Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ

ЮҠЛЫҠ КАТЕГОРИЯҺЫ, һөйләүсе күҙлегенән уй‑фекер элементтары араһында реаль булмаған бәйләнеште белдергән грамматик­категория. Бөтә донъя телдәренә хас, күп планлы булыуы м‑н айырыла һәм төрлө тел кимәлдәрендә осрай. Төркиәттә­ Ю.к. традиция б‑са ҡылымға ­ҡарай. Хәҙ. башҡорт­телендә­ Ю.к. белдереүҙең...

ЭТНОЛИНГВИСТИКА

ЭТНОЛИНГВИСТИКА, телде мәҙәниәткә булған мөнәсәбәтендә, телдең йәшәүендә һәм эволюцияһында тел, этномәҙәни, этнопсихологик факторҙарҙың бәйләнешен өйрәнгән тел ғилеме йүнәлеше. Тел тарихы мәсьәләләре, унда матди һәм рухи мәҙәниәттең сағылышы башҡорт тикшеренеүселәре тарафынан әүҙем өйрәнелә. Башҡорт...

ЭТИМОЛОГИЯ

ЭТИМОЛОГИЯ (гр. etymon — һүҙҙең төп мәғәнәһе һәм ...логия), тел ғилеменең һүҙҙәрҙең килеп сығышын өйрәнгән бүлеге. Э. өйрәнеү объекты — телдең һүҙлек составы сығанаҡтары һәм формалашыу процесы, боронғо осор (ғәҙәттә яҙмаға тиклемге) теленең һүҙлек составын реконструкциялау. Фоно‑семантик закондарға...

ЭПИГРАФИКА

ЭПИГРАФИКА (гр. epigraphē — яҙма), ҡаты материалдарҙағы (таш, металл, ағас, балсыҡ һ.б.) яҙмаларҙы (күбеһенсә боронғо һәм урта быуат) өйрәнгән өҫтәмә тарихи һәм филол. фән. Яҙма ҡомартҡыларҙың билдәле бер мәҙәниәткә ҡарағанлығын асыҡлай, уларҙы дешифровкалай, тулыландыра һәм датаһын билдәләй. Палеография,...

ЭПЕНТЕЗА

ЭПЕНТЕЗА (гр. epеnthesis — йәбештереү), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙә өҫтәмә өндөң барлыҡҡа килеүе. Башҡорт телендә Э. һүҙ башында һәм һүҙ аҙағында тартынҡыларҙың бергә килеүенә юл ҡуймаған телдең орфоэпик закондарына үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең (башлыса урыҫ теленән һәм уның аша)...

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР

ЭНЦИКЛОПЕДИЯЛАР (фр. encyclopedie), фәнни, фәнни‑популяр йәки популяр белешмә баҫмалары. Э. системаға һалынған белем йыйылмаһы булып тора, алфавит, тематик йәки алфавит‑тематик тәртиптә урынлашҡан ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә бирелгән фән һәм ғәмәли эшмәкәрлектең айырым йәки бөтә тармаҡтары б‑са төп мәғлүмәттәрҙе...

ЭЛИЗИЯ

ЭЛИЗИЯ (лат. elisio — бүлеп сығарыу), өндәрҙең комбинаторлы үҙгәреше төрҙәренең береһе, һүҙҙәр ҡушылған урында ике һуҙынҡы өндөң береһе (күбеһенсә тәүгеһе) төшөп ҡа­лыуы. Э. башлыса сингармонизм булған телдәргә хас. Башҡорт телендә: 1) бер төрлө һуҙынҡылар, мәҫ., “йылға аша” [йылғаша], “һөйлә әле” [һөйләле],...

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

ЭЙӘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, ниндәй ҙә булһа бер затҡа йәки предметҡа мөнәсәбәт аша объектты белдергән грамматик категория. Башҡорт телендә Э.к. исем, алмаш, ш. уҡ исем ҡылым һәм сифат ҡылым (ҡара: Ҡылым) өсөн хас. Төп белдереү саралары булып зат һәм һан күрһәткестәре м‑н берләштерелгән аффикстар тора: 1‑се...

ЫМЛЫҠТАР

ЫМЛЫҠТАР, һөйләүсенең ысынбарлыҡҡа эмоциональ һәм эмоциональ‑ихтыярлы реакцияһын белдереүсе үҙгәрмәй торған һүҙҙәр класы. Хәҙ. башҡорт телендә Ы. түбәндәге семантик төрҙәре айырыла: 1) эмоциональ мөнәсәбәтте (аптырау, асыуланыу, борсолоу, ғәйепләү, ерәнеү, ҡурҡыу, ҡыуаныу, үкенеү, хупламау, һоҡланыу...

ШОР ТЕЛЕ

ШОР ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Шорҙарҙың милли теле. Кемерово өлк., ш. уҡ Красноярск край­ында, Хакасияла таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 6 меңдән ашыу кеше (2002). Алтай теленә һәм хаҡас теленә яҡын. Ш.т. мрассу һәм кондома диалекттары айырыла. Мрассу диалекты 20 б. 20—30‑сы йй. әҙәби...

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ

ҺҮҘЬЯҺАЛЫШ, 1) телгә хас булған махсус саралар ярҙамында яңы һүҙҙәр яһалыу процесы; 2) телдең һүҙ яһалыу системаһын өйрәнгән грамматика бүлеге. Һ. өйрәнеү объекты булып яһалма һүҙҙәр (дериваттар) тора; Һ. сиктәрендә яһалма һүҙҙәрҙең һүҙ яһаусы саралары һәм мәғәнәләре, һүҙ яһау структураһы һәм типтары...

ҺҮҘЛЕКТӘР

ҺҮҘЛЕКТӘР, билдәле тәртиптә урынлашҡан, төрлө характерҙағы тасуирлауҙар бирелгән (Һ. тибына ярашлы) һүҙҙәр (йәки һүҙ өлөштәре, һүҙ формалары, һүҙбәйләнештәр һ.б.) йы­йылмаһы. Мәғлүмәти, коммуникатив, норматив һ.б. соц. функциялар үтәй; йәмғиәттең бирелгән үҫеш этабындағы белемен сағылдыра. Һ. тасуирланған...

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ

ҺҮҘ ТӨРКӨМДӘРЕ, һүҙҙәрҙең абстрактлаштырылған грамматик мәғәнәһе, морфологик категорияларының составы һәм үҙенсәлектәре, һөйләм составында синтаксик функциялары м‑н айырылған лексик‑грамматик төркөмө. Һ.т. классификациялағанда реаль ысынбарлыҡтың предмет һәм күренештәрен сағылдыра алыу һәләте; грамматик...

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ

ҺАРЫ УЙҒЫР ТЕЛЕ, төньяҡ‑көнсығыш төркөмгә ҡараған төрки телдәрҙең береһе. Һары уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Ганьсу провинцияһы Минхуа р‑нында таралған. Һөйләшеүселәр һаны — 4 меңгә яҡын кеше (1985). Айырыуса хакас теленә һәм шор теленә яҡын. Боронғо уйғырҙар теленә барып тоташа, тип фараз ителә...

ҺАН

ҺАН, предметтарҙың йәки заттарҙың һан яғынан характеристикаһын белдергән грамматик категория. Һ. исемдәргә һәм зат алмаштарына хас, һүҙҙәрҙең башҡа лексик‑грамматик төркөмдәре Һ. синтаксик категорияһына эйә (Һ. формаһы исем һәм зат алмаштары формалары м‑н яраша). Башҡа төрки телдәрҙәге кеүек үк, башҡорт...

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы

ХИСАМИТДИНОВА Фирҙәүес Ғилметдин ҡыҙы (1.1.1950, БР‑ҙың Әбйәлил районы Рәхмәт а. — 3.10.2023, Өфө ҡ., тыуған яғында ерләнгән), тел белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1993), профессор (1994). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡаҙанған фән эшмәкәре. БДПИ‑ны тамамлағандан...

ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

ХӘБӘРЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, бер үк ваҡытта затты һәм уның билдәһен белдергән грамматик категория; башлыса исем һүҙ төркөмдәренә хас. Х.к. формаһындағы һүҙ үҙ структураһында субъект һәм предикатты берләштерә. Башҡорт телендә Х.к. төп белдереү саралары булып берлек һәм күплек һандарҙағы 1‑се һәм 2‑се зат күрһәткестәре...

ХАҠАС ТЕЛЕ

ХАҠАС ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (уйғыр төркөмө). Хаҡастарҙың милли теле, Хакасияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Красноярск крайында, Тыва Респ. таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 52 меңгә яҡын кеше (2002). Айырыуса һары уйғыр теленә, шор теленә, сулым‑төрки теленә яҡын. Боронғо уйғыр һәм ҡырғыҙ...

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР

ФУНКЦИОНАЛЬ СТИЛДӘР, кешенең билдәле аралашыу сфераһында ҡулланылған әҙәби тел төрҙәре. Китап сфераһында — әҙәби‑художестволы, фәнни, публицистик, рәсми эш, эпистоляр, дини Ф.с., ш. уҡ ауыҙ-тел ижады стиле һәм реклама стиле; йәнле һөйләштә һөйләү стилдәре айырыла. Шулай уҡ стиль төрҙәре һәм Ф.с. телмәр...