Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ

БАШҠОРТОСТАН ҺЫУЫТЫУ КОМБИНАТЫ, сауҙа-сәнәғәт фирмаһы, ААЙ. Аҙыҡ-түлек тауарҙары (800‑гә яҡын төр) м‑н күмәртәләп сауҙа итеүҙе, туңдырма (90‑дан ашыу төр) етештереүҙе һәм һатыуҙы тормошҡа ашыра. Өфөлә урынлашҡан. Составы: һыуытҡыс (4 мең т һыйҙырышлы), компрессорҙар эшләү, механика, энергетика (бөтәһе...

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ

БАШҠОРТОСТАН ХӘРБИ‑РЕВОЛЮЦИОН КОМИТЕТЫ, АСБР‑ҙың Хәрби‑революцион комитеты, Башревком, АСБР-ҙа властың юғары органы. 1919 й. мартында Орск өйәҙе Темәс а. төҙөлгән Башҡ. респ. Ваҡытлы революцион ком‑ты нигеҙендә ойошторола. Апр. алып Саранск ҡ., авг. — Стәрлетамаҡ ҡ. урынлаша. 1919 й. 22 февр. эш башлай...

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ ЭТНОГРАФИЯҺЫ МУЗЕЙЫ

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠТАРЫ ЭТНОГРАФИЯҺЫ МУЗЕЙЫ. 1994—2001 йй. Өфөлә эшләй. Тарихи-мәҙәни музей комплексы (1991—94) нигеҙендә асыла. Б.х.э.м. составына Ленин В.И. йорт-музейы ингән. Музей фондында 10 меңгә яҡын һаҡлау берәмеге иҫәпләнгән, ш. иҫ. солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ, балыҡ тотоу ҡулайламалары; традицион...

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠ ПАРТИЯҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ХАЛЫҠ ПАРТИЯҺЫ, ижт.‑сәйәси ойошма. 1990 й. Өфөлә ойошторола, 2002 й. үҙе тарҡала. “Беҙҙең йорт — Рәсәй” ижт.-сәйәси партияһының респ. бүлексәһе ағзаһы булып тора, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), “Урал” ижт.‑сәйәси ойошмаһы, Башҡорт йәштәре иттифағы һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә....

БАШҠОРТОСТАН ҮҘӘК БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ

БАШҠОРТОСТАН ҮҘӘК БАШҠАРМА КОМИТЕТЫ, БАССРэшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец депутаттары советтарының Үҙәк башҡарма комитеты, БашҮБК, БАССР дәүләт власының закондар сығарыусы, ойоштороусы һәм контролдә тотоусы юғары органы, БАССР Советтары съездары араһындағы осорҙа эшләй. 1920 й. 28 июлендә Стәрлетамаҡ ҡ....

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪТАРЫ СОБОРЫ

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪТАРЫ СОБОРЫ, урыҫ халҡының рухи мәҙәниәтен һәм телен, берҙәмлеген һәм патриотлығын һаҡлау маҡсатында төҙөлгән респ. йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1998 й. ойошторола. Аксаков фонды, “Ҡыҙылъяр”, “Надеждино”, “Никола ҡорамы”, “Өҫән-Ивановка” тарихи-мәҙәни үҙәктәре, Лермонтов үҙәге,...

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Урыҫ әҙәбиәтендә башҡорттар хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәттәр 15—16 бб. йылъяҙмаларына барып тоташа. 19 б. 40—50‑се йй. Башҡортостан хаҡындағы тарихи-геогр. мәҡәләләр, хикәйәләр һәм очерктарҙы В.С.Лосиевский баҫтыра. 19—20 бб. башында урыҫ әҙәбиәтендә башҡ. тематикаһын С.Т.Аксаков,...

БАШҠОРТОСТАН УДМУРТТАРЫНЫҢ РЕСПУБЛИКА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ

БАШҠОРТОСТАН УДМУРТТАРЫНЫҢ РЕСПУБЛИКА МИЛЛИ-МӘҘӘНИ ҮҘӘГЕ, Башҡортостан Республикаһы удмурттарының милли мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен яҡлау, респ. халыҡтары араһында дуҫлыҡты нығытыу маҡсатында төҙөлгән йәмәғәт ойошмаһы. БР‑ҙың Тәтешле р-ны Яңы Тәтешле...

