Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИЛАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл

БИЛАЛ, Баймаҡ р‑нындағы ауыл, Билал а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 70 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 109 км алыҫлыҡта Һаҡмар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 408 кеше; 1920 — 609; 1939 — 543; 1959 — 427; 1989 — 504; 2002 — 620; 2010 — 557 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы

БИЛАЛОВ Фидаил Шәйхислам улы [15.7.1925, БАССР‑ҙың Өфө кантоны Әмин а. (БР‑ҙың Шишмә районы) — 22.3.2018, Өфө ҡ.], спортсы. Парашют спорты буйынса СССР‑ҙың спорт мастеры (1958). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. БАХИ‑ны тамамлаған (1966). Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе. Шәхси зачётта...

БИЛӘН

БИЛӘН, рельеф мезоформаһы, һөҙәк үрле тау һыртының йәнәш бейеклектәргә ҡарата еңелсә түбәнәйеүен сағылдыра. Б. ғәҙәттә тәрәнерәк, киҫкен кәүҙәләнгән, текә битләүле артылыштарҙың бер төрө булып тора. Тау һырттарының киң түңәрәк түбәләренә хас. Һырттың ҡапма-ҡаршы битләүҙәрендә урынлашҡан ундуляциялы...

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

БИЛӘН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Билән а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 54 км һәм Назепетровск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Билән й. (Өфө й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 803 кеше; 1939 — 1279; 1959 — 1372; 1989 — 1012; 2002 — 883; 2010 — 853 кеше. Башҡорттар...

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА

БИЛГЕ ҠАҒАНҒА АРНАЛҒАН ТАШЪЯҘМА, боронғо төрки әҙәбиәт әҫәре. 716—734 йй. Көнсығыш төрки ҡағанаты хакимы Билге ҡаған (Могулян) хөрмәтенә төҙөлгән ерләү комплексындағы яҙыулы ҡәбер ташы. Улан-Баторҙан көньяҡ-көнбайышҡа табан 400 км алыҫлыҡта Орхон й. һул ярында урынлашҡан. 1889 й. Н.М.Ядринцев тарафынан...

БИЛГЕЛӘР

БИЛГЕЛӘР, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2011). Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең төньяҡ өлөшөндә, Нуриман р‑ны Нимесләр а. көнбайышҡа табан 1,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Майҙаны 28 га. Шул уҡ исемле карстлы күл һәм һаҙлыҡты үҙ эсенә алған комплекстан тора. Күл дөрөҫ булмаған груша формаһында, тымыҡ. Ҡатнаш,...

БИЛГЕШ, Асҡын р‑нындағы ауыл

БИЛГЕШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Ҡашҡа а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Чернушка т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 132 км алыҫлыҡта Билгеш й. (Төй й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 414 кеше; 1920 — 564; 1939 — 445; 1959 — 503; 1989 — 417; 2002 — 404; 2010 — 329 кеше....

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ

БИЛДӘЛЕЛЕК ҺӘМ БИЛДӘҺЕҘЛЕК КАТЕГОРИЯҺЫ, билдәле һәм билдәһеҙҙе, берҙән‑берҙе һәм оҡшаш феномендар класынан берәүҙе, һөйләүсенең ышанғанлығын һәм ышанып етмәүен, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн һәм дөрөҫ булмауын һ.б. ҡаршы ҡуйыуҙы белдереүсе грамматик категорияларҙың береһе. Б.һ.б.к. актуалләшеүе аралашыу маҡсатына...

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ

БИЛДӘШ ЭНӘҒАРАҠ (Sympetrum pedemontanum), энәғараҡтар отрядының ысын энәғараҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк. Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Тән оҙонлоғо 2,8—3,5 см. Инә бөжәктең күкрәге һәм ҡорһағы һарғылт көрән, ата энәғараҡтың күкрәге асығыраҡ төҫтә, ҡорһағы ҡыҙғылт. Башы һәм күҙе ҙур. Ҡанаты...

БИЛДИН Пётр Захарович

БИЛДИН Пётр Захарович (1743—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Исәт провинцияһы казактарынан. Ырымбур казак ғәскәрендә хеҙмәт итә, капрал. Нояб. аҙағында баш күтәреүселәргә ҡушыла, Исәт казак полкын етәкләй. Ырымбур ҡ. янында һуғыша. 1774 й. апр. Ырымбур губернаһы...

