Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПЕТРОФИТТАР

ПЕТРОФИТТАР, л и т о ф и т т а р (гр. pétros — таш һәм ...фит), ҡая, тау ишелмәләре йәки йоҡа ҡатламлы тау тупрағында үҫергә яраҡлашҡан үҫемлектәр. П. йыш осраҡта мендәрҙәр, кәҫлектәр барлыҡҡа килтерә йәки түшәлеп үҫкән форма булып тора. Көпшәле П. өсөн тәрән булмаған, ныҡлы һәм эләктереүсән, битләү...

ПЕТРОПАВЛОВСКИЙ Сергей Анатольевич

ПЕТРОПАВЛОВСКИЙ Сергей Анатольевич (21.9.1909, Вологда губ. — 1958 й. авг.), геофизик. Свердловск тау ин‑тын тамамлаған (1947). Производство эшмәкәрлеге Уралда мәғдән геофизикаһының барлыҡҡа килеүе һәм үҫеше м‑н бәйле. П. ҡатнашлығында Урта һәм Көньяҡ Уралдағы баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарын эҙләүҙә һәм...

ПЕТРОПАВЛОВКА, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

ПЕТРОПАВЛОВКА, Б е з в о д н ы й, Ю б и л е й н ы й, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Өфө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 45 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 108 км алыҫлыҡта Быҙаулыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 83 кеше; 1939 — 47; 1959 — 166; 1989 — 178; 2002 — 207; 2010 — 232 кеше. Башҡорттар...

ПЕТРОПАВЛОВКА, Тәтешле р-нындағы ауыл

ПЕТРОПАВЛОВКА, Тәтешле р‑нындағы ауыл, Ҡәлмиәр а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 21 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 41 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 100 кеше; 1920 — 378; 1939 — 301; 1959 — 218; 1989 — 231; 2002 — 312; 2010 — 291 кеше. Удмурттар йәшәй (2002). Балалар...

ПЕТРОПАВЛОВКА, Мәләүез р-нындағы ауыл

ПЕТРОПАВЛОВКА, О р л о в к а, Мәләүез р‑нындағы ауыл, Денис а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Мәләүез т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 22 км алыҫлыҡта Һуҡайлы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 179 кеше; 1920 — 292; 1939 — 372; 1959 — 217; 1989 — 196; 2002 — 279; 2010 — 209 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Башланғыс...

ПЕТРОПАВЛОВКА, Асҡын р-нындағы ауыл

ПЕТРОПАВЛОВКА, Асҡын р‑нындағы ауыл, Петропавловка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Көнб. 12 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 100 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 155 кеше; 1959 — 108; 1989 — 156; 2002 — 188; 2010 — 184 кеше. Урыҫтар, башҡорттар йәшәй. (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ...

ПЕТРОПАВЛОВКА (болото)

ПЕТРОПАВЛОВКА, Тере Танып й. басс. һаҙлыҡ. Тәтешле р‑ны Петропавловка а. көньяҡ‑көнсығыш ситендә урынлашҡан. Тере Танып й. ташҡын‑һыубаҫар туғай комплексына инә. Уйһыу һаҙлыҡ, дөйөм майҙаны 360,0 га. Туйыныуы ҡатнаш. Тал, ҡара ерек, ҡара ҡарағат, муйыл, бесәй үләне, һаҙ ҡолонғойроғо, йылға ҡыҫыр сәскәһе,...

ПЕТРОГРАФИЯ

ПЕТРОГРАФИЯ (гр. pétros — таш һәм ...графия), геологияның тау тоҡомдарын (ТТ), уларҙың минераль һәм химик составын, структураһын һәм текстураһын, барлыҡҡа килеүен, урынлашыу шарттарын, геогр. таралыуын, классификацияһын һәм номенклатураһын өйрәнгән бүлеге. Магматик тоҡомдар, метаморфик тоҡомдар, ултырма...

ПЕТРОВСКИЙ, Ишембай р-нындағы ауыл

ПЕТРОВСКИЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Петровский а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 35 км һәм Стәрлетамаҡ т. юл ст. Көнс. табан 33 км алыҫлыҡта Шыға й. (Егән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1989 кеше; 1920 — 2608; 1939 — 3248; 1959 — 3273; 1989 — 2613; 2002 — 2759; 2010 — 2580 кеше....

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович

ПЕТРОВСКИЙ Владимир Викторович (26.6.1897, Әстерхан ҡ. — 9.11. 1976, Өфө), физиолог. Проф. (1931). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1962). Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1921) Әстерхан мед. ин‑тында, Б.В. һуғышы йылдарында Куйбышев ҡ. эшләй. 1945 й. алып БДМИ‑ла (1968 й. тиклем нормаль физиология каф....

