Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. Составына өҫкө һәм аҫҡы складтар, тара һәм ағас эше цехтары, ремонт‑механика оҫтаханаһы инә. 2009 й. 93 кеше эшләгән; 12 мең м3 ағас сығарылған; 8,5 мең м3 ағас‑таҡта, 3,2 мең м3 утын ағасы етештерелгән....

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ

ТЕМӘС МУЗЕЙЫ, Милли музей филиалы (1989). Баймаҡ р‑ны Темәс а. урынлашҡан. 1963 й. йәмәғәтселек башланғысында Темәс урта мәктәбе эргәһендәге музей булараҡ ойошторола, 1989 й. алып Темәс тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы. Экспозицияһы 1989 й. асыла. Музей фондында 3 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ....

ТЕМӘС МӘСЕТТӘРЕ

ТЕМӘС МӘСЕТТӘРЕ. Беренсе йәмиғ мәсет (ағастан төҙөлгән) 18 б. уртаһында Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Темәс а. (хәҙ. БР‑ҙың Баймаҡ р‑ны) асыла, 1885 й. яңыртып төҙөлә. 1885 й. мәхәлләлә 809 кеше була, 19 б. аҙ. — 1045 кеше. Имам-хатиптары: Ишемхужа бин Дәүләтбирҙе (1829 й. тиклем), Хәбибулла бин Ишемхужа...

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ

ТЕМӘС ҠУРҒАНДАРЫ, һуң Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. 2—3 бб. ҡарай. Баймаҡ р‑ны Темәс а. көнсығышҡа табан 2,5—3 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. уң ярында урынлашҡан. 1963 й. М.Х.Садиҡова тарафынан асыла һәм тикшерелә, 1970—72 йй. Н.А.Мәжитов, М.Ш.Рәжәпов өйрәнә. Тупраҡ өйөп яһалған ҡурғанлы ҡәберлектәр...

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ

ТЕМӘС ИЛЕКӘЕВ, 1735—40 йй. һәм 1755—56 йй. башҡ. ихтилалдарында [ҡара: Башҡорт ихтилалдары (1735—40), Башҡорт ихтилалы (1755—56)] ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы Илекәй а. башҡорто. Тархан. 1742 й. 4 даруғаның башҡ. вәкилдәре делегацияһы составында, керҙәштәргә ер м‑н оброкһыҙ файҙаланыу...

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ

ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1936 й. Ырымбур башҡорт педагогия техникумы базаһында асыла. 1941 й. Т.б.п.у. составына Белорет р‑нындағы Сермән пед. уч‑щеһы инә. Уҡыу курсы — 4 йыл (1946 й. алып). Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу (1938 й. башлап) бүлектәрендә һәм экстернат...

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович

ТЕЛЯТНИКОВ Иван Александрович (13.12.1929, БАССР‑ҙың Тамъян‑Ҡатай кантоны Түб. Әүжән‑Петровск Заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Белорет р‑ны Түб. Әүжән а., — 10.8.1996, Өфө), ветеринар врач. Ветеринария ф. канд. (1970). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре. Троицк ветеринария ин‑тын тамамлағандан һуң (Силәбе өлк., 1959)...

ТЕЛЯТЕВТАР

ТЕЛЯТЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Василий Алексеевич Т. (?—1643). Өфөгә хеҙмәткә Ҡазандан күсерелә. 1632 й. түләүле (поместье һәм аҡсалата эш хаҡына) хәрби хеҙмәткә алына. 1633 й. Соҡалаҡ й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйындағы поместье (17 сирек ер) м‑н бүләкләнә. Тур яланындағы...

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ

ТЕЛМӘР МӘҘӘНИӘТЕ б а ш ҡ о р т  т е л е н д ә, 1) башҡ. әҙәби теленең һөйләү һәм яҙма нормаларын — әйтелеш (ҡара: Орфоэпия), баҫым, һүҙ ҡулланылышы, грамматика, стилистика ҡағиҙәләрен белеү; телмәрҙең маҡсатына һәм йөкмәткеһенә ярашлы аралашыуҙың төрлө шарттарында телдең тасуирлау сараларын, ш. уҡ һүҙҙәрҙең...

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕФОН ЭЛЕМТӘҺЕ, тауыш мәғлүмәтен электр сигналдары ярҙамында сым буйлап йәки радиосигналдар м‑н алыҫ араға тапшырыу; электр элемтәһенең бер төрө. Халыҡ‑ара, ҡала‑ара, урындағы, ведомство эсендәге, производство эсендәге, хәрәкәт иткән объекттары булған Т.э., конференц‑элемтә (3 йәки күберәк абонент...

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ

ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ, “Башинформсвязь” ААЙ филиалы. Урындағы (ш. иҫ. таксофондар һәм радио аша элемтә тотоу сараларын файҙаланып) һәм зона эсендәге телефон элемтәһе, кабель һәм цифрлы телевидение, сымлы радио тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Составына 5 район элемтә узелы, 3 линия‑кабель,...

