Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы

ЗӨБӘЙҘУЛЛИН Айҙар Хизбулла улы (9.2.1963, Өфө ҡ.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡаҙанған (1993) артисы. Адыгея Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2019). Х.Ғ.Зөбәйҙуллиндың улы. Мәскәү мәҙәниәт институтын (1984; педагогы —  И.В.Смирнов), Рәсәй театр сәнғәте академияһын (1998; педагогы...

ЗОТОВ Виктор Никифорович

ЗОТОВ Виктор Никифорович [29.5.1925, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Баҡалы а. (БР‑ҙың Баҡалы районы) — 16.7.1996, Өфө ҡ.], миномётсы, гвардия майоры (1953). Дан орденының тулы кавалеры. БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Иваново хәрби‑сәйәси училищеһын (1947), БДУ‑ны...

ЗОСИМА II

ЗОСИМА II (донъяуи исеме Озерова Елена Георгиевна; 1879, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Богоявленск заводы а., хәҙ. БР‑ҙың Ғафури р‑ны Красноусол а., — 15.5.1968, Өфө), дин әһеле, игуменья (1920). Монахлыҡ ҡабул иткән (1912). Благовещение ҡатын‑ҡыҙҙар монастыры эргәһендәге мәктәпте тамамлаған (1899); 1920 й....

ЗОРОАСТРИЗМ

ЗОРОАСТРИЗМ, боронғо заманда һәм иртә Урта быуатта Урта Азияла, Яҡын һәм Урта Көнсығыштың Иран, Афғанстан, Әзербайжан һ.б. илдәрендә таралған дин. Һиндостандағы парстарҙа һәм Ирандағы гебрҙарҙа һаҡланған. Дингә нигеҙ һалыусы — Зороастр (Заратуштра) пәйғәмбәр. Изге китабы — Авеста. З. тәғлимәте б‑са,...

ЗОРИН Сергей Петрович

ЗОРИН Сергей Петрович (21.9.1889, Стәрлетамаҡ ҡ. — 20.10.1965, Өфө), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1943), проф. (1944). Томск технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1921) Стәрлетамаҡ кантон башҡарма ком‑тында эшләй. 1929 й. алып Өфөлә: БАССР Эске эштәр ХК‑ның Шоссе һәм түшәлмәгән юлдар һәм автомобиль...

ЗОРИН Сергей Иванович

ЗОРИН Сергей Иванович (11.9.1911, Өфө губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе Крюковский а. — 6.2.1954, Өфө ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1945). 1939—40 йй. совет-финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1936—39 йй. һәм 1940—41 йй. Өфө трамвай депоһында эшләй. 1933—35 йй., 1939—40 йй. һәм 1942 й. алып Ҡыҙыл...

ЗОРИН Владимир Викторович

ЗОРИН Владимир Викторович (26.1.1953, Өфө), химик‑органик. БР ФА-ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1984), проф. (1987). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2003). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1975) шунда уҡ эшләй (1987 й. алып биохимия һәм микробиология...

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович

ЗОРИКТУЕВ Вячеслав Цыденович (5.9.1939, Бүрәт‑Монгол АССР‑ының Цакир а.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1992), РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1963) шунда уҡ эшләй: 1976—78 йй. һәм 1982 й....

ЗООЦИДТАР

ЗООЦИДТАР (зоо... һәм лат. сaedo — үлтерәм, итәм), зарарлы умыртҡалы хайуандарҙы юҡ итеү өсөн ҡулланылған пестицидтар төркөмөнә ҡараған химик препараттар. Кимереүселәргә, башлыса ҡомаҡтарға (ратицидтар) ҡаршы ҡулланылған родентицидтар, ҡоштарға ҡаршы — авицидтар, балыҡтарға ҡаршы ҡулланылған ихтиоцидтар...

ЗООТЕХНИЯ

ЗООТЕХНИЯ (зоо... һәм гр. téchnе — сәнғәт, оҫталыҡ), а.х. малдарын үрсетеү, ашатыу, аҫрау һәм файҙаланыу т‑дағы фән; малсылыҡтың теоретик нигеҙе. Дөйөм (ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, ауыл хужалығы малдарын ашатыу, малдарҙы аҫрау бүлектәренән тора) һәм айырым (ҡара: Йылҡысылыҡ, Һарыҡсылыҡ, Ҡошсолоҡ,...

