Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы

ДӘҮЛӘТШИНА Шәүрә Сәхәүетдин ҡыҙы (5.4.1946, Өфө — 23.1.2006, Мәскәү), рәссам. Мәскәү туҡыу ин‑тын тамамлаған (1971). Рус рәссамдары ассоциацияһы (1989, Париж), РФ Рәссамдар союзы (1995) ағзаһы. Станокта башҡарылған рәсем һәм биҙәү-ҡулланма сәнғәте өлкәләрендә эшләй. Рәссамдың, нигеҙҙә, абстракт композицияларҙан...

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы

ДӘҮЛӘТКИЛДЕЕВ Ҡасим Сәлиғәскәр улы [11.4.1887, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Күгел а. (БР‑ҙың Благовар р‑ны) — 19.1.1947, Өфө], рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). А.Л.Штиглицтың Үҙәк техник рәсем уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1914) “Өсмөйөш” резина мануфактураһы эргәһендәге фабрика мәктәбе (икеһе лә —...

ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы

ДӘҮЛӘТЙӘРОВ Муллайән Хәбибйәр улы (2.11.1957, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Ишмәмәт а. — 7.7.2015, Неаполь ҡ., Италия; тыуған яғында ерләнгән), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2010). Рәссамдар союзыағзаһы (1995). 2‑се Өфө пед. уч‑щеһын (1982), БДПУ‑ны (2000) тамамлаған. 1997 й. алып  2‑се Өфө пед. колледжында,...

ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы

ДӘҮЛӘТБАЕВ Мирас Ибраһим улы (20.1.1949, БАССР-ҙың Благовар р-ны Иҫке Һынны а.), рәссам. Портрет, пейзаж, натюрморт жанрҙарында үҙенсәлекле эшләгән рәссам. Д. эштәре стилистик төрлөлөк м-н айырыла, уларҙа экспрессионизм өҫтөнлөк ала. Төҫ, һыҙыҡ м-н импровизациялап, полотноларының композицияһын, пластикаһын...

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы

ҒҮМӘРОВ Рауил Ғатаулла улы (24.12.1911, Өфө — 15.8.2003, шунда уҡ), рәссам. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1962). Рәссамдар союзы ағзаһы (1937). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1932—35 йй. Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыған (педагогтары Ҡ.С.Дәүләткилдеев, А.Э.Тюлькин). 1936—41 һәм 1945—71 йй. Башҡ-н китап...

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы

ҒӨБӘЙҘУЛЛИН Камил Ғөбәй улы (9.12.1949, Ишембай ҡ. — 15.7.2017, шунда уҡ), график. РФ‑тың (2004) һәм БР‑ҙың (1997) атҡ. рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1979). П.П.Беньков ис. Ташкент художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1969) Ташкентта, 1980 й. алып Ишембайҙа эшләй. 1992—96 йй. Рәсәй һынлы сәнғәт...

ҒИЛМИ-ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ

ҒИЛМИ‑ПРОИЗВОДСТВО ҮҘӘГЕ. Өфөлә урынлашҡан. 1984 й. БАССР Мәҙәниәт министрлығы эргәһендә Ҡомартҡыларҙы һаҡлау производство төркөмө булараҡ ойошторола, 1990 й. алып Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау һәм файҙаланыу б‑са Ғ.‑п.ү., 2001 й. — Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы һәм файҙаланыуы...

ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы

ҒИЛӘЖЕВ Азамат Лоҡман‑Хәким улы (1.4.1956, Өфө ҡ. — 18.4.2021, Стәрлетамаҡ ҡ.), сценограф. БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1985). Х.Ғиләжевтең улы. ӨДСИ‑не тамамлаған (1980; педагогы М.Н.Арыҫланов). 1984 й. СССР‑ҙың Бәләкәй театрында (Мәскәү ҡ.; етәксеһе — баш...

ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы

ҒӘНИЕВ Хәмит Хәкимйән улы (22.10.1938, Өфө — 10.2.1983, шунда уҡ), график. Өфө сәнғәт уч-щеһын тамамлаған (1966; педагогы А.М.Кудрявцев), 1973—75 йй. ӨДСИ-ла уҡыған. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Акварель техникаһы, пейзаж, портрет, натюрморт жанрҙарында эшләй. Рәссамдың ижади алымы төҫ һәм һыҙаттарҙың...

ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы

ҒӘЛИЕВА Ләлә Нәүфәл ҡыҙы (25.8.1961, Өфө ҡ. — 13.12.2020, шунда уҡ), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). ӨДСИ‑не тамамлаған (1983; педагогы М.А.Назаров). Рәсем сәнғәте, графика, скульптура өлкәһендә эшләй. Ғ. тыуҙырған образдар еңелсә ирония менән һуғарылған, йыш ҡына гротеск стиленә (“Кеше башҡалар...

