Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

РЫБАЛКО Павел Семёнович

РЫБАЛКО Павел Семёнович (23.10. 1894, Харьков губ. Кесе Истороп а. — 28.8.1948, Мәскәү), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Геройы (1943, 1945). Бронетанк ғәскәрҙәре маршалы (1945). Беренсе донъя, Граждандар, 1920 й. совет-поляк һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. РККА Хәрби акад. тамамлаған...

РЫБАЛКО Игорь Валерьевич

РЫБАЛКО Игорь Валерьевич (5.12. 1975, Новосибирск ҡ.), спортсы. Велосипед спорты б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1995). “Ағиҙел” олимпия әҙерлеге үҙәге тәрбиәләнеүсеһе (Өфө; тренерҙары Р.Н.Латипов, А.Н.Служаев). Рәсәй (1994) һәм Рәсәй Ҡораллы көстәре чемп. (1993). Үҫмер спортсылар араһында...

РЫБАЛКО Иван Игнатьевич

РЫБАЛКО Иван Игнатьевич (25.5. 1925, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Надеждино а. — 26.4.2000, Өфө ҡ.), полковник. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Кесе лейтенант курстарын тамамлаған (1944). Башҡортостан дәүләт геология идаралығының Көйөргәҙе геология-разведка партияһында, 3‑сө...

РЫБАКОВ Юрий Викторович

РЫБАКОВ Юрий Викторович (26.8. 1940, Иваново ҡ. — 12.10.2002, Белорет ҡ.), режиссёр. РСФСР‑ҙың (1986) һәм БАССР‑ҙың (1975) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Иваново химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: мастер, 1968—2002 йй. “Досуг” пр‑тиеһы (ҡара: Өфө ҡала мәҙәниәт...

РЫБАКОВ Сергей Гаврилович

РЫБАКОВ Сергей Гаврилович (27.9.1867, Һамар ҡ. — 28.12.1921, Ригала ерләнгән), этнограф, фольклорсы. П.Г.Рыбаковтың ағаһы. Ырымбур губ. ғилми архив комиссияһы (1898; ҡара: Архив комиссиялары), Рус география йәмғиәте (1893—1901) ағзаһы. Историография, музыкаль этнография, тыуған яҡты өйрәнеү, фольклористика...

РЫБАКОВ Пётр Гаврилович

РЫБАКОВ Пётр Гаврилович (1871, Һамар ҡ. — Петроград, 1918), яҙыусы. Өфө ир балалар гимназияһын тамамлаған (1893). 1894 й. ағаһы С.Г.Рыбаков м‑н Башҡортостандың көньяҡ-көнсығышы буйлап йөрөп сыға, башҡорттарҙың йәшәү рәүешен өйрәнә. Экспедиция ваҡытында тупланған материал “Төн” (“Ночь”; 1895) хикәйәһендә,...

РЫБАКОВ Михаил Иванович

РЫБАКОВ Михаил Иванович (1856—?), Ырымбур губернаһынан 1‑се Дәүләт думаһы (1906) депутаты. Силәбе өйәҙе крәҫтиәндәренән. Думала хеҙмәтсәндәр фракцияһы ағзаһы. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Д.А.Сафонов Тәрж. М.Х.Хужин...

РЫБАК Натан Самойлович

РЫБАК Натан Самойлович (21.12. 1912, Киев губ. Ивановка а. — 11.9.1978, Киев), яҙыусы. “Пушка көбәктәре көнсығышҡа ҡарай” (“Пушки жерлами на восток”; 1934), “Оноре де Бальзактың хатаһы” (“Ошибка Оноре де Бальзака”; 1940), “Переяслав радаһы” (“Переяславская рада”; 1—2‑се китаптар, 1948—53), “Мундирһыҙ...

РУЧЬЁВ Николай Яковлевич

РУЧЬЁВ Николай Яковлевич (5.4. 1943, Ҡаҙаҡ ССР-ы Алексеевка ҡсб.), радиоинженер. Томск радиоэлектроника һәм электрон техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1966) “Прогресс” Башҡ-н ПБ‑нда эшләй: 1972 й. алып бүлек нач. урынбаҫары; 1974 й. башлап бүлек нач., 1980 й. — баш инженер урынбаҫары, 1981 й. — “Рассвет”...

