Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

“АҠМУЛЛА”, опера

“АҠМУЛЛА”, З.Ғ.Исмәғилевтың 2 шаршаулы операһы. 1986 й. яҙылған. Премьераһы 1996 й. 5 окт. БДОБТ сәхнәһендә уҙа (Р.А.Вәлиуллин редакторлығында И.И.Дилмөхәмәтов либреттоһы, муз. етәксеһе һәм дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов, реж. Вәлиуллин, ҡуйыусы рәссамы Р.М.Арыҫланов, хормейстеры Э.Х.Ғәйфуллина, балетм....

“АҠМУЛЛА”, журнал

“АҠМУЛЛА”, рәсемле сатирик-юмористик журнал. Нәшер итеүсеһе — Х.Ғ.Ғәниев. 1911 й. июленән 1916 й. ғинуарына тиклем Ырымбур губернаһы Троицк ҡ. айына 2 тапҡыр төрки телендә сыға. Х.Сосновскийҙың “Энергия” типографияһында баҫтырыла. Баҫма биттәрендә Ш.Бабич, Я.Ғ.Йомаев, К.Ҡәрипов һ.б. сатирик һәм юмористик...

“АҠМӘСЕТ”, марш

“АҠМӘСЕТ”, башҡ. халыҡ инструменталь маршы. Тәүге тапҡыр 1939 й. Л.Н.Лебединский Ишғәли Дилмөхәмәтовтан (ҡара: Дилмөхәмәтовтар) фонографҡа яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. “А.” барлыҡҡа килеүе Аҡмәсет ҡәлғәһенә В.А.Перовский етәкс. 1853 й. хәрби поход (ҡара: Коканд походтары)...

“АҠҠУЖА”

“АҠҠУЖА”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Учалы р‑нында урынлашҡан. Складтары, бесән һаҡлағысы, малсылыҡ бинаһы һ.б. бар. 2010 й. 8 кеше эшләгән. Ер майҙаны 155 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 142 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 18, бер йыллыҡ үләндәр бесәне — 18, күп йыллыҡ — 19. Етештереү...

“АҠБУҘАТ”, эпос

  “АҠБУҘАТ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. “Урал батыр” эпосының логик дауамы. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. М.А.Буранғолов тарафынан 1917 й. Ырымбур губ. ш. уҡ ис. өйәҙе Бабалар а. Ғәтиәтулла Бикҡужиндан яҙып алына. Төп темаһы — батырҙың кешеләр бәхете өсөн көрәше, ғәҙеллектең тантана итеүе....

“АҠБУҘАТ”, шифахана

“АҠБУҘАТ”, ата-әсәләре м‑н балалар өсөн психоневрология шифаханаһы. Өфө р‑ны Опто а. (1‑се һәм 2‑се бүлексәләр) һәм Өфөлә (3‑сө бүлексә) урынлашҡан. Климаты континенталь, ҡыш уртаса һалҡын (ғин. уртаса т‑ра -14,5°С), йәй йылы (июлдә уртаса т‑ра 19,5°С). 2006 й. “Һуҫар” һәм “Миләшкәй” шифаханаларын берләштергәс,...

“АҠБУҘАТ”, опера

“АҠБУҘАТ”, Х.Ш.Заимов һәм А.Э.Спадавеккианың ш. уҡ исемле башҡ. эпосы мотивтары б‑са прологтан, 3 шаршауҙан торған операһы. 1942 й. яҙылған. Премьераһы 1942 й. 7 нояб. Опера һәм балет театрында уҙа (С.М.Мифтахов либреттоһы, дирижёры П.М.Славинский, реж. Б.Ғ.Имашев һәм В.А.Нелли, ҡуйыусы рәссамдары Ғ.Ш.Имашева...

“АҠБУҘАТ”, ипподром

“АҠБУҘАТ”, ипподром. Өфөлә урынлашҡан. 1982 й. “А.” ипподромы булараҡ асыла, 1997 й. алып ААЙ, 2005 й. — БР ДУП. 2009 й. Т.Т.Күсемов исеме бирелә. Юрттырыу түңәрәге (призлы сабыш юлы — 1144 м, призлы юрттырыу юлы — 1000 м, техник юл — 950 м, күнекмәләр юлы — 893 м), ат өйрәтеү өсөн 2 майҙаны, йөрөтөү...

“АҠБУҘАТ”, журнал

  “АҠБУҘАТ”, мәктәпкәсә йәштәге балалар һәм башланғыс класс уҡыусылары өсөн әҙәби‑нәфис журнал. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Яҙыусылар союзы. Өфөлә айына 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. Тиражы —  5 мең дананан ашыу (2021). 1989 й. майынан “Ағиҙел” журналы эсендәге...

“АҠБУҘАТ”, балалар театры

“АҠБУҘАТ”, Учалы р‑ны Ҡорама а. мәҙәниәт йортоноң балалар драма театры. 1980 й. драма түңәрәге булараҡ ойошторола, 1985 й. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 1996 й. “өлгөлө” исеме бирелә. Тәүге сәхнәләштерелгән әҫ. — В.Ф.Лифшицтың “Иркәбай мажаралары”. 1980—2010 йй. 35‑кә яҡын спектакль ҡуйылған: Ф.Ә.Исхаҡованың...