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ

БАШҠОРТОСТАН ТРОЛЛЕЙБУС ЗАВОДЫ, ААЙ. Троллейбустар һәм уларға комплектлау деталдәре етештергән, троллейбустарға капиталь ремонт үткәргән. Өфө ҡ. урынлашҡан. Составына троллейбустар йыйыу, кузовтар етештереү, механика, энергетика-механика, инструмент һәм транспорт цехтары ингән. 2010 й. 205 кеше эшләгән....

БАШҠОРТОСТАН ТАУАР БИРЖАҺЫ

БАШҠОРТОСТАН ТАУАР БИРЖАҺЫ, а.х. һәм сәнәғәт продукцияһы м‑н биржа сауҙаһы б‑са килешеүҙәр, ш. уҡ дәүләт килешеүҙәренең бер өлөшөн теркәй һәм БАССР м‑н РСФСР‑ҙың башҡа төбәктәре араһында тауар алмашыуҙы тормошҡа ашыра. 1922 й. Башҡ‑н тауар биржаһы үҙәге (һуңыраҡ — Б.т.б.) булараҡ ойошторола, 1927 й....

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ

БАШҠОРТОСТАН ТАТАРҘАРЫ КОНГРЕСЫ, Башҡортостан Республикаһы татарҙарының милли мәҙәниәтен, телен һәм әҙәбиәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1997 й. Башҡортостан татарҙарының 1‑се съезында ойошторола. Б.т.к. — Бөтә донъя татарҙары конгресын, БР...

Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт узелдары

Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт узелдары...

Башҡортостан Республикаһының ҡала тибындағы ҡасабалары

Башҡортостан Республикаһының ҡала тибындағы ҡасабалары ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА КЕШЕ ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, кеше һәм граждан хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең үтәүен тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы кеше....

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНДА БАЛА ХОҠУҠТАРЫ БУЙЫНСА ВӘКИЛ, бала хоҡуҡтарын һәм иректәрен дәүләт яҡлауы гарантияларын, уларҙың дәүләт органдары, урындағы үҙидара органдары һәм вазифалы кешеләрҙең таныуын һәм үтәүен тәьмин итеү өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тәғәйенләгән вазифалы...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ХӨКҮМӘТЕ, Башҡортостан Республикаһы башҡарма власының юғары органы. РФ Конституцияһының һәм БР Конституцияһының, РФ федераль һәм БР респ. закондарының һәм башҡа норматив акттарҙың үтәлеүен тәьмин итә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙары,...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ПРЕЗИДЕНТЫ, Башҡортостан Республикаһы башлығы, юғары вазифалы кеше. РФ Президенты, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫ — ҠОРОЛТАЙ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ДӘҮЛӘТ ЙЫЙЫЛЫШЫ — ҠОРОЛТАЙ, дәүләт власының юғары һәм берҙән-бер закондар сығарыусы (вәкәләтле) органы. БР Конституцияһы, БР-ҙың 2002 й. 30 дек. “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тураһында” ғы законы, БР һәм РФ-тың башҡа норматив-хоҡуҡи акттарына ярашлы...

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ВӘКИЛЛЕКТӘРЕ, ижт.-сәйәси, сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, мәҙәни һәм гуманитар хеҙмәттәшлек мәсьәләләре б‑са Башҡортостан Республикаһы мәнфәғәтен, РФ субъекттары терр‑яларында һәм сит илдәрҙә үҙ компетенцияһы сиктәрендә уның сәйәси‑хоҡуҡи һәм иҡт. мәнфәғәтен яҡлаусы юридик шәхестәр....

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ БАШЛЫҒЫ, Башҡортостан Республикаһының юғары вазифалы кешеһе. РФ Президенты, РФ Федераль йыйылышының Федерация Советы һәм Дәүләт Думаһы, РФ Хөкүмәте, дәүләт власының башҡа федераль органдары, РФ субъекттарының дәүләт власы органдары, БР дәүләт власы органдары, урындағы үҙидара...