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ

ТЕЛЕФОН АППАРАТЫ, тауыш мәғлүмәтен тапшырыу һәм ҡабул итеү өсөн ҡоролма. Коммутация‑саҡырыу (башҡа Т.а. ингән саҡырыуҙы ҡабул итеү, тоташтырыу һәм өҙөү) һәм һөйләшеү (телмәрҙе ҡабул итеү һәм тапшырыу) өлөштәренән тора. Микрофонға ток биреү ысулы б‑са үҙәк һәм урындағы батареялы; һөйләшеү схемаларын...

ТЕЛЕНОМУСТАР

ТЕЛЕНОМУСТАР (Telenomus), яры ҡанатлылар отрядының йомортҡа ашаусылар ғаиләһенә ҡараған бөжәктәр заты. Бер нисә йөҙ төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. БР‑ҙа левискулус Т. — балдаҡлы ебәк күбәләге йомортҡаларының паразиты йәшәй. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 1 мм. Кәүҙәһе ҡара төҫтә. Инә бөжәктәрҙең...

ТЕЛЕМЕХАНИКА

ТЕЛЕМЕХАНИКА (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм механика), фән һәм техниканың алыҫтан идара итеү һәм контролдә тотоу өсөн мәғлүмәт (сигнал) тапшырыу һәм ҡабул итеү ысулдарын һәм техник сараларын уйлап сығарған өлкәһе. Телемеханик сигналдарҙың формалашыуын һәм үҙгәрешен өйрәнә, уларҙы сикләнгән йышлыҡтар...

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ

ТЕЛЕГРАФ ЭЛЕМТӘҺЕ, документаль хәбәрҙәрҙе (телеграммаларҙы) телеграф аппараттары ярҙамында элемтә сымдары йәки радиоканалдары аша юғары тиҙлектә ебәреү һәм ҡабул итеү; электр элемтәһенең бер төрө. Ебәрелгән мәғлүмәттең тәғәйенләнеше һәм үҙенсәлеге б‑са дөйөм ҡулланыуҙағы Т.э. (телеграммалар ебәреү,...

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ

ТЕЛЕВИЗИОН ФИЛЬМ, телевизион тапшырыу селтәре аша күрһәтеү өсөн төшөрөлгән фильм. Т.ф. анимация (ҡара: Анимация киноһы), документаль (ҡара: Документаль кино), нәфис фильмдарҙың бөтә төрҙәре һәм жанрҙары инә. Башҡортостанда тәүге Т.ф. 1959 й. БАССР МС эргәһендәге Радиотапшырыуҙар һәм ТВ ком‑тында Башҡ....

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ

ТЕЛЕВИЗИОН ТАПШЫРЫУ, төп киң мәғлүмәт сараларының береһе. Телевидение ярҙамында башҡарыла. Башҡортостанда Т.т. хеҙмәтен дәүләт, муниц., коммерция станциялары күрһәтә. Башҡ. Т.т. 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. Башҡ. ТВ студияһында һынау рәүешендәге тәүге тапшырыу 1958 йылдан 1959 йылға ҡараған яңы йыл...

ТЕЛЕВИДЕНИЕ

ТЕЛЕВИДЕНИЕ (гр. tḗle — алыҫҡа, йыраҡ һәм видение — күреү), радиоэлектроника сараларын ҡулланып күреү мәғлүмәтен (хәрәкәт иткән һүрәттәрҙе) ҙур араға тапшырыу м‑н бәйле булған фән һәм техника өлкәһе; элемтәнең фәнни, ойоштороу, техник һ.б. маҡсаттарҙа файҙаланылған төп сараларының береһе. Һүрәттәрҙе...

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ

ТЕЛДӘРҘЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫУ ШАРТТАРЫ, телдең йәшәү формаларының, уның төрлө соц.‑иҡт. һәм соц.-сәйәси шарттарҙа, билдәле соц.‑адм. ойошмаларҙа ҡулланыу даирәһе һәм мөхитенең йыйылмаһы. Т.ҡ.ш. — социолингвистиканың өйрәнеү предметы. Телдең бер милләтле һәм күп милләтле дәүләттә йәшәүе м‑н тығыҙ бәйле (ҡара:...

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ

ТЕЛДӘР КЛАССИФИКАЦИЯҺЫ, донъя телдәрен айырым үҙенсәлектәре һәм мөһим билдәләре б‑са сағыштырып өйрәнеү һөҙөмтәһе нигеҙендә бүлеү. Т.к. ике төп төрө бар: генеалогик һәм типологик. Генеалогик Т.к. телдәрҙең ҡәрҙәшлеге — фараз ителгән тәү телдән барлыҡҡа килгән уртаҡлыҡ төшөнсәһенә нигеҙләнә, сағыштырма‑тарихи...