары етештерә. Составына инструменталь (1979 й. нигеҙ һалына), әҙерләү‑иретеп йәбештереү, йыйыу, эксперименталь, ремонт-энергетика, ремонт‑механика (бөтәһе лә — 1980), транспорт (1985) цехтары; ремонт‑төҙөлөш...

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ, ИҠТИСАД ҺӘМ ХОҠУҠ КОЛЛЕДЖЫ, 1952 й. киске төҙөлөш техникумы булараҡ асыла, 1955 й. алып төҙөлөш техникумы, 1998 й. С.т., и.һ.х.к., 2015 й. Стәрлетамаҡ технология колледжы һәм 3‑сө һөнәрселек лицейы ҡушылғандан һуң Стәрлетамаҡ төҙөлөш һәм һөнәри технологиялар колледжы. Уҡытыу көндөҙгө...