Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГАРДИЗИ

ГАРДИЗИ (Әбү Сәит Әбд әл-Хәйибн әз-Захаҡ ибн Мәхмүт әл-Гардизи; 11 б.), фарсы ғалимы. “Зәйн әл-әхбәр” (“Хәбәрҙәр биҙәге”; яҡынса 1050—53 йй.) хеҙмәтенең авторы. Бәшнәктәрҙе, ҡыпсаҡтарҙы һәм Көнсығыш Европа, Урта һәм Үҙәк Азияның башҡа төрки ҡәбиләләрен тасуирлағанда Джейханиҙың, Ибн Рустаның, Ибн Хордадбехтың...

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ

ГАРИН МӘҘӘНИӘТЕ, энеолит — бронза быуаты археологик мәҙә‑ ниәте. Б.э.т. 3‑сө мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — 2‑се мең йыллыҡтың тәүге ярт. ҡарай. Пермь крайы Гарино а. янындағы торама исеме м‑н аталған. Башҡортостан терр‑яһында Г.м. ҡомартҡылары Ағиҙел й. һәм Кама й. түбәнге ағымында (Иҫке Нуғай ҡәберлеге,...

ГАРИН Фёдор Данилович

ГАРИН Фёдор Данилович [1908, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Һыуыҡҡул а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) — 1987, Томск ҡ.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1960). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Йәрмәкәй р‑нында колхозда, 1937 й. алып “Еңеү” сәнәғәт артелендә эшләй. 1945—68 йй. Транссебер т. юлында (1956—60 йй. Новокузнецк—Абакан участкаһында)...

ГАРМОНИК АНАЛИЗ

ГАРМОНИК АНАЛИЗ, математиканың функцияларҙы элементар гармоник тирбәлеүҙәр йәки гармоникалар күмәклегенең бер-береһенә ҡапланыу һөҙөмтәһе булараҡ өйрәнгән бүлеге. Г.а. тригонометрик рәттәр (атап әйткәндә, Фурье рәттәре), Фурье үҙгәртеүҙәре, периодикка яҡын функциялар, комплекслы өлкәнең Г.а. һәм локаль...

ГАРМС Светлана Александровна

ГАРМС Светлана Александровна (27.2.1935, БАССР‑ҙың Ишембай ҡсб, хәҙ. Ишембай ҡ., – 18.9.1956, Мәскәү, Өфөлә ерләнгән), спортсы. Еңел атлетика б-са спорт мастеры (1956). “Ҡыҙыл йондоҙ” спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренеры И.Ф.Алещукин). Бейеклеккә һикереү б-са СССР (1955), РСФСР чемп., РСФСР...

ГАРМУН

ГАРМУН, баҫмаҡлы-пневматик музыка ҡоралы. Корпусы һул һәм уң клавиатуранан тора, уртаһында күрек урынлашҡан. Уң клавиатураһы — көй башҡарыу, һулы бас-аккордтар өсөн тәғәйенләнгән. Тауыш, баҫмаҡтарға (төймәләргә) баҫып, күректе һуҙғанда һәм кире ҡыҫҡанда барлыҡҡа килеп, металл ҡыҫан уйымдарына нығытылған...

ГАРНАТИ

ГАРНАТИ [Әбү Хәмит Әбү Абдулла Мөхәммәт ибн Әбдрәхим Әл‑Мазини Әл‑Ҡанси әл‑Гарнати; 1080 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1081), Гранада ҡ., Зиридтар дәүләте — 1170, Дамаск, Фатимиҙар хәлифәте], ғәрәп сәйәхәтсеһе, миссионер. Александрия, Ҡаһирә ҡҡ. (Мысыр) уҡый. 12 б. башында Үҙәк һәм Көнсығыш Европала сәйәхәт...

ГАРНИЗОНДАР

ГАРНИЗОНДАР (франц. garnison), торама пункттарҙа, ҡәлғәләрҙә һәм айырым райондарҙа урынлашҡан хәрби частар, учреждениелар һәм уҡыу йорттары. 18 б. башына тиклем — Көньяҡ Урал һәм Урал яны ҡалалары һәм ҡәлғәләре Г. ҡала (полк) һәм станица (ҡарауыл) ғәскәрҙәренең, 1716 й. алып — ялан (пехота, кавалерия,...

ГАРРИС Нина Александровна

ГАРРИС Нина Александровна (22.4. 1946, Батуми), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2012). РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2000). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1968) шунда уҡ эшләй (2008 й. алып гидравлика һәм гидромашиналар каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге ҡатмарлы шарттарҙа (эҫе...

ГАРСИЯ ЛОРКА

ГАРСИЯ ЛОРКА Федерико (5.6.1898, Фуэнтевакерос а., Испания – 19.8.1936, Гранада ҡ. янында, ерләнгән ере билдәһеҙ), испан шағиры һәм драматургы. “Йырҙар” (“Песни”; 1927), “Сиған романсероһы” (“Цыганский романсеро”; 1928), “Канте хондо тураһында поэма” (“Поэма о канте хондо”; 1931) шиғри йыйынтыҡтары,...

