Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АХУНЙӘНОВ Таһир Исмәғил улы

АХУНЙӘНОВ Таһир Исмәғил улы [15.9.1923, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Муса а. (БР‑ҙың Бишбүләк р‑ны) — 25.11.2013, Өфө], совет партия‑дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Тарих ф. канд. (1961). Журналистар союзы (1957), Яҙыусылар союзы (1984) ағзаһы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты эргәһендәге...

АТНАБАЕВ Әнғәм Ҡасим улы

АТНАБАЕВ Әнғәм Ҡасим улы [23.2.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Иҫке Күрҙем а. (БР‑ҙың Тәтешле р‑ны) — 13.10.1999, Өфө], шағир, драматург. БР‑ҙың халыҡ шағиры (1997). РСФСР‑ҙың (1988) һәм БАССР‑ҙың (1977) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1960). З.Ҡ.Атнабаеваның ағаһы. 1943 й. алып Тәтешле р‑нының...

АСАНБАЕВ Нәжиб (Николай Васильевич)

  АСАНБАЕВ Нәжиб [Николай Васильевич; 7.11.1921, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ахман а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 28.3.2013, Өфө], драматург. БР‑ҙың халыҡ яҙыусыһы (2006). РСФСР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1982), БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1977). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы....

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы

АРЫҪЛАН (Арыҫланов) Тимер Гәрәй улы [1.5.1915, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Кәкребаш а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны) — 19.3.1980, Өфө], шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1942). 1939—40 йй. совет‑финлянд һуғышы һәм Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлаған (1951). 1946—64 йй. (өҙөклөктәр...

АРАЛБАЙ Ҡәҙим Әбделғәлим улы

АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Таңатар а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” журналының әҙәби хеҙмәткәре, бүлек мөдире, яуаплы...

АНТОЛОГИЯ

АНТОЛОГИЯ (гр. anthologiá — сәскәләр йыйылмаһы), төрлө авторҙарҙың билдәле бер осорҙо, йүнәлеште, халыҡты сағылдырған һайлап алынған әҫәрҙәре (әҙәби, фәлсәфәүи, муз.) йыйынтығы. Башҡорт әҙәбиәтендә тәүге А. — М.М.Биксурин төҙөгән “Башҡорт хикәйәләре һәм повестары” (1845—1849) китабы. Башҡ. халыҡ йырҙары...

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич (13.2.1953, Өфө — 21.8.2007, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1980) “Китап” нәшриәтендә эшләй. 1998—2007 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррире. “Көндәр”...

АНАҠ Шамил (Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы)

АНАҠ Шамил [ысын исеме Мәхмүтов Шамил Ғүмәр улы; 25.11.1928, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Туҡтар‑Әбдрәшит а., хәҙ. БР‑ҙың Әлшәй р‑ны Әбдрәшит а., — 21.10.2005, ш. уҡ райондың Раевка а.], шағир. БАССР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1990). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1969). МДУ‑ны тамамлаған (1950). 1957—59 йй....

АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы

  АМАНТАЙ (Амантаев) Ғабдулла Гәрәй улы [23.2.1907, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Үрге Ҡунаҡбай а. (Ырымбур өлк. Переволоцк р‑ны) — 10.7.1938], яҙыусы, филолог. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1934). “Хөсәйениә” мәҙрәсәһендә уҡыған, Ленинград филос. һәм лингв. ин‑тын тамамлаған (1931). 1921 й. алып РЛКСМ‑дың...

АЛЬМАНАХ

АЛЬМАНАХ (ғәр. әл‑манах — календарь), ниндәй ҙә булһа билдә (тема, жанр, төбәк) б‑са берләшкән әҙәби әҫәрҙәр тупланған периодик булмаған йыйынтыҡ. Башҡортостанда Яҙыусылар союзының бер нисә А. сыға. “Литературный альманах” (“Әҙәби альманах”; 1934) һәм “Литературная Башкирия” (“Әҙәби Башҡортостан”; 19...

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы

АЛЛАЯРОВ Ғәзим Закир улы [19.12.1912, Ырымбур губ. Верхнеурал өйәҙе Ураҙ а. (БР‑ҙың Учалы р‑ны) — 24.12.1993, Өфө], яҙыусы. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1973). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. КПСС ҮК эргәһендәге Юғары партия мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1960). 1934—35 йй. Учалы МТС‑ының сәйәси бүлеге секретары,...

АЛЛАЯР СУФЫЙ

АЛЛАЯР СУФЫЙ (1616, Бохар ханлығы Кәттәҡурған ҡ. — 1713), суфый шағир. Ишан. Дини йөкмәткеле “Мәсләҡ әл‑муттакин” (“Алланан ҡурҡҡандар юлы”), “Морат әл‑ғарифин” (“Яҡтылар маҡсаттары”) шиғри-сәсмә әҫ. авторы. Фарсы телендә яҙылған, аҙаҡтан автор тарафынан Урта Азия төрки теленә тәржемә ителгән “Ҫабат...

АҠМУЛЛА

АҠМУЛЛА [ысын исеме Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы; 14.12.1831, Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Күл‑Иле‑Мең улусы Туҡһанбай а. (БР‑ҙың Миәкә р‑ны) — 8.10.1895, ш. уҡ губ. Троицк өйәҙе Һарыҫтан а. янында, Мейәс Заводы ҡсб (Мейәс ҡ.) ерләнгән], башҡ. мәғрифәтсе‑шағиры. Мулла ғаиләһендә тыуған. Архив...

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы

АҠБУЛАТОВА Фәрзәнә Фәтих ҡыҙы (1.2.1960, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Үрнәк а.), яҙыусы, журналист. БР-ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2003). Яҙыусылар союзы (1995), Журналистар союзы (1999) ағзаһы. МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) “Совет Башҡортостаны” гәз. хәбәрсеһе, 1991 й. алып “Башҡортостан”...

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы

АҠБАШЕВ Кәбир Мөхәмәтшәрип улы [10.3.1932, БАССР‑ҙың Красноусол р‑ны Яңы Заһит а. (БР‑ҙың Ғафури р‑ны) — 6.2.2019, Стәрлетамаҡ ҡ., тыуған яғында ерләнгән], драматург, прозаик. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2000). Журналистар союзы (1969), Яҙыусылар союзы (1990) ағзаһы. Стәрлетамаҡ уҡытыусылар ин‑тын...

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР

АКЦЕНТЛЫ ШИҒЫР, һәр юлда баҫымдар һаны бер төрлө, ижектәр һаны төрлө булған ярым ирекле шиғыр системаһы. А.ш. күп кенә урыҫ былиналарына һәм тарихи йырҙарына хас күренеш, 1910—20 йй. урыҫ шиғриәтендә ҙур урын алған. Башҡ. шиғриәтендә А.ш. ритмик нигеҙен Р.Ниғмәти В.В.Маяковский шиғырҙарын һәм поэмаларын...

АКСАКОВТАР

АКСАКОВТАР, дворяндар нәҫеле. Өфө тармағына нигеҙ һалыусы — Степан Михайлович Аксаков, 18 б. уртаһында Сембер губернаһынан Ырымбур губернаһына күсә. Уның улы — Тимофей Степанович Аксаков, Өфө юғары земство суды прокуроры. 3 улы була, уларҙың иң билдәлеһе Сергей Тимофеевич Аксаков (ҡара: С.Т.Аксаков)....

АКСАКОВ ФОНДЫ

АКСАКОВ ФОНДЫ, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Башҡортостан бүлексәһе, славян халыҡтары мәҙәниәтен тергеҙеү өсөн булдырылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1992 й. майында ойошторола. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков программаһын...

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич

АКСАКОВ Сергей Тимофеевич (20.9.1791, Өфө — 30.4.1859, Мәскәү, Новодевичье зыяратында ерләнгән), урыҫ яҙыусыһы. Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губ. Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлк. Боғорослан р‑ны Аксаков а.) үтә. Ҡазан ун‑тында уҡый (1805—07). 1808...

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы

АЙЫТМАТОВ Сыңғыҙ Түрәҡол улы (12.12.1928, Ҡырғыҙ АССР‑ының Шәкәр ҡышлағы — 10.6.2008, Нюрнберг, Германия, Бешкәк ҡ. ерләнгән), яҙыусы. Ҡырғыҙ ССР‑ы ФА акад. (1974). Соц. Хеҙмәт Геройы (1978). Ҡырғыҙ ССР‑ының халыҡ яҙыусыһы (1968). Уға донъя күләмендә танылыу килтергән “Йәмилә” (“Джамиля”; 1958), “Иртәләгән...