Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠӘҘИМСЕЛЕК

ҠӘҘИМСЕЛЕК (ғәр. ҡәҙим — иҫке), Урал-Волга буйы мосолмандарының консерватив идея-сәйәси һәм дини хәрәкәте. 19 б. аҙ. капиталистик мөнәсәбәттәр урынлашҡандан һуң төрки-мосолман йәмғиәтендә барған үҙгәрештәргә яуап рәүешендә барлыҡҡа килә; йәдитселеккә ҡаршы тора. Ҡ. исламдың формалашҡан әхлаҡи ҡиммәттәрен...

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ

ҠАРҒАЛЫ МӘҘРӘСӘЛӘРЕ, 1746— 1920 йй. Ҡарғалы биҫтәһендә (ҡара: Сәйет биҫтәһе) эшләгән мосолман мәктәптәре комплексы. Биҫтәләге тәүге мәҙрәсә 1746 й. 1‑се йәмиғ мәсете эргәһендә һалына. Биҫтәлә яңы мәсеттәр төҙөлөү м‑н (сауҙагәрҙәр һәм диндарҙар аҡсаһына) уларҙың эргәләрендә мәҙрәсәләр ҙә асыла. Биҫтәлә...

ҠАМЛАУ

ҠАМЛАУ (төркисә ҡам — шаман), башҡорттарҙа шаман (ҡара: Шаманлыҡ), баҡсы тарафынан әруахтар, тәбиғи булмаған, тәбиғәт көстәре һ.б. м‑н бәйләнеш урынлаштырыу өсөн башҡарыла торған ырым. Ауырыу сәбәптәрен асыҡлау һәм бөтөрөү, юғалған кешеләрҙе йәки әйберҙәрҙе эҙләү, яҙмышты, ваҡиғаларҙы күрәҙәләү, һауа...

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ

ҠАЗАН БОЖЬЯ МАТЕРЬ СОБОРЫ, Стәрлетамаҡ ҡ. Сиркәү майҙанында урынлашҡан була. 1837 й. Ырымбур губ. архитекторы Я.И.Алфеев проекты б‑са мәхәлләгә йөрөгән кешеләр аҡсаһына һәм урындағы сауҙагәрҙәрҙең хәйриә аҡсаһына сиркәү итеп нигеҙ һалына. 1834 й. янған Ҡазан Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә һалынған ағас...

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ

КРЕСТОВОЗДВИЖЕНИЕ СИРКӘҮЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1892 й. Нижегородка биҫтәһендә Дионисий I инициативаһы м‑н сауҙагәр Т.П.Козлов аҡсаһына төҙөлә, 1893 й. изгеләндерелә. 19—20 бб. араһындағы рус стилендәге сиркәү (20х29,3 м) ағастан, 6 көмбәҙле, 8 тәреле (6‑һы ҡорамда, 1‑һе күтәрмәлә, 1‑һе алтарҙа) итеп төҙөлә,...

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ

КӨНСЫҒЫШ РӘСӘЙ МӘҘӘНИ-АҒАРТЫУ ЙӘМҒИӘТЕ, 1915 й. 30 мартында епископ Андрей инициативаһы б‑са ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Етәксе органы — Совет. Йәмғиәттең төп маҡсаттары: “Рәсәйҙең көнсығыш өлөшөндәге урыҫ халҡының рухи һәм матди көстәренең үҫеүенә, урындағы башҡа милләт халыҡтарының урыҫ халҡы м‑н...

КИРХА, сиркәү

КИРХА, кирка (нем. Kirche — сиркәү), лютеран сиркәүе. К. готикаға һәм бароккоға барып тоташҡан ҡәтғи формалар, лютеран (ҡара: Лютерандар) дин ғилеменә ярашлы, аскеттарса эске биҙәлеш хас. Өфөлә К. 1910 й. Һамар урамында (Беляков урамы, 2) төҙөлә (1989 й. яңыртыла). Ҡалай м‑н ябылған, 1 ҡатлы кирбес...

КИЛЕМ МӘСЕТЕ

КИЛЕМ МӘСЕТЕ, 1821 й. Бәләбәй өйәҙе Килем а. (БР‑ҙың Бүздәк р‑ны) Тәвкилевтәр аҡсаһына төҙөлә. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты ҡарамағында. К.м., Килем һарайы, үрге һәм түбәнге парктар берҙәм һарай‑усадьба комплексын хасил итә. Мәсет (27х11 м) таштан, 2 ҡатлы, һыҙмала тура мөйөшлө, 4 яҡлы...

КАТОЛИЦИЗМ

КАТОЛИЦИЗМ (гр. katholikos — дөйөм, төп, ғаләми), Католик сиркәүе, христианлыҡта төп йүнәлештәрҙең береһе. 1054 й. христиан сиркәүенең католик һәм православиеға бүленеүенән һуң дин ғилеме һәм сиркәү ойошмаһы булараҡ барлыҡҡа килә. Дин ғилеме сығанаҡтары — Библия һәм Изге Риүәйәт. К. төп тәғлимәте —...

