Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы

БАРЛЫБАЕВ Әҙеһәм Әғзәм улы (30.8.1958, БАССР‑ҙың Баймаҡ р‑ны Йомаш а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2006). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2015). Ростов ун‑тын тамамлағандан һуң (1981) ӨАИ‑ла, 1984 й. алып СДПИ‑ла уҡыта. 1994 й. башлап БДУ‑ның Сибай ин‑тында: 1998 й. алып дир. урынбаҫары, 2000 й. — өлкән ғилми...

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы

БАРЛЫБАЕВ Хәлил Әбүбәкер улы (5.1.1944, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Йомаш а. — 18.3.2020, Мәскәү ҡ., тыуған яғында ерләнгән), иҡтисадсы. Иҡтисад (1992) һәм философия (2011) фәндәре докторы, профессор (1994). БР‑ҙың атҡаҙанған иҡтисадсыһы (1993). МДУ‑ны тамамлаған (1972). 1976 й. алып (өҙөклөк менән) БДУ‑ла...

БАРМАҠТАМЫР

БАРМАҠТАМЫР (Dactylorhiza), әшәлсә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 30 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда гибрид Б., һарғылт аҡ Б., ит‑ҡыҙыл Б., Руссов Б., Фукс Б. үҫә. Бармаҡ һымаҡ бүленгән бүлбетамырлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 35—80 см...

БАРМИН Леонид Николаевич

БАРМИН Леонид Николаевич (16.4.1931, Белорет ҡ. — 16.6.1995, Екатеринбург ҡ.), инженер-металлург. Техник ф. д‑ры (1972), проф. (1972). РФ‑тың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1991), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Урал политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1955) шунда уҡ эшләй: 1970 й....

БАРОКАМЕРА

БАРОКАМЕРА (гр. báros — ауырлыҡ һәм лат. camera — бүлмә, палата), эсендә яһалма рәүештә юғары йәки түбән барометрик баҫым булдырылған камера. Түбән (вакуумлы Б.) һәм юғары баҫым Б. айырып йөрөтәләр. Шулай уҡ баҫымды һәм һауа т‑раһын ҡабатлаусы һәм климатик факторҙарҙы имитациялаусы термобарокамералар...

БАРРИКАДНАЯ

БАРРИКАДНАЯ, ҡара ҡарағат сорты. 1987 й. М.Ғ.Әбдиева (БНИИЗиС) һәм В.М.Литвинова (РСФСР‑ҙың Ҡара тупраҡһыҙ һыҙаты баҡсасылығы зона ҒТИ, Мәскәү) тарафынан Московская һәм Крупная сорттарын һеркәләндереү юлы м‑н сығарыла. Ҡыуағы бейек, аҙ тармаҡлы, үрендеһе төҙ, йәшел. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, күгелйем...

БАРСОВ Николай Николаевич

БАРСОВ Николай Николаевич (6.9.1901, Өфө — 1.10.1981, шунда уҡ), иҡтисадсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. 1917—23 йй. Социал-революционерҙар партияһы ағзаһы (1920 й. Өфө губерна ком‑ты секретары, 1922 й. Партия аҙсылығының үҙәк бюроһы ағзалығына канд. һәм ағза). 1920 й. Өфө губерна ХХС‑ы инструкторы, 1923 й....

БАРСУКОВ Анатолий Иванович

БАРСУКОВ Анатолий Иванович (12.11.1931, Ырымбур ҡ. — 27.2.2016, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР транспортының атҡ. хеҙм‑ре (1991). Бөтә союз ситтән тороп уҡыу финанс-иҡт. ин‑тын тамамлаған (1976). 1948 й. алып “Россовхозавтотранс” Чкалов автобазаһы водителе, 1954 й. башлап 11‑се Күмертау автоконтораһы...

БАРСУКОВ Владимир Фёдорович

БАРСУКОВ Владимир Фёдорович (1.11.1953, Өфө), инженер-механик. БР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1998), РФ транспортының почётлы хеҙм‑ре (2000). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1976) Бөтә Союз “Союзнефтеавтоматика” ПБ‑ның Махсус проект-конструкторлыҡ бюроһында эшләй. 1978 й. алып “Ремстройдормаш” з‑ды инженер-конструкторы,...

