Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИШМОРАТ Риза Фәхретдин улы

ИШМОРАТ (Ишморатов) Риза Фәхретдин улы (19.10.1903, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Бәҙрәш а. — 29.10.1995, Ҡазан), драматург. РСФСР‑ҙың (1983) һәм ТАССР‑ҙың (1953) атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. “Ғосмания” мәҙрәсәһендә (1916—18), пед. курстарында (Өфө, 1920) уҡыған, Ленинград сәнғәт тарихы ин‑ты...

ИШЕМҒОЛ Булат

ИШЕМҒОЛ Булат [ысын исеме Ғабдрахманов Ғабдрахман Закир улы; 16.2.1900, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Себенле а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) — 10.7.1938, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. “Ғәлиә” мәҙрәсәһенең әҙерлек курстарында уҡыған (1916—17), ВКП(б) ҮК...

ИШЕМБАЕВА Галина Григорьевна

ИШЕМБАЕВА Галина Григорьевна (2.3.1957, Коркино ҡ.), әҙәбиәт белгесе. Филол. ф. д‑ры (1999), проф. (2001). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) Баҡалы р‑ны мәктәптәрендә эшләй. 1982 й. алып (өҙөклөктәр м‑н) БДУ‑ла уҡыта: 2014 й. башлап сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте каф., 2017 й. — урыҫ, сит ил...

ИХСАН Әхтәм Сөләймән улы

ИХСАН (Ихсанов) Әхтәм Сөләймән улы [16.12.1908, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ибрай а. (БР-ҙың Күгәрсен р‑ны) — 22.9.1992, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1935). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында уҡый (1933—35). 1929 й. алып “Башҡортостан йәштәре” гәз., 1930 й. —...

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы

ИҪӘНҒОЛОВ Фәрит Әхмәҙулла улы [6.3.1928, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Ҡарлыманбаш а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 20.5.1983, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1956). К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1949), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1960) тамамлаған. 1949 й....

ИҪӘНБИРҘИН Әхкәметдин Сабит улы

ИҪӘНБИРҘИН Әхкәметдин Сабит улы [1883, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Аблай а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 1930, шунда уҡ], яҙыусы. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Рәсмәкәй а. (хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) мәҙрәсәлә, “Ғәлиә” мәҙрәсәһендә (1906—12) уҡыған. Ғәрәп телен белгән. “Үкенесле һөйөшөү, яхуд Мансур илә Ғәлиә”...

ИҪӘНБӘТ Нәҡи

ИҪӘНБӘТ Нәҡи (ысын исеме Закиров Нәҡи Сиражетдин улы; 29.12. 1899, Өфө губ. Златоуст өйәҙе Малаяҙ а., хәҙ. БР‑ҙың Салауат р‑ны Татар Малаяҙы а. — 15.9.1992, Ҡазан), яҙыусы. ТАССР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (1986). РСФСР‑ҙың (1959) һәм ТАССР‑ҙың (1957) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. 1910—16 йй. “Хәсәниә” һәм “Мөхәммәҙиә”...

ИСХАҠОВА Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы

ИСХАҠОВА Фәниҙә Әғзәм ҡыҙы (25.7.1965, БАССР‑ҙың Учалы р‑ны Көсөк а.), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1997). БДУ‑ны тамамлаған (1987). 1989—92 йй. Башҡ‑н мәғариф хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ин‑ты хеҙм‑ре. 1994—2010 йй. “Китап” нәшриәтендә: 2005 й. алып редакция мөдире, 2007 й. — бүлек начальнигы;...

ИСХАҠОВ Гәрәй

ИСХАҠОВ Гәрәй (Миңлегәрәй Усман улы; 25.11.1931, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Ибрай а. – 24.6.1997, Сибай ҡ.), драматург. Журналистар союзы (1972), Яҙыусылар союзы (1993) ағзаһы. 1952 й. алып Белорет р‑нында мәҙәниәт йорто мөдире, 1955—57 йй. Ейәнсура район мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе, 1958 й....

ИСХАҠОВ Вәзих Мөхәмәтша улы

ИСХАҠОВ Вәзих Мөхәмәтша улы (5.10.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Иҫке Тайнаш а., хәҙ. БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Тайнаш а. — 20.1.1985, Өфө), яҙыусы. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1981). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1966). БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1958—59 йй. “Кызыл таң” гәз., 1962 й. алып БАССР МС‑ының Радиотапшырыуҙар...

