Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КОРТУНОВ Алексей Кириллович

КОРТУНОВ Алексей Кириллович (28.3.1907, Дон ғәскәре өлк. Новочеркасск ҡ. — 18.11.1973, Мәскәү), полковник (1943). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төньяҡ Кавказ һыу хужалығы һәм мелиорация ин‑тын (Новочеркасск, 1931), Борисово хәрби инженерҙар уч‑щеһы эргәһендәге командирҙар...

КОРТУЗА

КОРТУЗА (Cortusa), кәзә һаҡалы һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 500 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә һәм тауҙарҙың Альп бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда Маттиоли К. үҫә. Ҡыҫҡа тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 15—30 см. Сәскә һабы япраҡһыҙ, уҡ рәүешендә. Япраҡтары...

КОРСУНСКИЙ Владимир Борисович

КОРСУНСКИЙ Владимир Борисович (1911 й. июне, Елисаветград ҡ. — ?), инженер‑технолог. И.М.Губкин ис. Мәскәү нефть ин‑тын тамамлаған (1937). 1928 й. алып Үҙәк район металлургия тресында, 1930—31 йй. Бөтә Рәсәй металлургия сәнәғәте берекмәһендә (икеһе лә — Мәскәү) эшләй. 1938—40 йй. И.В.Сталин ис. Батуми...

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР

КОРРОЗИЯҒА СЫҘАМЛЫ МАТЕРИАЛДАР, коррозиялаусы мөхит м‑н химик йәки электрохимик тәьҫир итешеү ваҡытында тарҡалыуға тотороҡло материалдар. К.с.м. сәнәғәттең бөтә тармаҡтарында һауала, окисланған һәм нейтраль мөхиттәрҙә сыҙамлы деталдәр, быуындар, аппараттар һәм конструкциялар яһау өсөн, футеровкалаусы...

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ

КОРРОЗИЯ ИНГИБИТОРҘАРЫ, төрлө окисландырыусылар тәьҫиренән металл атомдарының ион хәленә күсеүенең (был металдарҙың кристаллик рәшәткәһенең емерелеүенә килтерә) тиҙлеген кәметеүсе матдәләр. Шартлы рәүештә К.и. адсорбцияланыусыларға (металдарҙы коррозия ваҡытындағы электрод процестарының кинетикаһына...

КОРРОЗИЯ

КОРРОЗИЯ, металл изделиеларҙың һәм конструкция материалдарының өҫкө йөҙҙәрендә тирә‑яҡ мөхиттең компоненттары м‑н барған химик реакциялар арҡаһында үҙенән‑үҙе тарҡалыуы. Металдарҙың һәм иретмәләрҙең К. сәбәбе — уларҙың төрлө әүҙем коррозиялаусы мөхиттәрҙә термодинамик яҡтан тотороҡһоҙ булыуында. Процестың...

КОРРЕКЦИЯ ПЕДАГОГИКАҺЫ

КОРРЕКЦИЯ ПЕДАГОГИКАҺЫ, махсус  педагогика, педагогиканың психофизик үҫешендә төрлө кәмселектәре булған балаларҙы тәрбиәләү һәм уҡытыу проблемаларын өйрәнеүсе өлкәһе. К.п. бурыстары: үҫеш кәмселектәре булған балаларҙы асыҡлау; коррекциялауҙың оптималь юлдарын билдәләү, кәмселектәрен компенсациялау,...

КОРРЕКЦИЯ МӘКТӘПТӘРЕ

КОРРЕКЦИЯ МӘКТӘПТӘРЕ, психофизик үҫеше боҙолған балалар өсөн махсус белем биреү учреждениелары. Балаларҙың йәмғиәткә яраҡлаша алмауын иҫкәртеү, уларҙың сәләмәтлеге боҙолоуын һәм үҫешендәге тайпылыштарҙы төҙәтеү, мәктәпкә тиклемге үҫешендәге һәм мәктәптең тәүге осоронда уҡытыуҙағы етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү,...

КОРПАЧЁВ Андрей Геннадьевич

КОРПАЧЁВ Андрей Геннадьевич (7.6.1959, Өфө), спортсы. Радиоспорт б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1986), бөтә Союз категориялы судья (1990). Рәсәйҙең почётлы радисы (1998). ДОСААФ‑тың Өфө берләштерелгән техник мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Б.В.Извольский, В.Г.Овчинников). Шәхси зачётта...

КОРОЧКИН Пётр Георгиевич

КОРОЧКИН Пётр Георгиевич [12.2.1920, Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Байҡыбаш а. (БР‑ҙың Ҡариҙел районы) — 28.8.1944, Васлуй ҡ. янында, Румыния], артиллерист, гвардия капитаны (1944). Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Мәскәү артиллерия училищеһын тамамлаған (1941). 1939 й. алып Ҡыҙыл...

