Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АБДУЛЛА ДӘҮЛӘТШИН

АБДУЛЛА ДӘҮЛӘТШИН (1813, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Түбәнге Себенле а., хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле р‑ны Себенле а., — яҡынса 1883), кантон башлығы, подполковник (1856). Хиуа походында (1839—40) ҡатнашыусы. Урыҫ, ғәрәп, фарсы телдәрен белгән. 1830 й. алып хәрби хеҙмәттә. Түбәнге Себенле а. һәм...

АЗАМАТОВТАР

АЗАМАТОВТАР, идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Силәбе өйәҙе Атъетәр а. (Ҡурған өлк. Сафакүл р‑ны) мишәрҙәренән. Билдәлеһе: Ихсан А. (1772—?), 1‑се мишәр кантоны башлығы. Уның улдары: Шаһишәриф А. (1797—?), зауряд‑яҫауыл (1819), 1835 й. алып 5‑се (1847 й. башлап 6‑сы) башҡ. кантоны...

АҠСУЛПАНОВТАР

АҠСУЛПАНОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Тәлтем‑Юрматы улусы Аҡсулпан а. (хәҙ. Стәрлетамаҡ р‑ны Күсәрбай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Күсәрбай А., кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы. Дворян (1793 й. алып). 1798 й. — 19 б. башында 7‑се башҡ. кантоны башлығы. Уның улдары: Аралбай А.,...

БИКМӘТОВТАР

БИКМӘТОВТАР, идара итеүҙең кантон системаһы осоро эшмәкәрҙәре. Исәт провинцияһы Сырҙы улусы Ҡорман а. (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) башҡорттарынан. Билдәлеләре: Әбделвәхит Б. (1776—?), зауряд‑яҫауыл, 1802 й., 1804 й., 1810 й., 1815 й. Ырымбур сик һыҙығында хеҙмәт итә, 1821 й. алып 3‑сө башҡ. кантонының...

БИКТИМЕРОВТАР

БИКТИМЕРОВТАР, кантон башлыҡтары. Нуғай даруғаһы Бөрйән улусы Сибай а. (хәҙ. Баймаҡ р‑ны Иҫке Сибай а.) башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Биктимер Мотаев, тархан Мотай Айытҡоловтың улы, Бөрйән улусы старшинаһы, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Йылайыр ҡәлғәһе...

БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы

БУҘЫҠАЕВ Мөхәмәтйән Ержабай улы [1789, Ырымбур губ. Троицк өйәҙе Барын‑Табын улусы Кесе Муйнаҡ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 1856, С.‑Петербург], кантон башлығы, ғәскәр старшинаһы (1846). Ватан һуғышында (1812) ҡатнашыусы. 1808 й. алып хәрби хеҙмәттә. 1832—47 йй. 4‑се Көнбайыш, бер үк ваҡытта 1835—47 йй....

ИБРАҺИМОВТАР

ИБРАҺИМОВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Өршәк-Мең улусы башҡорттарынан. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ибраһим Мерәҫов. Уның атаһы Өршәк-Мең улусы старшинаһы Мерәҫ Юлымбәтов билдәле, ул башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ихтилал ваҡытында Ҡыҙрас Муллаҡаев м‑н берлектә эш итә, улар...

ИШБУЛАТОВ Хәмиҙулла Мәүлеғол улы

ИШБУЛАТОВ Хәмиҙулла Мәүлеғол улы (1826—?), кантон башлығы, сотник (1855). Пермь губ. башҡорто. 1‑се Ҡазан гимназияһын тамамлаған (1844). 1847 й. мартынан Ырымбур хәрби губернаторы канцелярияһында, нояб. алып Ваҡытлы эске ҡырғыҙ урҙаһы советында хеҙмәт итә. 1854 й. башлап 7‑се башҡ. кантонының 1‑се бүлексәһе...

ИШЕМОВ Сәйфулла Килмөхәмәт улы

ИШЕМОВ Сәйфулла Килмөхәмәт улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-сотник (1855). Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үҫәргән улусы (Ырымбур өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны) Ейәнсура а. башҡорто. 1843 й. алып 10‑сы башҡ. кантонында, 1853 й. — 7‑се башҡ. кантонының 2‑се бүлексәһендә хеҙмәт итә, 1854 й. башлап 10‑сы башҡ....

КЕЙЕКОВТАР

КЕЙЕКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Уҫы даруғаһы Ирәкте улусы Соҡор а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны Иҫке Соҡор а.) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Шәрип К., Польша походында (1771—73), Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Прапорщик (1776). Тархан. Ирәкте һәм Ғәйнә улустары (1797 й. тиклем)...