БАРТ (“Татыулыҡ”)

“БАРТ” (“Татыулыҡ”) Чечен ижтимағи-мәҙәни үҙәге, 1995 й. Башҡортостан һәм Чечен Респ. халыҡтары араһында тыныслыҡты һәм татыулыҡты нығытыуға булышлыҡ итеү маҡсатында ойошторола. Өфөлә урынлашҡан. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: чечендарҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау, үҫеп килгән быуынды...

БАРТАҒАТАМАҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БАРТАҒАТАМАҠ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Үрге Һөйән а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 57 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 102 км алыҫлыҡта Өфө й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 199 кеше; 1989 — 99; 2002 — 97; 2010 — 87 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). 20 б. 40‑сы йй. аҙ....

БАРТЕР

БАРТЕР (ингл. barter), тауарҙар һәм хеҙмәттәр м‑н аҡсаһыҙ тура алмашыу. Берҙәм килешеү (контракт) м‑н рәсмиләштерелә, унда алмашыуҙың эквивалентлығын тәьмин итеү, страховка суммаларын, дәғүәләр (санкциялар) күләмен билдәләү һ.б. өсөн тауарҙарҙы (хеҙмәттәрҙе) донъя йәки килешеү хаҡтары б‑са баһалау эшләнә....

БАРТОЛЬД Василий Владимирович

БАРТОЛЬД Василий Владимирович (3.11.1869, С.‑Петербург — 19.8.1930, Ленинград), тарихсы, шәрҡиәтсе. С.‑Петербург (1913) һәм Рәсәй (1917) ФА, СССР ФА (1925) академигы. Шәреҡ тарихы д‑ры (1900), проф. (1901). С.‑Петербург ун‑тын тамамлаған (1891), 1892 й. алып шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1919 й. башлап...

БАРТЫМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл

БАРТЫМ, Ҡариҙел р‑нындағы ауыл, Озерки а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 47 км һәм Щучье Озеро т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 136 км алыҫлыҡта Оло Бирҙәш й. (Йүрүҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 179 кеше; 1920 — 230; 1939 — 173; 1959 — 297; 1989 — 258; 2002 — 195; 2010 —...

БАРУДИ Ғәлимйән, әл-Баруди Ғ.

БАРУДИ Ғәлимйән, әл-Баруди Ғ. (ысын исеме Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы; 2.2.1857, Ҡазан губ. Бәләкәй Ҡауал а. — 6.12.1921, Мәскәү, Ҡазанда ерләнгән), дин әһеле, Эске Рәсәй һәм Себер мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты мөфтөйө (1917—21). Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы (1906). Йәдитселек идеологтарының...

БАРЪЯҘЫ ҠАЛАСЫҒЫ

БАРЪЯҘЫ ҠАЛАСЫҒЫ, Бахмут мәҙәниәтенең археологик ҡомартҡыһы. 5—7 бб. ҡарай. Ҡалтасы р‑ны Баръяҙы а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 2 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1969 й. Ю.А.Морозов тарафынан асыла, 1973—74 йй. БДУ экспедицияһы тарафынан (етәкс. В.А.Иванов) тикшерелә. 120 м2 ҡаҙылған. Ҡаласыҡ (оҙонлоғо 340 м,...

БАРЪЯҘЫБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл

БАРЪЯҘЫБАШ, Краснокама р‑нындағы ауыл, Редькин а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 68 км һәм Нефтекама т. юл ст. К.‑Көнс. табан 48 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 174 кеше; 1959 — 217; 1989 — 183; 2002 — 188; 2010 — 202 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡуян урта мәктәбе...

БАРЫКИН Николай Петрович

БАРЫКИН Николай Петрович (11.8.1938, Сталинград ҡ. — 12.8.2016, Өфө ҡ.), инженер-металлург. Техник фәндәр докторы (1992), профессор (1996). БАССР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1988). Куйбышев авиация институтын тамамлағандан һуң (1962) ӨМЭЗ‑дә, 1964 й. алып ӨАИ‑ла (1973 й. башлап металдарҙы баҫым...

БАРЫМТА

БАРЫМТА, төрки һәм монгол халыҡтарында йола хоҡуғы нормаһы, малды, мөлкәтте, ш. уҡ урланған ҡыҙҙы (ҡара: Ҡыҙ урлау), ырыу йәки ҡәбиләнең башҡа ағзаларын көс м‑н ҡайтарып алыу. Бәхәсте тыныс юл м‑н хәл итеп булмаған осраҡта кәмһетеү һәм матди зыян өсөн үҙенсәлекле иҡт. үс ҡайтарыу ысулы булған. Ҡарымта...