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, халыҡ көйө

“АҠ ЯУРЫН САЛ БӨРКӨТ”, башҡ. халыҡ инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр Л.Н.Лебединский 1939 й. Баймаҡ р‑нында Ғ.Шәмсетдиновтан яҙып ала, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында З.Ғ.Исмәғилев яҙмаһында баҫыла. Варианттарын Ф.К.Камаев, А.С.Ключарёв, Ғ.З.Сөләймәнов яҙып ала. Көй бейеү характерында.Башҡарыр алдынан,...

“АҠ ТУЛҠЫН”

“АҠ ТУЛҠЫН”, спорт клубы. Өфө р‑ны Чесноковка а. урынлашҡан. 1997 й. спорт залы, стадионы булған Чесноковка урта мәктәбе эргәһендә асыла. Софтбол, урыҫ лаптаһы секциялары, Өфө р‑ны СДЮШОР‑ы бүлеге (2001 й. алып) эшләй. “А.т.” клубының “Амазонки” командаһы — софтбол б‑са Рәсәй чемпионатының (1999) көмөш,...

“АҠ ТИРМӘ” милли-мәҙәни үҙәҡ

“АҠ ТИРМӘ” Башҡортостан Республикаһы милли-мәҙәни үҙәге, башҡ. халҡының мәҙәниәте үҫешенә, милли традицияларҙы һәм башҡорт телен һаҡлауға булышлыҡ итеү маҡсатында төҙөлгән ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1988 й. Респ. башҡ. мәҙәниәте клубы булараҡ ойошторола, 1994 й. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә....

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит

“АҠ ИҘЕЛ”, ижтимағи-сәйәси гәзит. Нәшер итеүселәре — Л.Ғәзизов, Н.Уталиев. Өфө ҡ. 1919 й. аҙнаһына 2 тапҡыр иҫке башҡорт телендә сыға. “Шәреҡ” типографияһында нәшер ителә. Гәзит биттәрендә Рус армияһының Юғары баш командующийы А.В.Колчактың бойороҡтары, ҡарарҙары, хәрби бәрелештәр хаҡында мәғлүмәттәр,...

“АКЦЕНТ ПЛЮС”

“АКЦЕНТ ПЛЮС” Республика Хоҡуҡи Мәғлүмәт Үҙәге, ЯСЙ, Дөйөм Рәсәй “КонсультантПлюс” белешмә-хоҡуҡ системаһын таратыу селтәренең БР буйынса төбәк үҙәге. Производство эшмәкәрлеген иҫәпкә алыуҙы автоматлаштырыу буйынса программа менән тәьмин итеү, төрлө милек формаһындағы предприятиелар өсөн оргтехника...

“АКСАКОВНЕФТЬ”

“АКСАКОВНЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Шкапов нефть ятҡылығын, ш. уҡ Бишбүләк, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары терр‑яһында Бәләбәй, Знаменка, Раевка, Сатай, Шафран һ.б. нефть ятҡылыҡтарын, нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереү һәм файҙаланыуға тапшырыу м‑н шөғөлләнгән. 1955 й. Йәрмәкәй...

“АЙМАҠ”

“АЙМАҠ”, Башҡортостанды өйрәнеү йәмғиәтенең фәнни хеҙмәттәр йыйылмаһы. Өфө ҡ. 3 айға 1 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1925 й. октябренән 1929 й. авгусына тиклем “Башҡорт аймағы”, 1930 й. ғинуарынан 1931 й. авгусына тиклем “А.” (2 һаны сыға) исеме менән нәшер ителә. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы,...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, драма

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең 6 картиналы драмаһы. 1967 й. яҙылған. Пьеса һуғыш арҡаһында айырылған әсә һәм ҡыҙҙың драматик яҙмышы хаҡында бәйән итә. Фашист әсирлегенән ҡасҡан Зөлхәбирә Италияла яңы тормош башлай. Йылдар үткәс, үҙе м‑н ҡыҙы Айгөлдө алып китеү өсөн тыуған яғына ҡайта һәм ауылдаштарының унан...

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, балет

“АЙГӨЛ ИЛЕ”, М.Кәримдең ш. уҡ исемле драмаһы б‑са Н.Ғ.Сабитовтың 3 шаршауҙан һәм прологтан торған балеты. 1971 й. яҙылған. Премьера ш. уҡ йылда БДОБТ‑ла үтә (И.М.Кәримов, Сабитов һәм И.Х.Хәбиров либреттоһы, балетм. — Хәбиров, дирижёры — Сабитов, ҡуйыусы рәссамы — М.Н.Арыҫланов). Төп партияларҙа: Л.С.Ҡыуатова...

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, трагедия

“АЙ ТОТОЛҒАН ТӨНДӘ”, М.Кәримдең 3 бүлектән һәм эпилогтан торған трагедияһы. 1963 й. яҙылған. Драматик конфликт нигеҙен боронғо йола һәм традицияларҙы ҡабул итергә теләмәү, кешенең рухи азатлыҡҡа ынтылышы тәшкил итә. Йолаға ярашлы, Аҡйегетте ағаһының тол ҡатынына өйләндерәләр, ә һөйгәне Зөбәржәтте 11 йәшлек...