БИЛИНГВИЗМ

БИЛИНГВИЗМ (би... һәм лат. lingua — тел), күп теллелектең бер формаһы, ике телде белеүҙе күҙ уңында тота. 1‑се тел булып ғәҙәттә туған тел һанала, 2‑се — ҡәрҙәш булмаған, әммә теге йәки был этник дөйөмлөк тарафынан киң ҡулланылған тел. БР‑ҙа милли‑урыҫ Б. өҫтөнлөк итә: башҡортурыҫ, мари‑урыҫ, мордва-урыҫ,...

БИЛСӘН

БИЛСӘН (Cirsium), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 200 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ Америкала һәм Африкала таралған. Башҡортостанда 9 төрө үҫә. Ике һәм күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тармаҡлы, йыш ҡына сәнскәкле, 50—200 см бейеклектә. Япрағы бөтөн йәки ҡауырһын һымаҡ бүлемле,...

БИЛЬЯРД СПОРТЫ

БИЛЬЯРД СПОРТЫ, спорт төрө, бортлы өҫтәлдә шарҙар һәм кий м‑н уйын. Урыҫ бильярды, пул, снукер һ.б. айырып йөрөтөлә. Башҡортостанда 20 б. 30-сы йй. алып үҫешә. 1935 й. өфөлө Ф.М.Чемтанов бильярд б‑са 1‑се СССР чемпионатында ҡатнаша. 40—50‑се йй. Б.с. үҙәге булып “Динамо” ДСО‑һының бильярд клубы тора....

БИМЕТАЛЛ СЫМ

БИМЕТАЛЛ СЫМ, механик һәм физик үҙенсәлектәре төрлө булған ике металл йәки иретмә (баҡыр—ҡорос, баҡыр—алюмин, еҙ—ҡорос һ.б.) ҡатламынан торған сым. 20 б. 50‑се йй. алып Башҡортостанда Белорет металлургия комбинатында өҙлөкһөҙ эшләүсе стандарҙа һуҙыу юлы м‑н башлыса автомобиль тәгәрмәстәре покрышкаларының...

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич

БИНДИЧЕНКО Евгений Васильевич (16.6.1944, Өфө), социолог, философ. Филос. ф. канд. (1983), социол. ф. д‑ры (2001). БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2003). Велоспорт б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1967). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын (1973), ӨАИ‑ны (1992) тамамлаған. 1968 й. алып Өфөнөң сәнәғәт...

БИО...

БИО... (гр. bios — тормош), ҡушма һүҙҙәр өлөшө: 1) тормошҡа бәйләнеше булғанлыҡты аңлата (мәҫ., биогенез); 2) “биологик” һүҙенең аңлатмаһына ярашлы (мәҫ., биогеография, биотехнология, биохимия). Тәрж. Р.М.Шәрипова

БИОГЕОГРАФИЯ

БИОГЕОГРАФИЯ (био... һәм география), төрлө биоценоздарҙың, ш. уҡ хайуандар, үҫемлектәр һәм микроорганизмдарҙың (төрҙәре, заттары йәки башҡа таксономик категориялары) Ер шарында таралыу һәм урынлашыу законлыҡтары т‑дағы фән. Биология һәм география сигендә барлыҡҡа килә. Организмдар географияһына, үҫемлектәр...

БИОКОММУНИКАЦИЯ

БИОКОММУНИКАЦИЯ (био... һәм лат. сommunico — дөйөм яһайым, бәйләйем, аралашам), бер йәки бер нисә төр организм заттары араһында сигнал ярҙамында информация тапшырыу. Химик Б. аррестанттар (заттарҙың агрегацияһын тыуҙыра), репелленттар (хайуандарҙы ҡурҡыта), аттрактанттар һ.б. матдәләр ярҙамында тормошҡа...

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР

БИОЛОГИК АКТИВ МАТДӘЛӘР, тере организмдарҙың физиол. процестарына йоғонто яһай алыусы химик берләшмәләр (күберәк органик). Б.а.м. антибиотиктар, витаминдар, гормондар, феромондар, пестицидтар һ.б. инә. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан Химия ин‑тында (ҡара: Органик химия институты) Г.А.Толстиков...

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ

БИОЛОГИК БЫСРАТЫУ, тирә‑яҡ мөхиттә кешелә, хайуанда һәм үҫемлектәрҙә ауырыу тыуҙырыусы микроорганизм, талпан, бөжәктәрҙең һ.б. булыуы. Шулай уҡ зарарһыҙландырылмаған көнкүреш, а.х. ҡалдыҡтары, органик сәнәғәт ташландыҡтары Б.б. сығанаҡтары булып тора. Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк...