Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ

КРӘҪТИӘН (ФЕРМЕР) ХУЖАЛЫҒЫ, а.х. производствоһы өлкәһендә хужалыҡ эшмәкәрлеген бергә алып барған граждандар берекмәһе. К.(ф.)х. эшмәкәрлегенең төп төрҙәре: а.х. продукцияһы етештереү һәм эшкәртеү, уны ташыу, һаҡлау һәм һатыу. К.(ф.)х. мөлкәте уның ағзаларының дөйөм милке булып тора, хужалыҡ эшҡыуарлыҡ...

КӨТӨҮЛЕКТӘР

КӨТӨҮЛЕКТӘР, үләне малдарҙы йөрөтөп ашатыу өсөн файҙаланылған ерҙәр. Тәбиғи (ҡара: Тәбиғи мал аҙығы ерҙәре) һәм сәселгән (культуралы) К. айырыла. Тәбиғи К. башлыса күп йыллыҡ ҡырағай үләндәрҙән тора. Сәселгән К. күп йыллыҡ һәм бер йыллыҡ үләндәрҙең ҡуҙаҡлы‑ҡыяҡлы ҡатнашмаларын сәсеү юлы м‑н булдырыла...

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ

КӨТӨҮ ЯҢЫРТЫУ, а.х. малдарын үрсетеү һәм йәш мал үҫтереү юлы м‑н тергеҙеү һәм арттырыу процесы. Ябай (көтөүҙәге мал һаны үҙгәрешһеҙ ҡала) һәм киңәйтелгән (көтөүҙәге мал һаны йыл һайын арта) К.я. айырыла. К.я. ваҡытында малдың тоҡом һәм етештереү сифаттарын яҡшыртыу ҡарала. К.я. темптары малдың һәр төрөнөң...

КӨНБАҒЫШ

КӨНБАҒЫШ (Helianthus), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 50‑гә яҡын төрө билдәле, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 2 төрө үҫтерелә: май биргән К. һәм топинамбур. Май биргән К. — бер йыллыҡ үҫемлек. Һабағы төҙ, бейеклеге 1—3 м. Япрағы эре, овал‑йөрәк формаһында, оҙон...

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич

КОСТАРЕВ Антон Дмитриевич [11.9.1928, БАССР‑ҙың Бөрө кантоны Кесе Нәкәрәк а. (БР‑ҙың Мишкә р‑ны) — 28.8.1985, БР‑ҙың Бөрө р‑ны Баженов а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1940 й. алып Бөрө р‑нында эшләй: 1949 й. тиклем һәм 1958 й. башлап “Урал” к‑зында: 1958 й. алып рәйес урынбаҫары, 1963 й. — бригадир,...

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович

КОСОУРОВ Юрий Фёдорович (17.11.1928, Урта Волга өлк. Архангельское а.), урман белгесе. А.х. ф. канд. (1958). БАССР‑ҙың атҡ. урман белгесе (1977). Мәскәү урман‑техника ин‑тын тамамлағандан һуң (1951) 1953 й. тиклем Бөтә Союз урман хужалығы ҒТИ‑нда (Пушкино ҡ.) эшләй. 1956—92 йй. Башҡ‑н урман тәжрибә...

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ

КОНЦЕНТРАТ МАЛ АҘЫҠТАРЫ, концентраттар, туҡлыҡлы матдәләре күп булған мал аҙыҡтары. К.м.а. мал аҙығы итеп ҡулланылған иген (иген культуралары һәм ҡуҙаҡлы иген культуралары орлоғо), тулы рационлы ҡатнаш аҙыҡтар һәм концентрат ҡатнаш аҙыҡтар, иген һәм май биреүсе культураларҙы эшкәрткәндән һуң ҡалған...

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна

КОНОВАЛОВА Оксана Викторовна (11.2.1972, Өфө), биолог. БДПИ‑ны тамамлағандан һуң (1995) «“Алексеевка” совхозы» ДУАХП‑нда эшләй: 1996 й. алып биолог, 1998 й. — лаб. мөдире, 2002—11 йй. төп белгес. К. ҡатнашлығында ябыҡ грунт шарттарында йәшелсә культуралары уңдырышлылығын күтәреү маҡсатында иңкештәрҙе...

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович

КОНОВАЛОВ Владимир Фёдорович (15.8.1948, БАССР‑ҙың Белорет р‑ны Үрге Әүжән ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ районы Үрге Әүжән а.), урман белгесе. А.х. ф. д‑ры (2004), проф. (2004). БР‑ҙың атҡ. урман белгесе (2008). Мари политехник ин‑тын тамамлаған (Йошкар‑Ола, 1975). 1966—67 йй. Стәрлетамаҡ химия з‑дында эшләй....

