Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ

БАЛАЛАР КИТАПХАНАҺЫ, Милли китапхана филиалы (1988). Өфөлә урынлашҡан. 1957 й. 11-се ҡала балалар китапханаһы нигеҙендә Респ. балалар китапханаһы булараҡ ойошторола. Фондында 190 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. 170 мең китап, 3,5 мең аудио‑ һәм видеоматериал; 200‑ҙән ашыу төр ваҡытлы матбуғат баҫмаһы...

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ

БАЛАЛАР ҠАРАУҺЫҘЛЫҒЫ, балалар һәм үҫмерҙәрҙең нормаль йәшәү шарттарынан (даими йәшәү урынының, мед. хеҙмәтләндереүенең юҡлығы), ғаилә йәки дәүләт ҡарауынан мәхрүм булыуы. Б.ҡ. балаларҙың бағыуһыҙлығының, йәғни ата‑әсә йәки уларҙы алмаштырыусы кешеләрҙең тәрбиә биреү, уҡытыу, аҫрау б‑са вазифаларын тейешенсә...

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ

БАЛАЛАР МУЗЫКАҺЫ, балалар тарафынан тыңлау йәки башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән музыка. Сағыу образлылыҡ, конкрет йөкмәтке, форманың аныҡлығы һәм ҡыҫҡалығы м‑н билдәләнә. Инструменталь Б.м. программалылыҡ, һүрәтләү, тауыштарҙы оҡшатыу, беренсел жанрҙарға (йыр, бейеү, марш) һәм фольклорға таяныу хас. Балалар...

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ

БАЛАЛАР ОЙОШМАЛАРЫ, балалар һәм өлкәндәрҙең киң күләмле ирекле берекмәләре, эшмәкәрлектәренең соц. йүнәлеше, мөнәсәбәттәрҙең демократик стиле, ойошма ағзаларына пед. йоғонто яһау м‑н характерлана. Б.о. соц.-сәйәси (балаларҙың хоҡуҡтарын, мәнфәғәттәрен, намыҫын һәм дәрәжәһен һаҡлау), соц.‑пед. (үҫмерҙәрҙе...

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР

БАЛАЛАР ӨСӨН ТЕАТР, балаларға тәғәйенләнгән драма, муз. һ.б. театрҙарҙың спектаклдәре; даими эшләүсе проф. театр. Б.ө.т. маҡсаты — театр сәнғәте саралары аша балаларға һәм үҫмерҙәргә идея һәм эстетик тәрбиә биреү. Спектаклдәр балаларҙың йәшенә ҡарап ҡуйыла: мәктәпкәсә йәштәге балалар, бәләкәй, урта...

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ

БАЛАЛАР ПРИЮТТАРЫ, тормошта ауыр хәлдә ҡалған бәлиғ булмағандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән махсус учреждениелар. Дәүләт, дини ойошма, айырым кеше һ.б. башланғысы б‑са ойошторола (ҡара: Хәйриә). Соц. ярҙам үҙәге йәки халыҡты соц. хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәге составына инергә мөмкин....

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ

БАЛАЛАР ПУЛЬМОНОЛОГИЯ ШИФАХАНАҺЫ. Ишембай ҡ. урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра −15,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19°С). 1980 й. ҡала балалар пульмонология шифаханаһы булараҡ асыла, 1992 й. алып — респ. балалар пульмонология шифаханаһы, 2011 й. хәҙ. исемен йөрөтә....

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ

БАЛАЛАР ТИМЕР ЮЛЫ, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенең мәктәп йәшендәге балалар өсөн уҡытыу‑тәрбиә биреү учреждениеһы. Өфөлә, Якутов И.С. исемендәге паркта урынлашҡан. 2 км оҙонлоғонда тар колеялы рельслы юлы, хәрәкәттәге составы (тепловоз, 5 пасс. вагоны), вокзалы бар. 2 яҡлы кодлы автоблокировка,...

БАЛАЛАР ФОНДЫ

БАЛАЛАР ФОНДЫ. Рәсәй балалар фондының Башҡ‑н респ. бүлексәһе 1988 й. Өфөлә В.И.Ленин ис. Совет Б.ф. Башҡ‑н респ. бүлексәһе булараҡ ойошторола, 1992 й. алып — БР Б.ф., 2001 й. — БР Б.ф. — Рәсәй Б.ф. бүлексәһе, 2009 й. хәҙ. исемен йөрөтә. Төп маҡсаттары: етем, инвалид, соц. яҡланмаған ғаиләлә үҫкән балаларҙың...

