Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ПУЧКОВ Лев Александрович

ПУЧКОВ Лев Александрович (5.7.1938, Сыуаш АССР‑ы Порецкое а. — 4.1.2021, Мәскәү ҡ.), тау инженеры. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (1991), БР ФА‑ның почётлы академигы (1995), техник фәндәр докторы (1974), профессор (1978). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), РФ яғыулыҡ‑энергетика комплексының почётлы хеҙмәткәре...

ПУЧКОВ Виктор Николаевич

ПУЧКОВ Виктор Николаевич (17.8. 1938, Тула ҡ.), геолог. РФА‑ның мөхбир ағзаһы (2000), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1978), проф. (1993). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1999). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1960) СССР ФА Коми филиалының Геология ин‑ты (Сыктывкар ҡ.) ғилми хеҙм‑ре, 1974 й. алып РФА Урал бүлексәһе...

ПРОТЕРОЗОЙ

ПРОТЕРОЗОЙ (гр. próteros — ир‑тәрәк һәм zōḗ — тормош), п р о т е р о з о й  а к р о т е м а һ ы, кембрий алдының өҫкө бүлексәһе. Эраның башы — 2500±50, аҙағы — 535±1 млн йыл. 1887 й. инглиз геологы А.Седжвик тарафынан айырып күрһәтелә. Рәсәй кембрий алдының стратиграфик шкалаһында аҫҡы һәм өҫкө П. айырыла,...

ПРОКИН Василий Александрович

ПРОКИН Василий Александрович (30.12.1922, Екатеринбург губернаһы Шата а. — 29.9.2019, Өфө ҡ.), тау инженеры‑геолог. Геология-минералогия фәндәре докторы (1973), профессор (1980). РФ‑тың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск...

ПРОЗИН Владимир Павлович

ПРОЗИН Владимир Павлович (21.6. 1927, Өфө — 8.9.2009, шунда уҡ), тау инженеры. Свердловск тау ин‑тын тамамлағандан һуң (1953) Урал терр. геол. идаралығының (Свердловск ҡ.) Полднево геол. разведка партияһында эшләй. 1958 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑нда: өлкән инженер, 1960 й. башлап быраулау б‑са өлкән...

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР

ПРИИСКЫЛАР ҺӘМ РУДНИКТАР, тау‑ҡаҙылма сәнәғәтенең һибелмә ятҡылыҡтарҙы үҙләштереү (прииск), ер аҫтынан мәғдән, тау‑химия сеймалы һәм төҙөлөш материалдары сығарыу (рудник) пр‑тиелары. Ярҙамсы цехтар һәм ҡоролмалар комплексын (ваҡлау‑сортлау һәм байыҡтарыу ф‑калары, механика цехтары һ.б.) үҙ эсенә ала....

ПРАГА ЯРУСЫ

ПРАГА ЯРУСЫ (Прага ҡ. исеменән), девондың аҫҡы бүлегенең урта бүлексәһе. Лохков ярусында ята, эмсский ярусы м‑н ҡаплана. И.Хлупач тарафынан Чехияла айырып күрһәтелә (1958). Көньяҡ Уралда П.я. тәүге тапҡыр А.П.Тяжёва һ.б. тарафынан 1976 й. Ырғыҙлы й. буйы киҫелештәрендә, Тютюлень й. (икеһе лә — Ағиҙел...

ПОТАПОВ Александр Григорьевич

ПОТАПОВ Александр Григорьевич (11.8.1940, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Потаповка а.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1987), проф. (1993). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), СССР‑ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1984), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан...

ПОРФИРИТ

ПОРФИРИТ, плагиоклаз, пироксен, мөгөҙ обманкаһы минералдарының эре бүленделәрен үҙ эсенә алған үтә ваҡ бөртөклө массанан торған порфир төҙөлөшөндәге һелтеле һәм урта составлы палеотип эффузив тау тоҡомдарының дөйөм атамаһы. Химик составы б‑са базальтлы, андезит‑базальтлы, андезитлы П., порфир бүленделәренең...

ПОПОВ Владимир Георгиевич

ПОПОВ Владимир Георгиевич (11.8.1941, Новочеркасск ҡ. — 5.1.2017, шунда уҡ), гидрогеолог. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1987), проф. (1990). Новочеркасск политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1964) Башҡ‑н терр. геол. идаралығының Көнбайыш Башҡ‑н комплекслы геол. экспедицияһында өлкән гидрогеолог. 1973 й....

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ

ПОДОЛЬСК БАҠЫР КОЛЧЕДАНЫ ЯТҠЫЛЫҒЫ, Хәйбулла р‑ны Подольск а. эргәһендә урынлашҡан. 1970 й. Башҡ‑н терр. геол. идаралығы тарафынан асыла. Магнитогорск мегасинклинорийының көнбайыш итәгенә тура килә. Ҡарамалыташ свитаһының базальт һәм риодациттар бәйләнешендә ойошҡан мәғдәнләнеү олотау свитаһының ҡалын...