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы

ҒӘЙЕТОВ Рәйес Хәмиҙулла улы (6.1.1956, Октябрьский ҡ. — 7.5.2017, Өфө), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2007). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). БДПИ‑ны тамамлаған (1986). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлешенең күренекле вәкиле. Ассамбляж, станокта башҡарылған рәсем сәнғәте һәм графика әҫ. авторы. Ғ....

ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы

ҒӘЗИЗУЛЛИН Исмәғил Ҡорбан улы (17.9.1946, Ишембай ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1990). П.П.Беньков ис. Респ. художество уч-щеһын (Ташкент) тамамлаған (1972). Ғ. ижадында 20 б. авангард сәнғәтенең йоғонтоһо һиҙелә, примитивлыҡ һәм кубизм һыҙаттарына өҫтөнлөк бирелә. Үҙенең эштәрендә рәссам көндәлек...

ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы

ҒАЯНОВ Илдар Ихсан улы (19.3. 1957, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1998). Свердловск художество уч‑щеһын тамамлаған (1982; педагогы Г.С.Метелёв). 1986 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй. Ғ. жанр һәм тематик яҡтан төрлө булған ижады оптимистик, тулы тормош тойғоһо м‑н һуғарылған....

ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы

ҒАЯНОВ Зөфәр Ғаян улы (14.5.1941, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Һәйтәк а. — 7.3.2015, Өфө), рәссам. БР‑ҙың халыҡ (2003) һәм атҡ. (1996) рәссамы. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1981; педагогы Э.М.Сәйетов) 1987 й. тиклем БДХМ директоры. 1997—2013 йй. ӨДСА‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 2001—04...

ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы

ҒАРИФУЛЛИН Радик Зөфәр улы (3.10.1959, Өфө), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1996). Хәҙ. һынлы сәнғәттең концептуаль йүнәлеше вәкиле. “V тамғалары” (1993), “Һауыттар 24” (1999), “Балыҡтар” (2000) эштәрендә үҙенең мифлаштырылған йыһанын төҙөй, уның сикһеҙлек идеяһы бер үк мотив-символдарҙы бер нисә тапҡыр...

ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы

ҒАРИПОВ Миңсадиҡ Ғариф улы (16.2.1946, БАССР‑ҙың Тәтешле р‑ны Бәләкәй Бәлзүгә а. — 12.10.1998, Ижевск), рәссам. Проф. (1996). РСФСР-ҙың атҡ. рәссамы (1991), Удмурт Респ. халыҡ рәссамы (1996). РФ Рәссамдар союзы ағзаһы (1980). Удмурт пед. ин‑тын (Ижевск, 1967), Мәскәү полиграфия ин‑тын (1976; педагогтары...

ГУТИН Илья Львович

ГУТИН Илья Львович (2.12.1918, Могилёв губ. Рогачёв ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1995). Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын тамамлаған (1956). 1935—41 йй. Дин һәм атеизм тарихы музейында (Ленинград) эшләй. 1943 й. алып Өфөлә йәшәй һәм эшләй:...

ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич

ГУЛЬЧЕНКО Моисей Николаевич (4.3.1941, Новоукраинка ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (2008). Рәссамдар союзы ағзаһы (1993). А.И.Герцен ис. Ленинград пед. ин‑тын тамамлаған (1965). 1968 й. алып Өфөлә эшләй: 1972—95 йй. Башҡ. ижади‑производство комб‑ты рәссамы. Биҙәү‑ҡулланма сәнғәте һәм монументаль сәнғәт...

ГРИГОРЬЕВ Юрий Николаевич

ГРИГОРЬЕВ Юрий Николаевич (9.10.1951, Самбор ҡ.), график. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Рәссамдар союзы ағзаһы (2000). 2-се Өфө пед. уч-щеһын (1971), М.А.Шолохов ис. Мәскәү асыҡ пед. ун-тының Өфө филиалын (2003) тамамлаған. 1971 й. алып Өфөлә эшләй: 1977 й. башлап 1-се Өфө сәнғәт мәктәбендә,...

ГРАЧЁВА Валентина Павловна

ГРАЧЁВА Валентина Павловна (17.7.1933, Семёнов ҡ. — 2.1.2008, шунда уҡ), рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. рәссамы (1979). Семёнов художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1954) “Хохлома биҙәге” производство-художество берекмәһе (Семёнов) рәссамы. 1974—92 йй. «“Ағиҙел” башҡорт сәнғәт әйберҙәре кәсебе» ПБ‑нда эшләй:...