Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КӨМӘРҘӘК, һырт

КӨМӘРҘӘК, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑нында Оло Инйәр й. тамағы киңлегенән алып Цыбров шишмәһе киңлегенә тиклем Йүрүҙән й. уң яры буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 17 км, киңлеге — 4 км. Абс. бейеклеге 1354 м. Һыртта 1000 м ашыу бейеклектәге 3 түбә айырылып...

КӨЛӘМӘС

КӨЛӘМӘС, башҡ. фольклоры жанры, көтөлмәгәнсә тамамланған шаян йөкмәткеле бәләкәй күләмле сәсмә әҫәр. К. кешеләрҙең (иҫәрлек, ҡомһоҙлоҡ, маһайыусанлыҡ, ялҡаулыҡ, хөрәфәттәргә инаныу һ.б.) һәм йәмғиәттең (соц. тигеҙһеҙлек, бюрократизм, ришүәтселек һ.б.) төрлө етешһеҙлектәренән көлә. Уларҙа йыш ҡына комик...

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР

КӨКӨРТОРГАНИК БЕРЛӘШМӘЛӘР, молекулаларында C—S, R—C—S бәйләнештәре булған органик берләшмәләр, R эсендә азот, кислород һ.б. гетероатомдар булыуы мөмкин. 2‑валентлы (тиолдар, тиоэфирҙар, органик ди‑ һәм полисульфидтар, олефиндарҙың тиооксидтары, сульфен, тиокарбон, тиокүмер к‑таларының сығарылмалары,...

КӨКӨРТЛӨКӘЙ

КӨКӨРТЛӨКӘЙ (Huperzia), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 150 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай К. үҫә. Мәңге йәшел ваҡ ҡыуаҡлыҡ. Һабағы йәйелеүсән, һәнәк рәүешле тармаҡлы, бейеклеге 5—20 см. Япрағы ланцет формаһында, осло, бер-береһенә ҡапланып ята,...

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД

КӨКӨРТЛӨ ВОДОРОД, H2S, көкөрттөң водород м‑н иң ябай берләшмәһе. Төҫһөҙ, ҡырҡыу еҫле газ, тығыҙлығы 1538 кг/м3, һыуҙа (һыуҙағы эретмәһе — көкөртлө водород к‑таһы), органик эреткестәрҙә эрей, клатрат барлыҡҡа килтерә. 0°С һәм баҫым 10,2 атм. булғанда — шыйыҡлыҡҡа (tиреү ‑85,6°С, tҡайнау ‑60,38°С, тығыҙлығы...

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ ҺЫМАҠТАР

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ ҺЫМАҠТАР (Lycopodiophyta), ҡатмарлы төҙөлөшлө споралы үҫемлектәрҙең боронғо бүлеге. Көкөрт үләне һымаҡтар һәм беҙъяпраҡ һымаҡтар кластарын берләштерә. Яҡынса 1300 төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда көкөрт үләне һымаҡтар класынан 5 төр үҫә. Мәңге йәшел, тигеҙ йәки төрлө...

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ

КӨКӨРТ ҮЛӘНЕ (Lycopodium), көкөрт үләне һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 10 төрө билдәле, башлыса Төньяҡ ярымшарҙа таралған. Башҡортостанда суҡмар К.ү. һәм бер йыллыҡ К.ү. үҫә. Дихотомик тармаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы оҙон, йәйелеүсән, осо күтәрелеп тора, оҙонлоғо 30—150 см. Япрағы...

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ

КӨКӨРТ КИСЛОТАҺЫ, H2SO4, ике нигеҙле көслө кислота. Еҫһеҙ, төҫһөҙ, майлы ауыр шыйыҡлыҡ. Һыу м‑н ҡатыштырғанда азеотроп ҡатнашма (98,3% К.к.), моно‑, ди‑, тетрагидраттар; көкөрт ангидридының К.к. эретмәһе олеум (төтәй торған) барлыҡҡа килтерә. Һыулы эретмәләрҙә тулыһынса диссоциациялана. Концентрирланған...

КӨКӨРТ

КӨКӨРТ (Sulfur), S, Д.И.Менделеев периодик системаһының VI төркөм химик элементы. Үҙенсәлекле еҫле һары төҫтәге кристалл, tиреү 112,8оС, tҡайнау 444,6оС, тығыҙлығы 2085 кг/м3 (α‑форма). Көкөртлө углеродта эрей, һыуҙа эремәй. Бактерицид әүҙемлеккә эйә, үҙлелеге, йылы һыйҙырыу-санлығы, төҫө аномалиялы...