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР

КОМПЛЕКСЛЫ АШЛАМАЛАР, составында үҫемлектәрҙең 2 йәки 3 төп туҡлыҡлы элементы (азот, фосфор, калий) булған минераль матдәләр. К.а. алыу өсөн башланғыс сеймал — тәбиғи фосфаттарҙың азотлы һәм көкөртлө кислота тарҡатмалары. К.а. микроэлементтар ҡушылыуы мөмкин. Составы б‑са — ике (азотлы‑калийлы, азотлы‑фосфорлы,...

КОЛХОЗ

КОЛХОЗ, коллектив хужалыҡ, а.х. производствоһын бергә алып барыу өсөн берләшкән крәҫтиәндәрҙең кооператив ойошмаһы. Илдә тәүге коллектив хужалыҡтар 1918 й. барлыҡҡа килә башлай. Уларҙың матди‑техник базаһы айырым крәҫтиән хужалыҡтарының төп етештереү сараларын дөйөмләштереү һөҙөмтәһендә булдырыла. Коллектив...

КЛЕВЕР

  КЛЕВЕР (Trifolium), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр заты. Яҡынса 300 төрө билдәле, Евразияла, Америкала, Австралияла һәм Африканың таулы райондарында таралған. Башҡортостанда К. 11 төрө үҫә: болон, йәки ҡыҙыл; гибрид, йәки алһыу; һырылыусан, йәки аҡ һ.б. Күп йыллыҡ үлән үҫемлектәре. Һабаҡтары...

КИШЕР

КИШЕР (Daucus), сельдерей һымаҡтар (сатыр һымаҡтар) ғаиләһенә ҡараған ике, һирәкләп бер йыллыҡ үлән заты. 60‑ҡа яҡын төрө билдәле, Австралияла, Америкала, Африкала, Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда ситтән килтерелгән үҫемлек булараҡ һирәкләп ябай К. осрай, уның культуралы формалары (сәсеү...

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна

КИРИЛЛОВА Евдокия Федотовна [15.4.1927, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Илек а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны) — 1.7.2005, ш. уҡ райондың Баҡалы а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1939—83 йй. Баҡалы р‑нының “Ленин юлы” к‑зында эшләй (1958—82 йй. өлкән ҡош ҡараусы). Етештереүҙең юғары күрһәткестәренә өлгәшә: тауыҡтарҙан...

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна

КИРИЛЛОВА Галина Борисовна (28.7.1961, Вологда өлк. Анкимар а.), агроном. А.х. ф. д‑ры (2006). Вологда һөт ин‑тын тамамлағандан һуң (1983) Вологда өлк. эшләй. 1999—2013 йй. БДАУ‑ҙа (2005—08 йй. ғилми-тикшеренеү бүлеге нач.). Фәнни тикшеренеүҙәре сәсеү әйләнешендә ашламалар системаһын, ашламаларҙың а.х....

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ-КАРБОНАТЛЫ ТУПРАҠ, рендзиндар, һыу режимының йыуынты йәки ваҡыт‑ваҡыт йыуынты тибында карбонатлы тоҡомдарҙағы (доломит, эзбизташ, мергель һ.б.) ылыҫлы, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ төрө. Башҡортостанда К.‑к.т. ярым типтағы ике төрө айырыла: типик һәм йыуылған. Типик К.‑к.т....

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ

КӘҪЛЕ КӨЛҺЫУ ТУПРАҠ, һыу режимының йыуынты тибында карбонатһыҙ элювиаль‑делювиаль ҡатламдарҙағы көньяҡ тайга ылыҫлы һәм ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙа формалашҡан тупраҡ тибы. Башҡортостанда К.к.т. 2 ярым тибы айырыла: кәҫле көлһыу һәм кәҫле һары көлһыу. Аҡһыл һоро урман тупрағы м‑н берлектә уртаса һәм...

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ

КӘЗӘ ҮЛӘНЕ (Galega), ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 8 төрө билдәле, Европаның көньяғында һәм көньяҡ-көнсығышында, Көнбайыш Азияла, ш. уҡ Көнсығыш Африкала таралған. Башҡортостанға 2 төрө интродукцияланған: көнсығыш К.ү. һәм дарыулы К.ү. Күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 150 см тиклем....

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ

КӘЗӘ АҪРАУСЫЛЫҠ, һөт, ит, дебет һәм йөн алыу өсөн кәзә үрсетеү; малсылыҡ тармағы. Кәзә һөтө — еңел үҙләштерелеүсе продукт, бигерәк тә балалар туҡланыуы өсөн файҙалы. Кәзә ите туҡлыҡлылығы һәм тәм сифаттары б‑са һарыҡ итенә тиң. Йөнөнән төрлө туҡымалар, балаҫтар һ.б. эшләнә. Тиреһенән шевро, хром, замша,...

КӘБЕҪТӘ

КӘБЕҪТӘ (Вrassica), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 35 төрө билдәле, Евразия һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә: ялан К., йәки эт ҡуҙағы; ҡара шипкән һәм сарепта шипкәне. Бер йәки ике йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, бейеклеге 20—150 см. Аҫҡы япрағы лира формаһында, өҫкөһө —...