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы

ИСМӘҒИЛЕВ Сәйетғәли Әхмәт улы, Йәрми Сәйете [29.9.1884, Өфө губ. ш. уҡ өйәҙе Йәрми а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 19.10.1972, Өфө], шағир-импровизатор. БАССР‑ҙың халыҡ сәсәне (1944). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). 1926—27 йй. — Шишмә халыҡ театры, Б.В. һуғышы йылдарында Башҡ. филармонияһы музыканты. И. скрипкаға...

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ

ИСМӘҒИЛ БИКМӨХӘМӘТ (ысын исеме Бикмөхәмәтов Исмәғил Бикмөхәмәт улы; 18 б., Ырымбур губ. ш. уҡ исемле провинцияһы Сәйет биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. Татар Ҡарғалыһы а.), яҙыусы. 1751 й. тирәһендә сауҙа юлдарын асыу маҡсатында 4 ауылдашы м‑н Һиндостанға сәйәхәт ҡыла. И.Б. маршруты Урта Азия, Афғанстан,...

ИСЛАМОВ Динис

ИСЛАМОВ Динис [Денис Фәтхи улы; 15.12.1921, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яңы Муса а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 14.4.1973, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1940 й. Көйөргәҙе р‑нының Таймаҫ урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1947 й. алып “Кызыл таң” гәз. әҙәби хеҙм‑ре, 1950 й. —...

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы

ИСҠУЖИН Бүребай Мәхмүт улы (15.1.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Байыш а. — 14.4.2009, шунда уҡ), яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1992). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) Баймаҡ һәм Хәйбулла р‑ндары мәктәптәрендә уҡыта, 1980—85 йй. “Октябрь байрағы” (ҡара: “Баймакский вестник”) гәз. хеҙм‑ре. Буранбай Исҡужин,...

ИСКӘНДӘРИӘ Тамара Ишбулды ҡыҙы

ИСКӘНДӘРИӘ (Юлдашева) Тамара Ишбулды ҡыҙы [10.6.1958, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Ҡыяуыҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны)], шағирә. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2012). Яҙыусылар союзы (1992), Журналистар союзы (2004) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) “Башҡортостан пионеры” гәз., 1990 й. алып...

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы

ИМАНҒОЛОВ Сулпан Ғоссам улы [1.1.1932, БАССР-ҙың Маҡар р‑ны Урман‑Бишҡаҙаҡ а. (БР-ҙың Ишембай р‑ны) – 9.1.2001, Мәләүез ҡ., тыуған яғында ерләнгән], шағир, журналист. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1993). Яҙыусылар союзы (1981), Журналистар союзы ағзаһы. 1958 й. алып “Ударсы” гәз., 1962 й. — “Путь Октября”...

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы

ИЛЬЯСОВА Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы (1.11.1957, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Аҡъюл а.), шағирә. РФ‑тың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2008), БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). Журналистар союзы (1985), Яҙыусылар союзы (1995) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) “Йәншишмә” гәз. хеҙм‑р, 1990 й....

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Хәсән улы

ИЛЬЯСОВ Йәүҙәт Хәсән улы [16.2.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Исламбаҡты а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) – 19.6.1982, Ташкент], яҙыусы. 1952 й. “Ленинец” гәз. бүлек мөдире, 1953—58 йй. Ташкенттың матбуғат органдарында эшләй [1957 й. алып “Звезда Востока” (“Көнсығыш йондоҙо”) ж. бүлек мөдире]. И. әҫәрҙәренә...

ИЛЬИНА Елена

ИЛЬИНА Елена (ысын исеме Прейс Лия Яковлевна; 16.6.1901, Воронеж губ. Острогожск ҡ. – 2.11.1964, Мәскәү), яҙыусы, тәржемәсе. “Был минең мәктәбем” (“Это моя школа”; 1955), “Арыу‑талыуҙы белмәҫ юлсы” (“Неутомимый путник”; 1964) повестары, балалар өсөн хикәйәләр һәм шиғырҙар авторы. Бөйөк Ватан һуғышы...

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна

ИЗИЛЯНОВА Валентина Михайдаровна (1.1.1959, БАССР-ҙың Мишкә р-ны Андреевка а.), шағирә. Мари Эл Респ. атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2016). Мари пед. ин‑тын (Йошкар-Ола, 1982), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1991) тамамлаған. 1982—89 йй. Мари китап нәшриәте хеҙм-ре, 2005—08 йй....