Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СӘТЛӘҮЕКСЕЛӘР

СӘТЛӘҮЕКСЕЛӘР, яры ҡанатлылар отрядына ҡараған быраулы бөжәктәр төркөмө. 1900‑гә яҡын төрө билдәле, БР‑ҙа яҡынса 10 төрө бар. Кәүҙәһе 1—5 мм, ҡайһы берҙәренеке 25 мм тиклем оҙонлоҡта, ҡара йәки көрән төҫтә, ҡорһағы ян‑яҡтан ҡыҫылған, эскә индерелгән йомортҡа һалғысы бар. Мыйыҡтары 13—18 быуынтыҡлы,...

СӘТЛӘҮЕК АҒАСЫ

СӘТЛӘҮЕК АҒАСЫ, у р м а н  с ә т л ә ү е г е (Corylus), ҡайын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 20 төрө билдәле, Евразияның һәм Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай С.а. үҫә. Күләгәгә сыҙамлы, япраҡ ҡойоусы бер өйлө ҡыуаҡ, бейеклеге 2—7 м, 60—80 йылға тиклем...

СӘТӘЙ‑БӨРЙӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл

СӘТӘЙ‑БӨРЙӘН, Миәкә р‑нындағы ауыл, Бикҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 31 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнс. табан 31 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 308 кеше; 1920 — 345; 1939 — 217; 1959 — 222; 1989 — 322; 2002 — 313; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы,...

СӘСКӘСЕЛЕК

СӘСКӘСЕЛЕК, 1) декоратив үлән үҫемлектәрен ҡырҡып алыу, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, скверҙарҙа ултыртыу, биналарҙы биҙәү өсөн үҫтереү; үҫемлекселек тармағы. Асыҡ (урындағы тәбиғәт‑климат шарттарына яраҡлашҡан күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ сәскә культуралары үҫтерәләр: флокс, шалфей, шыҡтым һ.б.) һәм ябыҡ...

СӘСКӘЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР

СӘСКӘЛЕ ҮҪЕМЛЕКТӘР, я б ы ҡ о р л о ҡ л о л а р (Magnoliophyta йәки Angiospermae), ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. Бер өлөшлөләр һәм ике өлөшлөләр класын берләштерә. 250 меңгә яҡын төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 1600‑ҙән ашыу төрө үҫә. Япраҡ ҡойоусы йәки мәңге йәшел ағастар,...

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ

СӘСЕҮ ӘЙЛӘНЕШЕ, ваҡыт һәм баҫыуҙар б‑са а.х. культураларын һәм таҙа парҙы (ҡара: Пар баҫыуы) фәнни яҡтан нигеҙләп сиратлаштырыу. С.ә. нигеҙендә — сәсеү майҙандарының структураһы. С.ә. — игенселек системаһының үҙәк звеноһы, уның бөтә элементтарын берләштерә (ер эшкәртеү һәм уны һыу эрозияһынан һәм дефляциянан...

СӘСЕҮ

СӘСЕҮ, орлоҡтар шытып сыҡһын өсөн уларҙы тупраҡтың өҫкө ҡатламдарына күмеү. С. ы с у л д а р ы үҫемлектәр биологияһын, үҫемлектәр тәрбиәләүҙе механизациялау кәрәклеген, уңыштың тәғәйенләнешен иҫәпкә алып һайлана. Башҡортостанда башлыса С. түбәндәге ысулдары ҡулланыла: иген культуралары үҫтергәндә —...

СӘСӘТМӘ

СӘСӘТМӘ, б ы у м а й ү т ә л, кешененең киҫкен инфекцион ауырыуы. С. тыуҙырыусы — Bordetella (Hаemophilus) pertussis бактериялары, тышҡы мөхиттә тотороҡһоҙ, дезинфекциялау саралары, ҡояш нурҙары һ.б. тәьҫирендә үлә. С. яңы тыуған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар тиҙ бирешеүсән. Һауа аша йоға. Ауырыуҙың...

СӘСӘНИӘ Эльмира Йыһанбай ҡыҙы

СӘСӘНИӘ (Сәсәнбаева) Эльмира Йыһанбай ҡыҙы [27.8.1950, БАССР‑ҙың Маҡар р‑ны Маҡар а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). 1970—78 йй. “Сода” ПБ‑нда эшләй. “Рәхмәт һүҙе” исемле тәүге китабы 1983 й. сыға. “Илгиҙәр” (1990), “Моң Тәңре” (1996), “Ваҡыт әйләнеше” (2001) һ.б. шиғырҙар...

СӘСӘН

СӘСӘН (фаразланыуынса, монгол теленән цэцэн — аҡыллы), башҡорттарҙа шағир‑импровизатор; ауыҙ‑тел ижадын яҡшы белгән һәм уны башҡаларға еткергән (башҡарған) кеше; үҙендә ошо ике башланғысты берләштергән сәсән‑импровизатор. Ижади һәләтенә, башҡарыу үҙенсәлегенә, ваҡытына һәм урынына ҡарап С. әҫәрҙәрҙе...

