Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЕВПРАКСИЯ

ЕВПРАКСИЯ (донъяуи исеме Блохина Евдокия; 1818, Өфө — 1.5.1894, шунда уҡ), дин әһеле, игуменья (1860). Монахлыҡ ҡабул иткән (1859). 1845 й. алып Благовещение ҡатын-ҡыҙҙар монастырында (1858 й. башлап настоятельница). Е. етәкс. монастырь ҙур хужалыҡ комплексы булып китә: монастырь ерҙәренең майҙаны арта...

ЕВГРАФ

ЕВГРАФ Уфимский [донъяуи исеме Еварестов Евграф Васильевич; 1858, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Кирсаново а. (Ырымбур өлк. Пономарёвка р‑ны) — 1919 й. дек., Өфө], дин һәм йәмәғәт эшмәкәре; священномученик. Дворян (1914 й. алып). Дини тәғлимәт канд. (1885). Священник дәрәжәһен ҡабул итә (1887). Ҡазан дини...

ДИОНИСИЙ II

ДИОНИСИЙ II (донъяуи исеме Прозоровский Дмитрий Дмитриевич; 6.8. 1871, Һамар губ. Боғорослан өйәҙе Суҡ‑Ҡарамалы биҫтәһе, хәҙ. Ырымбур өлк. ш. уҡ исемле районы Северный а., — 25.10.1937, Томск ҡ.), дин әһеле, Өфө һәм Дәүләкән архиепискобы (1934—36). Дини тәғлимәт канд. (1898). Архиепископ (1926), архимандрит...

ДИОНИСИЙ I

ДИОНИСИЙ I (донъяуи исеме Хитров Дмитрий Васильевич; 22.10.1818, Рязань губ. Хитрово а. — 8.9.1896, Покров монастыры, Мәскәү), дин әһеле, Өфө һәм Минзәлә епискобы (1883—96). Монахлыҡ ҡабул иткән (1868). Рязань дини семинарияһын тамамлағандан һуң (1840) Якутск епархияһында хеҙмәт итә: дини уҡыу йорттары...

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ

ДИНИӘ НАЗАРАТЫ, Башҡортостан Республикаһы мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштергән һәм уларҙың эшмәкәрлеген көйләгән дини ойошма. Өфөлә урынлашҡан (1917—23 йй. — Стәрлетамаҡ ҡ.). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: дини ойошмалар һәм төркөмдәр м‑н адм. һәм ҡануни етәкселек итеү, уларҙың мосолман...

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ

ДИНИ ТӘҒЛИМӘТ, теология, Алла, уның сифаттары, билдәләре һәм үҙенсәлектәре т‑дағы дини белемде нигеҙләү һәм яҡлау системаһы; догматиканың дөрөҫлөгөн күрһәтеүсе дәлилдәр, дини әхлаҡ, дин тотоусыларҙың һәм руханиҙарҙың теге йәки был дин м‑н билдәләнгән йәшәү ҡағиҙәләре һәм нормалары комплексы. Алланың...

ДИНИ СИМВОЛИКА

ДИНИ СИМВОЛИКА, үҫешкән дини системаларға хас төрлө абстракт төшөнсәләрҙе, концепцияларҙы сағылдырыу өсөн ҡулланылған символдар тупланмаһы. Төрлө диндәрҙең изге текстарында була. Д.с. ритуал характерындағы матди, һүҙ ярҙамында белдерелгән, һүрәтләнгән билдәләрҙе индерәләр. Диндең башланғыс формаларында...

ДИНИ СЕМИНАРИЯ

ДИНИ СЕМИНАРИЯ, православие руханиҙарын әҙерләү өсөн урта уҡыу йорто. Өфөлә урынлашҡан. 1800 й. асыла. Епархия Преосвященныйының Баш идаралығы ҡарамағында була, Изге Синод аҡсаһы иҫәбенә тотола. Уҡытыу‑тәрбиә процесына семинария идараһы етәкселек итә, составына ректор, инспектор һәм уҡытыусылар араһынан...

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ

ДИНИ КОНСИСТОРИЯ (лат. сonsistorium — йыйын урыны, совет), 1744—1918 йй. Урыҫ православие сиркәүендә епархия архиерейы ҡарамағындағы коллегиаль идара итеү органы. Изге Синод ҡарамағында була. Д.к. эшмәкәрлеге 1841 йылғы Уставҡа (1883 й. ҡайтанан ҡарала) ярашлы тормошҡа ашырыла. Присутствиенан (православие...

ДИНИ КИТАПТАР

ДИНИ КИТАПТАР, дини йолаларҙы башҡарыу ҡағиҙәләре һәм тәртибе һүрәтләнгән дини баҫмалар, ш. уҡ улар өсөн яҙылған текстар. Айырыуса православие динендә күп. Ҡайһы бер Д.к. православие ҡорамдарында йәмәғәтселек м‑н ғибәҙәт ҡылыу (вечерня, утреня, часы, литургия), ҡайһылары мәхәллә кешеләренең шәхси үтенесе...

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ

ДИНИ БЕЛЕМ БИРЕҮ, дини хеҙмәт башҡарыу б‑са профессионалдарҙы, дини уҡыу йорттары уҡытыусыларын әҙерләү, ш. уҡ халыҡты дини ағартыу системаһы. Рәсәйҙә Д.б.б. системаһы юғары (дини академиялар, дини тәғлимәт ун‑ттары һәм ин‑ттары), урта (дини семинария, училище, колледж, мәҙрәсә, иешивалар һ.б.) һәм...

ДИНИ АСКЕТИЗМ

ДИНИ АСКЕТИЗМ (гр. asketes – күнегеүсе), тормош рәхәтлектәренән, уңайлыҡтарынан һәм кинәнестәрҙән баш тартҡанда ғына Аллаға ысын мәғәнәһендә хеҙмәт итергә мөмкин тигән ҡарашҡа нигеҙләнгән йәшәү рәүеше. Д.а. төп талаптары: ураҙа (туҡланыуҙа тыйылыу), нәфсене һәм эш‑ҡылыҡтарҙы тулы контролдә тотоу. Д.а. вәғәзе...

ДИНДӘШЛЕК

ДИНДӘШЛЕК, ғибәҙәт ғәмәлендә “Никонға тиклемге” йолаларға тоғро ҡалған һәм, старообрядсылыҡтан айырмалы рәүештә, епархия һәм Синод хакимлығын таныған православие ағымы. Рәсәйҙә 18 б. аҙ. старообрядсылыҡтың уртасыл ҡарашлылар даирәһенең Урыҫ православие сиркәүе м‑н килешеү төҙөүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа...

ДИН ҒИЛЕМЕ

ДИН ҒИЛЕМЕ, дин т‑да дини, филос. һәм аныҡ фәнни белемдәр комплексы. Д.ғ. үҙ аллы дисциплина булараҡ 19 б. формалаша. Дин антропологияһын, психологияһын, социологияһын, тарихын, феноменологияһын, философияһын үҙ эсенә ала. Диндең барлыҡҡа килеү, үҫеү һәм эш итеү законлылыҡтары Д.ғ. тикшеренеү предметы...

ДИН

ДИН (лат. religio — динселлек, иң изге нәмә, табыныу предметы), ижт. аң формаһы, ғәҙәттән тыш көстәрҙең, бер йәки бер нисә илаһтың барлығына инаныуға бәйле тәртип һәм культ. Д. теологик (конфессиональ), филос., социол., психол., мифол.-лингв. һ.б. концепциялары бар. Д. структураһын дини аң (ышаныу,...

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ

ДИМИТРИЙ СОЛУНСКИЙ СИРКӘҮЕ, Димитрий сиркәүе. 1790‑сы йй. Ырымбур губ. Бәләбәй өйәҙе Куроедов  а. (хәҙ. БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Надеждино  а.) дворян Куроедовтар аҡсаһына төҙөлә. Классицизм стилендәге таш сиркәү, 2 көмбәҙле, сатырлап эшләнгән 3 яруслы манаралы, ҡыйығы 2 яҡлы. Базилика тибындағы бина. Көнбайыш...

ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ

ДӘҮЛӘКӘН ЙӘМИҒ МӘСЕТЕ, 1907 й. тиклем Бәләбәй өйәҙе Этҡол а. (хәҙ. Дәүләкән ҡ. эсендә) ошо ауыл кешеләре тарафынан сауҙагәрҙәр Н.Ғ.Кәримов, ағалы‑ҡустылы А. һәм М. Үтәмешевтәр аҡсаһына төҙөлә. БР Диниә назараты ҡарамағында. Мәсет (25,0×12,9×4,8 м) бер ҡатлы, 2 яҡлы ҡыйыҡлы; стенаһы аҡ таштан һалынған...

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ

ДАЛМАТ УСПЕНИЕ ИР-ЕГЕТТӘР МОНАСТЫРЫ, Урал аръяғындағы тәүге монастырь (3‑сө класлы). 1644 й. Тинес й. (Исәт й. ҡушылдығы) тамағында Төмән өйәҙе (ҡара: Исәт провинцияһы) башҡорттары ерҙәрендә, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, Төмән мырҙаһы Илегәйҙән ҡуртымға алынған ерҙәрҙә нигеҙләнгән. Нигеҙ һалыусыһы — Далмат...

ҒОСМАНОВ Хәйрулла

ҒОСМАНОВ Хәйрулла, У с м а н о в Х. [1848 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1846), Ырымбур губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ибрай а. — 1907, Өфө], дин эшмәкәре, мөҙәрис. Ахун (1888). Вятка губ. Мачкара а. мәҙрәсәһен тамамлаған. 1888 й. Беренсе йәмиғ мәсетенең имам‑хатибы, унда мәҙрәсә (уның хөрмәтенә “Ғосмания” исеме...

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм

ҒӘБДРӘХИМОВ Ғәбдессәләм (1765— 31.1.1840, Өфө), дин әһеле, Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө (1825—40). Ахун (1805). Тархан (1817). Ҡазанда мәҙрәсә һәм Ҡарғалы мәҙрәсәләренең береһен тамамлаған. 1799 й. алып Ырымбур ҡала муллаһы, 1805 й — 1‑се йәмиғ мәсете (ҡара: Ырымбур тарихи йәмиғ мәсеттәре)...