Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

Список материалов

Наименование статьи
Содержание статьи
Автор
Рубрикатор
Шәхестәр
Энциклопедии
Яңынан эҙләргә

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ БИОЛОГИК АКТИВЛЫҒЫ, тупраҡта микроорганизмдар, ылымыҡтар һәм умыртҡаһыҙҙарҙың (селәүсендәр, моллюскылар, бөжәктәр һ.б.) йәшәү эшмәкәрлеге м‑н бәйле булған органик һәм минераль берләшмәләрҙең әүерелеү процестары йыйылмаһы. Уңдырышлылыҡ кимәлен, техноген бысраныу һәм боҙолоу, тупраҡ эрозияһы...

ТУПРАҠТЫҢ БОҘОЛОУЫ

ТУПРАҠТЫҢ БОҘОЛОУЫ, тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәрен, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәрен һәм тупраҡтың биол. үҙенсәлектәрен боҙған процесс. Т.б. тәбиғи һәм антропоген факторҙар йоғонтоһонда барлыҡҡа килә. Башҡортостанда Т.б. төп тәбиғи факторҙары булып — һыу һәм ел эрозияһы, һаҙланыу (ҡара: Һаҙлыҡтар);...

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ УҢДЫРЫШЛЫЛЫҒЫ, тупраҡтың үҫемлектәрҙе туҡлыҡлы матдәләр, дым, йылылыҡ, һауа, уңайлы физик‑химик мөхит м‑н тәьмин итеү һәләте. Тәбиғи, йәки потенциаль (тупраҡта серетмә, туҡлыҡлы матдәләр, дым һ.б. запасы м‑н билдәләнә), яһалма (ер эшкәртеүсе хеҙмәте м‑н булдырыла), һөҙөмтәле (тәбиғи шарттар...

ТУПРАҠТЫҢ ФЕРМЕНТАТИВ АКТИВЛЫҒЫ

ТУПРАҠТЫҢ ФЕРМЕНТАТИВ АКТИВЛЫҒЫ, ферменттар ҡатнашлығында тупраҡта матдәләр һәм энергияның каталитик әүерелеү процестары йыйылмаһы. Т.ф.а. серетмәнең синтезы һәм тарҡалыуы, органик берләшмәләрҙең гидролизы һәм тупраҡтың окисланыу‑ҡайтарылыу режимы м‑н бәйле булған иң мөһим биохимик процестарҙың интенсивлығын...

ТУПРАҠТЫҢ ФОСФОРЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

ТУПРАҠТЫҢ ФОСФОРЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, тупраҡтың фосфорлы органик (54%) һәм минераль (46%) матдәләре. Фосфорорганик берләшмәләр серетмәлә фосфогумин комплекстары (нуклеин кислоталары, фитин, фосфолипидтар, сахарофосфаттар, фосфопротеиндар ҡалдыҡтары) рәүешендә, минераль Т.ф.б. ортофосфор к‑таһының кальций,...

ТУПСЫЛАР АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКТАРЫ

ТУПСЫЛАР АРТИЛЛЕРИЯ ПОЛКТАРЫ, 1942 й. февр.—майында Дәүләт оборона ком‑ты ҡарары б‑са БАССР‑ҙың Бүздәк р‑ны Бүздәк станцияһында айырым 1097‑се һәм 1098‑се Т.а.п. булараҡ ойошторола. Һәр полк 3 батареянан һәм махсус подразделениеларҙан торған. Май—июндә полктар Юғары баш командование резервында булған....

ТУРА ҠАНАТЛЫЛАР

ТУРА ҠАНАТЛЫЛАР (Orthoptera), бөжәктәр отряды. 20 мең төрө билдәле; Башҡортостанда 80‑дән ашыу төрө бар. 2 ярым отрядҡа бүленә: оҙон мыйыҡлылар (сиңерткә һымаҡтар, айыуғорттар, өй сиңерткәләре ғаиләләре) һәм ҡыҫҡа мыйыҡлылар (саранча һымаҡтар ғаиләһе). Кәүҙәһе оҙонса, ян‑яҡтан ҡыҫылған, йәшел, көрәнһыу,...

ТУРАЙ ИШӘЛИН

ТУРАЙ ИШӘЛИН, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Нуғай даруғаһының Ҫыбы‑Мең улусы башҡорто. Шул уҡ улустың сотнигы. Ихтилалға 1773 й. нояб. ҡушыла. Нуғай һәм Ҡазан даруғаларында баш күтәреүсе отрядтар ойоштора. Нояб. аҙағында Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа ҡатнаша, ҡаланы...

ТУРАСЫ, Илеш р‑нындағы ауыл

ТУРАСЫ, Илеш р‑нындағы ауыл, Исәмәт а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 25 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 131 км алыҫлыҡта Әүеште й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 633 кеше; 1920 — 841; 1939 — 728; 1959 — 507; 1989 — 244; 2002 — 250; 2010 —205 кеше. Башҡорттар, татарҙар...

ТУРАХАН КӘШӘНӘҺЕ

ТУРАХАН КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Шишмә р‑ны Түб. Тирмә а. янында Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1845 й. В.С.Юматов тарафынан тасуирлана, 1976 й. Е.Л.Хворостова, 1988 й. Г.Н. Гарустович өйрәнә. Кәшәнәнең (бейеклеге 5,4 м) нигеҙе дүрткел (тышҡы стенаһының...

ТУРАХАН КӘШӘНӘҺЕ

ТУРАХАН КӘШӘНӘҺЕ, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы. 14 б. ҡарай. Шишмә р‑ны Түб. Тирмә а. янында Ыҫлаҡ й. (Дим й. басс.) һул ярында урынлашҡан. 1845 й. В.С.Юматов тарафынан тасуирлана, 1976 й. Е.Л.Хворостова, 1988 й. Г.Н. Гарустович өйрәнә. Кәшәнәнең (бейеклеге 5,4 м) нигеҙе дүрткел (тышҡы стенаһының...

ТУРБАҪЛЫ МӘҘӘНИӘТЕ

ТУРБАҪЛЫ МӘҘӘНИӘТЕ, иртә Урта быуат археологик мәҙәниәте. 5—8 бб. ҡарай. Благовещен р‑ны Яңы Турбаҫлы а. эргәһендә урынлашҡан археологик ҡомартҡылар төркөмө исеме м‑н аталған. Башҡортостанда Т.м. ҡараған 30‑ға яҡын ҡомартҡы асылған, улар Эҫем һәм Сәрмәсән йй. араһында Ағиҙел й. урта ағымында тупланған...

ТУРБАҪЛЫ, Иглин р‑нындағы ауыл

ТУРБАҪЛЫ, Я ң ы  Ю р м а ш, Иглин р‑нындағы ауыл, Турбаҫлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Шаҡша т. юл ст. К. табан 10 км алыҫлыҡта Юрмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 472 кеше; 1920 — 610; 1939 — 805; 1959 — 727; 1989 — 414; 2002 — 389; 2010 — 419 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй...

ТУРБИН ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ

ТУРБИН ҠӘБЕРЛЕКТӘРЕ, С е й м а ‑ Т у р б и н ҡ ә б е р л е к т ә р е, бронза быуаты археологик ҡомартҡылар төркөмө. Б.э.т. 17—15 бб. ҡарай. Төркөмләп түбәндәге терр‑яларҙа урынлашҡан: 1) Ока й. (Волга й. ҡушылдығы) басс.; 2) Кама й. түбәнге ағымы; 3) Каманың урта ағымы; 4) Омь й. (Иртыш й. ҡушылдығы)...

ТУРБИН МӘҘӘНИӘТЕ

ТУРБИН МӘҘӘНИӘТЕ, С е й м а - Т у р б и н  м ә ҙ ә н и ә т е, энеолит—бронза быуаты археологик мәҙәниәте. Б.э.т. 17—15 бб. ҡарай. Турбин ҡәберлектәре исеме м‑н аталған. “Т.м.” исеме файҙаланылмай, Т.м. ҡомартҡыларын билдәләү өсөн Е.Н.Черных, С.В.Кузьминых “Сейма‑Турбин трансмәҙәниәт феномены” терминын...

ТУРБОДЕТАНДЕР

ТУРБОДЕТАНДЕР (лат. turbo — ҡойон һәм detendere — көсһөҙләндереү), адиабатик киңәйеүе процесында турбинаның әйләнеүе иҫәбенә тышҡы эште башҡарған газды һыуытыу өсөн тәғәйенләнгән йылылыҡ машинаһы. Ағым хәрәкәтенең йүнәлеше б‑са үҙәккә ынтылған, үҙәктән ынтылған һәм күсәр; соплоларҙа газдың киңәйеү дәрәжәһе...

ТУРГАНОВ Борис Александрович

ТУРГАНОВ Борис Александрович (21.10.1901, С.‑Петербург — 7.5.1980, Мәскәү), шағир, тәржемәсе. “Ябай шиғырҙар” (“Простые стихи”; 1930), “Поход аҙымдары” (“Походный шаг”; 1931), “Мәскәү шиғырҙары” (“Московские стихи”; 1947) шиғри йыйынтыҡтар, “Төркмәнстан Республикаһы” (“Республика Туркменистан”; 1930)...

ТУРГЕНЕВИЯ

ТУРГЕНЕВИЯ (Turgenia), сатыр һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 2 төрө билдәле, Урта Европала, Урта диңгеҙ буйында, Азия һәм Төньяҡ Африкала таралған. Башҡортостанда киң япраҡлы Т. үҫә. Ҡаты төклө бер йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, тарбаҡлы, бейеклеге 15—60 м. Япрағы ҡауырһын һымаҡ, япраҡ сегменттары...

ТУРҒАЙ ӨЛКӘҺЕ

ТУРҒАЙ ӨЛКӘҺЕ, 1868 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1865 й.) Ырымбур ген.‑губернаторлығының көньяҡ өлөшөнән ойошторола. 20 б. башында төньяҡта — Ырымбур губернаһы, көнсығышта — Аҡмулла, көньяҡта — Һырдаръя, көнбайышта — Урал өлкәләре м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Ырымбур ҡ., һуңыраҡ — Ҡустанай ҡалаһы. Майҙаны...

ТУРҒАЙ ҺЫМАҠТАР

  ТУРҒАЙ ҺЫМАҠТАР (Passeriformes), ҡоштар отряды. 66 ғаиләһе, 5 меңдән ашыу төрө билдәле. БР‑ҙа 22 ғаиләгә ҡараған 123 төрө (алаҡас турғайҙар, барҡылдаҡтар, ҡарғалар, сипылдаҡтар, сәпсектәр һ.б.) бар. Күсәр, күсеүсе һәм ултыраҡ ҡоштар. Т.һ. — башлыса ваҡ (кәрлә турғайҙың кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 9 см,...