СӘСӘК

СӘСӘК, Poxviridae ғаиләһе вирустары тыуҙырған кеше һәм хайуандарҙың киҫкен инфекцион ауырыуы. Кеше С. Натураль С. — кешегә генә хас булған айырыуса ҡурҡыныс вирус ауырыуы. Тыуҙырыусылары — РНК‑лы вирустар, тышҡы мөхиттә тотороҡлолар. С. (был ауырыуҙы үткәргән һәм вакцинацияланғандарҙы иҫәпкә алмағанда)...

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ

СӘС БИҘӘҮЕСТӘРЕ, ҡатын‑ҡыҙҙың байрам, йола һәм көндәлек кейеменә (ҡара: Башҡорт кейеме) өҫтәмә: ҡаралыҡтар, елкәлектәр, сәсмәүҙәр һ.б. Традицион биҙәүестәр комплексына ингәндәр, төбәк үҙенсәлеге м‑н айырылған. С.б. киң таралған төрҙәренә йөн ептән йәки ат ҡылынан үрелгән, таҫма йә бауҙан яһалған, төрлө...

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы

СӘРҮӘРОВА Рима Фәйзи ҡыҙы (4.7.1954, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Лаяшты а.), радиожурналист. РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1994) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Журналистар союзы ағзаһы (1989). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1976) “Заветы Ильича” (“Ильич васыяттары”; ҡара: “Панорама”) гәз. хеҙм‑ре, 1979 й. башлап “Башҡортостан”...

СӘРМӘСӘН, йылға

СӘРМӘСӘН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Бәләбәй р‑ны Сәрмәсән а. көньяҡҡа табан 1 км, Асылыкүлдән көньяҡ‑көнбайышҡа табан 10 км алыҫлыҡта Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының көнсығыш битләүенән башлана. Бәләбәй, Бүздәк, Благовар, Кушнаренко р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай аға һәм...

СӘПСЕКТӘР

СӘПСЕКТӘР (Motacillidae), турғай һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 50 төрө билдәле, Антарктиданан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 9 төр, уларҙың 7‑һе оя ҡора (аҡ сәпсек, урман деүете, һарыбаш сәпсек һ.б.). Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 12—23 см, ауырлығы 20—30 г. Ҡауырһын ҡапламы...

СӘПСӘҮҘӘР

СӘПСӘҮҘӘР (Charadriidae), сәпсәү һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 70 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 8 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 14—30 см, ауырлығы 30—270 г. Ҡауырһын ҡапламы тығыҙ, төҫө төрлө: һорғолт көрән, муйынында һәм маңлайында арҡыры ҡара һыҙаты...

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР

СӘПСӘҮ ҺЫМАҠТАР (Charadriiformes), ҡоштар отряды. 11 ғаиләһе, 300‑ҙән ашыу төрө билдәле. Башҡортостанда беҙсуҡыштар, сарлаҡтар, сипылдаҡтар, сәпсәүҙәр, төн сәпсәүҙәре, һаралйындар ғаиләһенә ҡараған 50 төрө осрай. Ваҡ (ваҡ тәтелдәүек, кәүҙә оҙонлоғо 15 см, ауырлығы 30—50 г) һәм уртаса (ҙур ҡарабаш сарлаҡ,...

СӘҢГЕЛДӘК

СӘҢГЕЛДӘК, б и ш е к, күсермәле йәки аҫылмалы балалар карауаты. С. эшләү өсөн башҡорттар йүкә, муйыл, ҡайын, миләш ағастарын файҙаланған. Тегеү һәм биҙәү материалы итеп ат ҡылын һәм киндер еп ҡулланғандар. Бигерәк тә аҫылмалы ағас С. таралыу алған: тура мөйөшлө ҡыҫанды киндер туҡыма м‑н тарттырғандар...

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР

СӘНСКЕБАШ СЕЛӘҮСЕНДӘР, с у с ҡ а с е л ә ү с е н д ә р е, а к а н т о ц е ф а л д а р (Acanthocephales), умыртҡаһыҙҙар тибы. Сусҡа селәүсендәре класына ҡараған яҡынса 500 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 14 төрө табылған. С.с. — паразиттар. Кәүҙәһе муҡса рәүешле, оҙонлоғо 0,5—65 см. Кутикулаһы...

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ

СӘНҒӘТ УЧИЛИЩЕҺЫ, 1922 й. Башҡ. музыка техникумы булараҡ асыла, 1926 й. алып Башҡ. сәнғәт техникумы, 1936 й. 2 үҙ аллы уҡыу йортона үҙгәртелә: Башҡ. музыка һәм Башҡ. театр‑художество (1941—45 йй. эшләмәй) уч‑щелары, 1960 й. улар берләштерелгәндән һуң — Өфө С.у., 2012 й. башлап Өфө сәнғәт уч‑щеһы (колледж)....