Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АЛСЫНБАЕВ Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы

АЛСЫНБАЕВ Мәхәмәт Мәхәмәтулла улы (8.3.1949, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Ҡыҙылъяр а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (2003), проф. (2007). РФ‑тың атҡ. һаулыҡ һаҡлау хеҙм‑ре (1999), БР‑ҙың атҡ. табибы (1995). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) “Глуховская” шифаханаһының бүлек мөдире, 1981 й. алып Благовещен үҙәк район...

АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы

АЛСЫНБАЕВ Маҙһар Ситдыҡ улы (1.11.1937, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а. — 17.9.2010, Өфө, тыуған ауылында ерләнгән), тренер. Биатлон б‑са Рәсәйҙең атҡ. тренеры (1996), саңғы ярышы һәм биатлон (1963), велосипед спорты (1964) б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры. БАССР‑ҙың атҡ. физик культура хеҙм‑ре (1990)....

АЛПАУЫТТАР

АЛПАУЫТТАР, Рәсәйҙә 15 б. аҙ. — 20 б. башында төп килемде ер бүлемен файҙаланыуҙан алған дворян‑ер биләүселәр. А. барлыҡҡа килеүе поместье системаһы (хеҙмәтле кешеләрҙең дәүләт хеҙмәте үтәгән өсөн бөйөк кенәздән ер алыуы) төҙөлөүгә бәйле. Башҡортостанда А. 16 б. аҙ. барлыҡҡа килә. Дәүләт баяр балаларына,...

АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ

АЛПАУЫТ КРӘҪТИӘНДӘРЕ, Рәсәйҙә алпауыттарға милек хоҡуғында буйһонған крепостной крәҫтиәндәр. Крәҫтиәндәр категорияһы булараҡ 16 б. аҙ., крепостной хоҡуҡ урынлашҡандан һуң барлыҡҡа килә, Крәҫтиән реформаһына тиклем була. А.к. алпауыт ерҙәрендә йәшәгән, үҙҙәренә бүлеп бирелгән ер бүлемдәрен файҙаланған....

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр

АЛПАМЫША, башҡорт мифологияһында батыр. “Алпамыша менән Барсынһылыу” эпосының һәм “Алып батыр”, “Алпамыша батыр” һ.б. әкиәттәрҙең үҙәк персонажы. Олоғайған ата-әсәнән тыуа; ай үҫәһен көн үҫә; ғәйәт оҙон буйлы, көслө, һылыу була. Башҡорт риүәйәттәре б‑са, А. урман буйлап үлән өҫтөнән йөрөгән кеүек йөрөй,...

АЛПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай

АЛПАЙ, Шаран р‑нындағы ауыл, Ерекле а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 26 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Сармышйылға й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 640 кеше; 1920 — 685; 1939 — 592; 1959 — 285; 1989 — 175; 2002 — 122; 2010 — 103 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА, һөрөнтө ерҙең бер үк урынында бер төр үҫемлектәрҙе туҡтауһыҙ оҙаҡ үҫтереү. А.к. ваҡытында тупраҡтың структураһы боҙола, серетмә миҡдары кәмей, тупраҡ ашлама элементтарының береһенә ярлылана, специфик ҡоротҡостар, ауырыу тыуҙырыусылар, ҡый үләндәре артыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә а.х. культураларының...

АЛМАШ

АЛМАШ, үҙ аллы һүҙ төркөмө, телмәрҙә исем, сифат, һан, рәүеште алмаштырып, мәғәнәләрен дөйөмләштереп килә. Хәҙ. башҡорт телендә А., белдергән мәғәнәләренә ҡарап, түбәндәге төркөмсәләргә бүленә: 1) зат (өҫтәлмә һан мәғәнәһенә эйә): “мин”, “һин”, “ул” — берлектә; “беҙ”, “һеҙ”, “улар” — күплектә; 2) күрһәтеү:...

АЛМАС, минерал

АЛМАС, минерал, углеродтың куб формаһындағы кристаллы модификацияһы, C. Кристалдары октаэдр, тетраэдр, куб формаһында. Төҫһөҙ йәки төрлө кимәлдә һары, алһыу, йәшел, зәңгәр, күк, аҡ һәм һоро (ҡараға тиклем) төҫтәргә буялған. Үтә күренеүсән, ярым үтә күренеүсәнлеге йәки үтә күренмәүсән булыуы графит һәм...

АЛМАЛЫҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай

АЛМАЛЫҠ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Боҙаяҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 32 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. К.‑Көнб. табан 44 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 58 кеше; 1959 — 145; 1989 — 198; 2002 — 250; 2010 — 236 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 20 б....

АЛМАЛЫ, Ҡарасәй, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай

АЛМАЛЫ, Ҡарасәй, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 45 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта Ҡарасәй й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 218 кеше; 1959 — 236; 1989 — 137; 2002 — 102; 2010 — 73 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 1930 й....

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич

АЛМАЗОВ Владимир Андреевич (27.5.1931, Тверь өлкәһе Русанов а. — 3.1.2001, Санкт‑Петербург ҡ.), кардиолог. Рәсәй медицина ФА академигы (1995), БР ФА-ның почётлы академигы (1991). Медицина фәндәре докторы (1967), профессор (1969). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1998). 1‑се Ленинград медицина институтын...

АЛМАЕВ Рафаил Хәтмулла улы

АЛМАЕВ Рафаил Хәтмулла улы (26.3.1946, Анжеро‑Судженск ҡ. — 6.5.2008, Өфө), инженер‑технолог. Техник ф. д‑ры (1994), проф. (2000). БР-ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләгән. 1977 й. алып (өҙөклөк м-н) Башҡ-н нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект ин‑тында: 1986—92...

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы

АЛМАЕВ Рауил Әсхәт улы (10.1.1938, Өфө), инженер-механик. Техник ф. канд. (1967), проф. (1993). РФ‑тың почётлы юғары белем биреү хеҙм‑ре (2008), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1984). БАХИ‑ны тамамлаған (1959). 1966 й. алып шунда уҡ эшләй: 1979—85 йй. гидромелиорация һәм урман хужалығы ф‑ты деканы, 1995—96 йй....

АЛМАҒАС

АЛМАҒАС (Malus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25—30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Урта һәм Көнсығыш Азияла, Кавказда таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. 5—10 м бейеклектәге япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры тармаҡлы, олоно аҡһыл һоро йәки көлһыу ҡайырлы. Бер...

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювий (ташылдыҡ) ултырмаларынан барлыҡҡа килгән тупраҡ төрө. Башҡортостанда аллювийҙың тупланыу процесына, кәҫ, глей һәм торф барлыҡҡа килеүенә ҡарап, йылға үҙәне буйында — аллювиаль кәҫле (ҡатламлы ябай, ҡатламлы йоҡа) һәм аллювиаль болон (ярмалы‑ҡатламлы);...

АЛЛОХТОН

АЛЛОХТОН (алло... һәм гр. chthón — ер), шарьяж, тектоник япма, наволок, напп, тәүге ятыш урынынан горизонталь йүнәлештә күскән тау тоҡомдары пластинаһы. Күсеү йыраҡлығы тиҫтәнән алып йөҙәрләгән км тиклем тирбәлә. Геологик төҙөлөшөнөң ҡатмарлылығы менән айырылып тора. Уралда А. барлығы тураһындағы фараздар...

АЛЛОПЛАНТ

АЛЛОПЛАНТ (алло... һәм лат. plantо — ултыртам), кеше һәм хайуандың коллагенлы туҡымаларынан алынған биотрансплантация материалы. Э.Р.Мулдашев етәкс. Күҙ һәм пластик хирургия үҙәгендә эшләнә, 1987 й. РСФСР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан клиник ҡулланыуға тәҡдим ителә. А. эшләү өсөн төп сеймал булып...

АЛЛО...

АЛЛО... (гр. allos — башҡа), ҡушма һүҙҙәрҙең “икенсе”, “башҡа” мәғәнәләрен аңлатҡан өлөшө (мәҫ., аллоплант, аллохтон). Тәрж. Р.М.Шәрипова  

АЛЛИЛХЛОРИД

АЛЛИЛХЛОРИД, ҡара: Хлорорганик берләшмәләр.