Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОПЫЛОВ Василий Данилович

КОПЫЛОВ Василий Данилович (15.6.1921, АСБР‑ҙың Үҫәргән кантоны Алексеевский утары — 1966 й. апр., Силәбе ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936 й. алып Баймаҡ р‑ны “Йылайыр” с‑зында эшләй. 1939 й. башлап Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. алып Көнбайыш, Көньяҡ-Көнбайыш һәм Воронеж фронттарында...

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна

КОПТЯЕВА Антонина Дмитриевна (25.10.1909, Амур өлк. Южный приискыһы — 12.11.1991, Мәскәү), яҙыусы. “Иптәш Анна” (“Товарищ Анна”; 1946), “Урал йылғаһында” (“На Урале-реке”; 1969—1978) романдары, “Иван Иванович” (1949), “Дуҫлыҡ” (“Дружба”; 1954), “Дәртле ынтылыш” (“Дерзание”; 1958) трилогияһы һ.б. авторы....

КОПСОВ Анатолий Яковлевич

КОПСОВ Анатолий Яковлевич (6.4.1942, БАССР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол ҡсб), дәүләт эшмәкәре. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2004). РФ Берҙәм энергетик системаһының атҡ. хеҙм‑ре (1996), БР‑ҙың атҡ. энергетигы (1992), СССР‑ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1987). Иваново энергетика ин‑тын тамамлағандан...

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович

КОПЕЙКИН Игорь Валентинович [8.7.1920, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аксёнов а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 7.12.2002, Мәскәү], лётчик, полковник (1983). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1951). 1939 й. алып Ҡыҙыл Армияла. 1941 й. башлап...

КООПЕРАЦИЯ

КООПЕРАЦИЯ, физик шәхестәрҙең дөйөм иҡт. маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекле рәүештә ағза булыу нигеҙендә берләшеүе, пай түләүҙәрен бергә ҡушыу юлы м‑н булдырыла. Ойошма булараҡ рәсмиләштерелгән К. кооператив тип атала. Производство һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Производство кооперативы берлектә...

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ

КООПЕРАТИВ ТЕХНИКУМ, 1930 й. Өфөлә СССР Центросоюзының Башҡортостан К.т. булараҡ сәнәғәт‑иҡт. курстары нигеҙендә асыла. Уҡытыу көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә коммерция (тармаҡтар б‑са), хоҡуҡ һәм соц. тәьминәтте ойоштороу, страховкалау эше (тармаҡтар б‑са), тауар өйрәнеү ғилеме һәм ҡулланыу...

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ

КОНЬКИҘА ШЫУЫУ СПОРТЫ, боҙҙа конькиҙа тиҙлеккә йүгереү. К.ш.с. күпбәйге, айырым аралыҡҡа һәм команда м‑н уҙышыу ярыштарын айырып йөрөтәләр. Башҡортостанда К.ш.с. 20 б. 30‑сы йй. үҫешә. 1937 й. БАССР‑ҙың йыйылма командаһы авт. респ. һәм РСФСР өлкәләренең Спартакиадаһында ҡатнаша. 40‑сы йй. уртаһында...

КОНЪЮНКТИВИТ

КОНЪЮНКТИВИТ (лат. conjunctiva — күҙҙең тиресәһе), күҙ ҡабағының һәм күҙ алмаһының лайлалы тиресәһе шешеүе. К. йоғошло [бактериаль (тыуҙырыусылар — стафилококктар, стрептококктар, пневмококктар, хламидиялар һ.б.), вируслы (адено‑, пикорнавирустар, герпес төркөмдәре), бәшмәк, паразитар], аллергик, аутоаллергик,...

КОНЦЕРТ

КОНЦЕРТ (лат. concerto — ярышам), 1) бер йәки бер нисә музыка ҡоралы һәм оркестр өсөн тәғәйенләнгән муз. әҫәр. К. классик өлгөләре өсөн бер музыка ҡоралының тасуирлау сараларын асыҡлау, уның виртуоз мөмкинлектәрен һәр яҡлап күрһәтеү, өс өлөшлө форма һ.б. хас. Оркестрһыҙ бер музыка ҡоралы, солисһыҙ оркестр,...

