Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БИШУЛ

БИШУЛ, табын ырыу‑ҡәбилә берләшмәһе составындағы ҡәбилә. Ырыу составы: Б. һәм Б.‑уңғар. Тамғалары: . Этник яҡтан Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренә барып тоташа. “Бишул” этнонимы ҡаҙаҡтарҙа, ҡарағалпаҡтарҙа, нуғайҙарҙа, үзбәктәрҙә билдәле. 8—9 бб. Б. Урал буйының көньяҡ-көнбайышына төйәкләнә, унда...

БИШУҢҒАР ҠУРҒАНДАРЫ

БИШУҢҒАР ҠУРҒАНДАРЫ, Сармат мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Б.э.т. 3—2 бб. ҡарай. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Бишауыл‑Уңғар а. көньяҡҡа ҡарай 2 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. һул ярында урынлашҡан. 1960 й. А.П.Шокуров тарафынан асыла, 1966 й., 1968 й., 1972 й. А.Х.Пшеничнюк (7 ҡурған), 1991 й. В.Н.Васильев (2) өйрәнә....

БЛАГОВАР РАЙОНЫ

БЛАГОВАР РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта һәм төньяҡ‑көнсығышта — Саҡмағош һәм Кушнаренко, көнсығышта — Шишмә, көньяҡта — Дәүләкән, көнбайышта Бүздәк р‑ндары м‑н сиктәш. 1935 й. 31 ғин. БАССР‑ҙың Топорнин районын, Бүздәк һәм Шишмә р‑ндарын бүлгеләү арҡаһында ойошторола (ҡара: Административ...

БЛАГОВАР, Благовар р‑нындағы ауыл

БЛАГОВАР, Благовар р‑нындағы ауыл, Благовар а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 15 км алыҫлыҡта Ҡармалы й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 221 кеше; 1939 — 603; 1959 — 1319; 1989 — 1895; 2002 — 1923; 2010 — 2061 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002)....

БЛАГОВЕЩЕН АРМАТУРА ЗАВОДЫ

БЛАГОВЕЩЕН АРМАТУРА ЗАВОДЫ, ААЙ. БР‑ҙа һәм РФ‑та ҡорос үткәргес торба арматураһын төп етештереүселәрҙең береһе. Составы: 13 цех (3 механик йыйыу, ҡорос ҡойоу, тимерсе, механика һ.б.) һәм 3 участка, ш. иҫ. стандарт булмаған ҡорамалдар участкаһы. Балалар баҡсаһы, балалар һауыҡтырыу үҙәге, мәҙәниәт йорто,...

БЛАГОВЕЩЕН ГИМНАЗИЯҺЫ №1

БЛАГОВЕЩЕН ГИМНАЗИЯҺЫ №1, 1907 й. ҡыҙ балалар өсөн 4 класлы ауыл прогимназияһы булараҡ асыла, 1913 й. алып ҡыҙ балалар гимназияһы, 1919 й. — Благовещен юғары башланғыс ир балалар уч‑щеһы (1913 й. асылған) м‑н берләшкәндән һуң 2‑се баҫҡыс мәктәбе, 1930 й. — тулы булмаған урта, 1933 й. — 1‑се урта мәктәп...

БЛАГОВЕЩЕН ЗАВОДЫ

БЛАГОВЕЩЕН ЗАВОДЫ, 1755 й. Нуғай даруғаһы Күл‑Иле‑Мең улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Потеха й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында М.С.Мясников (ҡара: Мясниковтар) тарафынан баҡыр иретеү заводы булараҡ нигеҙ һалына. Хужалары: Мясниковтар, 1772 й. алып Хлебниковтар, 1806 й. — А.П.Полторацкая, 1835 й. —...

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ

БЛАГОВЕЩЕН ИКМӘК КОМБИНАТЫ. 1959 й. Благовещен икмәк з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып “Б.и.к.” ААЙ, 2006 й. ябыла. Составына икмәк‑булка, кондитер изделиелары, майонез етештереү һәм ярҙамсы цехтар ингән. 1999 й. 66 кеше эшләгән; икмәк‑булка, кондитер, макарон изделиелары етештергән....

БЛАГОВЕЩЕН ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ

БЛАГОВЕЩЕН ПЕДАГОГИЯ КОЛЛЕДЖЫ, 1876 й. Благовещен уҡытыусылар семинарияһы булараҡ нигеҙ һалына, 1919 й. алып 3 йыллыҡ пед. курстары, 1921 й. — пед. техникумы, 1950 й. — физик культура техникумы, 1958 й. — пед. уч‑щеһы, 1997 й. Б.п.к. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә башланғыс кластарҙа уҡытыу (башҡ., мари һәм...

БЛАГОВЕЩЕН РАЙОНЫ

БЛАГОВЕЩЕН РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Мишкә, Ҡариҙел, көнсығышта — Нуриман, көньяҡта — Иглин һәм Өфө, көнбайышта Кушнаренко, Бөрө р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. ойошторола, район составына Өфө кантоны улустары инә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы...