КОРОТКОВ Михаил Ефимович

КОРОТКОВ Михаил Ефимович [28.07.1910, Һамар губернаһы Боғорослан өйәҙе Мартыновка а. (Ырымбур өлкәһе Әсәкәй районы) — 1.8.1976, Октябрьский ҡ.], хужалыҡ эшмәкәре. БАССР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (1965), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1970). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Урта Волга коммунистар вузын (Һамар ҡ.,...

КОРОТЕЕВ Виктор Алексеевич

КОРОТЕЕВ Виктор Алексеевич (25.4.1937, Чапаевск ҡ. — 31.7.2021, Екатеринбург ҡ.), геолог‑геохимик. РФА академигы (1992), геология‑минералогия фәндәре докторы (1983), профессор (1988). Томск университетын тамамлаған (1959). Фәнни хеҙмәттәре вулкан ҡатламдарының палеовулканология һәм металлогения проблемаларына...

КОРОСТЕЛЁВ Александр Алексеевич

КОРОСТЕЛЁВ Александр Алексеевич (27.9.1887, Һамар ҡ. — 3.9.1937, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте һәм совет партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1907—10 йй. бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1910 й. башлап Ырымбур баш т. юл оҫтаханаларында...

КОРОПАЧИНСКИЙ Пётр Флегонтович

КОРОПАЧИНСКИЙ Пётр Флегонтович [яҡынса 1865, Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Златоуст ҡ. (Силәбе өлкәһе) — 27.5.1943, Сиэтл ҡ., АҠШ], дәүләт эшмәкәре. Дворяндарҙан. Тау институтында (Санкт‑Петербург ҡ.) уҡыған. 1890 й. алып Бөрө һәм Бәләбәй мировой судтарында, 1894 й. Златоуст крәҫтиән эштәре буйынса өйәҙ...

КОРОЛЬКОВ Григорий Михайлович

КОРОЛЬКОВ Григорий Михайлович (4.9.1934, БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Һарайғыр а. — 20.4.2012, Өфө], Соц. Хеҙмәт Геройы (1984). 1952—98 йй. “Востокнефтезаводмонтаж” ААЙ‑нда эшләй: слесарь, 1958 й. алып бригадир. Волга автомобиль з‑дын (Тольятти ҡ.), Өфө синтетик спирт з‑дында фенол һәм ацетонды берлектә алыу...

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович

КОРОЛЕНКО Владимир Галактионович (15.7.1853, Житомир ҡ. — 25.12.1921, Полтава ҡ.), яҙыусы, публицист. Петербург ФА‑ның (1900—02) һәм РФА‑ның (1918) почётлы академигы. “Һуҡыр музыкант” (“Слепой музыкант”; 1886), “Телһеҙ” (“Без языка”; 1895) повестары, “Йылға уйнай” (“Река играет”; 1891), “Ғәжәп” (“Чудная”;...

КОРОЛЕВСКИЙ Алексей Григорьевич

КОРОЛЕВСКИЙ Алексей Григорьевич (13.9.1941, Өфө ҡ. — 18.8.2013, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2008), БР‑ҙың (1997) атҡаҙанған рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1970). Свердловск художество училищеһын тамамлаған (1963; педагогтары: Н.Г.Чесноков, С.П.Ярков). 1964 й. алып Өфө ҡ. эшләй, 1967—84 йй. Башҡортостан...

КОРОЛЁВА Ольга Геннадьевна

КОРОЛЁВА Ольга Геннадьевна (8.11.1977, Бөрө ҡ.), спортсы. Уҡ атыу б‑са Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1997). Бөрө пед. ин‑тын тамамлаған (2000). Бөрө профсоюздары физкультура‑спорт йәмғиәте ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары З.Ә.Ситдиҡов, Л.А.Федосова). Шәхси зачётта Бөтә Рәсәй универсиадаһының...

КОРОЛЁВА Лариса Евгеньевна

КОРОЛЁВА Лариса Евгеньевна (11.10.1950, Өфө), спортсы. Спорт гимнастикаһы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1975). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Э.Х.Абелев). Күпбәйгелә РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш...

КОРОЛЁВА Елена Владимировна

КОРОЛЁВА Елена Владимировна (27.10.1973, Өфө ҡ.), спортсы. Фристайл буйынса Рәсәйҙең халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1993). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). Профсоюздар физкультура‑спорт йәмғиәтенең тау саңғыһы спорты буйынса ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе, 1994—99 йй. армияның спорт клубы өсөн сығыш яһай (Өфө ҡ.;...