Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы

АСАЕВ Рәйес Бәҙеғитдин улы [6.5.1931, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Ҡамышлы а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 3.3.2001, БР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.], хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1990). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Шишмә р‑нының Ленин ис. к‑зында баш агроном булып эшләй; 1964 й. алып “Луч” к‑зының баш...

АРЫШБАШ

АРЫШБАШ (Agropyron), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 15 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала, Австралияла, Яңы Зеландияла таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә: кикрекле А., ҡырлы А., мурт йәки себер А., сүллек А. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтергән күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ йәки төбөндә быуынлы‑бөгөлгән,...

АРЫШ

АРЫШ (Secale), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 4 төрө (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 6—8) билдәле, Евразияла һәм Көньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда сәсеү А., йәки культура А. (ужым һәм яҙғы формалары) үҫтерелә. Бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы — эсе ҡыуыш һалам, 5—6 быуын араһынан тора, бейеклеге...

АРОНИЯ

АРОНИЯ (Aronia), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 15 төрө билдәле, Төньяҡ Американың уртаса бүлкәтендә үҫә. Ҡара А., йәки ҡара миләш, Рәсәйҙә культураға индерелгән, Башҡортостанда 20 б. 60‑сы йй. алып үҫтерелә. 2,5 м тиклем бейеклектәге ҡыуаҡ. Япрағы ябай, бөтөн. Сәскәһе аҡ, ал төҫтә,...

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ

АРАЛЫҠ КУЛЬТУРАЛАРЫ, төп культуралар үҫтереүҙән буш ваҡытта ултыртыла торған культуралар. А.к. бер ер майҙанынан йылына 2 уңыш алырға мөмкинлек бирә. Өҫтәп сәселгән (ҡара: Ҡаплам аҫтындағы сәсеүлектәр), ужым (көҙөн уңыш йыйып алынғандан һуң сәселә һәм яҙын төп культураларҙы сәскәнгә тиклем йыйып алына),...

АНДРИАНОВ Денис Андрианович

АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә районы Сурай а. — 9.11.2020, Өфө ҡ.), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы....

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ

АМБАР ҠОРОТҠОСТАРЫ, һаҡлау осоронда иген һәм унан әҙерләнгән аҙыҡ‑түлеккә зыян килтереүсе, юҡҡа сығарыусы хайуандар төркөмө. А.ҡ. уларҙың ауырлығын кәметә (йыллыҡ юғалтыу 10—15%), бысрата, был, үҙ сиратында, орлоҡтоң сығышын кәметә, аҙыҡ‑түлек сифатын түбәнәйтә. А.ҡ. күпселеге инфекцион ауырыуҙарҙы...

АЛТАЙ ТОҠОМО

АЛТАЙ ТОҠОМО, һарыҡтарҙың нәҙек йөнлө, йөн‑ит йүнәлешле тоҡомо. 1930—49 йй. Алтай крайы хужалыҡтарында урындағы меринос һарыҡтарын рамбулье, австралия мериносы, аскания, кавказ тоҡомдары тәкәләренән ҡасырыу ысулы м‑н сығарылған. Башҡортостанда А.т. һарыҡтар 60‑сы йй. аҙ. үрсетелә. Малдар эре, кәүҙәһе...

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА

АЛМАШҺЫҘ КУЛЬТУРА, һөрөнтө ерҙең бер үк урынында бер төр үҫемлектәрҙе туҡтауһыҙ оҙаҡ үҫтереү. А.к. ваҡытында тупраҡтың структураһы боҙола, серетмә миҡдары кәмей, тупраҡ ашлама элементтарының береһенә ярлылана, специфик ҡоротҡостар, ауырыу тыуҙырыусылар, ҡый үләндәре артыуы күҙәтелә, һөҙөмтәлә а.х. культураларының...

АЛМАҒАС

АЛМАҒАС (Malus), роза һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 25—30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә, башлыса Урта һәм Көнсығыш Азияла, Кавказда таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. 5—10 м бейеклектәге япраҡ ҡойоусы ағас. Сатыры тармаҡлы, олоно аҡһыл һоро йәки көлһыу ҡайырлы. Бер...

