Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Ринат Васиҡ улы (12.1.1960, Ырымбур өлк. Тирис‑Усман а.), физик. Техник ф. д‑ры (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1982) Екатеринбургта эшләй: 1984 й. тиклем “Электроавтоматика” з‑дында инженер, 1987 й. алып РФА Урал бүлегенең Металдар физикаһы ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р. 1993 й. алып “Геофизика”...

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы

ЗАҺИҘУЛЛИН Рауил Рөстәмбәк улы (17.12.1959, Өфө), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (2007). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1983) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге продукцияны етештереү, уның сифаты һәм эшләү циклы м‑н идара итеү проблемалары, машиналар эшләүҙә технологик процестарҙы автоматлаштырыу м‑н бәйле....

ЗАРИПОВ Рәил Моталлап улы

ЗАРИПОВ Рәил Моталлап улы (1.1.1946, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Таштимер а.), математик. Техник ф. д‑ры (2005). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1967) Силәбе өлк. һәм БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1971 й. алып Ҡазан физика-техник ин‑тында, 1979 й. — ӨДНТУ‑ла. Фәнни...

ЗАРИПОВ Наил Ғарифйән улы

ЗАРИПОВ Наил Ғарифйән улы (18.2.1957, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Баҡай а.), инженер-механик. Физика-матем. ф. д‑ры (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1979) шунда уҡ “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһында эшләй. 1986— 2005 йй. Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1995 й. алып...

ЗАЙЦЕВ Александр Николаевич

ЗАЙЦЕВ Александр Николаевич (5.3.1951, Могилёв ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д‑ры (1993), проф. (1999). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2004). ӨАИ‑ны тамамлаған (1972), 1974—88 йй. (“Искра” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһының өлкән ғилми хеҙм‑ре, бүлек етәксеһе) һәм 1994 й. алып шунда...

ЗАИКО Александр Иванович

ЗАИКО Александр Иванович (25.3.1947, Өфө), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1991), проф. (1993). РФ‑тың (2005) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. уйлап табыусыһы, СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1984). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1970) шунда уҡ эшләй (1991 й. алып баш ғилми хеҙм‑р). Фәнни тикшеренеүҙәре үлсәү...

ЖИТНИКОВ Владимир Павлович

ЖИТНИКОВ Владимир Павлович (5.2.1950, Өфө), инженер‑физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1993), проф. (1995). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2007). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) ӨДАТУ‑ла эшләй: 1980—85 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1998 й. алып информатика сараларын проектлау каф., 2005 й. — компьютер...

ЖИЛЯЕВ Александр Петрович

ЖИЛЯЕВ Александр Петрович (1.7.1959 Ишембай ҡ.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) шунда уҡ, 1985 й. алып ӨНИ‑лә, 1986 й. — Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында, 1998 й. — ӨДТАУ‑ла, 2001 й. — Механика ин‑тында (Өфө) эшләй. 2005 й. башлап Металдарҙың...

ЖИБЕР Анатолий Васильевич

ЖИБЕР Анатолий Васильевич (18.6.1946, Ҡаҙаҡ ССР-ының Колхоз а.), математик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1994), проф. (1995). Новосибирск ун‑тын тамамлаған (1969). 1971 й. алып СССР ФА Себер бүлексәһендә (Новосибирск ҡ.), 1973 й. — ӨАИ‑ла, 1990—93 йй. һәм 2001 й. — Хисаплау үҙәге булған Математика ин‑тында...

ЖЕРНАКОВ Сергей Владимирович

ЖЕРНАКОВ Сергей Владимирович (8.3.1962, Дүшәмбе), инженер-системотехник. Техник ф. д‑ры (2006). В.С.Жернаковтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй: 1986 й. тиклем “Вихрь” махсуслаштырылған конструкторлыҡ‑технология бюроһында, 2008 й. алып мәғлүмәт‑үлсәү техникаһы каф. мөдире, 2011 й. —...

ЕФАНОВ Владимир Николаевич

ЕФАНОВ Владимир Николаевич (13.7.1951, Курск өлкәһе Түбәнге Борки а.), электрон техника инженеры. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2000). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2002). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (1998—2011 йй. авиация приборҙары эшләү каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре системалы...

ЕСЕМ ӨҪТӨН ПЛАСТИК ЭШКӘРТЕҮ

ЕСЕМ ӨҪТӨН ПЛАСТИК ЭШКӘРТЕҮ, металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү ысулы, эшкәртеү ваҡытында изделиеның өҫкө йөҙ ҡатламы ғына деформациялана. Е.ө.п.э. статик һәм һуҡма ысулдары айырыла; шар, диск, ролик йәки башҡа конфигурациялағы есем эшкәртелеүсе йөҙгә тәгәрәү, шыуыу йәки индерелеү схемалары б‑са тәьҫир...

ЕРМИЛОВ Олег Михайлович

ЕРМИЛОВ Олег Михайлович (12.12.1949, Өфө), тау инженеры. РФА-ның мөхбир ағзаһы (2000), техник ф. д‑ры (1991) проф. (1995). РФ-тың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ‑тың газ сәнәғәте отличнигы (1991), РФ‑тың почётлы газ сәнәғәте хеҙм‑ре (2004). ӨНИ‑не (1973), РФ Хөкүмәте эргәһендәге Халыҡ хужалығы акад. (1995)...

ЕР ТОҠОМОН ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

ЕР ТОҠОМОН ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, инженерлыҡ геологияһының ер тоҡомон бина һәм ҡоролма фундаменттарының нигеҙе сифатында, ер өҫтөндәге ҡоролмаларҙы төҙөгәндә материал, техник мелиорация объекты, минераль төҙөлөш материалдарын сығарыу өсөн сеймал, ҙур ҡалалар һәм сәнәғәт комплекстарының ер аҫты арауыҡтарын...

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ

ЕР ТОҠОМДАРЫН ЗОНД МЕНӘН ТИКШЕРЕҮ, тупраҡтың арауыҡта үҙгәреүен, составын һәм үҙенсәлектәрен тиҙ баһалау ысулы (экспрессысул). Зонд (башы конус формаһындағы стержень рәүешендәге ҡоролма) ярҙамында тупраҡтың ҡаршылығын үлсәүгә нигеҙләнә. Е.т.з.м.т. динамик (зондты тупраҡҡа һуғып индереп, уның батыу тәрәнлегенең...

ЕР ҠАҘЫУ МАШИНАЛАРЫ

ЕР ҠАҘЫУ МАШИНАЛАРЫ, ер ҡаҙыу эштәрен алып барғанда төп һәм ярҙамсы процестарҙы башҡарыу өсөн тәғәйенләнгән механизация саралары. Тәғәйенләнеше б‑са Е.ҡ.м. тупраҡты ҡаҙыу-ташыу (бульдозерҙар, скреперҙар, автогрейдерҙар), тейәү (пневматик йәки сылбырлы тәгәрмәсле бер сүмесле тейәгестәр, таҫмалы, шнеклы...

ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ

ЕР АҪТЫ ҠОРОЛМАЛАРЫ, тау тоҡомдарындағы төрлө тәғәйенләнештәге ҡоролмалар. Һай (15 м тиклем, асыҡ, ҡайһы ваҡытта ябыҡ ысул м‑н төҙөлә) һәм тәрән (15 м тәрәнерәк, ябыҡ) һалыныусы Е.а.ҡ. була. Е.а.ҡ. транспорт һәм гидротехник тоннелдәр (ҡара: Туннель), метрополитен, электр станцияларының ер аҫты комплекстары,...

ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич

ЕКОМАСОВ Евгений Григорьевич (8.6.1958, Приморье крайы Анучино а.), физик. Физика-матем. ф. д‑ры (2006), проф. (2010). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2000), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2011). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй (2003 й. алып бүлек мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге...

ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович

ДРИНФЕЛЬД Владимир Гершонович (12.12.1954, Харьков ҡ.). Физика-матем. ф. д‑ры (1988). МДУ‑ны тамамлаған (1974). 1978—81 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре солитондар теорияһының, һандар теорияһының алгебраик аспекттарына арналған. Д. калибрлау ҡырҙары теорияһында дөйөм рациональ сығарылыштар конструкцияһын,...

ДРЕНАЖЛАУ

ДРЕНАЖЛАУ, ҡоролмаларҙы һәм ауыл хужалығы ерҙәрен киптереү, ер өҫтө һәм ер аҫты һыуҙарының ағыуын һәм оптималь кимәлдә тороуын булдырыу саралары (архитектура-планлаштырыу, төҙөкләндереү, конструктив, мелиорация һәм гидротехника) комплексы. Конструктив үҙенсәлектәре б‑са вертикаль, горизонталь һәм ҡатнаш...