Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАРЛЫ ФЛАВОЦЕТРАРИЯ

ҠАРЛЫ ФЛАВОЦЕТРАРИЯ (Flavocetraria nivalis), пармелия һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған лишайниктар төрө. Талломы тармаҡлы, төҙ, һирәгерәк түшәлеүсән, бейеклеге 4—7 см. Өлөшсәләре 2—8 см оҙонлоҡта, 3—10 мм киңлектә, яҫы йәки бер аҙ улаҡлы, йәшкелт төҫмөрлө аҡһыл һары төҫтә, төбө һорғолт көрән йәки ҡуйы һары,...

ҠАРЛЫМАН МӘМЕРЙӘҺЕ

ҠАРЛЫМАН МӘМЕРЙӘҺЕ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡарлыман а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Сағыл й. (Ҡарлыман й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, көңгөр ярусы гипстарында барлыҡҡа килгән. Көньяҡ‑көнсығыш йүнәлешле горизонталь коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо...

ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ

ҠАРЛЫМАН СПИРТ ЗАВОДЫ, 1902 й. Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙендә (хәҙ. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Урал а.) Ҡарлыман шарап ҡыуыу з‑ды булараҡ ойошторола. Завод составына ҡур яһау, йыуыу, сүпрәләү, әсетеү бүлектәре, пар бинаһы, келәттәр ингән. Сеймал итеп картуф һәм арыш файҙаланылған. 20‑се йй. Ҡ.с.з. иген келәттәре,...

ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

ҠАРЛЫМАН ШӘКӘР-ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, шәкәр, мал майы, айыртылмаған һөт продукцияһы, ҡуйыртылған һөт етештерә. 1941 й. ойошторола, 1951 й. Ҡарлыман шәкәр з‑ды булараҡ файҙаланыуға тапшырыла, 1994 й. алып ААЙ. 1999 й. Ҡарлыман һөт-консерва комб‑ты (1949 й. нигеҙләнгән, 1952 й. файҙаланыуға тапшырыла,...

ҠАРЛЫМАН, йылға

ҠАРЛЫМАН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Ҡырмыҫҡалы р‑ны Иҫке Бәпес а. эргәһендә башлана, ш. уҡ район буйлап көньяҡтан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 553 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 46 км, басс. майҙаны 110 км2. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Олокүл а. эргәһендә уртаса йыллыҡ...

ҠАРЛЫМАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАРЛЫМАН, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Ҡырмыҫҡалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. табан 6 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 18 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 542 кеше; 1920 – 694; 1939 – 612; 1959 – 571; 1989 – 541; 2002 – 628; 2010 – 633 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп,...

ҠАРЛЫМАНБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл

ҠАРЛЫМАНБАШ, Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы ауыл, Иҫке Бәпес а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 13 км һәм Ҡарлыман т. юл ст. 25 км алыҫлыҡта Ҡарлыман й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 312 кеше; 1920 – 372; 1939 – 431; 1959 – 315; 1989 – 179; 2002 – 224; 2010 – 204 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс...

ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ

ҠАРЛЫХАН ЗАКАЗНИГЫ, зоол. заказник. 1972 й. хайуандарҙың һунарсылыҡ‑кәсеп һирәк төрҙәре популяцияларын тергеҙеү маҡсатында ойошторола. Балаҡатай р‑ны Ҡарлыхан а. көнсығыш ситендә Ыйыҡ й. (Әй й. ҡушылдығы) басс. урынлашҡан. Майҙаны 19,3 мең га, 80%‑ын урман биләй. Рельефы тигеҙ, ҡалҡыулы теҙемле убалы....

ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ

ҠАРЛЫХАН УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ағас әҙерләү һәм эшкәртеү пр‑тиеһы. 1953 й. Балаҡатай р‑нында “Башнефть” берекмәһенең Ҡарлыхан механик ағас-таҡта әҙерләү пункты булараҡ ойошторола, 1962 й. алып “Башлеспром” составында: Ҡ.у.с.х., 1975 й. башлап Мулдаҡай урман сәнәғәте хужалығы составындағы Ҡарлыхан...