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА

ПЛЮМ‑ТЕКТОНИКА, геол. теория, уға ярашлы Ер мантияһында ядро— мантия сигендә барлыҡҡа килгән плюмдар — еңелсә йылынған матдәнең конвектив ағымдары була (У. Морган, 1971). Плюмдар, Ер өҫтөнә күтәрелеп, ер ҡабығында һәм өҫкө мантияла иреү усаҡтары булдыра һәм билдәле геохимик типтағы вулканизм тыуҙыра,...

ПЛАТФОРМА ҠАПЛАМАҺЫ

ПЛАТФОРМА ҠАПЛАМАҺЫ, платформаның өҫкө структур ҡаты, күбеһенсә плита тибындағы ултырма, ҡайһы берҙә үҙенсәлекле магматик формацияларҙан тора. Респ. сиктәрендә П.ҡ. Көнсығыш Европа платформаһының венд, палеозой, мезозой һәм кайнозой ултырмаларынан ғибәрәт. Венд ултырмалары киҫкен структур һәм стратиграфик...

ПЛАКСИН Игорь Николаевич

ПЛАКСИН Игорь Николаевич (25.9. 1900, Өфө — 15.3.1967, Мәскәү), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (1937), проф. (1934). СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1946). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Алыҫ Көнсығыш ун‑тын тамамлағандан һуң (Владивосток, 1926) СССР ФА‑ның Химия ин‑тында (Ленинград) эшләй, 1928 й. алып...

ПИРРОТИН

ПИРРОТИН (гр. pyrrhotēs — ҡыҙғылт), м а г н и т  к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, Fe1‑xS. Сингонияһы тимер һәм көкөрт нисбәтенә бәйле гексагональ йәки моноклинлы, кристалдары дипирамидаль, пластинка, бағана, мискә формаһында; игеҙәктәр хас. Төҫө һарғылт‑ҡуңыр, көрән төҫмөрө бар, металл...

ПИРОФИЛЛИТ

ПИРОФИЛЛИТ (гр. pýr — ут һәм phýllon — япраҡ), икеләтә системаһыҙ структуралы ҡатлаулы силикаттар ярым класы минералы, Al2(OH)2[Si4O10], Al3+ өлөшләтә Fe2+, Mg2+ һ.б. м‑н алмашына. Моноклин сингонияһында кристаллана. Агрегаттары табаҡлы, тәңкәле. Пластинкалы, нурлы һәм тотош тупланмалар рәүешендә осрай....

ПИРОКСЕНДАР

ПИРОКСЕНДАР (гр. pýr — ут һәм xénos — сит), сылбырлы структуралы метасиликаттар класы минералдары. Дөйөм формулаһы W(X,Y)1+ +p(Z2O6), бында W — Ca, Na; X — Mg, Fe2+, Mn, Li, Ni; Y — Al, Fe3+, Cr, Ti; Z — Si, Al. Төрҙәре: тимерҙең күләме 0—12%‑тан 88—100%‑ҡа тиклем үҙгәреү м‑н өҙлөкһөҙ энстатит—ферросилит...

ПИРОЖОК Пётр Иванович

ПИРОЖОК Пётр Иванович (3.9.1927, Украина ССР‑ы Семёново а. — 2020 й. декабре, Учалы ҡ.), тау инженеры‑геолог. БР‑ҙың атҡаҙанған геологы (1995). Б.В. һуғышында һәм 1945 й. совет‑япон һуғышында ҡатнашыусы. Свердловск тау институтын тамамлағандан һуң (1959) Учалы тау‑байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1962 й....

ПИРИТ

ПИРИТ (гр. pyrites), к ө к ө р т   к о л ч е д а н ы, т и м е р   к о л ч е д а н ы, сульфидтар класы минералы, FeS2. Составына баҡыр, кобальт, никель һ.б. ҡушылмалар инә. Кристалдары куб (йыш ҡына ҡырҙарында штрихтар була), пентагондодекаэдр, һирәк осраҡта октаэдр формаһында, бергә уҡмашҡан һәм шытып...

ПЕТРОГРАФИЯ

ПЕТРОГРАФИЯ (гр. pétros — таш һәм ...графия), геологияның тау тоҡомдарын (ТТ), уларҙың минераль һәм химик составын, структураһын һәм текстураһын, барлыҡҡа килеүен, урынлашыу шарттарын, геогр. таралыуын, классификацияһын һәм номенклатураһын өйрәнгән бүлеге. Магматик тоҡомдар, метаморфик тоҡомдар, ултырма...