Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ҠАЛАҠТАУ, һырт

ҠАЛАҠТАУ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. БР‑ҙың Әбйәлил, Учалы р‑ндары һәм Силәбе өлк. буйлап Әбйәлил р‑ны Рәхмәт а. киңлегенән Ям й. (Урал й. басс.) үрге ағымы киңлегенә тиклем көньяҡ‑көнбайыштан төньяҡ‑көнсығышҡа ҡарай һуҙылған. Оҙонлоғо 10 км яҡын, БР‑ҙа 2 км тирәһе, киңлеге 4 км яҡын. Абс....

ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ

ҠАЛА-ТИРӘ ТРАНСПОРТЫ, ҡала тирәһендәге зонала (ҡаланың адм. үҙәгенән йәки ҙур ауылдан 50 км тиклем алыҫлыҡта) пассажирҙар ташыған дөйөм файҙаланыуҙағы транспорт. Автомобиль транспорты, йылға транспорты, тимер юл транспорты, милек төрө б‑са — дәүләт һәм шәхси Ҡ.‑т.т. айырыла. Башҡортостанда ҡала-тирә...

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ

ҠАЛА-АРА ЭЛЕМТӘ УЗЕЛЫ. Зона эсендәге телефон элемтәһе, кабелле һәм цифрлы телевидение, сымлы радио, ҡала‑ара һәм халыҡ‑ара элемтәгә, Интернетҡа инеү б‑са хеҙмәттәр күрһәтә; транзит зона элемтә узелы ҡорамалдарының дөйөм һыйҙырышлығы тәүлегенә 1,1 млн һөйләшеүҙе тәьмин итеү мөмкинлеген бирә. Өфөлә урынлашҡан....

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ

ҠАЛА ЭШТӘРЕ БУЙЫНСА ГУБЕРНА ПРИСУТСТВИЕЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһы органдары эшмәкәрлеген күҙәткән урындағы дәүләт органдары. Ҡала реформаһы (1870) барышында 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы” на ярашлы ойошторолалар. Эске эштәр министрлығына буйһонғандар. Губернатор етәкселек иткән, присутствие...

ҠАЛА ҺӘМ АУЫЛ ХАЛҠЫ

ҠАЛА ҺӘМ АУЫЛ ХАЛҠЫ, ҡала һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡ. Ҡ.һ.а.х. нисбәте торамаларҙы ҡала торамаларына индереү критерийҙарына (ҡара: Ҡала), халыҡ һанының ғәмәли үҙгәреше, халыҡ миграцияһы үҙенсәлектәренә һәм адм.‑терр. реформаларға (торама пункттарҙы бер категориянан икенсеһенә күсереүгә) бәйле....

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ

ҠАЛА УЧИЛИЩЕЛАРЫ, юғары типтағы башланғыс уҡыу йорттары. Өйәҙ училищелары урынына “Ҡала училищелары тураһында положение” б‑са ойошторолалар (1872). Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында булалар. Земстволар, ҡала йәмғиәттәре, айырым кешеләр аҡсаһына тотолалар; аҡсаның бер өлөшө ҡаҙна тарафынан бүленә....

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ

ҠАЛА ТРАНСПОРТЫ, ҡала терр‑яһында һәм ҡала янындағы зонала халыҡ һәм йөк ташыу, ш. уҡ ҡаланы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыусы транспорт төрҙәре комплексы. Транспорт сараларын (хәрәкәттәге состав), юл ҡоролмаларын (рельслы юлдар, күперҙәр, станциялар, туҡталыу пункттары, туҡталыу өсөн урындар һ.б.),...

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ

ҠАЛА ТӨҘӨЛӨШӨ, ҡала һ.б. торама пункттарҙы планлаштырыу, төҙөү теорияһы һәм практикаһы. Башҡортостанда Ҡ.т. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң үҫешә башлай, төбәктең үҙәгендә һәм төньяҡ-көнбайыш райондарында ҡәлғәләр (ҡара: Нығытмалы сик һыҙыҡтары) төҙөү башлана, уларҙың бер өлөшө ҡалаға...

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА

ҠАЛА ТИБЫНДАҒЫ ҠАСАБА, ҡала торамаһы категорияһы. РФ‑та, ғәҙәттә, халыҡ һаны 3 мең (курорт ҡасабалары өсөн — 2 мең) кешенән дә кәм булмаған, уның 85%‑тан күберәге ауыл хужалығынан тыш тармаҡтарҙа эшләгән, сәнәғәт, рекреация, транспорт һ.б. функцияларҙы башҡарған, ҡала статусын алыу өсөн етерлек үҫешмәгән...

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870)

ҠАЛА РЕФОРМАҺЫ (1870), ҡала үҙидараһы (ҡара: Урындағы үҙидара) реформаһы, Рәсәйҙәге реформаның (19 б. 60—80‑се йй.) бер өлөшө. 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы үткәрелә. Ҡ.р. б‑са ҡала идараһының билдәле бер ҡатламдан төҙөлгән органдары бөтә ҡатлам вәкилдәре булған күрһәтмә биреүсе ҡала...

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ

ҠАЛА ДУМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараһының күрһәтмә биреүсе органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1785 й. ҡалаларҙың Жалованный грамотаһына ярашлы, ҡатламлы Дөйөм һәм Алты гласныйлы (ағзалары Дөйөм дума эсенән һайланған башҡарма орган) думанан торған, һайлауҙар 6 ҡатлам куриялары (атаҡлы граждандар, ҡала...

ҠАЛА БАШҠАРМАЛАРЫ

ҠАЛА БАШҠАРМАЛАРЫ, Рәсәйҙә ҡала үҙидараларының башҡарма органдары (ҡара: Урындағы үҙидара). 1870 й. 16 июнендәге “Ҡала положениеһы”на ярашлы Ҡала реформаһы (1870) барышында ойошторолалар. Ҡала думаларына буйһоналар. Ҡ.б. ҡала думалары тарафынан 4 йылға һайлап ҡуйылған ҡала башлығынан (рәйес) һәм бер...

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ

ҠАЛА АГЛОМЕРАЦИЯҺЫ, тығыҙ производство, хеҙмәт, мәҙәни-көнкүреш, рекрацион бәйләнештәре һәм уртаҡ транспорт инфраструктураһы булған торамаларҙың (башлыса ҡала торамалары) төркөмләп урынлашыу рәүеше. Терр. структураһы б‑са бер үҙәкле — тирә-яғындағы ҡалған бөтә торамаларҙы үҙ йоғонтоһона буйһондорған...

ҠАЛА

ҠАЛА, халҡы а.х. м‑н шөғөлләнмәгән торама пункт. Торама пунктты ҡалаға әйләндереү ҡануниәт тарафынан башҡарыла, төп критерий булып халыҡ һаны һәм ул үтәгән сәнәғәт, мәҙәни, сәйәси, административ һ.б. функциялар иҫәпләнә. РФ өсөн Ҡ. — халыҡ һаны 12 меңдән ашыу торама пункт, шуларҙың 85%‑ты а.х. м‑н шөғөлләнмәй....

ҠАҠЫ

ҠАҠЫ (Bunias), әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 6 төрө билдәле, Европа һәм Урта Азияның уртаса һәм субтропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда ла үҫә. Күп, ҡайһы берҙә ике йыллыҡ үлән. Һабағы йыуан, төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, ҡытыршы, бейеклеге 25—100 см. Япрағы ҡыҫҡа тармаҡлы...

ҠАҠ

ҠАҠ, ҡ а ғ ы т, башҡорт аш-һыуының традицион аҙығы. Башҡорттар Ҡ. алма, ҡайын еләге, ҡарағат, ҡурай еләге, балан һ.б. емештәрҙән әҙерләй (баҡса емештәре барлыҡҡа килгәнгә тиклем ҡырағай емеш-еләктән эшләгәндәр). Ҡ. яһау өсөн емеш- еләкте иләк аша үткәрәләр (Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында алдан...

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫШ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 16 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 142 км алыҫлыҡта Яубазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 627 кеше; 1920 — 739; 1939 — 701; 1959 — 372; 1989 — 211; 2002 — 189; 2010 — 197 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002)....

ҠАЙЫНЛЫҠ, Илеш р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Заготскот, Илеш р‑нындағы ауыл, Йөннө а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 2 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 109 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 85 кеше; 1989 — 124; 2002 — 109; 2010 — 80 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Клуб бар. Ауылға 20 б. 50‑се йй. “Заготскот” дәүләт берекмәһенең...

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл

ҠАЙЫНЛЫҠ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡайынлыҡ а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 87 км алыҫлыҡта Өйә й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 616 кеше; 1920 — 708; 1939 — 606; 1959 — 380; 1989 — 279; 2002 — 267; 2010 — 243 кеше. Башҡорттар...