КИЛМӘТОВ Әбделхалиҡ Тимербай улы

КИЛМӘТОВ Әбделхалиҡ Тимербай улы (1796—?), кантон башлығы, сотник (1853). Бөрө өйәҙе Борай а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорто. 1830—37 йй. Бөрө өйәҙ судында ауыл заседателе. 1841 й. алып йорт старшинаһы, 1844 й. — 11‑се, 1855 й. — 14‑се башҡ. кантондары башлығы. Он тартыу тирмәне хужаһы булған. Артабанғы...

КӨСӨКӨВТАР

КӨСӨКӨВТАР, дворяндар нәҫеле. Силәбе өйәҙе (Силәбе өлк. Арғаяш р‑ны) Барын-Табын улусы Иҫәнгилде а. башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Көсөк, сотник. Уның улы — Ҡолой (Мөхәмәтҡолой) К. (1764 й. — 1840 й. һуң), 10‑сы класлы чиновник (1821). Рус-прус-француз һуғышында (1806—07) ҡатнашыусы. 1800—25 йй....

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы

ҠАЙБЫШЕВ Мөхәмәтгәрәй Мөхәмәтшәрип улы (1811—?), кантон башлығы, сотник (1861). Бөрө өйәҙе Дыуанай улусы Тартыш а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Шыршы-Тартыш а.) башҡорто. 1848 й. алып 11‑се, 1856 й. — 16‑сы башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1858 й. башлап 15‑се, 1861—62 йй. 16‑сы башҡ. кантондары башлығы....

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы

ҠАНСУРИН Хәбибулла Баймырҙа улы (1808—?), кантон башлығы, сотник (1857). Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Баймырҙа а. (БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) башҡорто. Хиуа походында (1839—40), Силәбе өйәҙендә 1843 й. дәүләт крәҫтиәндәре ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнаша. 1833 й. алып йорт старшинаһы, 1842 й. — 7‑се башҡ. кантоны...

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы

ҠӘЙЕПОВ Мөхәмәтгәрәй Ильяс улы (1825—?), кантон башлығы, зауряд-яҫауыл (1862). Стәрлетамаҡ өйәҙенең Тәлтем-Юрматы улусы Йомағужа а. (БР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны) башҡорто. 1849 й. алып йорт старшинаһы, 1855 й. — 27‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1856 й. — 28‑се башҡ. кантоны башлығы ярҙамсыһы, 1859 й....

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы

ҠОЛШӘРИПОВ Баймөхәмәт Мәһәҙей улы (1791—?), кантон башлығы, зауряд-хорунжий (1827). Троицк өйәҙе Әйле улусы Ҡәҙер а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) башҡорто. Ватан һуғышында (1812), рус армияһының сит илгә походтарында (1813—14) ҡатнашыусы. 1828 й. алып йорт старшинаһы, 1848 й. — идарасы ярҙамсыһы, 1849 й. — 5‑се...

ҠОТЛОБАЕВТАР

ҠОТЛОБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Ырымбур губ. Бөрө өйәҙе Йәлдәк улусы Кәмил а. (БР‑ҙың Борай р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Зөбәйер Ҡ., 1823— 35 йй. 10‑сы башҡ. кантоны башлығы; уның улдары Ноғман Зөбәйер улы Ҡ. (1809, Кәмил а. — ?), хорунжий. 1816 й. алып хәрби хеҙмәттә була, 10‑сы башҡ....

ҠЫУАТОВТАР

ҠЫУАТОВТАР, дворяндар нәҫеле (кенәз Бикбовтарға барып тоташа). Нәҫелде башлап ебәреүсе — Ҡыуат Кинйәғолов, Нуғай даруғаһы Үҫәргән улусы старшинаһы. 1736 й. алып билдәле. Башҡорт ихтилалында (1755—56) ҡатнашыусы. Ихтилал баҫтырылғандан һуң 2 йыл Кесе һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтарында йәшеренеп йөрөй. 1754 й....

НУҒАЙБӘКОВТАР

НУҒАЙБӘКОВТАР, кантон башлыҡтары. Бөгөлмә өйәҙе Юрмый улусы Урсай а. (ТР‑ҙың Аҙнаҡай р‑ны) башҡорттары. Көрмәнкәй Н. билдәле, 1803—20 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы була. Уның улы — Шаһингәрәй Көрмәнкәй улы Н. (1790—?), сотник (1829), 1820—36 йй. 12‑се башҡ. кантоны башлығы. 1836 й. вазифаһынан алына,...

ӨМӨТБАЕВТАР

ӨМӨТБАЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нуғай даруғаһы Йомран-Табын улусы Ибраһим а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) башҡорттары. Нәҫелде башлап ебәреүсе — Өмөтбай Мырҙашев. 1683 й. Йомран-Табын улусы ерҙәрен биләүгә батша грамотаһы ала. Үҙ улусы‑ нан аманат була. Ө. нәҫеленән иң билдәлеләре: Көҫәпҡол Ғәббәс улы Ө....