Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл

ТАТАР ҺАҪЫҠКҮЛЕ, Ғафури р‑нындағы ауыл, Аҡкүл а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 28 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Прорва й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 344 кеше; 1920 — 492; 1939 — 566; 1959 — 544; 1989 — 273; 2002 — 222; 2010 — 194 кеше. Татарҙар, башҡорттар...

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ

ТАТАР ФОЛЬКЛОРЫ. Башҡортостан Республикаһы татарҙары фольклоры эпик (әкият, легенда, риваять, сөйләк, мәзәк), лиро‑эпик (бәет), лирик (лирик җыр, мөнәҗәт, такмак), афористик (мәкаль, әйтем, табышмак) жанрҙарҙан, ш. уҡ туй һәм ваҡыт-миҙгел йола поэзияһы элементтарынан (сабан туе, каз өмәсе, карга боткасы,...

ТАТАР ҮРЕШЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

ТАТАР ҮРЕШЕ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үреш-Битулла а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К. табан 109 км алыҫлыҡта Үреш й. (Ҡариҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 355 кеше; 1920 — 860; 1939 — 911; 1959 — 598; 1989 — 319; 2002 — 269; 2010...

ТАТАР УРАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ТАТАР УРАҘЫ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т. табан 11 км алыҫлыҡта Ураҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 519 кеше; 1939 — 523; 1959 — 406; 1989 — 224; 2002 — 278; 2010 — 269 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Ауылға...

ТАТАР ТЕЛЕ

ТАТАР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең (ҡыпсаҡ төркөмө) береһе. Татарҙарҙың милли теле, Татарстандың дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Свердловск, Силәбе, Төмән, Ырымбур өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, Удмуртияла, Марий Эл Респ., Сыуашстанда, Коми Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, Урта Азия респ., Ҡаҙағстанда...

ТАТАР НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

ТАТАР НУҒАҘАҒЫ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Нуғаҙаҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 31 км һәм Төкөн т. юл ст. К. табан 24 км алыҫлыҡта Нуғаҙаҡкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 856 кеше; 1920 — 899; 1939 — 742; 1959 — 568; 1989 — 324; 2002 — 462; 2010 — 451 кеше. Татарҙар йәшәй...

ТАТАР МӘНӘҮЕЗЕ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТАТАР МӘНӘҮЕЗЕ, Илеш р‑нындағы ауыл, Баҙытамаҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 26 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 138 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 256 кеше; 1920 — 338; 1939 — 366; 1959 — 302; 1989 — 180; 2002 — 172; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Клуб, китапхана...

ТАТАР МАЛАЯҘЫ, Салауат р‑нындағы ауыл

ТАТАР МАЛАЯҘЫ, Салауат р‑нындағы ауыл, Малаяҙ а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т. 3 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Малаяҙ й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 815 кеше; 1920 — 961; 1959 — 692; 1989 — 478; 2002 — 602; 2010 — 586 кеше. Татарҙар,...

ТАТАР ҠОРО ИҘӘГЕ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл

ТАТАР ҠОРО ИҘӘГЕ, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Покровка а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 км һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 84 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 487 кеше; 1920 — 542; 1939 — 386; 1959 — 319; 1989 — 218; 2002 — 183; 2010 — 155 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп...

ТАТАР КӨМБӘҘЕ

ТАТАР КӨМБӘҘЕ, Көнсығыш Европа платформаһының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндәге кристалл нигеҙҙә айырылған ҙур ыңғай тектоник структура. Башлыса Татарстан терр‑яһында һәм БР‑ҙың көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ҡалҡыуҙың дөйөм контурҙары нигеҙ б‑са яҡынса билдәләнә; оҙонлоғо яҡынса 600 км, киңлеге 250 км. Нигеҙҙең...

ТАТАР ЙӘМӘҒӘТ ҮҘӘГЕ

ТАТАР ЙӘМӘҒӘТ ҮҘӘГЕ, БР‑ҙа йәшәгән татарҙарҙың мәҙәниәтен, телен, әҙәбиәтен һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың граждандар, сәйәси, соц.‑иҡт. һәм мәҙәни хоҡуҡтарын ғәмәлгә ашырыу өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. ойошторола. Бөтә татар йәмәғәт үҙәгенә (Ҡазан) ҡарай. Иң юғары органы...

