Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРЕДИТ

КРЕДИТ (лат. creditum — ссуда, бурыс), кире ҡайтарыу, ваҡытлыса бирелеү, тәьмин ителеү һәм түләүлелек шарттарында заёмщикҡа аҡса йәки тауар биреү. К. төп формалары: коммерция К. (һатыусы тарафынан алыусыға һатылған тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереү рәүешендә бирелә, вексель м‑н рәсмиләштерелә) һәм...

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ

КРАСНОУСОЛ БЫЯЛА ЗАВОДЫ, төҫһөҙ быяланан быяла һауыт (20‑нән ашыу төр һыйышлыҡ) етештергән; ҡом, доломит, ҡырсынташ сығарған. 1924 й. Богоявленск заводы базаһында нигеҙ һалына, тәҙрә быялаһы сығарыуға махсуслашҡан, 1941—45 йй. завод терр‑яһында Белоруссиянан эвакуацияланған Гомель быяла з‑ды урынлашҡан....

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна

КРАСНОВА Зоя Игнатьевна (12.5.1938, БАССР‑ҙың Бөрө р‑ны Поповка а. — 16.1.2014, Салауат ҡ.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1975). 1957 й. алып Ермолаевка ательеһының (Көйөргәҙе р‑ны) шәхси тегеү оҫтаһы, 1958 й. — Салауат тегеү ф‑каһы тегеүсеһе, 1960—88 йй. “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ‑ның минераль ашламалар з‑ды...

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович

КРАСИЛЬНИКОВ Александр Фёдорович (22.10.1898, Кострома губ. Будухино а. — 12.5.1957, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Ленинград тау ин‑тын тамамлаған (1929). 1919 й. алып Кострома “Главкран” идаралығында, 1926—34 йй. һәм 1940 й. башлап Ҡорос прокатлау һәм тимер сым-канат з‑дында эшләй, 1943 й. алып “Гипрометиз”...

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ

КӨНКҮРЕШ ХИМИЯҺЫ ЕТЕШТЕРЕҮ, йыуыу, таҙартыу, ағартыу, дезинфекциялау саралары, мастикалар, лак-буяу материалдары, эпоксид ыҫмалалар, ш. уҡ минераль ашламалар һәм ваҡлап үлсәп төрөлгән үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары һ.б. етештереү б‑са химия сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда К.х.е. химия, нефтехимия...

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ

КӨНКҮРЕШ ХЕҘМӘТЕ.  Өфө губернаһында 20 б. башында халыҡҡа К.х. һөнәрселәр һәм яңғыҙ кустарҙар тарафынан күрһәтелгән (ҡалаларҙа — 23 меңдән, ауылдарҙа 17,5 меңдән ашыу кеше). Өфөлә хәрби гарнизон эргәһендә — мунса һәм кер йыуыу йорто, ҡала башҡармаһы ҡарамағында 2 мунса, шәхси бөҙрәханалар эшләгән. 20 б....

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич

КОСТЕНКО Сергей Григорьевич (9.8.1954, Ташауыҙ ҡ.), электрик. БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1999), ҡала электр транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). 1975 й. Г.С.Верещагин ис. Славгород химия з‑дында, 1978 й. ғин. алып Өфө электр лампалары з‑дында электромонтёр; нояб. башлап 8‑се дауахананың (Өфө)...

КОРКИН Иван Иванович

КОРКИН Иван Иванович (25.10.1908, Тверь губ. Орешки а. — 5.11. 1981, Сибай ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. Мәскәү тау ин‑тын тамамлаған (1934). 1937 й. алып “Красноуралмедьруда” тресы (Красноуральск ҡ.), 1938 й. — “Кировградмедьруда” тресы баш механигы, 1941 й. — Ҡыштым механика з‑ды дир., 1951 й. — Урта Урал...

КООПЕРАЦИЯ

КООПЕРАЦИЯ, физик шәхестәрҙең дөйөм иҡт. маҡсаттарға ирешеү өсөн ирекле рәүештә ағза булыу нигеҙендә берләшеүе, пай түләүҙәрен бергә ҡушыу юлы м‑н булдырыла. Ойошма булараҡ рәсмиләштерелгән К. кооператив тип атала. Производство һәм ҡулланыусылар кооперацияһы айырыла. Производство кооперативы берлектә...

КОНКУРЕНЦИЯ

КОНКУРЕНЦИЯ (лат. concurrentia, concurrere — бәрелешәм), иҡтисадта: билдәле бер тауарҙы йәки хеҙмәтте баҙарҙа һатыу күләме өсөн фирмалар араһындағы ярыш. Камил һәм камил булмаған К. айырыла. Камил К. фирмалар баҙар власына (етештереүсенең баҙар хаҡына йоғонто яһай алыуы) эйә булмай. Уларҙың табышы тик...

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ

КОНДИТЕР СӘНӘҒӘТЕ, аҙыҡ-тәм сәнәғәте тармағы, шәкәрле (кәнфит, шоколад, мармелад, хәлүә һ.б.) һәм ҡамырҙан (печенье, торт, кекс, рулет һ.б.) кондитер изделиелары етештерә. Башҡортостанда 19 б. 2‑се ярт. үҫешә башлай, 1882 й. Өфө губ. 2 патока, 6 перәник һәм 1 керәндил ярым һөнәрселек биналары эшләй....

КОНВЕРСИЯ

КОНВЕРСИЯ (лат. conversio — үҙгәреү, әүерелеү), хәрби-сәнәғәт комплексын үҙгәртеп ҡороу, оборона заказы кәмеү сәбәпле сәнәғәтте демилитаризациялау һәм үҙгәртеп ҡороу, хәрби производство потенциалын граждандар продукцияһы һәм ике төр тәғәйенләнешле продукция сығарыу өсөн файҙаланыу. Тулы һәм өлөшләтә...

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ

КОММЕРЦИЯ БАНКЫҺЫ, коммерция нигеҙендә банк операцияларын һәм килешеүҙәрен башҡарыусы финанс-кредит учреждениеһы; банк системаһының түбәнге кимәле элементы (ҡара: Банкылар). К.б. пай һәм акциялар башланғысында ойошторола ала; устав капиталын төҙөү ысулы б‑са (дәүләт, сит ил капиталы ҡатнашлығында, берлектәге,...

КОЛЕСНИКОВА Зоя Васильевна

КОЛЕСНИКОВА Зоя Васильевна (1.7.1942, БАССР‑ҙың Баймаҡ р-ны Йылайыр иген с‑зының Үҙәк усадьбаһы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Урғаҙа а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1985). 1961—65 йй. Башҡ‑н баҡыр‑көкөрт комб‑тында (Сибай ҡ.) транспортёрсы, 1962 й. алып байыҡтырыу ф‑каһында реагенттар дозировкалаусы. 1966—92 йй....

КНЯЗЕВ Николай Сергеевич

КНЯЗЕВ Николай Сергеевич (15.5.1928, Урта Волга өлк. Криволучая Ивановка а. — 17.1.1985, Нефтекама ҡ.), хужалыҡ эшмәкәре. БАССР-ҙың атҡ. нефтсеһе (1975), СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәте отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1977). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1947 й. алып “Туймазанефть” тресында...

КЛЮЧНИКОВ Владимир Васильевич

КЛЮЧНИКОВ Владимир Васильевич (10.7.1957, Өфө), инженер-механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2008). ӨАИ‑ны тамамлаған (1985). 1984 й. алып ӨМЭПБ‑ла: инженер-технолог, 1985 й. — прокатлау‑йәйеү һәм бөгөү бюроһы нач., 1986 й. — өлкән инженер‑технолог, 1987 й. — технология бюроһы нач., 1994 й. — баш...

КЛИРИНГ

КЛИРИНГ (ингл. clearing — таҙар-тыу), үҙ-ара иҫәпләшеп түләү, иҫәп-хисап ысулы, ҡатнашыусыларҙың аҡса дәғүәһе (дебитор бурысы) үҙҙәренең үк аҡса йөкләмәләре (кредиторлыҡ бурысы) м‑н реаль аҡсаны файҙаланмайынса түләнә. К. банкылар, махсус булдырылған иҫәпләшеү үҙәктәре, палаталары, йорттары, бүлектәре...

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна

КЛЕКОВКИНА Наталья Аркадьевна (11.12.1950, Белорет ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. канд. (1985). БР-ҙың атҡ. металлургы (2011). Магнитогорск тау‑металлургия ин‑тын тамамлағандан һуң (1973) Белорет металлургия комб‑тында эшләй: 1977 й. алып өлкән инженер, 1985 й. — лаб. нач., 1996—2011 йй. Үҙәк тикшеренеү...

КИРБЕС ЗАВОДТАРЫ

КИРБЕС ЗАВОДТАРЫ. Башҡортостанда кирбесте сәнәғәттә етештереү 19 б. уртаһында үҫешә башлай. 1884 й. Өфө губ. миҙгелле 9 кирбес з‑ды эшләй, шуларҙың 8‑е — Өфөлә һәм 1‑һе — Стәрлетамаҡ ҡалаһында. Өфө төрмә з‑ды иң ҙур завод була, унда 1888 й. тәүге өҙлөкһөҙ эшләгән “Гофман мейесе” төҙөлә. 20 б. башында...

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ

КИЛЕМ ТУРАҺЫНДА ДЕКЛАРАЦИЯ (лат. declaratio — иғлан итеү, белдереү), устав м‑н билдәләнгән формалағы бланкыла календарь йылы өсөн алынған килем һәм уның сығанаҡтары, киткән сығымдар, һалым льготалары һәм иҫәпләнгән һалым суммаһы т‑да һалым түләүсенең яҙма ғаризаһы. Килемгә декларация яһау РФ‑та 1992 й....