Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АМВРОСИЙ I (Келембет Андрей Петрович)

АМВРОСИЙ I (донъяуи исеме Келембет Андрей Петрович; 1750 й. тирәһе, Полтава губ. Чернухи а. — 4.7.1825, Полтава губ. Мгарь Спас Преображение монастыры), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө беренсе епискобы (1799—1806). Архиепископ (1806), архимандрит (1793). Монахлыҡ ҡабул иткән (1777). Киев‑Могилян дини академияһын...

АМБРОЗИЯ

АМБРОЗИЯ (Ambrosia), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған, ҡайһы бер төрҙәре башҡа ҡитғаларҙа ла бар. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: күп йыллыҡ А., әрем япраҡлы А., өс бүлкәтле амброзия. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы төҙ, тармаҡлы,...

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ, һаҡлау осоронда иген һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ‑түлеккә зыян килтереүсе, юҡҡа сығарыусы хайуандар төркөмө. А.ҡ. уларҙың ауырлығын кәметә (йыллыҡ юғалтыу 10—15%), бысрата, был, үҙ сиратында, орлоҡтоң сығышын кәметә, аҙыҡ‑түлек сифатын түбәнәйтә. А.ҡ. күпселеге инфекцион ауырыуҙарҙы...

АМАРАНТ, бесәй тарыһы

АМАРАНТ, бесәй тарыһы (Amaranthus), амарант һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 60 төрө билдәле, тропик, субтропик һәм уртаса бүлкәттәрҙә таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә: аҡ А., алама А., жминда А., күкһел көрән А., ҡаймалы А. Бер йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабағы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк йәйенке,...

АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы

  АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы [23.2.1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны) — 10.7.1938], яҙыусы, филолог. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ленинград филос. һәм лингв. ин‑тын тамамлаған (1931). 1921 й. алып РЛКСМ‑дың...

АМАНТАЕВА Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы

АМАНТАЕВА Фәниә Ғәлимйән ҡыҙы (26.1.1961 БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡабаҡ а.), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ артисы (1997), БАССР‑ҙың атҡ. артисы (1989). 1981—2003 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. А. ижады сағыу драматик һәләт, хәрәкәттәр экспрессивлығы, бейеү техникаһының шымалығы...

АМАНТАЕВ Рафаэль Альберт улы

АМАНТАЕВ Рафаэль Альберт улы (19.10.1962, Өфө), бейеүсе. БР‑ҙың халыҡ (1997) һәм атҡ. (1995) артисы. Ғ.Амантайҙың ейәне. 1980—2003 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы. Үҙенсәлекле бейеүсе. А. башҡарыу виртуозлығы (“Арагон хотаһы” — “Арагонская хота”, “Бесәнселәр”, “Гопак”) сағыу...

АМАНТАЕВ Ғәббәс Ямалетдин улы

АМАНТАЕВ Ғәббәс Ямалетдин улы, Табулдин Ғ.Я. [1888, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцкий р‑ны) — ?], Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Ырымбур художество уч‑щеһын тамамлаған. 1917 й. тиклем Турғай өлк. уҡытыусы булып эшләй. 1919 й. июленән Туҡ-Соран кантон башҡарма...

АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы

АМАНГИЛДИНА Римма Зәйнетдин ҡыҙы (1.4.1972, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Хәлил а.), йырсы. БР‑ҙың халыҡ (2012) һәм атҡ. (2006) артисы. Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1993; Ф.Ф.Сәғитова класы), ӨДСА‑ны (2005) тамамлаған. 1993 й. алып Башҡ. филармонияһының эстрада артист‑вокалисы. Йырсының вокаль сәнғәте нәфислек, матур...

АМАНГИЛДЕ, Тоҡомбәт, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

АМАНГИЛДЕ, Тоҡомбәт, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 25 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 77 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 336 кеше; 1920 — 228; 1939 — 479; 1959 — 420; 1989 — 571; 2002 — 835; 2010 — 651 кеше....

АМАНГИЛДЕ, Сансар, Учалы р‑нындағы ауыл

АМАНГИЛДЕ, Сансар, Учалы р‑нындағы ауыл, Амангилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 65 км һәм Уралтау т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 182 кеше; 1920 — 228; 1939 — 241; 1959 — 171; 1989 — 95; 2002 — 138; 2010 — 110 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға Ырымбур...