ЗООНОЗДАР

ЗООНОЗДАР (зоо... һәм гр. nosos — ауырыу), хайуандарҙың инфекцион һәм паразитар ауырыуҙары. Кешегә хайуандарҙан йоғоуы мөмкин булған ауырыуҙар ҙа З. тип атала. Башҡортостанда З. араһында ҡотороу ауырыуы, описторхоз, токсоплазмоз, трихинеллёз, түләмә һ.б. кеше өсөн иң хәүефлеһе һанала. З. б‑са фәнни...

ЗООЛОГИЯ МУЗЕЙҘАРЫ

ЗООЛОГИЯ МУЗЕЙҘАРЫ, зоол. объекттарҙы комплектлау, һаҡлау һәм өйрәнеүҙе тормошҡа ашырған ғилми‑тикшеренеү һәм ғилми‑ағартыу учреждениелары. З.м. коллекциялары ғилми фондтарҙан һәм күргәҙмәгә ҡуйылған материалдарҙан тора. БДУ‑ның уҡытыу‑ғилми З.м. 1958 й. ойошторолған. Музей фондтарында 8,4 меңдән ашыу...

ЗООЛОГИЯ

ЗООЛОГИЯ (зоо... һәм ...логия), хайуандар т‑дағы фән, хайуандар донъяһының төрлөлөгөн, уларҙың төҙөлөшөн һәм йәшәү рәүешен, таралыуын, тирә‑яҡ мөхит м‑н бәйләнешен, индивидуаль һәм тарихи үҫешенең законлыҡтарын өйрәнә. Хайуандар систематикаһы төрҙәрҙең күплеген тасуирлай, уларҙы оҡшашлыҡ һәм айырмалыҡ...

ЗООГИГИЕНА

ЗООГИГИЕНА (зоо... һәм гигиена), хайуандар гигиенаһы, хайуан организмының тышҡы мөхит м‑н үҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән һәм а.х. малын рациональ аҫрау шарттарын билдәләгән фән. З. төп бурыстары: хайуандарҙың һаулығын һаҡлау, уларҙың продуктлылығын күтәреү, ш. уҡ тирә‑яҡ мөхитте малсылыҡ биналарының ағынты...

ЗОО...

ЗОО... (гр. zṓоn — хайуан, тере йән эйәһе), ҡушма һүҙҙәрҙең хайуандар донъяһына мөнәсәбәтте белдергән өлөшө (мәҫ., зоогигиена, зоотехния, зооцидтар). Тәрж. Р.Ә. Сиражитдинов

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич

ЗОЛОТУХИН Михаил Георгиевич (4.5.1952, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Мораҡ а.), химик‑технолог. Химия ф. д‑ры (1997). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин‑тында: 1986 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1992 й. — төркөм етәксеһе. 1999 й. башлап сит илдә эшләй. Фәнни хеҙмәттәре йылылыҡҡа, химик тәьҫиргә...

ЗОЛОТОНОШКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл

ЗОЛОТОНОШКА, Стәрлетамаҡ р‑нындағы ауыл, Түрешле а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 278 кеше; 1920 — 424; 1939 — 363; 1959 — 984; 1989 — 613; 2002 — 623; 2010 — 563 кеше. Украиндар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ...

ЗОЛОЕВА Галина Михайловна

ЗОЛОЕВА Галина Михайловна (13.10.1941, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Йәрмәкәй а.), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1994), проф. (1996). Почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2005). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) “Гипровостокнефть” ин‑тында (Куйбышев...

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович

ЗОЛОЕВ Татаркан Магометович (17.11.1905, Терек өлкәһе Волын-Магометан а. — 15.7.1985, Мәскәү ҡ.), нефтсе‑геолог. Геология‑минералогия фәндәре кандидаты (1962). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1957), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1975). 1942—63 йй. “Туймазынефть” нефть промыслаһы идаралығының...

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич

ЗНАМЕНСКИЙ Сергей Евгеньевич (30.8.1957, Лебедянь ҡ.), геолог. Геология‑минералогия фәндәре докторы (2008). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Геология институтында эшләй: 1989 й. алып өлкән, 2008 й. — төп ғилми хеҙмәткәр. Фәнни эшмәкәрлеге алтын мәғдәне ятҡылыҡтарының һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының...