Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИРСКАЯ 2, ужым арышы сорты

БИРСКАЯ 2, ужым арышы сорты. 1971 й. В.Ф.Погодин (БНИИСХ) тарафынан Чкаловская 2 һәм Дотнувская сорттарын һеркәләндереп, артабан күп тапҡыр һайлап алыу юлы м‑н сығарыла. Һабағының бейеклеге 1,8 м тиклем. Башағының оҙонлоғо 10—12 см, оҙонса‑эллиптик формала, тығыҙ. Ҡылсығы уртаса, ярым таралыусан. Орлоғо...

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты

БИРСКАЯ 1, урман айрауығы сорты. 1993 й. В.И.Казачук, Р.С.Йәнекәев (БНИПТИЖиК) тарафынан БР флораһы үрнәктәренән күп тапҡыр күпләп һайлап алыу ысулы м‑н сығарыла. Ҡыуағы ярым киң, уртаса тығыҙлыҡта, һабағы йомро, төҙ, бейеклеге 1,5 м тиклем. Япраҡлылығы тигеҙ (52—83%). Япрағы уртаса йомшаҡлыҡта, эре,...

БИРНӘ

БИРНӘ, игәт, никахҡа ингәндә ҡыҙ кешегә ата‑әсәһе йәки туғандары биргән мөлкәт. Башҡорттарҙа Б. ҡалым м‑н бергә ҡоҙалау ваҡытында һөйләшеп ҡуйылған (был осраҡта яҡтарҙың соц.‑иҡт. хәле иҫәпкә алынған). Йола хоҡуғы нормаларына ярашлы, Б. әҙерләү атай кешенең бурысы һаналған, ул мәрхүм булған осраҡта...

БИРЖА

БИРЖА, даими эшләүсе, тауарҙар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта, эш көсөн күмәртәләп һатыу баҙары формаһы. Тауар (универсаль һәм махсуслашҡан), фонд, валюта, хеҙмәт (ҡара: Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе) Б. бүленәләр. Башҡортостанда тәүге Б. 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1905 й. Өфө биржа йәмғиәте (ҡара:...

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы

БИРҘИН Ғәли Иркәбай улы [5.3.1907, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе  Байғужа а. (БР‑ҙың Ишембай районы) — 25.10.1973, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Гвардия капитаны. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1925 й. алып Стәрлетамаҡ кантонында, Маҡар районында комсомол, партия һәм совет эшендә, 1933 й. —...

БИРҘЕҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл

БИРҘЕҒОЛ, Белорет р‑нындағы ауыл, Инйәр а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 75 км һәм Юша т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Һаҡатҡаҙы й. (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) буйында, Көньяҡ Урал ҡурсаулығында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 250 кеше; 1920 — 264; 1939 — 399; 1959 — 410; 1989 — 251; 2002 — 188; 2010 —...

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ

БИРҘЕҒОЛ ТЕЛӘҮКӘЕВ, башҡорт ихтилалдарын (1735—40) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Нуғай даруғаһы Бошман‑Ҡыпсаҡ улусы (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Сәңкем‑Ҡыпсаҡ) башҡорттарынан. Тархан. Абыҙ. Шул уҡ улустың старшинаһы. 1737 й. июль—авг. ихтилал етәкселәре Көҫәп Солтанғолов, Рысай Иғәмбәтов, Сәйетбай Әлкәлиндар м‑н...

БИРҘӘШ, Йылайыр р‑нындағы ауыл

БИРҘӘШ, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Бирҙәш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 20 км һәм Һарыҡташ т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта Бирҙәш й. (Оло Һүрәм й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 918 кеше; 1920 — 1179; 1939 — 967; 1959 — 659; 1989 — 493; 2002 — 465; 2010 —...

БИОЭНЕРГЕТИКА

БИОЭНЕРГЕТИКА (био... һәм энергетика), биологик энергетика, биол. системаларҙа энергияның әүерелеү процестарын өйрәнеүсе фән. Тере организмдар һәм дөйөм алғанда бөтә биосфера тергеҙелгән органик берләшмәләрҙең энергияһы һәм өлөшләтә аденозинтрифосфор к‑таһы рәүешендә фототрофтарҙың (ҡара: Автотрофтар)...

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ

БИОХИМИЯ ҺӘМ ГЕНЕТИКА ИНСТИТУТЫ, 1962 й. Өфөлә Биология институтының нуклеин алмашыныуы лаб. нигеҙендә Биохимия һәм цитохимия бүлеге булараҡ асыла, 1999 й. алып РФА Өфө ФҮ‑нең Биохимия һәм генетика ин‑ты. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: кешенең молекуляр һәм популяция генетикаһы; үҫемлектәр һәм микроорганизмдар...

БИОХИМИЯ

БИОХИМИЯ (био... һәм химия), биологик химия, организмдар составына инеүсе химик матдәләрҙе, уларҙың төҙөлөшөн, таралышын, үҙгәрешен һәм функцияларын өйрәнеүсе фән. Өйрәнеү объекттары б‑са кеше Б., хайуандар Б., үҫемлектәр Б. һәм микроорганизмдар Б. айырыла. Кеше Б. Башҡортостанда биохимик тикшеренеүҙәрҙең...

БИОФИЗИКА

БИОФИЗИКА (био... һәм физика), биологик физика, биол. системаларҙың бөтә ойоштороу кимәлдәрендә барған физик һәм физик‑химик процестар һәм уларға төрлө физик факторҙарҙың тәьҫире т‑дағы фән. Өйрәнеү объекттары б‑са молекуляр Б., күҙәнәк Б., тойоу ағзалары Б., ҡатмарлы системалар Б. үҙ эсенә ала. Б....

БИОТЕХНОЛОГИЯ

БИОТЕХНОЛОГИЯ (био..., гр. técnē — сәнғәт, оҫталыҡ, таҫыл һәм ...логия), биологик технология, биол. процестарҙы сәнәғәт производствоһында ҡулланыу т‑дағы фән. Б. үҫеше биохимия, биоэнергетика, микробиология, ген инженерияһы һ.б. м‑н бәйле. Башҡортостанда Б. 20 б. 60‑сы йй. аҙағынан үҫешә. Өфө аҡһым‑витамин...

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ

БИОСФЕРАНЫҢ РАДИОАКТИВ БЫСРАНЫУЫ, радиоактив мәғдән сығарыу, радиоактив ҡалдыҡтарҙы тирә‑яҡ мөхиткә ташлау, ядро шартлауҙары, АЭС авариялары һ.б. һөҙөмтәһендә тере организмдарҙың һәм уларҙың йәшәү мөхитенең радиоактив матдәләр йотоуы. Б.р.б. ядро бүленеү продукттары, тәбиғи радиоактив ауыр металдар...

БИОПОЛИМЕРҘАР

БИОПОЛИМЕРҘАР (био... һәм полимерҙар), бөтә тере организмдар төҙөлөшөнөң нигеҙен хасил иткән тәбиғи юғары молекуляр берләшмәләр; мол. м. 103—106. Б. аҡһымдар, нуклеин кислоталары, полисахаридтар һәм уларҙың сығарылмалары инә. Б. организмдың буш аралыҡтағы төҙөлөшөнөң үҙ аллы формалашыуын һәм йәшәү һәләтен...

БИООРГАНИК ХИМИЯ

БИООРГАНИК ХИМИЯ, органик матдәләрҙең төҙөлөшө һәм уларҙың биол. функциялары араһындағы бәйләнеште органик химия ысулдары һәмалымдары ярҙамында өйрәнеүсе фән. Б.х. тикшеренеү объекттары — биополимерҙар, тере организмдар составына ингән тәбиғи биол. актив матдәләр, биол. процестарҙың синтетик көйләгестәре...

БИОНИКА

БИОНИКА (гр. bion — тере, тормош), техник кибернетиканың тере организмдарҙың төҙөлөш, йәшәү һәм камиллашыу принциптарын техникала файҙаланыу мөмкинлектәрен өйрәнеүсе йүнәлеше. Эксперименталь (оҡшашлыҡ нигеҙендә камиллыҡтары б‑са тере системалар м‑н сағыштырмалы булған яңы технологик процестар һәм ҡорамалдар...

БИОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ

БИОЛОГИЯ ИНСТИТУТЫ, 1951 й. Өфөлә СССР ФА БФ‑ының Агробиология ин-ты булараҡ асыла, 1953 й. алып — Биология ин‑ты, 2008 й. — РФА Өфө ФҮ‑нең Биология ин‑ты. 1963—67 йй. БДУ составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: биологик төрлөлөктө, тәбиғәт ресурстарын һаҡлау һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу өсөн...

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ

БИОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, биология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Башҡортостанда үҙ аллы тармаҡ булараҡ революциянан (1917) һуң формалаша башлай. Биол. уҡытыу 1920 й. Халыҡ мәғарифы ин‑тында (ҡара: Уҡытыусылар институты) индерелә. Ошо ин‑т базаһында асылған...

БИОЛОГИЯ

БИОЛОГИЯ (био... һәм ...логия), йәнле тәбиғәттең барлыҡҡа килеүе, үҫеше һәм ойоштороу формалары т‑дағы фәндәр комплексы. Биол. фәндәр системаһы тикшеренеү объекттарына (ботаника, зоология, кеше һәм хайуандар анатомияһы һәм физиологияһы, тупраҡ ғилеме һ.б.), биол. процесс механизмдарына һәм уларҙың организм...