ПЕТРОВСКАЯ (Лесунова) Людмила Витальевна

ПЕТРОВСКАЯ (Лесунова) Людмила Витальевна (23.6. 1971, Өфө), журналист. Журналистар союзы ағзаһы (1998). БДУ‑ны (1993), Башҡ‑н дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү акад. (2004) тамамлаған. 1995 й. алып “Башинформ” ААЙ‑ы хеҙм‑ре: етәксе, 2002 й. башлап “Иҡтисад” бүлеге мөдире — етәксе урынбаҫары, 2003 й. — “БашвестЪ”...

ПЕТРОВКА, Яңауыл р-нындағы ауыл

ПЕТРОВКА, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Орловка а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Атлығас й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1182 кеше; 1920 — 1006; 1939 — 668; 1959 — 371; 1989 — 138; 2002 — 177; 2010 — 171 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002)....

ПЕТРОВКА, Йылайыр р‑нындағы ауыл

ПЕТРОВКА, М а ҡ а й л ы, Йылайыр р‑нындағы ауыл, Йылайыр а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 16 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 135 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 1514 кеше; 1920 — 2085; 1939 — 2039; 1959 — 817; 1989 — 277; 2002 — 211; 2010 — 147 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Ауылға 18 б. 2‑се...

ПЕТРОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с ҡарай

ПЕТРОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Ҡушйылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 43 км һәм Аксаков т. юл ст. К.‑Көнс. табан 27 км алыҫлыҡта Мәнәүез й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 406 кеше; 1959 — 254; 1989 — 144; 2002 — 128; 2010 — 139 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1922 й. Бәләбәй кантонында...

ПЕТРОВКА, Бишбүләк р-нындағы ауыл, Калинин а/с ҡарай

ПЕТРОВКА, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Калинин а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 22 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 28 км алыҫлыҡта Киҫтәнле й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 63 кеше; 1959 — 208; 1989 — 136; 2002 — 107; 2010 — 92 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Ауылға 1921...

ПЕТРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ

ПЕТРОВКА МӘҘӘНИӘТЕ, бронза быуатының археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 17—16 бб. ҡарай. Ишем й. (Ҡаҙағстан) һул ярында урынлашҡан Петровка а. янындағы ҡәберлек б‑са аталған. П.м. ҡомартҡылары Көньяҡ Урал, Көнбайыш Себер, Төньяҡ һәм Үҙәк Ҡаҙағстанда табылған. Ур, соҡорҙар (тәрәнлеге 1,5—2,5 м, киңлеге 3,5...

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна

ПЕТРОВА Татьяна Юрьевна (19.9. 1957, Свердловск өлк. Буланаш ҡсб), йырсы (сопрано). РФ‑тың атҡ. (1992), БР‑ҙың халыҡ (1997) артисы. Гнесиндар ис. Муз.‑пед. ин‑тын тамамлаған (1985). 1979—93 йй. “Москонцерт” берекмәһе солисы, бер үк ваҡытта 1985—97 йй. Гнесиндар ис. Рәсәй музыка акад., 2002 й. алып М.М.Ипполитов‑Иванов...

ПЕТРОВА Ираида Алексеевна

ПЕТРОВА Ираида Алексеевна [16.3. 1913, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Йылболаҡ‑Матвеевка а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 4.10.1983, Мәскәү өлк. Калининград ҡ., Чебоксарҙа ерләнгән), шағирә, драматург. Нарс Урини псевдонимы аҫтында ижад итә. “Тядюк” (1969) повесы, “Юл сатында” (1973) трагедияһы, “Савби менән Кришна”...

ПЕТРОВ-ТУРИНГЕ Пётр Андреевич

ПЕТРОВ‑ТУРИНГЕ Пётр Андреевич (6.6.1887, Сембер ҡ. — 1943), этнограф, тыуған яҡты өйрәнеүсе. Священник ғаиләһенән. Дини семинария тамамлаған (1908), Ҡазан ветеринария ин‑тында уҡыған (1910—12). 1908— 10 йй. Уральск ҡ. 4 класлы уч‑щела уҡыта. 1912 й. алып Оло Ҡуғанаҡ а. земство китапханаһы мөдире, 1918...

ПЕТРОВ Пётр Петрович

ПЕТРОВ Пётр Петрович (16.7.1950, Ырымбур өлк. Сидоркино а. — 14.4. 2012, Өфө), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1997). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1979). Свердловск архитектура ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) “Башгипросельхозстрой” ин‑ты, 1975—2002 йй. (өҙөклөктәр м‑н) “Башнефтепроект” ин‑тының...