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ

БАЛАЛАР ХИРУРГИЯҺЫ, балалар ауырыуҙарын һәм травмаларын диагностикалау һәм хирургик дауалау алымдарын эшләүсе хирургия бүлеге. Респ. фәнни тикшеренеүҙәр 1969 й. БДМИ‑ла профилле каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә башлай. Тәүге фәнни эштәр аппендицитты (ш. иҫ. перитонит м‑н ҡатмарлашҡанын) диагностикалау...

БАЛАН

БАЛАН (Viburnum), айыу баланы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Американың уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ябай Б. үҫә. Япрағы ҡойолоусан, тармаҡлы ҡыуаҡ йәки бәләкәй ағас, бейеклеге 2—5 м. Ҡайырыһы буй ярыҡтары булған һоро‑ҡуңыр...

БАЛАНБАШ, археологик ҡомартҡыһы

БАЛАНБАШ, Абаш мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 1‑се ярт. ҡарай. Торама Стәрлетамаҡ ҡ. янында Ағиҙел й. бейек һул ярында урынлашҡан. 1934 й. Матди мәҙәниәт тарихы дәүләт акад. экспедицияһы (етәкс. П.А.Дмитриев, К.В.Сальников) тарафынан асыла һәм өйрәнелә, 1975 й. Воронеж ун‑ты...

БАЛАНДИН Василий Петрович

БАЛАНДИН Василий Петрович (28.12.1904, Мәскәү губ. Лосиноостровск ст. — 28.3.1973, Мәскәү), дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1945). Инженер-авиация хеҙмәте ген.‑майоры (1944). Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлағандан һуң (1930) 26‑сы Рыбинск мотор з‑дында (1937 й. алып...

БАЛАНОВ, ауыл, Өфө эсендә

БАЛАНОВ, ауыл, 1992 й. алып Өфө эсендә (Дим р‑ны). Өфө өйәҙендә, фаразланыуынса, Гилёвтарҙың алпауыт крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1795 й. билдәле. 1865 й. Б. (Гилёв, Рыжкин, Воеводский, Троицкий) 2 йортта 18 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. һыу тирмәне, бакалея кибете теркәлгән. 50‑се йй....

БАЛАНС

БАЛАНС (фр. balance, һүҙмә-һүҙ — үлсәү), халыҡ хужалығында үҫеш темптарын һәм пропорцияларҙы билдәләү һәм тотоу өсөн ҡулланылған натураль, ҡиммәт, натураль-ҡиммәт күрһәткестәре системаһы. Планлы иҡтисад йылдарында бөтә киңәйтелгән яңыртып етештереү процесын үҙ эсенә алыусы Б. булып халыҡ хужалығы Б....

БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БАЛАПАН, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Матрай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 62 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 251; 1939 — 17; 1989 — 100; 2002 — 118; 2010 — 119 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Нуғай даруғаһы...

БАЛАПАНОВ Малик Хәмит улы

БАЛАПАНОВ Малик Хәмит улы (19.11.1958, Баймаҡ ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2004). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Кабель” КБ‑нда эшләй. 1988 й. алып БДУ‑ла: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2006—08 йй. физика ф‑ты деканы урынбаҫары, 2010 й. башлап Физик-техник...

БАЛАҪ ҺУҒЫУ

БАЛАҪ ҺУҒЫУ, ҡул м‑н туҡыу (ҡара: Туҡыусылыҡ) техникаһын ҡулланып художестволы әйберҙәр әҙерләү. Башҡорттарҙа традицион шөғөл, ваҡыт үтеү м‑н кустарь кәсепкә әүерелгән; биҙәү-ҡулланма сәнғәте төрҙәренең береһе. Һарыҡ йөнөнән һәм кәзә дебетенән иләнгән еп файҙаланғандар, ҡайһы ваҡыт кизе-мамыҡ еп ҡушҡандар....

БАЛАТАУ

БАЛАТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Ишембай р‑ны буйлап меридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо 5 км, киңлеге 2,5—3 км тиклем, абс. бейеклеге 639 м. Юғалыусы һыу ағымдары (Үрек й. ҡушылдыҡтары) аҡҡан һай карстлы уйһыулыҡтар м‑н бүленгән 5 айырым тау массивынан тора. Б. көньяҡ һәм төньяҡ...

БАЛАУЫҘҘАР

БАЛАУЫҘҘАР, майға оҡшаш, үҙле органик матдәләр. Тәбиғи (йәнлек Б. — бал ҡорто балауыҙы, ланолин, шеллак, спермацет һ.б.; үҫемлек — кандель, карнауб һ.б.; ҡаҙылма — тау Б., йәки озокерит; һоро күмер Б., йәки монтан-Б.; торф Б.), яһалма йәки өлөшләтә синтетик (монтан‑Б. окисландырыу юлы м‑н, ш. уҡ нефть...