АМАНАТ

АМАНАТ (ғәр.), 1) килер быуындарға тапшырылған, улар ҡәҙерләп һаҡлаған һәм ихтирам иткән күрһәтмә, өгөт, васыят. 2) Килешеүҙе тәьмин итеү өсөн бирелгән кеше. Башҡорттарҙа аманатлыҡ институты Монгол империяһы заманынан билдәле (Р.Ғ.Кузеев, Ә.Н.Усманов һ.б. фекеренсә, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан...

АЛЯЕВ Иван Павлович

АЛЯЕВ Иван Павлович (5.1.1918, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Николаевка а., хәҙер БР‑ҙың Фёдоровка районы Иҫке Николаевка а., — 21.3.2000, Мәскәү ҡ.), инженер, полковник (1961). Советтар Союзы Геройы (1940). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышында һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Хәрби транспорт академияһын...

АЛЯБЬЕВ Александр Александрович

АЛЯБЬЕВ Александр Александрович (15.8.1787, Тубыл ҡ. — 6.3.1851, Мәскәү), композитор. 1812 й. Ватан һуғышында ҡатнашыусы. А. ижады классицизм осорона тиклемге урыҫ музыкаһы формалашыуының мөһим этабын тәшкил итә. Урыҫ вокаль лирикаһының танылған оҫтаһы, 150‑нән ашыу, ш. иҫ. А.С.Пушкин шиғырҙарына, романстар...

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ

АЛЮМИНОРГАНИК СИНТЕЗ, алюминорганик берләшмәләр һәм комплекслы алюмин гидридтары реакцияһы нигеҙендә органик һәм элементорганик матдәләр алыу. Шулай уҡ А.с. билдәле бер йүнәлештә барған алюминорганик берләшмәләрҙе синтезлауҙы ла аңлата. Башҡортостанда А.с. б‑са фундаменталь тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй....

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

АЛЮМИНОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, составында “алюмин—углерод” бәйләнеше һәм дөйөм химик формулаһы RnAlХ3‑n (n=1—3, R — органик радикал, Х — галоген, водород, RO, R2N йәки башҡа урын алмаштырыусылар) булған органик берләшмәләр. А.б. — реакцияға инеү һәләте һәм дымға, кислородҡа ҡарата һиҙгерлеге үтә көслө булған...

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ

АЛЮМИН ИРЕТМӘЛӘРЕ, баҡыр, магний, цинк, кремний, марганец, литий һ.б. легирлау элементтары ҡушылған алюмин нигеҙендәге иретмәләр. Эшкәртеү алымдарына ҡарап деформацияланыусан һәм ҡойоу А.и. айыралар. 20 б. 60—90‑сы йй. Авиация техник университетында һәм махсуслаштырылған “Тантал” конструкторлыҡ-технологик...

АЛЬШЕЕВСКИЙ, ҡандала үләне сорты

АЛЬШЕЕВСКИЙ, һары ҡандала үләне сорты. 20 б. 50‑се йй. Н.С.Соломатин (БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Антонов ис. к‑з) тарафынан ҡырағай ҡандала үләненең урындағы популяцияһынан киң һайлап алыу ысулы м‑н сығарылған. Һабағының бейеклеге 2 м тиклем, төҙ, ныҡ тармаҡлы. Япрағы ҡатмарлы, өсәрле, япраҡсалары эллипс...

АЛЬТАИР, йондоҙ

АЛЬТАИР, Ҡарағош α‑һы, аҡ йондоҙ. Визуаль йондоҙ дәүмәле 0m,77. Радиусы б‑са Ҡояштан яҡынса 2 тапҡырға ҙурыраҡ һәм 10 тапҡырға күберәк яҡтылыҡ сәсә. Ерҙән яҡынса 16 яҡтылыҡ йылы алыҫлығында урынлашҡан. Экваториаль йондоҙлоҡҡа ҡарай. БР терр‑яһында ҡалҡыусы һәм байыусы яҡтыртҡыс. Авг., төн уртаһында...

АЛЬПИНИЗМ

АЛЬПИНИЗМ, спорт төрө, юлһыҙ тау түбәләренә менеү. Башҡортостанда 20 б. 50‑се йй. аҙағынан үҫешә. 1961 й. “Буревестник”, “Зенит”, “Спартак”, “Хеҙмәт” ДСО‑лары эргәһендә А.И.Аҡтуғанов, Н.А.Накеева, В.П.Поспелов етәкс. тәүге секциялар асыла. 1993 й. “Ирәмәл” альпинистар клубы (Өфө) ойошторола. 1964 й....