Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БУРАНБАЕВА Сара Абдулхай ҡыҙы

БУРАНБАЕВА Сара Абдулхай ҡыҙы (24.6.1967, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Әлмөхәмәт а.), актриса. БР‑ҙың халыҡ (2009) һәм атҡ. (1994) артисткаһы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2007). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1989; А.К.Лощенков курсы) — БР Милли Йәштәр театры, 1998 й. алып БАДТ актрисаһы. Актрисаға эске...

БУРАН ТУРҒАЙЫ

БУРАН ТУРҒАЙЫ (Parus cyanus), турғай һымаҡтар отрядының ҡарабаш турғайҙар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса бүлкәтендә (Приморьенан алып Көнсығыш Европаға тиклем) таралған. Ултыраҡ ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 18—25, ҡанатының ҡоласы 19—23 см, ауырлығы 10—16 г. Ҡауырһын ҡапламының күпселек өлөшө аҡ төҫтә,...

БУРАН

БУРАН, елдең ҡарҙы тупраҡ йәки ҡар япмаһы өҫтөнән күсереп йөрөтөүенә килтергән атмосфера күренеше. Йәйәүле, һепертмә һәм өйөрмә Б. була. Йәйәүле (ел тиҙлеге яҡынса 5 м/ с, ҡар бер нисә см күтәрелә) һәм һепертмә Б. (яҡынса 10 м/ с, 2 м тиклем), антициклон периферияһында барлыҡҡа килеп, алдан яуған ҡарҙы...

БУРАМА

БУРАМА, башҡорт йәйләүҙәрендәге 2 яҡлы ҡабыҡ ҡыйыҡлы һәм ер иҙәнле, түшәмһеҙ һәм тәҙрәһеҙ бүрәнә торлаҡ. Нигеҙҙә, ҡарағайҙан төҙөгәндәр. Ян стеналары ҡабырға стеналарына ҡарағанда 3—4 бүрәнәгә бейегерәк булған һәм ҡыйыҡтың буй өрлөгөнә таяу булып хеҙмәт иткән. Традицион интерьер сыуалдан һәм ишеккә...

БУРАЛЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

БУРАЛЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 12 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта Буралы й. (Баҙы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 411 кеше; 1920 — 547; 1939 — 513; 1959 — 489; 1989 — 232; 2002 — 241; 2010 — 235 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы

БУРАҠАЕВА Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы (27.3.1943, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Иҫәнғол а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993), РФ‑тың почётлы дөйөм белем биреү хеҙм‑ре (2002). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1981). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1965) респ. киң мәғлүмәт сараларында һәм халыҡ мәғарифы системаһында...

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ

БУРА ҺУҒЫУ СПОРТЫ, спортсыларҙың билдәле бер алыҫлыҡтан таяҡ (бура таяғы) м‑н 5 буранан (ағас цилиндрик түмәр) төҙөлгән фигураларҙы бәреп сығарыу ярыштары. Башҡортостанда Б.һ.с. 20 б. 50‑се йй. аҙ. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубында, “Батыр”, “Кировец”, “Химик” (бөтәһе лә — Өфө), “Металлург” (Белорет ҡ.)...

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ

БУРА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 2‑се мең йыллыҡтың 2‑се ярт. — б.э.т. 1‑се мең йыллыҡ башына ҡарай. 1901 й. В.А.Городцов тарафынан асыла, ҡәберлектәрҙәге бүрәнә ҡоролмалар б‑са атала. Башҡортостанда Б.м. ҡараған 300‑ҙән ашыу торама һәм 100‑ҙән ашыу ҡәберлек табыла, улар Ағиҙел,...

БУНИН УРМАНЫ

БУНИН УРМАНЫ, ландшафт заказнигы (1997). Бәләбәй р‑ны Парафеевка а. төньяҡҡа табан 0,5 км алыҫлыҡта Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығының үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 1,2 мең га. Рельефы яйла һымаҡ, эрозиялы. Б.у. терр‑яһында ҡалҡыулыҡтағы иң ҙур ҡарағай урманы (100 һәм 200 йәшлек ағастар осрай), йүкәлектәр,...

