Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, БР‑ҙың Әбйәлил районы Рәхмәт а. — 3.10.2023, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДПИ‑ны тамамлағандан...

ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улы

ХӘЗИЕВ Фәнғәт Хаммат улы (27.4.1936, БАССР‑ҙың Балтас районы Яланғас а.), тупраҡ белгесе, агрохимик, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), биология фәндәре докторы (1983), профессор (1989). РФ‑тың (1997) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Ҡазан университетын тамамлаған (1960). 1963 й....

ХАРРАСОВ Мөхәмәт Хәҙис улы

ХАРРАСОВ Мөхәмәт Хәҙис улы (18.9.1948, БАССР‑ҙың Белорет районы Урта Сермән а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Сермән а.), физик‑теоретик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), Чечен Республикаһы ФА‑ның почётлы академигы (2008), физика‑математика фәндәре докторы (1995), профессор (1996). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың...

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы

РАЯНОВ Фәнис Мансур улы (12.12.1938, БАССР‑ҙың Баҡалы р‑ны Туҡтағол а.), хоҡуҡ белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), юридик ф. д‑ры (1982), проф. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). Свердловск юридик ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Нуриман...

ПАНОВ Александр Константинович

ПАНОВ Александр Константинович (1.5.1940, Чкалов өлк. Григорьевка утары — 28.1.2015, Стәрлетамаҡ ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991). Техник ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1990). С.М.Киров ис. Ҡазан химик технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) “Авангард”...

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич

ОДИНОКОВ Виктор Николаевич (22.12.1937, Клин ҡ.), химик‑органик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), химия ф. д‑ры___(1981), проф. (1984). РФ‑тың (1998), БАССР‑ҙың (1987) атҡ. фән эшмәкәре. Мәскәү химия‑технология ин‑тын тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Себер бүлегенең Органик химия ин‑тында (Новосибирск...

НУҒАЕВ Рәйес Йәнфүр улы

НУҒАЕВ Рәйес Йәнфур улы (15.5.1931, Өфө) тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1989), проф. (1992). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1976),  СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1991), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1991). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1954) “Туймазанефть” тресында (Октябрьский ҡ.)...

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич

НОВОКШЕНОВ Виктор Юрьевич (9.10.1951, Свердловск ҡ.), математик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2001), физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1996). Урал дәүләт ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1974) Математика ин‑тында эшләй: 1981 й. алып өлкән, 1988 й. – төп, 1994 й. башлап hәм 2014 й. – баш ғилми...

МУХИН Виктор Сергеевич

МУХИН Виктор Сергеевич (16.2. 1938, Рыбинск ҡ.), инженер‑механик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2002), техник ф. д‑ры (1975), проф. (1978). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1979). ӨАИ‑ны тамамлаған (1962). 1956 й. алып Өфө моторҙар эшләү з‑дында эшләй, 1968 й....

МӨХӘМӘТЙӘРОВ Альфред Муллағәли улы

МӨХӘМӘТЙӘРОВ Альфред Муллағәли улы (23.1.1935, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), иҡтисадсы. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), иҡт. ф. д‑ры (1984), проф. (1986). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1957) Өфөлә 100‑сө почта йәшниге конструкторы булып эшләй, 1962—63 йй. ӨПЭЗ...

МОЗЖЕРИН Василий Иванович

МОЗЖЕРИН Василий Иванович (12.7.1926, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ишембәт а. — 20.4.2008, Өфө), ветеринар врач. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), ветеринария ф. д‑ры һәм проф. (1976). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976), СССР‑ҙың социалистик а.х. отличнигы (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған...

МИРКИН Борис Михайлович

МИРКИН Борис Михайлович (16.7.1937, Өфө — 9.8.2017, шунда уҡ), фитоценолог, агроэколог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), биол. ф. д‑ры (1975), проф. (1976). РФ‑тың (1994), БАССР‑ҙың (1976) атҡ. фән эшмәкәре. Ҡазан ун‑тын тамамлағандан һуң (1959) БНИИСХ‑ла эшләй. 1960—61 йй. һәм 1963 й. алып БДУ‑ла (1982—86 йй....

МӘҮЛИТОВ Миҙхәт Рәхмәтулла улы

МӘҮЛИТОВ Миҙхәт Рәхмәтулла улы [16.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Шланлыкүл а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) — 8.12.2000, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), техник ф. д‑ры (1973), проф. (1974). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1988), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1973), СССР‑ҙың нефть...

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы

МӘСӘҒҮТОВ Рим Хәким улы (20.8.1946, БАССР‑ҙың Дүртөйлө районы Исмаил а.), тау инженеры‑геолог. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), геология‑минералогия фәндәре докторы (2006), профессор (2008). РФ‑тың (2017) һәм БР‑ҙың (2000) атҡаҙанған геологы, Рәсәйҙең почётлы таусыһы (2011), ятҡылыҡты беренсе асыусы...

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич

МАЙСТРЕНКО Валерий Николаевич (8.9.1947, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Новиковка а. — 17.5.2023, Өфө ҡ., БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы районы Бекетов а. ерләнгән), химик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2006), химия фәндәре докторы (1990), профессор (1992). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1970),...

МАЗУНОВ Виктор Александрович

МАЗУНОВ Виктор Александрович (4.5.1942, Омск өлк. Исилкүл стан‑ цияһы ҡсб — 4.3.2011, Өфө), физик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), физика‑матем. ф. д‑ры (1992), проф. (2002). БДУ‑ны тамамлаған (1965). 1966 й. алып РФА Өфө ФҮ‑лә эшләй: 1978 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1985 й. — Физика һәм матем. бүлеге...

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы

ЛЯПИНА Нәфисә Кәбир ҡыҙы (15.12.1933, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Сахай а.), нефтехимик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1995), химия ф. д‑ры (1983), проф. (1986). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1976). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1955) Яңы Өфө НЭЗ‑ында эшләй. 1956 й. алып СССР ФА БФ‑тың Химия бүлегендә, 1961 й....

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сәфиулла улы

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сафиулла улы (22.11.1946, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), әҙәбиәт белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ...

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы

ҠАҺАРМАНОВ Нурулла Фәрит улы [10.2.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Ыҫлаҡ а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 9.10.1996, Өфө], тау инженеры. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), техник ф. д‑ры (1984), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1978), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), РФ‑тың Яғыулыҡ һәм энергетика...

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы

КҮСЕМОВ Салауат Таһир улы (8.3.1942, Кировабад ҡ.), инженер‑электрик. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1998), техник ф. канд. (1971), проф. (1991). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре, БР‑ҙың мәғариф отличнигы (бөтәһе лә — 2002). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Т.Т.Күсемовтың...