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, концентраттар, туҡлыҡлы матдәләре күп булған мал аҙыҡтары. К.м.а. мал аҙығы итеп ҡулланылған иген (иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо), тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡтар һәм концентрат ҡатнаш аҙыҡтар, иген һәм май биреүсе культураларҙы эшкәрткәндән һуң ҡалған...

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ

КОНТАКТЛЫ ИРЕТЕП ЙӘБЕШТЕРЕҮ, деталдәр араһындағы контакт урынын электр тогы бүлеп сығарған йылылыҡ м‑н ҡыҫҡа ваҡыт иреткәндән һуң ирегән металл зонаһын ҡыҫып, һыуынған саҡта иреп тоташҡан урында ядро барлыҡҡа килтереп, металдарҙы ныҡ итеп тоташтырыу. К.и.й. төрлө типтағы контакт машиналары м‑н йәбештерелә...

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ

КОНСТРУКЦИЯ МАТЕРИАЛДАРЫ, көс йөкләнештәрен ҡабул иткән конструкцияларҙың деталдәрен яһау өсөн ҡулланылған материалдар. Композицион материалдарға, металл (интерметаллидтар, металдар һәм иретмәләр), металл булмаған: органик (нигеҙенә тәбиғи һәм яһалма сығышлы углеводород берләшмәләре инә) һәм органик...

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ

КОНСТРУКТОРҘАР БЮРОҺЫ, ғилми-тикшеренеү һәм проект‑конструкторлыҡ эштәре башҡарыусы ғилми-техник ойошмалар. КБ-ның төп бурысы — ҡоролмалар, машиналар, аппараттар, приборҙар һ.б. етештереү һәм артабан файҙаланыу өсөн кәрәкле сығанаҡ мәғлүмәттәрҙе һыҙмалар, техник шарттар, ҡорамалды монтажлау, көйләү,...

КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ

КОНСТИТУЦИЯ СУДЫ, конституцион суд эштәрен алып барыу юлы м‑н үҙ аллы һәм бойондороҡһоҙ хөкөм эшмәкәрлеген башҡарыусы респ. суд власы органы. РФ һәм БР Конституцияларына, федераль закондарға, 1992 й. 27 окт. “Башҡортостан Республикаһының Конституция Суды тураһында” законына ярашлы эш итә. К.С. составында —...

КОНСТИТУЦИЯ

КОНСТИТУЦИЯ, йәмғиәт һәм дәүләт ҡоролошон, дәүләт власы органдарын ойоштороу тәртибен һәм принциптарын, граждандарҙың хоҡуҡтарын һәм бурыстарын билдәләгән төп закон. К. иң юғары юридик көскә эйә һәм ғәмәлдәге барлыҡ ҡануниәттең нигеҙе булып тора. Башҡортостандың милли-терр. автономияһын иғлан иткән...

КОНСТАНТИНОГРАДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОГРАДОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Константиноградовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 515 кеше; 1920 — 263; 1939 — 349; 1959 — 166; 1989 — 460; 2002 — 516; 2010 — 515 кеше. Урыҫтар, украиндар...

КОНСТАНТИНОВКА, Туймазы р-нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОВКА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 32 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Кендек й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1126 кеше; 1920 — 1045; 1939 — 883; 1959 — 847; 1989 — 203; 2002 — 165; 2010 — 140 кеше....

КОНСТАНТИНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

КОНСТАНТИНОВКА, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Николаевка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 5 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. Көнб. табан 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 1032 кеше; 1959 — 1203; 1989 — 1446; 2002 — 1767; 2010 — 1691 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

КОНСОНАНТИЗМ

КОНСОНАНТИЗМ (лат. consonans — тартынҡы өн), телдәге, диалекттағы, һөйләштәге тартынҡы фонемалар системаһы. Хәҙ. башҡорт телендә 29 тартынҡы өн бар: [б], [в], [г], [ғ], [д], [ҙ], [ж], [з], [й], [к], [ҡ], [л], [м], [н], [ң], [п], [р], [с], [ҫ], [т], [ү], [ф], [х], [һ], [ц], [ч], [ш], [щ], [’]; шуларҙың...

КОНОНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

КОНОНОВКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Октябрьский а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Стәрле й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 84; 1989 — 256; 2002 — 298; 2010 — 291 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға Стәрлетамаҡ кантонында 20 б....