Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ

СОЦИАЛЬ ФИЛОСОФИЯ, й ә м ғ и ә т  ф и л о с о ф и я һ ы, философияның шәхес м‑н йәмғиәттеңүҙ‑ара мөнәсәбәтен өйрәнгән бүлеге. Рәсәйҙә С.ф. термины 20 б. 90‑сы йй. уртаһында барлыҡҡа килә. С.ф. бурысы — йәмғиәттең булмышын асыу, уны донъяның башҡа өлөштәренән айырылып торған, әммә уның м‑н берҙәм донъя...

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович

СЕЛИВАНОВ Александр Иванович (13.5.1961, Күмертау ҡ. — 7.12.2020, Мәскәү ҡ.), философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БДУ‑ны тамамлаған (1984), 1986 й. алып шунда уҡ эшләй. 1991 й. башлап “Полином” аналитик үҙәгенең (Өфө ҡ.) ғилми директоры, бер үк ваҡытта 1992 й. алып...

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы

СӘЛИХОВ Ғәфүр Ғөбәй улы (7.2.1959, Ырымбур өлкәһе Бурағол а.), философ. Философия фәндәре докторы (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1987) 1989 й. тиклем 80‑се ауыл хужалығы профессиональ‑техник училищеһында (Йылайыр районы Юлдыбай а.) уҡыта. 1992 й. алып (өҙөклөктәр менән) БДУ‑ла (2011 й. башлап философия...

СӘЙЕТОВ Уйылдан Ғилман улы

СӘЙЕТОВ Уйылдан Ғилман улы [17.11.1951, БАССР‑ҙың Матрай районы Әбделнасыр а. (БР‑ҙың Хәйбулла районы)]. Философия фәндәре кандидаты (1991). БР‑ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2011). ВЛКСМ ҮК эргәһендәге Юғары комсомол мәктәбен (1977), КПСС ҮК эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын...

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы

САДИҠОВ Фәһим Бинйәмин улы [16.6.1928, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Яңы Мөслим а. (БР‑ҙың Мәсетле районы) — 23.6.1998, Өфө ҡ.], философ. БР ФА академигы (1998), философия фәндәре докторы (1973), профессор (1974). БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1977). Свердловск педагогия институтын тамамлаған (1950)....

РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы

РӘХМӘТУЛЛИНА Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26.8.1961, БАССР‑ҙың Иглин районы Түбәнге Ләмәҙ а.), философ, педагог. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). БДУ‑ны тамамлаған (1985), 1991 й. алып шунда уҡ эшләй: 2000 й. башлап ЮНЕСКО кафедраһы, 2002—04 йй. һәм 2006 й....

РӘХМӘТУЛЛИН Рафаэль Йосоп улы

РӘХМӘТУЛЛИН Рафаэль Йосоп улы (9.9.1944, Пенза өлкәһе Индерка а. — 14.8.2021, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Урал дәүләт университетын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1976) Хабаровск халыҡ хужалығы институтында, 1980 й. алып СССР ЭЭМ‑ының Хабаровск юғары мәктәбендә...

ПУШКАРЁВА Марина Алексеевна

ПУШКАРЁВА Марина Алексеевна (7.1.1965, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2006). БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1987) шунда уҡ, 1994 й. алып Өфө ҡ. 135‑се мәктәбендә эшләй. 2000 й. башлап Көнсығыш иҡтисади‑юридик гуманитар академияһында, бер үк ваҡытта М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар...

ПУСТАРНАКОВ Владимир Фёдорович

ПУСТАРНАКОВ Владимир Фёдорович (5.5.1934, БАССР‑ҙың Мәләүез районы Воскресенка а. — 6.2.2001, Мәскәү ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1982). Мәскәү халыҡ‑ара мөнәсәбәттәр институтын тамамлаған (1958). 1959 й. алып РФА‑ның Философия институтында (Мәскәү ҡ.) эшләгән. Фәнни эшмәкәрлеге рус Мәғрифәте,...

ПОПОВ Василий Дмитриевич

ПОПОВ Василий Дмитриевич [28.12.1921, Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Пчельник а. (БР‑ҙың Бишбүләк районы) — 16.3.1997, Өфө ҡ.], философ, социолог. Философия фәндәре докторы (1981), профессор (1985). БАССР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1966). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев исемендәге Башҡ....