ҠАРЛЫХАН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл

ҠАРЛЫХАН, Балаҡатай р‑нындағы ауыл, Ҡарлыхан а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. табан 42 км һәм Үңкерҙе т. юл ст. (Силәбе өлк.) 76 км алыҫлыҡта Нөгөш һәм Ыйыҡ йй. (Әй й. ҡушылдығы) араһында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 2926 кеше; 1920 – 3547; 1939 – 2467; 1959 – 2535; 1989 — 1738; 2002 – 1640; 2010...

ҠАРМАН ДРЭС-ы

ҠАРМАН ДРЭС-ы, “Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан генерациялау компанияһы” ЯСЙ филиалы. Электр һәм йылылыҡ энергияһы эшләп сығара. Ҡарман һыуһаҡлағысында урынлашҡан. Сәғәтенә 950 т быу етештереүсе ҡаҙандарҙан һәм ҡеүәте 300 МВт булған турбоагрегаттарҙан торған 6 блогы бар. 2011 й....

ҠАРМАН СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Яңауыл р‑нында

ҠАРМАН СТАНЦИЯҺЫ АУЫЛЫ, Яңауыл р‑нында, Ҡарман а/с ҡарай; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ҡарман һыуһаҡлағысы эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 34 кеше; 1939 – 290; 1959 – 381; 1989 – 394; 2002 – 215; 2010 – 207 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Ауылға 20 б. 20‑се йй....

ҠАРМАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ

ҠАРМАН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Беүә йылғаһында. Плотина йылға тамағынан 28 км алыҫлыҡта Яңауыл р‑ны Ҡарман а. эргәһендә төҙөлгән. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу басс. 3820 км2 (йылға басс. 59%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 669 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 134 млн м3, файҙалы күләме 19,6 м3; һыу...

ҠАРМАН‑АҠТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл

ҠАРМАН‑АҠТАУ, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Вояҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Ямъяҙы й. (Беүә й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 393 кеше; 1939 – 446; 1959 – 417; 1989 – 130; 2002 – 96; 2010 – 65 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. 1849 й....

ҠАРМАСАН, йылға

ҠАРМАСАН, йылға, Ағиҙел й. һул ҡушылдығы. Благовар р‑ны Благовар а. төньяҡ‑көнбайышҡа табан 6 км алыҫлыҡта башлана. Благовар, Кушнаренко, Өфө р‑ндары буйлап көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа табан аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 387 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 128 км, басс. майҙаны 1780 км2, дөйөм түбәнәйеүе...

ҠАРМАСАН, Өфө р‑нындағы ауыл

ҠАРМАСАН, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡармасан а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Көнб. табан 48 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. – 191 кеше; 1959 – 427; 1989 – 495; 2002 – 629; 2010 – 706 кеше. Татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАРМЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл

ҠАРМЫШ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ҡармыш а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. К.‑Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Дим й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 530 кеше; 1920 – 598; 1939 – 403; 1959 – 420; 1989 – 640; 2002 – 687; 2010 – 651 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ...

ҠАРМЫШ, юрматы ырыуы башлыҡтарының береһе

ҠАРМЫШ, Ҡ а р м ы ш б а б а, юрматы ырыуы башлыҡтарының береһе, Ҡарамышевтарҙың нәҫел башы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” ндә яҙылыуынса, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Мәскәү дәүләтенә инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң...

ҠАРСЫҒАЛАР

ҠАРСЫҒАЛАР (Accipiter), ыласын һымаҡтар отрядына ҡараған ҡоштар заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә Ер шарында таралған. БР‑ҙа 3 төрө осрай. Ултыраҡ ҡоштар. Кәүҙә оҙонлоғо 30—60 см, массаһы 120—2000 г. Арҡаһында ҡауырһын ҡапламы зәңгәрһыу ялтырауыҡлы ҡара һоронан алып...

ҠАРТАМАҠ, Бүздәк р‑нындағы ауыл

ҠАРТАМАҠ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Таулар а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 40 км алыҫлыҡта Иҙәш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 705 кеше; 1920 – 802; 1939 – 629; 1959 – 576; 1989 – 358; 2002 – 332; 2010 – 283 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....