Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГЕОТЕРМИЯ

Просмотров: 1267

ГЕОТЕРМИЯ (гео... һәм грекса thèrmē — йылылыҡ), геотермика, геофизиканың ер аҫты йылылыҡ торошон һәм йылылыҡ тарихын өйрәнә торған бүлеге. Эске йылылыҡ сығанаҡтары (ер ҡабығы, мантия, ядро) тарафынан барлыҡҡа килтерелгән Ерҙең эндоген йылылыҡ ҡыры тикшеренеү объекты булып тора. Г. дөйөм геология, вулканология, гидрогеология, геодинамика, геохимия, сейсмология, тектоника һ.б. менән тығыҙ бәйле. Төп геотермик күрһәткестәр — йылылыҡ ағымының тығыҙлығы һәм геотермик градиент. Температураны үлсәү скважиналарҙа, ерҙәге һәм диңгеҙ төбөндәге шахталарҙа бер нисә км тәрәнлектә үткәрелә. Тәрәнлеккә ҡарап температураның үҙгәреүе 0,006—0,15 град/м сиктәрендә тирбәлә, йылылыҡ ағымының тығыҙлығы 20—100 мВт/м2. Геотермик үлсәү һөҙөмтәләре геологик структураларҙың тотҡан урынын асыҡлағанда, стратиграфик горизонттар бәйләнешендә, палеоклиматты реконструкциялағанда, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын разведкалағанда һәм үҙләштергәндә, тәбиғи быуҙы, термаль һыуҙарҙы һ.б. өйрәнгәндә ҡулланыла. Башҡортостан территорияһында Янғантауҙың термоаномаль күренештәрен тәүге тапҡыр П.С.Паллас (1773) тасуирлай, А.Биккель (1932), Г.В.Вахрушев (1927, 1961), Г.Ф.Пилипенко (1966), шулай уҡ Р.Ф.Абдрахманов, В.А.Дольников, В.П.Зверев, Т.Т.Казанцева, В.Н.Пучков тикшерә. 40‑сы йй. аҙағынан систематик геотермик тикшеренеүҙәр Ишембай нефть ятҡылығында (С.С.Ковнер) һ.б. нефть ятҡылыҡтарында башлана; Туймазы районына геотермик характеристика бирелә (Д.И.Дьяконов). СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң геотермик карталар серияһын (В.А.Покровский, Б.Г.Поляк, 1960–62), СССР‑ҙың геотермик картаһын (Ф.А.Макаренко редакцияһында, 1972) төҙөүҙә Башнефтегеофизика ААЙ бүлектәренең геология-разведка эштәре һығымталары ҡулланыла. 60‑сы йй. аҙағынан Геология институтындағы тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә территорияның геотермик режимы өйрәнелә; Көньяҡ Уралдың һәм Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш өлөшөнөң төп литологик-стратиграфик ҡатлауҙарына физик йылылыҡ характеристикаһы бирелә; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының палеоклиматы реконструкциялана; Уралдың йылылыҡ ағымы буйынса мәғлүмәттәр каталогы төҙөлә. Тикшеренеү нәтижәһендә үҙ эсенә Тагил‑Магнитогорск зонаһының көнбайыш өлөшөн индергән аномаль түбән (30 мВт/м2 кәмерәк) йылылыҡ ағымының Урал зонаһы айырыла (И.В.Голованова, И.С.Огаринов, В.Е.Сальников һ.б.). Палеоклиматтың ер ҡабығының өҫкө өлөшөндә геотермик градиенттың таралыуына үҙгәртеүсе тәьҫире анализланған, палеоклимат тәьҫирен иҫәпкә алып Уралдың йылылыҡ ағымы картаһының яңы варианты төҙөлгән (И.В.Голованова, Р.Ю.Сәлмәнова). Республикала скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәрҙең үҫешенә бәйле, термометрия үҫеш ала. 1974 й. башлап Башҡорт дәүләт университетында Р.А.Вәлиуллин етәкселегендә геотермик тикшеренеүҙәр алып барыла. 2015—21 йй. Сколково фән һәм технологиялар институты (Мәскәү ҡ.) менән берлектә нефть ятҡылыҡтарында тигеҙ температураны һәм температура градиентын билдәләү методикаһы камиллаштырыла, тау тоҡомдарының физик йылылыҡ сифаттары үлсәнә, тәрәндәге йылылыҡ ағымдарының дәүмәлдәре билдәләнә (А.Ю.Попов). Геотермик үлсәүҙәрҙең методикаһы эшләнә, нефть ятҡылыҡтарының (Ҡушкүл нефть ятҡылығы, Сергеевка нефть ятҡылығы һ.б.) геотермограммалары төҙөлә, тау тоҡомдарының физик йылылыҡ сифаттары өйрәнелә (А.С.Буевич, И.Л.Дворкин, Р.К.Яруллин). СССР‑ҙың Европа өлөшөнөң йылылыҡ ағымы картаһын (1987), СССР территорияһы һәм сиктәш илдәр территорияһы картаһын (1980), Европаның геотермик атласын (1992) төҙөүҙә Башҡортостан территорияһында геотермик тикшеренеү материалдары ҡулланыла.

  Әҙәб.: С а л ь н и к о в В.Е. Геотермический режим Южного Урала. М., 1984; Г о л о в а н о в а И.В. Тепловое поле Южного Урала. М., 2005.

И.В.Голованова, Р.К.Яруллин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.03.2023
Связанные темы рубрикатора: