Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович

ГУБАРЕВ Евгений Михайлович (13.12.1903, Һарытау губ. Иҫке Жуковка а. — 3.4.1963, Дондағы Ростов ҡ.), биохимик. Биол. (1939) һәм мед. (1942) ф. д‑ры, проф. (1935). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944). Һарытау ун‑тын тамамлаған (1926). 1934—45 йй. Өфөлә эшләй: БДМИ‑ның биохимия каф. мөдире, бер үк ваҡытта...

ГРИПП

ГРИПП (франц. grippe), киҫкен вирус ауырыуы. Кешелә Г. тыуҙырғыс – РНК-лы Mixovirus influenza вирусы, түбән т‑раға бирешмәй, ультрафиолет нурҙар, антисептик саралар тәьҫир иткәндә үлә. Тыуҙырғыстың бер нисә серотибы асыҡланған. Ауырыу һауа аша йоға. Инкубация осоро 12—48 сәғәт тәшкил итә. Төп симптомдары:...

ГРАНОВ Лев Григорьевич

ГРАНОВ Лев Григорьевич (18.12.1906, Минск губ. Игумен ҡ. — 1997, Мәскәү), хирург. Мед. ф. д‑ры (1955), проф. (1956). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Белорус ун‑тын тамамлаған (Минск, 1928). 1959—66 йй. БДМИ‑ның госпиталь хирургияһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге хәрби-ялан һәм дөйөм хирургия, ш. иҫ. бейек...

ГОСПИТАЛДӘР

ГОСПИТАЛДӘР (лат. hospitalis — ҡунаҡсыл), яралы һәм ауырыу хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм уларға тиңләштерелгән кешеләргә мед. ярҙамы күрһәтеү өсөн тәғәйенләнгән дауалау учреждениелары. Даими һәм ваҡытлы (һуғыш ваҡытында ғына ойошторола һәм эшләй) Г. була. Даими Г. гарнизон, округ, үҙәккә буйһонған һәм ҡораллы...

ГОРМОНОТЕРАПИЯ

ГОРМОНОТЕРАПИЯ (гормондар һәм терапия), тәбиғи гормондар йәки уларҙың синтетик аналогтарын ҡулланып дауалау ысулы. Гормональ препараттар организмдың биохимик процестарын һәм нейроэндокрин-иммун системаһы функцияларын көйләй. Г. төрҙәре: алмаштырыусы (эндоген гормондың етешмәгән секрецияһын ҡаплатыу),...

ГОРМОНДАР

ГОРМОНДАР (гр. hormao — ҡуҙғытам, хәрәкәткә килтерәм), органик тәбиғәтле биологик актив матдәләр. Кеше һәм хайуан Г. уларҙы эшләп сығарған эске секреция биҙҙәре (гипоталамус, гипофиз, бөйөр өҫтө, енес һ.б.), химик тәбиғәте (стероид, аҡһым-пептид, аминокислоталар, политуйындырылмаған май к‑талары сығарылмалары),...

ГОНОРЕЯ

ГОНОРЕЯ (гр. gonos — орлоҡ һәм rheo — ағам), кешенең бәүел-енес системаһын зарарлаусы инфекцион ауырыу. Г. тыуҙырыусылар — Neisseria gonorrhoeae заты бактериялары, 56°С ашыу йылытҡанда, антисептик саралар һәм УФ-нурҙар тәьҫире аҫтында үләләр. Киҫкен (оҙайлығы 2 айға тиклем) һәм хроник (2 айҙан ашыу)...

ГОМЕОПАТИЯ

ГОМЕОПАТИЯ (гр. homoios — оҡшаш, бер төрлө һәм ...патия), дарыуҙың үтә аҙ миҡдары м‑н дауалау системаһы. “Оҡшаш оҡшаш менән дауалана” принцибына нигеҙләнә: ҙур миҡдарҙа теге йәки был ауырыу билдәләренә оҡшаш күренештәр тыуҙыра алған матдәләрҙең бик аҙ миҡдары ҡулланыла. Гомеопатик препараттар үҫемлек,...

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич

ГОЛУБЦОВ Григорий Васильевич (1880, Новгород ҡ. – 9.2.1946, Өфө), педиатр. Мед. ф. д-ры (1912), проф. (1939). Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. Император хәрби-мед. акад. тамамлағандан һуң (С.-Петербург, 1904) хәрби табип булып хеҙмәт итә. 1920 й. алып Өфөлә: 39-сы йыйылма госпиталдең...

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна

ГЛЕБОВА Надежда Николаевна (5.6.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Топорнин а., хәҙ. БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Кушнаренко а.), акушер-гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1977), проф. (1979). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. табибы (1972), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1969). БДМИ‑ны тамамлаған (1947)....

ГЛАУКОМА

ГЛАУКОМА (гр. glaucoma — күҙ яҫмығының күкһелләнеп томаланыуы), һары һыу, күреү нервыһының трофик боҙолоуы һәм күҙ эсе баҫымы күтәрелеүе хас булған күҙ ауырыуы. Тыумыштан булған һәм барлыҡҡа килгән, беренсел (асыҡ һәм ябыҡ мөйөшлө; күҙ эсе шыйыҡсаһының ағып сығыуы ауырлашыу һөҙөмтәһендә үҙенән-үҙе барлыҡҡа...

ГИСТОЛОГИЯ

ГИСТОЛОГИЯ (гр. histos, histion — туҡыма һәм ...логия), хайуан һәм кеше туҡымалары т‑дағы фән. Дөйөм (туҡымалар үҫешенең һәм төҙөлөшөнөң төп принциптарын, уларҙың функцияларын өйрәнә) һәм айырым (туҡыма комплекстары үҙенсәлектәрен һәм ағзаларҙың микроскопик төҙөлөшөн тикшерә) бүлектәрҙән тора. Анатомия,...

ГИРУДОТЕРАПИЯ

ГИРУДОТЕРАПИЯ (лат. hirudo — һөлөк һәм терапия), һөлөк менән дауалау, мед. һөлөктәрен файҙаланып дауалау. Һөлөктәрҙең шайыҡ биҙҙәре секретында ҡан ойоуын тотҡарлаған, иммун системаһын, ҡан һәм лимфа әйләнешен, матдәләр алмашыныуын активлаштырған, бактерицид һәм яраларҙы уңалтыу тәьҫире булған биологик...

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ

ГИПЕРТОНИЯ АУЫРЫУЫ, эссенциаль артериаль гипертензия, артыҡ артериаль баҫым (АБ) һәм ҡан тамырҙарының тонусы боҙолоуы м-н билдәләнгән йөрәк-ҡан тамырҙары системаһының хроник ауырыуы. АБ кимәленә, хәүеф факторҙары булыуына, ауырыу тыуыуға сәбәпсе булған ҡайһы бер ағзаларҙың – “сәптәрҙең” зарарланыуына...

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР

ГИПЕРВИТАМИНОЗДАР (гр. hyper — артыҡ һәм витаминдар), организмдың артыҡ витамин ҡабул итеүҙән ағыуланыуы. А һәм Д Г. айыралар (башҡа витаминдарҙы артыҡ күп ҡулланыуҙан Г. барлыҡҡа килеү ихтималлығы етерлек өйрәнелмәгән). Киҫкен һәм хроник формаларҙа үтә. Киҫкен А Г. төп симптомдары: баш ауыртыу, йөҙ...

ГИГИЕНА

ГИГИЕНА (гр. hygieinos – һаулыҡҡа булышлыҡ итеүсе), кеше һаулығына тышҡы мөхит һәм хеҙмәт шарттары факторҙарының тәьҫирен өйрәнгән, халыҡты һауыҡтырыу б-са санитария-гигиена нормативтарын һәм сараларын эшләгән мед. фәне. Балалар һәм үҫмерҙәр, туҡланыу, хеҙмәт, хәрби, коммуналь, радиация Г. һ.б. бүленә....

ГЕРПЕС

ГЕРПЕС (гр. herpes — тимрәү), инфекцион ауырыуҙар төркөмө. Кеше Г. тыуҙырыусы — Herpesviridae ғаиләһенә ҡараған ДНК‑лы вирустар, кеше организмында ғүмерлеккә урынлашыуға (персистирланыуға) һәм иммунитет дефициты фонында ауырыуҙың төрлө формаларын тыуҙырыуға һәләтле. Вирустың 8 тибы билдәле, кеше өсөн...

ГЕРОНТОЛОГИЯ

ГЕРОНТОЛОГИЯ (гр. geron, эйәлек килештә gerontos — ҡарт һәм ...логия), организмдың (ш. иҫ кеше организмының) ҡартайыу процесын, уның биол., мед. (гериатрик), соц., психологик., гигиеник һ.б. аспекттарын өйрәнгән фән. Гериатрия, герогигиена һәм геронтопсихологияны үҙ эсенә ала. Г. б‑са тикшеренеүҙәр...

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна

ГЕРАСИМОВА Лариса Павловна (31.5.1960, Брянск өлк. Локоть ҡсб), стоматолог. Мед. ф. д‑ры (1998), проф. (2010). БР‑ҙың атҡ. табибы (2009). БДМИ‑ны тамамлаған (1982). 1983 й. алып Респ. балалар клиник дауаханаһының, 1999 й. Респ. стоматология поликлиникаһының бүлек мөдире булып эшләй, 2000 й. — БДМУ‑ла...

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ

ГЕОГРАФИК ПАТОЛОГИЯ, край патологияһы, организмдың һәм тирә-яҡ мөхиттең үҙ-ара тәьҫир итешеү процестарын, кеше, хайуан һәм үҫемлек ауырыуҙарының билдәле бер терр‑яла тәбиғәттең урындағы үҙенсәлектәренә (кеше өсөн ш. уҡ соц.‑иҡт. факторҙарға) бәйле характерын һәм клиник сағылышын өйрәнгән медицина һәм...