РУХТИН, Дыуан р‑нындағы ауыл

РУХТИН, И с ҡ а ҡ, Дыуан р‑нындағы ауыл, Рухтин а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 8 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Әнйәк й. (Әй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 458 кеше; 1920 — 1072; 1939 — 600; 1959 — 454; 1989 — 541; 2002 — 639; 2010 — 676...

РУХТИН Николай Владимирович

РУХТИН Николай Владимирович (26.12.1953, Өфө), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1981). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). “Зенит” ДСО‑һы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Г.В.Хрюкин), 1979—81 йй. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (тренеры В.А.Борман)....

РУТЧИН Алексей Иванович

РУТЧИНАлексей Иванович [6.12. 1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Иҫәнғол а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 7.10.1943, Украина ССР‑ы Куцеваловка а.], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1934—35 йй. Ейәнсура р‑нының В.В.Куйбышев ис. к‑зында малсылыҡ фермаһы мөдире, 1935—41 йй. Каттакурган һыу...

РУТТЕР Валерий Дмитриевич

РУТТЕР Валерий Дмитриевич (21.1. 1924, Харьков ҡ. — 25.9.2010, Лейпциг ҡ.), дирижёр. БАССР‑ҙың (1969), Ҡаҙаҡ ССР‑ының (1978) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград консерваторияһын (1948, хәрби дирижёрлыҡ, И.М.Альтерман класы; 1959, музыка ғилеме, А.Н.Должанский класы, опера-симфоник дирижёрлыҡ бүлектәре,...

РУТМАН Григорий Иосифович

РУТМАН Григорий Иосифович (22.2. 1929, Белорус ССР‑ы Стрешино а. — 21.6.2001, Стәрлетамаҡ ҡ.), химик‑технолог. Техник ф. д‑ры (1983), проф. (1987). БАССР‑ҙың атҡ. химигы (1989), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1976). Днепропетровск химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 18‑се комб‑тта эшләй (Салауат...

РУССКИХ Николай Андреевич

РУССКИХ Николай Андреевич (14.4.1920, Өфө — 16.5.1979, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1977). Рәссамдар союзы ағзаһы (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Башҡ. театр‑художество уч‑щеһын тамамлаған (1937; педагогтары А.Э.Тюлькин, И.И.Урядов). Р. ижады жанрҙары б‑са төрлө. Рәсемдәренә аныҡ силуэт,...

Русский театр драмы

Русский театр драмы, см. Русский драматический театр

РУСИНОВ Самуил Гецелевич

РУСИНОВ Самуил Гецелевич (7.9. 1914, Борисов ҡ. — 30.12.2004, Өфө), йырсы (тенор). БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1955). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1942). Минск консерваторияһында уҡыған (1937—38). 1936 й. алып Белоруссия хәрби округының Ҡыҙылармеецтар йыр һәм бейеү ансамбле, 1938—41 йй. Белоруссия радиокомитеты,...

РУСАК Анатолий Михайлович

РУСАК Анатолий Михайлович (21.4. 1941, Мәскәү — 30.12.2005, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1998), проф. (1991). БР-ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1992). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1965 й. тиклем лаб. мөдире, 1977 й. алып ғәмәли гидромеханика каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

РУС-ЯПОН ҺУҒЫШЫ (1904—05)

РУС-ЯПОН ҺУҒЫШЫ (1904—05), Ҡытайҙың төньяҡ-көнсығышында һәм Кореяла йоғонто яһау даирәләрен бүлешеү өсөн алып барылған. Ҡоро ер ғәскәрҙәре Камчатка, Квантун ярымутрауҙарында, Сахалин утрауында, Маньчжурияла һәм Төньяҡ Кореяла, флот Һары, Япон диңгеҙҙәрендә, Корея һәм Цусима боғаҙҙарында һуғышҡан. Алыҫ...

РУС-ШВЕД ҺУҒЫШЫ (1788—90)

РУС-ШВЕД ҺУҒЫШЫ (1788—90), Швецияның 1700—21 йй. һәм 1741—43 йй. һуғыштарҙа юғалтҡан биләмәләрен ҡайтарып алырға ынтылыуы арҡаһында тоҡанған. Флоттың хәрби хәрәкәттәре башлыса Балтик диңгеҙендә, ҡоро ер ғәскәрҙәренеке Финляндия терр‑яһында барған. Рус армияһы составына 1—4‑се башҡ. һәм 1‑се мишәр атлы...