ГАРШИН Михаил Григорьевич

ГАРШИН Михаил Григорьевич (15.2.1932, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Ивановка а. — 3.9.1993, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың (1992) һәм БАССР‑ҙың (1989) атҡ. а.х. хеҙм‑ре. 1950—93 йй. Дәүләкән р‑нының  М.И.Калинин ис. к‑зында эшләй (1959 й. алып рәйес). Г. етәкс. колхоз юғары күрһәткестәргә өлгәшә: иген...

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы,

ГАСПРИНСКИЙ Исмәғил Мостафа улы, Ғаспралы И.М. (8.3.1851, Таврия губ. Авджикой а. — 11.9.1914, ш. уҡ губернаның Баҡсаһарай ҡ.), йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәр, публицист. “Иттифаҡ әл-мөслимин” партияһы ағзаһы (1906 й. алып). Баҡсаһарайҙа мәҙрәсәлә, Симферополь һәм Мәскәү ҡҡ. гимназияларҙа, Воронеж ҡ. кадет...

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СПОРТ КЛУБЫ, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. 1962 й. төҙөлә. Гастелло Н.Ф. исемендәге стадионы, спорт залы м-н физик культура йорто (25х16 м), еңел атлетика манежы (54х8 м), атыу тиры, баскетбол майҙаны, саңғы базаһы, теннис корты, күнекмәләр...

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СТАДИОН

ГАСТЕЛЛО Н.Ф. ИСЕМЕНДӘГЕ СТАДИОН, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенә ҡарай. Өфөлә урынлашҡан. 1939 й. ӨМЭЗ пр‑тиеһының “Крылья Советов” стадионы булараҡ асыла, 1947 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Футбол майҙаны (100х70 м), еңел атлетика өсөн йүгереү юлы (400 м), оҙонлоҡҡа һикереү өсөн 3 сектор,...

ГАСТРИТ

ГАСТРИТ [гр. gaster (gastros) — ашҡаҙан], ашҡаҙандың лайлалы тиресәһе шешеү ауырыуы. Киҫкен (диффуз, локаль, стресс) һәм хроник (А, В, С тибындағы) Г., ш. уҡ уның айырым формалары (гранулематоз, инфекцион, лимфоцитар, эозинофиль һ.б.) була. Барлыҡҡа килеү сәбәптәре: экзоген (Helicobacter pilori бактерияһы,...

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ

ГАСТРОЭНТЕРОЛОГИЯ (гр. gaster — ашҡаҙан, enteron — эсәк һәм ...логия), медицинаның аш һеңдереү ағзаларының төҙөлөшөн һәм функцияларын, был ағзалар ауырыуҙарының этиологияһын, патогенезын һәм клиник формаларын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау һәм иҫкәртеү ысулдарын эшләүсе бүлеге. Башҡортостанда...

ГАШЕК Ярослав

ГАШЕК Ярослав (30.4.1883, Прага — 3.1.1923, Чехословакия, Липнице ҡ.), чех яҙыусыһы. “Йылғыр һалдат Швейктың донъя һуғышы ваҡытындағы мажаралары” (“Похождения бравого солдата Швейка во время мировой войны"; 1921—1923, тамамланмаған) романы, сатирик хикәйәләр һәм фельетондар авторы. 1918—19 йй. Өфөлә...

ГӘЗИТ

ГӘЗИТ, ағымдағы ваҡиғалар т‑да материалдар сығарыусы баҫма һәм электрон ваҡытлы матбуғат; киң мәғлүмәт сараларының береһе. Г. дәүләт органдары, ведомстволар, пр‑тиелар, ойошмалар, уҡыу йорттары, айырым кешеләр тарафынан сығарыла. Аҙнаһына 1—7 тапҡыр сығырға мөмкин, күләме — 1 һәм унан күберәк бит. Тибы...

ГӘЙНӘЯМАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ГӘЙНӘЯМАҠ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Гәйнәямаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 20 км алыҫлыҡта Ғәйнә й. (Дим й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1806 кеше; 1920 – 2212; 1939 – 1624; 1959 – 1581; 1989 – 1102; 2002 – 1023; 2010 — 897 кеше. Башҡорттар,...

ГӘРӘ

ГӘРӘ, гәрәле, башҡ. ҡәбиләһе. Ырыу составы: ил-Г., урман-Г. Тамғалары _ :_ . Этник яҡтан монгол һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә (кирәиттәргә һәм ҡуңғраттарға) барып тоташа. “Гәрә” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, монголдарҙа, ҡырым татарҙарында, төркмәндәрҙә һ.б. билдәле. Г. формалашыуына уларҙың б.э. 2‑се мең...