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ЙЫЛАЙЫР ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ “Венер”, 2002 й. төҙөлгән. 2002 й. 2 июлендә Германияла авиакатастрофала һәләк булған Венер Вәлиев исеме м‑н аталған. Й.й.м. уның ата‑әсәһе, айырым кешеләр, а.х. һәм сәнәғәт пр‑тиелары ярҙамы м‑н төҙөлә. Диниә назараты ҡарамағында тора. 2003 й. алып эшләй. Мәсет [15х8х18 м (манараһы...

ИУСТИН

ИУСТИН (донъяуи исеме Полянский Михаил; 1831, Воронеж губ. — 26.9.1903, Херсон губ., Изге Григорий Бизюково монастыры), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1896— 1900). Дини тәғлимәт магистры (1870). Архимандрит (1872). Монахлыҡ ҡабул иткән (1864). Киев дини акад. тамамлағандан һуң (1869) Харьков дини...

ИУДАИЗМ

ИУДАИЗМ, иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе. Б.э.т. 1‑се мең йыллыҡта Фәләстанда барлыҡҡа килә, башлыса йәһүдтәр араһында таралған. Дин ғилеме сығанағы — Тәүрат; догматик, дини‑этик һәм хоҡуҡ ҡанундары — Талмудта, йәһүдтәрҙең тормошон көйләүсе ҡанундар Һалахала теркәлгән. И. эйәреүселәр бер Аллаға,...

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР

ИСЛАМҒА ТИКЛЕМГЕ ДИНИ ИНАНЫУҘАР, башҡорттарҙа: ислам үтеп ингәнгә тиклем таралған дини ҡараштар йыйылмаһы. Башҡорттарға әйберҙәрҙе һәм тәбиғәт күренештәрен йәнләндереү, уларға ҡөҙрәтле көс һәм кеше сифаттары биреү хас була. Ибн Фаҙлан яҙмалары б‑са, башҡорттар 12 “хужаға” — йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең...

ИСЛАМ

ИСЛАМ (ғәр. — буйһоноусанлыҡ), донъя диндәренең береһе. 7 б. Көнбайыш Ғәрәбстанда барлыҡҡа килә. Нигеҙ һалыусыһы — Мөхәммәт пәйғәмбәр. Эйәреүселәре — мосолмандар. Дин ғилеме сығанағы —Ҡөрьән. Изге риүәйәттәре — Сөннә. И. хоҡуҡ нормалары шәриғәттә теркәлгән. И. төп талаптары: 1) шәһәҙә — бер Аллаға инаныу,...

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы

ИСАЕВ Әбделбарый Низаметдин улы [28.1.1907, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Үрге Аташ а. (БР‑ҙың Саҡмағош р‑ны) — 13.11.1983, Ленинград], дин әһеле, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө (1975—80, ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Төйлөгән а....

ИРИНЕЙ

ИРИНЕЙ (донъяуи исеме Середний Иван Петрович; 10.5.1939, Украина ССР‑ы Столпин а.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ епискобы (1975–76). Дини тәғлимәт канд. (1968). Митрополит (2002). Архиепископ (1982), архимандрит (1971). Монахлыҡ ҡабул иткән (1970). Ленинград дини акад. тамамлағандан һуң (1968) шунда...

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ

ИР БАЛАЛАР ДИНИ УЧИЛИЩЕҺЫ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн башланғыс уҡыу йорто. 1818 й. Дини семинарияның түбәнге кластарын үҙгәртеп ҡорған ваҡытта Өфөлә асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесы м‑н семинария идараһы...

ИОСИФ

ИОСИФ (донъяуи исеме Богословский Иван Иванович; 18.8.1800, Рязань губ. Кобыльское а. — 19.2.1892, Воронеж ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1849—53). Дини тәғлимәт канд. (1828). Архиепископ (1860), архимандрит (1833). Монахлыҡ ҡабул иткән (1828). Мәскәү дини акад. тамамлаған (1828). 1829 й....

ИОВ

ИОВ (донъяуи исеме Кресович Владимир Адрианович; 15.9.1898, Волынск губ. Мокрец а. — 4.12.1977, Львов ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Стәрлетамаҡ архиепискобы (1967—73). Архиепископ (1954). Монахлыҡ ҡабул иткән (1942). Кременец дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1922) Мәскәү патриархияһы епархияларында священник,...

ИОАННИКИЙ

ИОАННИКИЙ (донъяуи исеме Образцов Иван Яковлевич; 1793, Тверь наместниклығы Титовка а. — 18.4.1880, Чернигов губ. Нежин ҡ.), дин әһеле, Ырымбур һәм Өфө епискобы (1835—49). Дини тәғлимәт канд. (1817). Архимандрит (1825). Монахлыҡ ҡабул иткән (1819). С.‑Петербург дини акад. тамамлағандан һуң (1817) Чернигов...