КӨЙӨРГӘҘЕ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл

КӨЙӨРГӘҘЕ, Көйөргәҙе р‑нындағы ауыл, Яҡшембәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Ермолаевка т. юл ст. К.‑Көнб. табан 34 км алыҫлыҡта Оло Көйөргәҙе й. (Оло Юшатыр й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 202 кеше; 1959 — 267; 1989 — 148; 2002 — 198; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп...

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ

КӨЙӨРГӘҘЕ РАЙОНЫ, БР‑ҙың көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Фёдоровка һәм Мәләүез, көнсығышта — Күгәрсен р‑ндары, көньяҡ‑көнсығышта һәм көнбайышта Ырымбур өлк. м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Мәләүез һәм Мораҡ райондарын бүлеүгә бәйле ойошторола (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр....

КӨЙӨРГӘҘЕ МУЗЕЙЫ

КӨЙӨРГӘҘЕ МУЗЕЙЫ, Көйөргәҙе р‑ны Ермолаевка а. урынлашҡан. 1983 й. Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы булараҡ ойошторола, 1995 й. алып Көйөргәҙе тарих‑тыуған яҡты өйрәнеү музейы, 1996—2006 йй. Милли музей филиалы. Фондта 3000‑дән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. б.э.т. 6—2 бб. сармат хәнйәре, Граждандар һуғышы...

КӨЙӨЛДӨ

КӨЙӨЛДӨ (Numenius arquata), сәпсәү һымаҡтар отрядының һаралйындар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияның уртаса һәм өлөшләтә субарктик бүлкәттәрендә таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 50—60 см, ауырлығы 500—1200 г, ҡанатының ҡоласы 80—100 см. Ҡауырһын ҡапламы көлһыу һоро төҫтә, арҡаһының артҡы өлөшө, ҡорһағы...

КӨЙӘЛӘР

  КӨЙӘЛӘР, (Tineidae), күбәләктәр ғаиләһе. 2 меңдән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралғандар. БР‑ҙа К. бер нисә тиҫтә төрө бар: иген, мебель, күлдәк, тун һ.б. Ҡанаттарының ҡоласы 6—30 мм. Асыҡ һоро, ҡараһыу һары төҫтә, ғәҙәттә ҡараһыу көрән төрткөлө йәки таплы. Ҡанаттары киң сәсәкле, алғылары —...

КӨЙӘҘЕБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл

КӨЙӘҘЕБАШ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Батыр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнс. 13 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 464 кеше; 1920 — 535; 1939 — 608; 1959 — 675; 1989 — 613; 2002 — 596; 2010 — 618 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ...

КӨЙӘҘ ТУРҒАЙҘАР

КӨЙӘҘ ТУРҒАЙҘАР (Sylviidae), турғай һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡоштар ғаиләһе. Яҡынса 40 заты, 400‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ершарында таралған. Башҡортостанда 5 затҡа ҡараған 22 төрө бар. Күсәр ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 10—25 см, ауырлығы 30 г тиклем, ата ҡоштар эрерәк. Ҡауырһын ҡапламы йомшаҡ, көйәҙ...

КӨҘӨЙ, Иглин р‑нындағы ауыл

КӨҘӨЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Көҙөй а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнс. табан 30 км алыҫлыҡта Лабау й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 87 кеше; 1939 — 239; 1959 — 3017; 1989 — 2800; 2002 — 2867; 2010 — 3091 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Ауылда Башҡортостан...

КӨҘЙЫЛҒА, Межгорье ҡ. эсендә ҡасабаһы

КӨҘЙЫЛҒА, ҡасаба, 1996 й. алып Межгорье ҡ. эсендә. Ауылға 20 б. 30‑сы йй. махсус ҡасаба булараҡ нигеҙ һалына. Халҡы: 1959 й. — 759 кеше; 1989 — 332 кеше. 1996 й. Белорет р‑ны Татлы а/с ҡараған. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов...

КӨҘӘНДӘР

КӨҘӘНДӘР, һыуһарҙар ғаиләһенә ҡараған имеҙеүселәр. 3 төрө билдәле, Евразияла һәм Төньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө бар: урман К., йәки ҡара К., һәм дала К., йәки аҡ К. Кәүҙә оҙонлоғо 29— 52 см, ауырлығы 570—960 г. Кәүҙәһе оҙонса, һығылмалы. Йөнө ҡабарынҡы, асыҡ, һарғылт көрәндән алып...

КӨҘӘН, Ишембай р-нындағы ауыл

КӨҘӘН, Ишембай р-нындағы ауыл, Көҙән а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.- Көнс. 44 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. К.‑Көнс. табан 43 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1494 кеше; 1920 — 1858; 1939 — 1567; 1959 — 1124; 1989 — 947; 2002 — 866; 2010 — 847 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...