Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ИКЕ ЗВЕНОЛЫ ТРАНСПОРТЁР

ИКЕ ЗВЕНОЛЫ ТРАНСПОРТЁР, йөк һәм пассажирҙар ташыу өсөн тоташмалы сылбырлы тәгәрмәсле машина. Бер‑береһе м‑н тағылма, ярымтағылма (эйәр рәүешле) һәм вагон схемаһы б‑са тоташтырылған ике актив звенонан (арбаларҙан) тора; үҙ аллы боролош механизмдары була. Йөк күтәреүсәнлеге һәм тәғәйенләнеше б‑са айырыла;...

ИКЕ ҠАНАТЛЫЛАР

ИКЕ ҠАНАТЛЫЛАР (Diptera), бөжәктәр отряды. 150 ғаиләһе, 100 меңдән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 500‑ҙән ашыу төрө бар. Башының, мыйығының төҙөлөшө, пупарийҙың (көплө ҡорттоң ҡаты көбөһө) барлығы йәки юҡлығы б‑са И.ҡ. 3 ярым отрядҡа бүләләр: оҙон мыйыҡлылар, йәки серәкәйҙәр (галлицалар, бәшмәк серәкәйҙәре,...

ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР

ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР, магнолиопсидтар (Dicotyledones, йәки Magnoliopsida), бәбәге 2 орлоҡ өлөшөнән торған сәскәле үҫемлектәр класы. 8 ярым класы (Magnoliidae, Ranunculidae, Caryophyllidae, Hamamellidae, Dilleniidae, Rosidae, Lamiidae, Asteridae), 128 тәртибе, 429 ғаиләһе, яҡынса 10 мең заты һәм 190 мең төрө...

ИКЕНСЕ АРМИЯ

ИКЕНСЕ АРМИЯ, 1) РККА‑ла. 1918 й. июнендә Көнсығыш фронт командующийы М.А.Муравьёв директиваһы б‑са Өфө губ. Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары, интернациональ һәм эшселәр отрядтары нигеҙендә ойошторола. Армия составына Уң һәм Һул ғәскәрҙәр төркөмө (1918 й. июль—сент.), 1‑се һәм 2‑се йыйылма (1918 й. көҙө),...

ИКЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯһЫ

ИКЕНСЕ БАШҠОРТ УҠСЫЛАР ДИВИЗИЯһЫ, 1918 й. 13 авг. Башҡорт хәрби шураһы бойороғо б‑са Ырымбур ҡ. 2‑се Башҡорт пехота див. булараҡ ойошторола. Див. 1‑се, 4‑се Башҡорт пехота полктары инә. Халыҡ армияһы составында була. Сент. Башҡорт айырым корпусына инә. 1918 й. 21 окт. Рәсәй армияһының Юғары баш командующийы...

ИКЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ (1939—45)

ИКЕНСЕ ДОНЪЯ ҺУҒЫШЫ (1939—45), Германия, Италия һәм Япония тарафынан башлана. Һуғыш осоронда БАССР СССР‑ҙың мөһим тыл төбәге була. 1939—45 йй. респ. терр‑яһында СССР Ҡораллы Көстәренә 700 меңдән ашыу кеше алына һәм мобилизациялана. Уларҙың күбеһе — 1941—45 йй. Бөйөк Ватан һуғышында, байтағы 1945 й....

ИКЕНСЕ ЗАПАС КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ

ИКЕНСЕ ЗАПАС КАВАЛЕРИЯ БРИГАДАҺЫ, 1943 й. 23 мартында Көньяҡ Урал хәрби округы ғәскәрҙәре командующийы бойороғо б‑са БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Туймазы ҡасабаһында (хәҙ. Туймазы ҡ.) 9‑сы запас кавалерия полкы (ҡара: Запас полктар) нигеҙендә ойошторола. Бригада составына бер нисә запас кавалерия полкы һәм...

ИКЕНСЕ КЛАСЛЫ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘПТӘРЕ

ИКЕНСЕ КЛАСЛЫ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘПТӘРЕ, православие идаралығына ҡараған грамота мәктәптәренә уҡытыусылар әҙерләү өсөн Рәсәйҙәге урта пед. уҡыу йорттары. 1895 й. ойошторолалар. Икенсе класлы уҡытыусылар мәктәптәре т‑дағы положениеға (1902) ярашлы эшләйҙәр. Изге Синод ҡарамағында булалар һәм уның аҡсаһы...

ИКЕНСЕЛ ПОЛИМЕР СЕЙМАЛ

ИКЕНСЕЛ ПОЛИМЕР СЕЙМАЛ, махсус технологик эшкәртеү үткән һәм полимер материалдарҙы, составында резина булған изделиеларҙы, ҡайһы бер төҙөлөш материалдарын (бетон, битумдарҙы һ.б.), киң ҡулланыу тауарҙарын һ.б. етештереүҙә сеймал сифатында файҙаланылған сәнәғәт һәм көнкүреш ҡалдыҡтары; икенсел ресурстарҙың...

ИКЕНСЕЛ РЕСУРСТАР

ИКЕНСЕЛ РЕСУРСТАР, тәүге файҙаланыуҙан һуң башланғыс сеймал булараҡ производствола ҡабаттан ҡулланып була торған сеймал, материал һәм изделиелар. И.р. төп төрҙәре: ҡара һәм төҫлө металл һыныҡтары, икенсел полимер сеймал, ағас һәм туҡыма ҡалдыҡтары, файҙаланылған нефть продукттары, макулатура, файҙалы...

ИКЕНСЕЛ ЯҒЫУЛЫҠ-ЭНЕРГЕТИКА РЕСУРСТАРЫ

ИКЕНСЕЛ ЯҒЫУЛЫҠ-ЭНЕРГЕТИКА РЕСУРСТАРЫ, производство ҡалдыҡтарының, өҫтәмә йәки аралыҡ продукттарының энергетик потенциалы; икенсел ресурстар төрө. Йылылыҡ И.я.‑э.р. технологик агрегат газдарынан, һыуытыу системалары шыйыҡлыҡтарынан һәм газдарынан, файҙаланылған һыу быуынан, вентиляция һ.б. ташландыҡтарынан...

ИКМӘК

ИКМӘК, әпәй, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Һыуға, һирәгерәк һөт, ҡатыҡ, ҡаймаҡҡа май һәм йомортҡа ҡушып баҫылған ҡамырҙан әҙерләнә. И. бешереү өсөн бойҙай, тары, арыш, арпа, талҡан, ҡыяҡлылар ҡатышмаһы онон файҙаланалар. Башҡорттарҙың йәйләү урындарында балсыҡтан эшләнгән ябыҡ мейестә (ялан мейес,...

ИКМӘК БЕШЕРЕҮ СӘНӘҒӘТЕ

ИКМӘК БЕШЕРЕҮ СӘНӘҒӘТЕ, икмәк, икмәк‑ҡалас һәм керәндилдең, дауалау һәм диетик икмәк изделиеларының төрлө сорттарын, шөкәрә етештереү б‑са аҙыҡ‑тәм сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында И.б.с. икмәкхана һәм икмәк заводтарынан торған. 1930 й. Бәләбәй, Белорет, Өфө ҡҡ. пр‑тиелары “Башпромхлебопечение”...

ИКОНА

ИКОНА (гр. eikon — һын, образ), православиела һәм католицизмда Иисус Христостың, Богоматерҙың һәм изгеләрҙең һыны; һынлы сәнғәт әҫәре. Дини табыныу предметы булып тора, ҡорамда һәм христиан йортонда мотлаҡ булырға тейеш тип иҫәпләнә. Ҡайһы бер И. айырым үҙенсәлектәре бар тип һанала: сырхауҙарҙы һауыҡтыра,...

ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы

ИҠСАНОВ Фәтих Хәйрулла улы (1.9.1935, БАССР‑ҙың Архангел р‑ны Тирәкле а. — 19.10.1992, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), режиссёр. БАССР-ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1986). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1969). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1964; Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы), ГИТИС‑ты (1973; И.Г.Шароев курсы) тамамлаған. 1964—68 йй....

ИҠСАНОВА Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы

ИҠСАНОВА Нәфирә Нәжметдин ҡыҙы (14.3.1951, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыйғаҙытамаҡ а.), хор дирижёры, режиссёр. БР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (2004), БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (1992). Өфө сәнғәт уч‑щеһын (1978; З.Х.Ғөбәйҙуллина класы), ӨДСИ‑не (1983, Э.Х.Ғәйфуллина класы; 1999, А.И.Корякин курсы) тамамлаған....

ИҠТИСАД

ИҠТИСАД, 1) етештереү, алмашыу, продукцияны бүлеү һәм ҡулланыу өлкәләрендәге ижт. мөнәсәбәттәр бергәлеге; баҙар иҡтисады, адм.-команда И., ғәҙәти И., ҡатнаш И. бүләләр; 2) илдең, төбәктең иҡт. эшмәкәрлеге һәм халыҡ хужалығы тармаҡтары төрҙәре; 3) етештереү мөнәсәбәттәрен, ижт. ойошма һәм хеҙмәт законлыҡтарын,...

ИҠТИСАД БЕЛЕМЕ БИРЕҮ

ИҠТИСАД БЕЛЕМЕ БИРЕҮ, иҡтисад өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы; һөнәри һәм өҫтәмә белем биреүҙе үҙ эсенә ала. И.б.б. махсус (анализ һәм аудит, бухгалтерия иҫәбе, маркетинг, ойошма менеджменты, донъя иҡт., милли иҡтисад, статистика, финанс һәм кредит һ.б.) һәм дисциплина‑ара...

ИҠТИСАД ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ

ИҠТИСАД ЛИЦЕЙ-ИНТЕРНАТЫ, 1996 й. Өфөлә 28‑се һөнәрселек училищеһы базаһында Респ. иҡтисад-лицей интернаты булараҡ асыла. 6‑сы класты тамамлаған уҡыусылар ҡабул ителә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар айырым уҡытыла. Профилле уҡытыу физика-матем., соц.‑иҡтисад йүнәлештәрендә алып барыла. 3 компьютер класы, 2 китапханаһы,...

ИҠТИСАД ҺӘМ СЕРВИС УНИВЕРСИТЕТЫ

ИҠТИСАД ҺӘМ СЕРВИС УНИВЕРСИТЕТЫ, 1971 й. Мәскәү технология ин‑тының (1993 й. алып Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе акад.) Өфө филиалы булараҡ асыла, 1994 й. башлап Дәүләт көнкүреш һәм хеҙмәттәр өлкәһе академияһының (1999 й. алып Мәскәү сервис ун‑ты) Өфө сервис технология ин‑ты (филиалы), 2002 й. —...