БУЛГАКОВТАР

БУЛГАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Николай Михайлович Б., статский советник. 1791 й. алып — Быҙаулыҡ өйәҙ, 1794—96 йй. — Өфө өйәҙ, 1797—1803 йй. Ырымбур губерна дворяндар йыйылышы башлығы. Бәләбәй өйәҙендә, Боғорослан өйәҙендә, Быҙаулыҡ өйәҙендә һәм Өфө өйәҙендә башҡорттарҙың...

БУЛГАКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл

БУЛГАКОВ, Өфө р‑нындағы ауыл, Булгаков а/ с үҙәге. Өфөнән К. 30 км һәм Өршәк т. юл ст. К. табан 9 км алыҫлыҡта Өршәк й. буйында, Өфө—Ырымбур автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 447 кеше; 1920 — 712; 1939 — 824; 1959 — 1628; 1989 — 2216; 2002 — 2801; 2010 — 3591 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

БУЛАШЕВ Зиннәтулла Ғиззәт улы

БУЛАШЕВ Зиннәтулла Ғиззәт улы (7.4.1894, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ҡарашиҙе а., хәҙ. БР‑ҙың Иглин р‑ны Иҫке Ҡарашиҙе а. — 11.7.1938, Өфө), совет партия‑дәүләт эшмәкәре. “Рәсүлиә” мәҙрәсәһен (1915), Я.М.Свердлов ис. Коммунистик ун‑тты (Мәскәү, 1922) тамамлаған. 1919 й. алып Ялан кантоны башҡарма ком‑тының...

БУЛАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл

БУЛАШ, Стәрлебаш р‑нындағы ауыл, Стәрлебаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 9 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнб. табан 67 км алыҫлыҡта Күндерәк й. үрге ағымында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 384 кеше; 1939 — 503; 1959 — 359; 1989 — 72; 2002 — 99; 2010 — 62 кеше. Урыҫтар, украиндар йәшәй (2002)....

БУЛАТОВА Фәниә Дәриғәт ҡыҙы

БУЛАТОВА Фәниә Дәриғәт ҡыҙы [17.8.1928, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Әрмет‑Рәхим а. (БР‑ҙың Ишембай р‑ны) — 19.6.1997, Өфө], профпатолог. Мед. ф. д-ры (1984), проф. (1987). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1952) Ишембай ҡ. терапевт булып эшләй. 1963 й. алып Өфө гигиена һәм һөнәри ауырыуҙар ҒТИ клиникаһының...

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 10.6.) 1906 Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй районы) — 2.1. (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 12.1.) 1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк,...

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы

БУЛАТОВ Хоҙат Сәлимйән улы [15.9.1906, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Себенле а. (БР‑ҙың Әлшәй р‑ны) — 2.1.1982, шунда уҡ], Советтар Союзы Геройы (1944). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. майынан Брянск, Көньяҡ‑Көнбайыш, Ялан, Үҙәк, Белоруссия, 2‑се һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә...

БУЛАТОВ Анатолий Павлович

БУЛАТОВ Анатолий Павлович (14.9.1939, БАССР‑ҙың Дыуан р‑ны Түбәнге Ләмәҙ а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (1987), проф. (1989). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1994). Ҡурған а.х. ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) Ҡурған өлк. Белозёрск р‑нының “Маяҡ” к‑зы баш зоотехнигы, 1968 й. алып Ҡурған а.х. ин‑тының зоотехния...

БУЛАТЙЫЛҒА, Яңауыл р‑нындағы ауыл

БУЛАТЙЫЛҒА, Булат, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Яңы Уртауыл а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Ушъя й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 513 кеше; 1939 — 583; 1959 — 522; 1989 — 153; 2002 — 98; 2010 — 74 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға...

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл

БУЛАТ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Бишҡурай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 41 км һәм Ҡандра т. юл ст. Т. табан 16 км алыҫлыҡта Кесе Нөгөш й. (Өҫән й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 460 кеше; 1920 — 525; 1939 — 434; 1959 — 343; 1989 — 253; 2002 — 233; 2010 — 266 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

БУЛАТ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл

БУЛАТ, Монаш, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Әлмөхәмәт а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 40 км һәм Әлмөхәмәт т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 8 км алыҫлыҡта Оло Ҡыҙыл й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 411 кеше; 1920 — 548; 1939 — 289; 1959 — 203; 1989 — 150; 2002 — 158; 2010 — 155 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002)....