БЛАГОВЕЩЕН СӘНӘҒӘТ‑ГУМАНИТАР ТЕХНИКУМЫ

БЛАГОВЕЩЕН СӘНӘҒӘТ‑ГУМАНИТАР ТЕХНИКУМЫ, 1989 й. Туймазы индустриаль техникумының киске бүлеге булараҡ нигеҙ һалына, 1999 й. алып Б.с.‑г.т. Уҡытыу көндөҙгө һәм киске бүлектәрҙә мәғлүмәтте эшкәртеүҙең һәм идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары, машина эшләү технологияһы, органик матдәләрҙең химик...

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, тектоник структура

БЛАГОВЕЩЕН УЙПАТЛЫҒЫ, Волга‑Кама антеклизаһы эсендәге беренсе дәрәжәле ҙур кире тектоник структура. Протерозой һәм палеозой ултырмаларында айырыла. Б.у. кристаллы нигеҙ өҫтөнән башлап һәм рифей‑венд ҡатламында Благовещен уйһыулығы һәм Благовещен депрессияһы тура килә, был Б.у. ҡатламдарҙы үтәнән‑үтә...

БЛАГОВЕЩЕН УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯҺЫ

БЛАГОВЕЩЕН УҠЫТЫУСЫЛАР СЕМИНАРИЯҺЫ, 1876 й. Өфө өйәҙе Благовещен Заводы ҡасабаһында (хәҙ. Благовещен ҡ.) нигеҙ һалына. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. Тәрбиәләнеүселәр ҡаҙна, земство иҫәбенә стипендия ала, үҙ иҫәбенә уҡый (своекоштныйҙар). 1893—98 йй. б.у.с. йәмәғәт аҡсаһына уҡыған башҡорттар...

БЛАГОВЕЩЕН ЭЛЕКТРОМОНТАЖ ИДАРАЛЫҒЫ

БЛАГОВЕЩЕН ЭЛЕКТРОМОНТАЖ ИДАРАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Электромонтаж эштәрен, электр ҡорамалдарының ғәҙәттәге һәм капиталь ремонтын башҡара. Составы: электр двигателдәрен һәм трансформаторҙарҙы ҡабаттан урау цехы (1980 й. нигеҙләнгән). 1999 й. “Благовещенскагропромэнерго” хужалыҡ‑ара производство пр‑тиеһы базаһында...

БЛАГОВЕЩЕН, ҡала

БЛАГОВЕЩЕН, БР‑ҙағы ҡала, Благовещен р‑нының адм. үҙәге (1930 й алып). Өфөнән төньяҡҡа 42 км һәм Загородная т. юл ст. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта Потеха й. тамағында (уның Ағиҙел й. ҡушылған урынында) урынлашҡан. Майҙаны — 65 км2. Халҡы (мең кеше): 1920 й. — 6,4; 1939 — 11,1; 1959 — 12,6;...

БЛАГОВЕЩЕНИЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ

БЛАГОВЕЩЕНИЕ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР МОНАСТЫРЫ, 1838 й. Өфөлә (Усол урамы, хәҙ. Сочи урамы) Минзәлә өйәҙенең Бетьки а. келья йыйыштырыусылар-ҡара эшселәр общинаһын үҙгәртеп ҡороуҙан барлыҡҡа килә. Ойоштороусыһы — Филарета. Монастырь эргәһендә 3 сиркәү була. Благовещение сиркәүе (баш) яртылаш таштан, 5 көмбәҙле,...

БЛАГОВЕЩЕНКА, Липовка, Архангел р‑нындағы ауыл

БЛАГОВЕЩЕНКА, Липовка, Архангел р‑нындағы ауыл, Липовка а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.-Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 192 кеше; 1939 — 379; 1959 — 313; 1989 — 556; 2002 — 542; 2010 — 490 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

БЛАГОЧИННЫЙ

БЛАГОЧИННЫЙ, рухани дәрәжәһендәге адм.‑суд вазифаһы кешеһе, епархияның благочинный округтарының береһендә мәхәлләләр һәм православие руханиҙары эшмәкәрлеген күҙәтеү б‑са епископ ярҙамсыһы. Урыҫ православие сиркәүендә сиркәүҙәрҙең Б. вазифаһы 17 б. аҙ., монастырҙарҙыҡы 1779 й. булдырыла; ш. уҡ үҙ монастырындағы...

БЛАРАМБЕРГ Иван Фёдорович

БЛАРАМБЕРГ Иван Фёдорович (8.4.1800, Майндағы Франкфурт ҡ., Германия — 8.12.1878, Таврия губ. Чоргун а.), топограф. Ген.‑лейт. (1862). 1828—29 йй. — рус‑төрөк һуғышында, 1817—64 йй. — Кавказ һуғышында, 1852 й. — Коканд походында, 1844 й. ҡаҙаҡ ихтилалын баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Гессен ун‑тын (1823), Бәйләнеш...

БЛЕДНЫХ Василий Васильевич

БЛЕДНЫХ Василий Васильевич (21.7.1938, Өфө ҡ. — 20.5.2017, Силәбе ҡ.), инженер‑механик. Рәсәй ауыл хужалығы фәндәре академияһы (2007), РФА (2013) академигы, техник фәндәр докторы (1990), профессор (1991). РФ‑тың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1993), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү...