Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АГАШКОВА (Агашкова-Коренева) Ирина Георгиевна

АГАШКОВА (Агашкова-Коренева) Ирина Георгиевна (29.9.1962, Өфө), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2005) һәм атҡ. (1995) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1983; А.К.Лощенков, П.Р.Мельниченко курсы) БР‑ҙың Урыҫ драма театры актрисаһы. Лирик-драматик пландағы актриса. Актрисаға...

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич

АГАРОНОВ (Агоронян) Ашот Моисеевич (4.11.1895, Тифлис ҡ. — 21.8.1962, Бразилия, Ереван ҡ. ерләнгән), акушер-гинеколог. Медицина фәндәре докторы (1940), профессор (1935). БАССР‑ҙың (1945), Әрмән ССР‑ының (1961) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Киев университетын тамамлаған (1918). БДМИ‑ның акушерлыҡ һәм гинекология...

АГАРКОВ Алексей Григорьевич

АГАРКОВ Алексей Григорьевич (17.7.1939, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ районы Яңы Васильевка а. — 13.6.2002, Баулы ҡ.), нефтсе. 1960—68 йй. һәм 1970—2002 йй. “Бавлынефть” НГДУ‑һында эшләй, 1968—70 йй. “Осинскнефть” НГДУ‑һы мастеры. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1987), М.Йәлил исемендәге премия (1978) лауреаты. Хеҙмәт...

АГАПЧЕВ Владимир Иванович

АГАПЧЕВ Владимир Иванович (7.6.1944, Өфө — 14.9.2007, шунда уҡ), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм-ре (2005), БР‑ҙың атҡ. төҙөүсеһе (1998), СССР‑ҙың Газ сәнәғәте министрлығы отличнигы (1988). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1988 й. алып...

АГАДЖАНЯН Николай Александрович

АГАДЖАНЯН Николай Александрович (28.1.1928, Әзерб. ССР‑ы Хачмас а. — 27.12.2014, Мәскәү ҡ.), физиолог. РФА академигы (2013), Рәсәй медицина ФА академигы (1993), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1968), профессор (1970). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы...

АВТОТРОФТАР

АВТОТРОФТАР (авто... һәм гр. trophe — аҙыҡ), углерод сығанағы сифатында углекислый газ ҡулланып, органик булмаған матдәләрҙән йәшәү сығанағы өсөн кәрәкле органик матдәләр синтезлаусы организмдар. А. фототрофтарға һәм хемотрофтарға бүленә. Фототрофтарға биосферала органик матдәләрҙе барлыҡҡа килтереүҙә...

АВТОТРАНСПОРТ КОЛЛЕДЖЫ

АВТОТРАНСПОРТ КОЛЛЕДЖЫ. 1930 й. Өфө юл техникумы булараҡ нигеҙ һалына, 1960 й. алып автоюлдар, 1970 й. — автотранспорт техникумы, 1991 й. — Өфө автотранспорт колледжы. Йылайыр р‑ны Юлдыбай а. филиалы бар. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә автомобиль транспортын техник хеҙмәтләндереү...

АВТОСЕРВИС

АВТОСЕРВИС (авто... һәм ингл. service — хеҙмәт), автомобилдәрҙе техник хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау, ш. иҫ. һатыуға алдан әҙерләү һәм өҫтәмә ҡорамалдар ҡуйыу б‑са хеҙмәт комплексы. 1970 й. Өфөлә Башҡ‑н транспорт идаралығының ремонт оҫтаханалары базаһында еңел автомобилдәрҙе сервислы хеҙмәтләндереү б‑са...

АВТОНОМИЯ

АВТОНОМИЯ, (авто... һәм гр. nomos — ҡанун), 1) территориаль — үҙенсәлекле көнкүрешкә һәм халҡының милли составына, иҡт. теүәллеккә һәм ошо терр‑яла үҙ аллы идара итеүҙән ғибәрәт тарихи үҫеш үҙенсәлектәренә эйә булған дәүләттең бер өлөшөнөң конституцияла теркәлгән хоҡуҡи хәле. СССР‑ҙа А. милли принципҡа...

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ

АВТОМОДЕЛЬ СПОРТЫ, автомобиль (кордалы, радио м‑н идара ителеүсе, трасса өсөн) моделдәрен конструкциялау һәм әҙерләү, улар м‑н махсус трассаларҙа йөрөш һынауҙарында идара итеү б‑са ярыштар. Башҡортостанда 20 б. 80‑се йй. башынан трасса автомоделизмы үҫешә. 1980 й. Өфөлә ӨПЕЗ‑дең Балалар техник ижады...

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ

АВТОМОБИЛЬ ЮЛДАРЫ, йөк ауырлығы билдәләнгән, тиҙлек кимәле күрһәтелгән автомобиль транспортының туҡтауһыҙ һәм хәүефһеҙ хәрәкәтен тәьмин итеү, дәүләттең соц.‑иҡт., оборона ихтыяжын һәм халыҡ талабын ҡәнәғәтләндереү өсөн йөк һәм пассажирҙар ташыуға тәғәйенләнгән ҡоролмалар комплексы; илдең берҙәм транспорт...

АВТОМОБИЛЬ ТРАНСПОРТЫ

АВТОМОБИЛЬ ТРАНСПОРТЫ, дөйөм файҙаланыуҙағы, айырым ведомствоға ҡараған һәм граждандарҙың шәхси милкендәге транспорттан тора. Башҡортостандың транспорт системаһында пассажирҙар ташыу (80,1%) һәм пассажирҙар әйләнеше (66,6%) б‑са беренсе урынды биләй (2010). Респ. А.т. үҫешенә 1919 й. Башҡ‑н үҙәк ХХС‑ы...

АВТОМОБИЛЬ СПОРТЫ

АВТОМОБИЛЬ СПОРТЫ, уҙыш, спорт һәм сериялы автомобилдәрҙә ярыштар. А.с. автокросс, картинг, ралли, тауҙағы уҙыштар, трек уҙыштары, түңәрәк б‑са уҙыштар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 30‑сы йй. башынан үҫешә. 1937 й. алып “Башавтомотоклуб” А.с. үҫеш үҙәге булып тора, 50‑се йй. Бәләбәй, Октябрьский, Өфө,...

АВТОМОБИЛЬ СӘНӘҒӘТЕ

АВТОМОБИЛЬ СӘНӘҒӘТЕ, машиналар эшләү тармағы, автомобилдәрҙең бөтә төрҙәрен, автомобиль тағылмалары һәм двигателдәре, троллейбустар, уларға узелдар һәм запас частар етештерә. А.с. Башҡортостанда 20 б. 60—70‑се йй. комплектлау әйберҙәре, запас частар һәм беркетеү изделиелары етештереү заводтары төҙөгәс...

АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ

АВТОМОБИЛЬ ПОЕЗЫ, ярым тағылма йәки тағылма (бер йәки бер нисә) м‑н эшләүсе автомобиль‑тартҡыс. Пассажир (тағылмалы автобус) һәм йөк А.п. айырып йөрөтөлә. А.п. файҙаланыу йөк күтәреүсәнлекте 1,5—2 тапҡырға арттырырға (тейешле хәрәкәтсәнлекте элеккесә һаҡлап ҡалып) һәм юлға сағыштырма йөкләмәне кәметергә,...

АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ

АВТОМАТЛАШТЫРЫЛҒАН ИДАРА ИТЕҮ СИСТЕМАҺЫ, ҡатмарлы объект йәки процесс м‑н бирелгән маҡсатҡа ярашлы һәм объекттың хәҙ. торошо һәм тирә‑яҡ мөхит т‑дағы мәғлүмәтте эшкәртеү нигеҙендә идара итеү системаһы (системалағы функцияларҙың бер өлөшөн — анализ, планлаштырыу, идара итеү б‑са ҡарар ҡабул итеүҙе —...

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ

АВТОМАТИК ТЕЛЕФОН СТАНЦИЯҺЫ, телефон селтәре абоненттарын автоматик рәүештә коммутациялау өсөн техник саралар йыйылмаһы. Телефон элемтәһе селтәрҙәрендә, һуңғы һәм транзит тоташтырыуҙарҙы башҡарған ваҡытта, абонент һәм тоташтырыу линияларын (элемтә каналдарын) күсереүҙе тәьмин итә. АТС составына түбәндәгеләр...

АВТОКЛАВ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ

АВТОКЛАВ ТӨҘӨЛӨШ МАТЕРИАЛДАРЫ, автоклавта ҡатырылған төҙөлөш материалдары һәм изделиелар. А.т.м. силикат кирбес, автоклав силикат бетондан эшләнгән изделиелар (стена өсөн һәм ҙур блоктар, бер һәм ике ҡатлы аҫмалы стена панелдәре, ҡат-ара һәм сарлаҡ таяуҙары өсөн бер ҡатлы плиталар) инә. Йылылыҡ үткәрмәүсе,...

АВТОБУС

АВТОБУС (нем. Autobus), пассажирҙар йөрөтөү өсөн капот йәки вагон тибындағы кузов м‑н йыһазландырылған күп урынлы (9 йәки унан да күберәк) автомобиль. Тәғәйенләнеше б‑са А. ҡала, ҡала-ара (туристик), урындағы бәйләнеш, махсус (вахта А.) һәм дөйөм тәғәйенләнешле; габариттары б‑са — микроавтобустарға,...

АВТОБИОГРАФИЯ

АВТОБИОГРАФИЯ (авто..., био... һәм ...графия) художестволы, авторҙың үҙ тормошон һүрәтләүгә нигеҙләнгән әҙәби прозаик жанр. Художестволы А., мәғлүмәти А. (үҙ тормошоңдоң төп ваҡиғаларының ҡыҫҡаса хроникаль белешмәһе) айырмалы рәүештә, хыялланыу мөмкинлеген бирә, сөнки автор унда үҙе м‑н булған ваҡиғаларҙың...