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювий (ташылдыҡ) ултырмаларынан барлыҡҡа килгән тупраҡ төрө. Башҡортостанда аллювийҙың тупланыу процесына, кәҫ, глей һәм торф барлыҡҡа килеүенә ҡарап, йылға үҙәне буйында — аллювиаль кәҫле (ҡатламлы ябай, ҡатламлы йоҡа) һәм аллювиаль болон (ярмалы‑ҡатламлы);...

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы

АЛЛАБИРҘИН Ирек Латип улы (29.5.1940, БАССР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны Тарҡаҙы а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (1999). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1964) Йәрмәкәй р‑ны хужалыҡтарында зоотехник, 1970 й. алып Баҡалы р‑нының “Волга” к‑зы баш зоотехнигы. 1972—2010 БНИИСХ‑ла эшләгән: 1977 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р,...

АЛЁХИН Тихон Егорович

АЛЁХИН Тихон Егорович (21.5.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ждановка а. — 27.5.1970, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. Дәүләкән р‑нының “Возрождение” һәм “Дәүләкән” с‑здарында бригадир, Ҡаҙанғол орлоҡ с‑зында тракторсы, комбайнсы, Әлшәй р‑нының Раевка с‑зы Ворошилов...

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы

АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.1.1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БАХИ‑ны (1974), Мәскәү ветеринария акад. (1978) тамамлаған. 1967—69 йй. Саҡмағош р‑ны  мәктәптәрендә уҡытыусы. 1974 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н): 1990—91 йй. өлкән...

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы

АҠБИРҘИН Нәжметдин Сәләхетдин улы (11.12.1951, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Бәләкәй Моҡас а.), тракторсы. 1968 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. АХПК‑нда эшләй: 1976 й. башлап механизацияланған звено етәксеһе, 1998 й. алып бүлексә идарасыһы, 2001-08 йй. механик. 1983 й. А. звеноһы 442 ц/га шәкәр сөгөлдөрө...

АҠ ТӨЛКӨ

АҠ ТӨЛКӨ (Alopex lagopus), эттәр ғаиләһенә ҡараған имеҙеүсе. Евразия, Төньяҡ Америка тундраһы һәм урман‑тундраһында, Төньяҡ Боҙло океан утрауҙарында таралған. Ҡышын хайуандарҙың күпселек өлөшө урман‑тундраға һәм тайгаға күсә. Төк япмаһының төҫө б‑са А.т. күк (йәйен һәм ҡышын күкһел һоро) һәм аҡ (йәйен...

АҠ АМУР, балыҡ

АҠ АМУР (Ctenopharyngodon idella), карп һымаҡтар отрядының карптар ғаиләһенә ҡараған балыҡ. Амур й. урта һәм түбәнге ағымында һәм уның ҡушылдыҡтары Уссури һәм Сунгариҙа, Урта һәм Көньяҡ Ҡытайҙың тигеҙлектәге йылғаларында йәшәй. Оҙонлоғо 122 см тиклем, ауырлығы 32 кг етә, төҫө аҡһыл, тәңкәһе эре. Енси...

АЙРАУЫҠ

АЙРАУЫҠ (Dactylis), ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 5 төрө билдәле, Евразия һәм Төньяҡ Африканың субтропик һәм уртаса бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда урман А. үҫә. Кәҫлектәр барлыҡҡа килтереүсе күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тамыр өлөшө ҡуйы япраҡлы, бейеклеге 30—130 см. Япрағы киң ҡыяҡлы,...

АЗОТЛЫ АШЛАМАЛАР

АЗОТЛЫ АШЛАМАЛАР, үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн азот сығанағы булараҡ файҙаланылған минераль матдәләр. Азот кислотаһы һәм аммоний тоҙҙары А.а. етешт. өсөн төп сеймал булып тора. А.а. аммиаклы (аммиаклы һыу, шыйыҡ аммиак, аммоний сульфаты һәм хлориды); нитратлы (натрий, кальций һәм калий селитралары);...

АҘНАБАЕВ Тәлғәт Әхмәтғәлим улы

АҘНАБАЕВ Талғат Әхмәтғәлим улы [12.6.1912, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Яҡшымбәт а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) — 20.5.1980, шунда уҡ], хужалыҡ эшмәкәре. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1937 й. алып Көйөргәҙе р‑нының “Урожай” к‑зы, 1939 й. — Яҡшымбәт а/с, 1942—69 йй. “Искра” к‑зы рәйесе. А. етәкс. колхозда...