ПОЗДЯЕВА Светлана Михайловна

ПОЗДЯЕВА Светлана Михайловна (22.2.1955, Өфө ҡ.), философ, педагог. Философия фәндәре докторы (1999), профессор (2001). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) ӨНИ эргәһендәге зона уҡытыу‑методика кабинеты методисы. 1980 й. алып ӨАИ эргәһендәге социология лабораторияһында;...

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович

ОРЕШНИКОВ Игорь Михайлович (2.4.1938, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1998). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1989), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) 2017 й. тиклем ӨДНТУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре...

ОНТОЛОГИЯ

ОНТОЛОГИЯ (гр. ón, эйәлек килеш óntos — булмыш һәм …логия), философия бүлеге, йәшәйеш, уның төп принциптары, структураһы һәм законлыҡтарын тикшереүсе тәғлимәт. БР‑ҙа О. проблемалары А.Р. Абдуллин, Б.С. Ғәлимов, А.Ф. Кудряшёв, М.С. Ҡунафин, Ф.М. Неганов, Д.Ә. Нуриев, Р.Й. Рәхмәтуллин, А.И. Селиванов,...

НУРИЕВ Дамир Әхмәт улы

НУРИЕВ Дамир Әхмәт улы (18.3. 1941, БАССР‑ҙың Салауат р‑ны Көҫәпәй а.), философ. Филос. ф. д‑ры һәм проф. (1996). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй. 1976 й. алып Өфө элемтә аппаратураһы з‑дында. 1978...

НЕГАНОВ Фәнил Миҙхәт улы

НЕГАНОВ Фәнил Миҙхәт улы (2.12.1956, Ишембай ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (1996), профессор (1998). Урал дәүләт университетын тамамлаған (Свердловск ҡ., 1987). 1981 й. алып БАССР‑ҙың Ҡариҙел районы Ҡараяр урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1984 й. — Ишембай транспорт машиналары эшләү заводында эшләй....

МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы

МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы (10.11.1946, Черемхов ҡ.  — 14.4.2007, Өфө ҡ.), философ. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). ӨАИ‑ны тамамлаған (1969). 1972 й. алып Күмертау машиналар эшләү һәм вертолёт заводтарында, Өфө телефон аппаратураһы заводында эшләй. 1975 й. башлап БДПИ‑ла, 1979 й. — ӨДСИ‑лә,...

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы

МӨХӘМӘТЙӘНОВ Самат Әбдрәхим улы (20.6.1949, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Муллаҡай а.), философ, педагог. Педагогия фәндәре кандидаты (1995), философия фәндәре докторы (2000), профессор (2002). Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған (1979). 1971—74 йй. Баймаҡ районының Ҡолсора урта мәктәбе уҡытыусыһы,...

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК

МӘҒРИФӘТСЕЛЕК, ижт.‑сәйәси ағым, вәкилдәре халыҡ араһында игелек, ғәҙеллек, ғилми белем таратыу иҫәбенә йәмғиәттәге етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә, әҙәпте, сәйәсәтте, көнкүреште ыңғай яҡҡа үҙгәртергә ынтыла. Башҡортостанда М. барлыҡҡа килеүенә ниндәйҙер дәрәжәлә урыҫ философияһы, урыҫ әҙәбиәте һәм мәҙәниәте...

МАТУРЛЫҠ

МАТУРЛЫҠ, кеше аңында әйберҙәр м‑н тирә‑яҡтағы ысынбарлыҡтың әхлаҡи ҡәнәғәтләнеү һәм эстетик ләззәт бирә алырлыҡ эске һәм тышҡы сифаттарын асыусы универсаль йәшәйеш формаларының береһе. М. тәбиғәттә, ижт. тормошта, индивидтың матди һәм рухи эшмәкәрлегендә, кешенең үҙендә бар. М. һәм уның төрҙәрен ҡабул...

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ

МАРКСИСТИК ФИЛОСОФИЯ, диалектик һәм тарихи материализм (ҡара: Диалектика) т‑да К.Маркс м‑н Ф.Энгельс тәғлимәте. М.ф. төп ҡанундары: ижт. аңға ҡарата ижт. йәшәйештең алда булыуы; йәмғиәт структураһы — иҡт. базис (етештереү көстәре һәм мөнәсәбәттәре) һәм өҫҡорма (мәҙәниәт, сәйәсәт, хоҡуҡ); йәмғиәт тарихы...