Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЙЫТ, Миәкә р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Миәкә р‑нындағы ауыл, Өршәкбаш-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 44 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 425 кеше; 1920 — 456; 1939 — 274; 1959 — 273; 1989 — 123; 2002 — 145; 2010 — 121 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЙЫТ, Борай р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Борай р‑нындағы ауыл, Таңатар а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 37 км һәм Яңауыл т. юл ст. К. табан 105 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 348 кеше; 1920 — 400; 1939 — 331; 1959 — 354; 1989 — 125; 2002 — 86; 2010 — 58 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп бар. Ауылға Ҡазан даруғаһы...

АЙЫТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл

АЙЫТ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Айыт а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм  Приют т. юл ст. К.‑Көнс. табан 62 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1118 кеше; 1920 — 1603; 1939 — 1429; 1959 — 1663; 1989 — 1182; 2002 — 1272; 2010 — 1176 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

АЙЫТ УРАҘМӘТОВ

АЙЫТ УРАҘМӘТОВ (?—7.2.1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Бөгөлмә ведомствоһы Абдул а. яһаҡлы татарҙарынан. 1773 й. нояб. алып Башҡортостандың көньяҡ‑көнбайышында баш күтәреүселәр хәрәкәте етәкселәренең береһе. А.У. отряды Ҡазан губернаһының Биләркүл, Мәләкәҫ,...

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ

АЙЫТ ТОРАМАҺЫ, б.э.т. 16—13 бб. археологик ҡомартҡыһы. Бишбүләк р‑ны Айыт а. көньяҡҡа табан 1,5 — 2 км алыҫлыҡта Ташлыкүл ярында урынлашҡан. 1965 й. А.М.Кинйәбаев тарафынан асыла, 1985—91 йй. Ю.А.Морозов тикшерә. Майҙаны — 6 мең м2, 2,1 мең м2 асылған. Бүрәнәнән һалынған бағана конструкциялы 6 ер өҫтө...

АЙЫТ СӘЙЕТОВ

АЙЫТ СӘЙЕТОВ (?—1774, Ҡазан), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Уҫы даруғаһы Уран улусы Ҡом а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) башҡорттарынан. 1773 й. аҙ. — 1774 й. тәүге ярт. А.С. отряды Өфө провинцияһы Ҡаракүл улусы һәм Ҡазан губернаһы Сарапул улусында, Бөрө янында хәрәкәт итә....

АЙЫРЫУСА ТАҘА МАТДӘЛӘР

АЙЫРЫУСА ТАҘА МАТДӘЛӘР, үтә таҙа матдәләр. Сиктән тыш таҙалыҡтағы (ҡушымталары 10-6—10-8%‑тан артыҡ булмаған) һәм юғары таҙалыҡтағы (10-3—10-4%‑тан артыҡ булмаған) матдәләрҙе айыралар. Бер нисә А.т.м. ҡатышмалары — юғары таҙалыҡтағы материалдар. Сикләнелгән ҡушылмаларҙың төрөнә һәм уларҙың дөйөм миҡдарына...

АЙЫРЫЛЫШЫУ

АЙЫРЫЛЫШЫУ, никахты өҙөү акты. Башҡорттарҙа традиция б‑са йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, исламды ҡабул иткәндән һуң шәриғәт ҡанундары б‑са тормошҡа ашырылған. Яҡтарҙың береһенең ғаилә бурыстарын үтәмәүе, ш. уҡ ирҙең ҡалымды тулыһынса түләмәүе А. өсөн нигеҙ була алған. А. төп формаһы — талаҡ (ғәр. “ирекле...

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ

АЙЫРМАЛЫ ТИГЕҘЛӘМӘ, аргументы бөтөн һан булған функцияның сикле айырмалары ингән тигеҙләмә. Һыҙыҡлы һәм һыҙыҡлы булмаған, тиң һәм тиң булмаған А.т. бүлеп йөрөтәләр. Биол., механик, иҡт. һ.б. процестарҙы һәм системаларҙы һүрәтләү өсөн ҡулланыла; күп үлсәмле А.т. (айырмалы схемалар) бүлендек сығарылмалы...

АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы

АЙЫПОВ Рөстәм Сәғит улы (1.8.1946, Ульяновск өлк. Николаевка а.), радиоинженер. Техник ф. д-ры (2007), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. энергетигы (2011), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2009). Еңел атлетика б-са СССР-ҙың спорт мастеры (1969). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ.,...

АЙЫП, Мәсетле р‑нындағы ауыл

АЙЫП, Мәсетле р‑нындағы ауыл, Йонос а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.-Көнб. табан 159 км алыҫлыҡта Әй й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 445 кеше; 1920 — 426; 1939 — 374; 1959 — 336; 1989 — 266; 2002 — 307; 2010 — 342 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

АЙТУҒАН, Яңы Айтуған, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

АЙТУҒАН, Яңы Айтуған, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Йәшергән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Тәтер й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 870 кеше; 1920 — 1110; 1939 — 678; 1959 — 654; 1989 — 251; 2002 — 247; 2010 — 203 кеше. Башҡорттар,...

АЙТМӨХӘМӘТОВ Нариман Зәйнулла улы

АЙТМӨХӘМӘТОВ Нариман Зәйнулла улы (20.10.1951, Омск өлк. Речапов ҡсб), спортсы. Еңел атлетика б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1978), респ. категориялы судья (1987). БДПИ‑ны тамамлаған (1989). “Динамо” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.Ф.Сәйфетдинов). Спорт йөрөшө б‑са СССР кубогын яулаусы (1981), РСФСР...

АЙСЫУАҠ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

АЙСЫУАҠ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Көйөргәҙе а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 4 км һәм Ермолаевка т. юл ст. К. табан 1,5 км алыҫлыҡта Оло Юшатыр й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1989 й. — 1221 кеше; 2002 — 1224; 2010 — 1123 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты,...

АЙСЫУАҠ БЕЙ

АЙСЫУАҠ БЕЙ, ғәйнә ырыуы ҡәбиләһенең башлығы. Башҡ. риүәйәттәре б‑са, ғәйнәләрҙең Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөгәндән һуң рус подданныйлығын ҡабул итеү т‑да жалованный грамота ала. Тәрж. Д.К.Үзбәков...

АЙРЫҠ

АЙРЫҠ, тауҡыяҡ (Leymus), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, яланғас, бейеклеге 45—100 см. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, күгелйем, ҡаты....

АЙРАУЫҠ

АЙРАУЫҠ (Dactylis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тамыр өлөшө ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 30—130 см. Япрағы киң ҡыяҡлы,...

АЙРАН

АЙРАН, башҡорт аш‑һыуында һыуһын ҡандырыусы традицион эсемлек. Һыу ҡушылған әсе ҡатыҡтан ғибәрәт. Башҡортостандың көнбайышында, көньяғында һәм көнсығышында май бешкәндә айырылып сыҡҡан әскелтем шыйыҡлыҡты ла А. (май айраны) тип йөрөтәләр. Күп кенә төрки халыҡтарҙың аш‑һыуында, ш. уҡ мариҙарҙа, мордваларҙа...

АЙМАҠ

АЙМАҠ, 1) Башҡорттарҙың ырыу‑ҡәбилә ҡоролошонда ырыу, ырыу бүленеше йәки туғандаш ғаиләләр төркөмө. 2) Урал аръяғында, Башҡортостандың төньяҡ‑көнсығышында, һирәгерәк көнбайышында ырыу бүленешенең таралыу терр‑яһы; башҡ. улусының бер өлөшө. “Аймаҡ” термины монгол һәм төрки халыҡтарҙың күбеһендә таралған. Әҙәб.:...

АЙҘАРОВ Абдулғәлим Әхмәт улы

АЙҘАРОВ Абдулғәлим Әхмәт улы (1883, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Сәйет посады, хәҙ. Ырымбур өлк. Һаҡмар р‑ны Татар Ҡарғалыһы а., — 1937), дәүләт эшмәкәре, педагог. “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған (1905). 1905 й. алып Петропавловск, Ташкент ҡҡ. уҡытыусы, 1914 й. — Силәбе өйәҙ земство идаралығының...