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ №65. Өфөлә урынлашҡан. 1952 й. 15‑се урта мәктәп булараҡ асыла, 1956 й. алып 65‑се, 1960 й. — 65‑се тулы булмаған урта мәктәп, 1996 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Компьютер класы, 8 интерактив кабинеты, китапханаһы, ағас эше һәм тегеү оҫтаханалары, “Мираҫ” этнография музейы,...

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ

ТАТАР ГИМНАЗИЯҺЫ. 1995 й. Бәләбәй ҡ. художество-эстетика бүлеге м‑н татар гимназияһы булараҡ асыла, 1998 й. алып сәнғәт бүлеге булған татар гимназияһы. Сәнғәт бүлегендә аккордеон, баян, ҡурай, скрипка, фортепиано, еҙ тынлы һәм һуҡма инструменттар, һынлы сәнғәт, хореография кластары б‑са уҡытыу алып...

ТАТАР БҮЛЕГЕ

ТАТАР БҮЛЕГЕ, пермдең өҫкө (өсөнсө) бүлеге (1960—2006 йй. татар ярусы). Биармия бүлегендә ята, триастың аҫҡы бүлеге м‑н ҡаплана. С.Н.Никитин тарафынан ярус рангыһында айырып күрһәтелә (1887). Стратотибы булған өлкәлә сыбар карбонат ҡатламдары м‑н сиратлашҡан ҡыҙыл төҫлө ҡом‑балсыҡ ултырмаларынан тора....

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ

ТАТАР ӘҘӘБИӘТЕ башҡорт әҙәбиәте м‑н тығыҙ бәйләнештә үҫешә. Быға Башҡортостан м‑н Татарстандың терр. яҡынлығы ғына түгел, ә башҡ. һәм татар халыҡтарының уртаҡ тарихи яҙмышы, башҡорт теле м‑н татар теленең оҡшашлығы булышлыҡ итә. Хәҙ. башҡ. һәм татар телдәре формалашҡанға тиклем башҡорттар һәм татарҙар...

ТАТ-КӨСӨК, Шаран р‑нындағы ауыл

ТАТ-КӨСӨК, К ө с ө к, Шаран р‑нындағы ауыл, Дүртөйлө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 13 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 27 км алыҫлыҡта Уҡыяҙ й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 341 кеше; 1920 — 297; 1939 — 286; 1959 — 139; 1989 — 63; 2002 — 105; 2010 — 100 кеше. Башҡорттар,...

ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл

ТАТ-БИКШЕК, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Яңы Килбаҡты а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 42 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Иҫәнбай й. (Гәрә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 258; 1959 — 219; 1989 — 109; 2002 — 104; 2010 — 73 кеше. Татарҙар йәшәй (2002)....

ТАҪТАР

ТАҪТАР (иран теленән дастор — сәллә, таҫтамал йәки баш кейеме), башҡорт ҡатын-ҡыҙының традицион баш кейеме (ҡара: Башҡорт кейеме). Асыҡ төҫтәге киндер йәки кизе-мамыҡ туҡыманан (күберәк ситсанан) теккәндәр. Оҙонлоғо 3 м еткән таҫтамал рәүешендәге Т. башҡа ике ҡат уратып, бер осон арҡаға, икенсеһен алға...

ТАҪМА ҠОРТТАР

ТАҪМА ҠОРТТАР, ц е с т о д а л а р (Cestoda), яҫы ҡорттар класы. 3 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Умыртҡалыларҙың аш һеңдереү юлы паразиттары. БР‑ҙа яҡынса 140 төрө табылған. Кәүҙәһе таҫма һымаҡ, оҙонлоғо 0,5 см алып (иргәйел цепене, эхинококк) 5 м, ҡайһы берҙә 10 м тиклем (һыйыр...

ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

 ТАҪҠАҠЛЫ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Туҙлыҡыуыш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 15 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 92 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 851 кеше; 1920 — 967; 1939 — 681; 1959 — 466; 1989 — 215; 2002 — 212; 2010 — 154 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ...