Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы

НУРҒӘЛИЕВ Данис Карл улы (1.9.1956, БАССР‑ҙың Борай районы Абдулла а.), инженер‑геофизик. Геология‑минералогия фәндәре докторы (1997), профессор (2000). ТР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2005), РФ‑тың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (2000). Ҡазан университетын тамамлағандан һуң (1978) шунда уҡ эшләй:...

НОСКОВ Александр Киприянович

НОСКОВ Александр Киприянович (22.8.1872, Уральск ҡ. – 1961, Өфө), географ, геоботаник. Геогр. ф. канд. (1945). РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1945). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1896) уҡытыусылар семинарияһында (Өфө өйәҙе Благовещен заводы ҡасабаһы), 1899 й. алып Эрбет ҡыҙ балалар гимназияһында, 1902...

НИКОЛАЕВ Василий Васильевич

НИКОЛАЕВ Василий Васильевич (11.2.1939, БАССР‑ҙың Ауырғазы р‑ны Сыуаш‑Ҡарамалы а. — 28.6. 2007, С.‑Петербург, тыуған яғында ерләнгән), инженер‑механик. Сыуашстан Респ. Милли фән һәм сәнғәт акад. почётлы акад. (2001). Техник ф. д‑ры (1998), проф. (1996). РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1992),...

НИЗАМОВ Камил Разетдин улы

НИЗАМОВ Камил Разетдин улы [13.11.1938, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Приют ҡсб (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны)], инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1997), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1975). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1961) 1966 й. тиклем “Аксаковнефть” нефть промыслаһы...

НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ

НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ, бер йәки бер нисә сәнәғәт нефть ятыштарынан торған ултырма ҡатлам, һирәгерәк ер ҡабығының кристаллы тоҡом участкалары. Геол. структураларға тура килеүенә ҡарап, структур (көмбәҙ), литологик һәм риф ятыштары айырыла. Нефттең айырым ятыштары бер геол. ҡатламда (литологик, гидродинамик,...

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ, ҡатлам-коллекторҙан нефть һәм тәбиғи газды сығарыу б‑са эштәр комплексы. Сығарыу скважиналарының забойына ҡарата ҡатламдағы шыйыҡлыҡтың һәм газдың хәрәкәтенә идара итеүҙе, макс. килемле нефть һәм газ сығарыуҙы тәьмин итеү маҡсатында скважиналарҙың һанын, урынлашыуын,...

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺЫУЫ

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ ЯТҠЫЛЫҠТАРЫ ҺЫУЫ, продуктив горизонттарҙа нефть һәм газ менән бергә булған ер аҫты һыуҙары. Тәбиғи составы буйынса башлыса хлорид‑кальцийлы, һирәгерәк гидрокарбонат‑натрийлы, сульфатһыҙ йәки сульфаты аҙ булған һыуҙар. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштергәндә ҡатлам баҫымын тотоу өсөн төрлө...

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ

НЕФТЬ ҺӘМ ГАЗ КОЛЛЕКТОРҘАРЫ, нефть һәм тәбиғи газды урынлаштырыу һәм баҫым түбәнәйгәндә уларҙы үҙҙәре аша үткәреү мөмкинлеге булған тау тоҡомдары. Н.һ.г.к. күбеһе ултырма тоҡомдарҙа барлыҡҡа килә; шулай уҡ вулкан тоҡомдары менән бәйле булған Н.һ.г.к. билдәле. Күҙәнәклек, сатнағанлыҡ, ҡыуышлыҡ һ.б. үҫеше...

НЕФТЬ

НЕФТЬ (фарс. нефт), шыйыҡ янар файҙалы ҡаҙылма. Үҙенсәлекле еҫле, төҫө аҡһыл көрәндән ҡуйы һороға тиклем булған майлы шыйыҡса, дисперслы система; т‑ра 50°C булғанда йәбешкәклеге 0,012—0,55 см2/с тигеҙ; тығыҙлығы 650—1050 кг/м3 сиктәрендә тирбәлә; оптик яҡтан актив берләшмә. Н. — төрлө органик берләшмәләр...

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС

НЕФТЛЕ ҺӘМ ГАЗЛЫ КОМПЛЕКС, өҫтә һәм аҫта ятҡан тоҡомдарҙан литология яғынан айырылып торған, нефте һәм тәбиғи газы булған геол. киҫелештең бер өлөшө. Көньяҡ Татар көмбәҙендә, Башҡорт көмбәҙендә һәм Саҡмағош‑Өфө зонаһында юғары продуктлы ятыштарҙың күпселеге девон терриген Н.һ.г.к. горизонттарына тура...

НЕФРИТ, минерал

НЕФРИТ г е о л о г и я л а, минерал. Тремолит‑актинолит рәтенең амфиболдарынан тора. Агрегаттары нәҙек сүсле, микрокристаллы. Төҫө асыҡ йәшелдән ҡуйы йәшелгә тиклем. Ҡатылығы 5,5—6,5; тығыҙлығы 2800— 3300 кг/м3; һынылышы ҡытыршы; тығыҙ һәм йәбешкәк. Гидротермаль-метасоматик шарттарҙа хасил була, ғәҙәттә...

НЕОГЕН, кайнозойҙың бүлексәһе

НЕОГЕН (нео... һәм ...генез), н е о г е н с и с т е м а һ ы (о с о р о), кайнозойҙың икенсе хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 23 млн йыл, тамамланыуы — 2,6 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1853 й. М.Гёрнес тарафынан айырып күрһәтелә. Ике бүлектән тора: аҫҡыһы — миоцен һәм өҫкөһө — плиоцен. Н....

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич

НАЛИВКИН Дмитрий Васильевич (25.8.1889, С.‑Петербург — 3.3.1982, Ленинград), геолог, палеонтолог. СССР ФА акад. (1946), Төрөкмән ССР‑ы ФА‑ның (1951), Чехословакия ФА‑ның (1962), Сербия фән һәм сәнғәт акад. (1965) почётлы ағзаһы, геол.‑минералогия ф. д‑ры (1936), проф. (1924). Соц. Хеҙмәт Геройы (1963)....

НАЛИВКИН Василий Дмитриевич

НАЛИВКИН Василий Дмитриевич (30.4.1915, Петроград — 5.11.2000, С.‑Петербург), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1968), БР ФА‑ның почётлы ағзаһы (1991), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1951), проф. (1964). СССР‑ҙың почётлы ер аҫты разведкалаусыһы (1958). Д.В.Наливкиндың улы. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1938)....